Программа на башкирском языке
рабочая программа (10 класс) по теме

Якшигулова Гульсасак Арслановна

Программа элективного курса по башкирскому языку

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon programma_el-go_kursa.doc285.5 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектты бойомға әүҙем ашырыу мәктәптә уҡытылған фән нигеҙҙәренең яңы төшөнсәләр, ҡараштар менән байытыуға, ғәмәлдәге предметтарҙың йөкмәткеһен яңы талаптар күҙлегенән  ҡарап сығыуға, заман талабына яуап биргән, уҡыусыларҙың белем даирәһен киңәйтергә булышлыҡ иткән яңы уҡыу предметтары булдырыуға туранан-тура бәйләнгән. Мәғарифты киң масштабта артабан үҫтереү шарттарында гуманитар йүнәлешле гимназияларҙа, лицейҙарҙа, педагогик колледждарҙа әсә телен тәрәнәйтеп өйрәнеү мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйылғанда, халыҡ һүҙенә, күркәм әҙәби әҫәр һүҙенә,шиғри телмәргә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Күркәм һәм нәфис һүҙгә булған ыңғай мөнәсәбәт башҡорт телен әҙәбиәт менән яҡынайтып уҡытыу ихтыяжын тыуҙырҙы.

Был программа В.Ш.Псәнчиндең «Башҡорт нәфис һүҙе» китабына нигеҙләнеп төҙөлдө. Программа ике бүлектән тора.  Филология профилендәге XI класс уҡыусылары өсөн тәҡдим ителгән «Башҡорт нәфис һүҙе» электив курс программаһы әҙәби текст өҫтөндә эшләгәндә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһау  өсөн фәнни эш менән шөғөлләнгәндә, аудитория алдында сығыш яһағанда, рефераттар, докладтар яҙғанда уҡыусыларҙың иғтибарын текстың айырыуса матур, образлы, идея-эстетик, эмоциональ йоғонто яһауҙа әһәмиәтле урындарына, әҫәрҙе үҙ аллы анализлай белеү күнекмәләрен, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтә, эстетик зауыҡ тәрбиәлеүҙе күҙ уңында тота, әҙәбиәт һәм тел  ғилемен комплекслы өйрәнә.

      Башҡорт телмәр мәҙәниәтенең программаһы төҙөлһә лә, мәктәптәрҙә, гимназия-лицейҙарҙа, вуздарҙа ул уҡыу пландарында мәжбүри курс булып махсус урын алмаған әле. В. Псәнчиндең “Башҡорт нәфис һүҙе” исемле китабына таянып төҙөлгән был программа башҡорт теленән электив курс өсөн уңай.

      Программала башҡорт нәфис һүҙен тәшкил иткән әҙәби телдең нормалары грамматик һәм фонетик, телмәрҙең дөрөҫлөгө, телмәрҙең теүәллеге, телмәрҙең логикалылығы, телмәрҙең сафлығы, телмәрзең байлығы, телмәрҙең тасуирилығы, телмәрҙең урынлылығы мәсьәләләрен мөмкин тиклем тулы сағылдыра.

   Нәфис һүҙҙең стилистикаға туранан –тура мөнәсәбәте бар. Телмәрҙең аралашыу маҡсатына, урынлылығына, ситуацияға, мөхиткә, шартына ҡарап төрлө булыуын иҫәпкә алып, программала функциональ стилистикаға, әҙәбиәт теорияһына, текст теорияһына киң генә урын бирелде. Ул шулай булырға тейеш, стилистика менән телмәр араһында тығыҙ бәйләнеш бар.

Электив курс рамкаларында телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәрен өйрәтеүгә түбәндәге маҡсаттар ҡуйыла:

      -аралашыуҙың сифаттарынан, уның системаһынан торған телмәр мәҙәниәтен теоретик нигеҙләүҙән һәм тасуирлауҙан тора;

     -бөгөнгө йәмғиәттә эшмәкәрлек өсөн үҫешкән телмәр күнекмәләренә эйә булыу;

    -тойғоларына, аҡылына тейешле кимәлдә йоғонто яһау өсөн уҡыусының телмәр мәҙәниәтенә эйә булыуы;

   -әсә теленең стилистик байлығын үҙләштереү;

   -телмәр мәҙәниәтен үҫтереү;

   -тел һиҙгерлеген тәрбиәләү.

   Танып белеү һәм фекерләү кеүек мөһим ҡорал булған телмәрҙе камиллаштырмайынса тороп, һәр яҡлап ныҡлы үҫешкән шәхесте тәрбиәләү мөмкин түгел. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен бөтә уҡыу йылдары  осоронда системалы рәүештә байытҡанда ғына телмәр мәҙәниәтен, дөйөм әҙәби үҫешен файҙалы итеп күтәрергә мөмкин. Был бурыстарҙы хәл итеү дәрестәрҙә телмәр үҫтереүҙең төп принциптарын иҫәпкә алғанда ғына мөмкин буласаҡ.

“Башҡорт нәфис һүҙе” электив курсы программаһының принциптары:

-телмәр үҫтереү барышы менән етәкселек итеү;

-фекер телмәр аша ғына реалләшкәнгә күрә, ул тел менән       фекерләүҙең берҙәмлегенә таяна;

-телмәрҙең бөтә төрҙәрен бер-береһенә бәйләп үҫтереү;

-телмәр үҫтереү барышының дауамлы һәм өҙлөкһөҙ булыуы.

“Башҡорт нәфис һүҙе” курсын үткән уҡыусы

түбәндәгеләргә  эйә булырға тейеш:

-башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ аралаша белергә;

-башҡорт теленең функциональ стилдәре  буйынса хәбәрҙар булырға, уны төрлө ситуацияларҙа ҡуллана белергә;

- төрлө план төҙөй белергә,

-башҡорт теленең орфоэпик нормаларын һаҡлап әҙәби әҫәрҙәрҙе тасуири уҡый белергә;

-башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фонетик, морфологик, синтаксик ; шиғри, драматик, прозаик әҫәрҙәргә тулы анализ эшләй белергә тейеш.

Тикшереү алымдары күп төрлө:

-үҙ аллы эш;

-үтелгән темалар буйынса семинар-практикумдар;

-ижади конкурстар;

-тексҡа анализ;

-план төҙөү.

                                    Әҙәбиәт:

1.В.Ш. Псәнчин «Башҡорт нәфис һүҙе».

1.В.Псәнчин “Телдең күркәмлек саралары”,

2.Б.Гафаров “Әҙәби тел күрке”;

3.К.Әхмәтйәнов “Әҙәбиәт теорияһы”;

4.Ғ.Сәйетбатталов “Башҡорт теле. Стилистика.”

                                    Документтың статусы.

                     Программа стандарт йөкмәткеһен асыҡлай, балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү, үҫтереү стратагияһын билдәләй .            Уҡыу материалының йөкмәткеһе башҡот теле һәм әҙәбиәтенән урта ( тулы ) дөйөм белем биреү талаптарына тап килә.

Документтың структураһы.

     Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өсөн төҙөлгән был программа  3 бүлектән торған тулы документ. 1-се бүлек – аңлатма яҙыу, 2-се бүлек – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ресурс үҙәге өсөн программа,  сығарылыш синыф уҡыусыларын  әҙерләү кимәленә талаптар, әҙәбиәт исемлеге.

Уҡыу предметының дөйөм

характеристикаһы.

                  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән профилле курс юғары  филологик белем алыуға әҙерлекте маҡсат итеүе сәбәпле, тел һәм әҙәбиәт теорияһын өйрәнеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.Профилле уҡытыуҙа тел фәнни өйрәнеү объекты булып ҡала, тимәк телде өйрәнеүҙең алдынғы методтары, күренекле телсе, лингвист  ғалимдар һәм уларҙың фәнни эшмәкәрлеге менән танышыуға төп иғтибар бүленә. Текст  эстетик, лингвистик һәм коммуникатив берлек булараҡ уға филологик анализ төп урында тора.

Профиль кимәлендә башҡорт теленә уҡытыуҙың маҡсаттары һәм көтөлгән һөҙөмтәләр

               Профиль кимәлендә юғары синыфтарҙа башҡорт телен уҡытыу түбәндәге маҡсаттарға йүнәлтелә:

   -телһөйәр, илһөйәр гражданин тәрбиәләү, башҡорт халҡының мәҙәни, рухи, әхлаҡи байлығы булған теле тураһында ыңғай ҡараш тәрбиәләү,аралашыу культураһы нигеҙҙәренә эйә булыу;

      -үҙ-ара аралашыуҙы, социаль яраҡлашыуҙы , хәбәрләшеү оҫталығын үҫтереү һәм камиллаштырыу; профессия һайлауҙа һәм юғары гуманитар белем алыуҙа аңлы эш итеү;

       -лингвистиканы фән булараҡ төплө үҙләштереү; телде  күп функциялы, үҫә барыусы күренеш итеп ҡабул итеүҙе, тел нормаларын, уның функцияларын, башҡорт теленең функциональ стилистик системаһын, төрлө сферала һәм төрлө ситуацияларҙа телмәр мәҙәниәте нормаларын аңлау;

      - күренештәрҙе һәм факттарҙы танып белеү, анализлау сағыштырыу, классификациялау күнекмәләрен булдырыу, кәрәкле урында тел күренештәренә тарихи комментарий биреү, тел күренештәрен  һәм  факттарын норма яғынан баһалау, аралашыу сфераһына һәм ситуацияһына тура килеүен күҙәтеү,        -алынған күнекмәне һәм белемде практикала әүҙем ҡулланыу (доклад, ФҒК, сығыш һ.б.).

       

                Программаның йөкмәткеһе

1.Нәфис һүҙ һәм уны өйрәнеү алымдары. Нәфис һүҙ һәм уның йөкмәткеһе.

2. Темалар Һәм уларҙың төрҙәре.

Авторҙың ниәте, уның ҡарашы. Темаларҙы бәләкәй темаларға бүлеү.

3. Тәҡдим ителгән темалар.

Тарих. Төрки донъяһы. Ил һәм донъя буйлап сәйәхәт. Кеше. Психология. Логика. Тел. Күренекле шәхестәрҙең йәмғиәттәге роле. Закон. Мәғариф. Фән. Сәнғәт. Эшлекле донъя. Хәрби эш. Сәйәсәт. Ғаилә. Мин.

4. Материал туплау.

Тәртипкә килтереү.. Һөйләргә әҙерләнеү.

5. Телмәр типтары.

Хикәйәләү. Тасуирлау. Фекер йөрөтөү.

6. Аралашыу төрҙәре.

Монолог. Диалог.

7.План.

План төрҙәре. Дөйөм план. Һүрәтләүҙең композицияһы.   Сығыш яһарға ҡыҙыҡһындырыуға тәҡдимдәр.  

8.Фекер йөрөтөүҙең төҙөлөшө.

Дедукция. Индукция.

9. Риторика һәм стилистика.

Йәнле һөйләү стилдәре. Яҙма-китап стилдәре. Лексикала стилистик биҙәкле һүҙҙәр.

10. Тел сараларын һайлау. Һүҙ һәм фразеологик берәмектәр. Стилистик фигуралар. Йәнәшәлек. Анафора. Антитеза. Оксюморон. Градация. Инверсия. Эллипсис. Троптар. Перифраз. Аллюзия. Метафора. Аллегория. Йәнләндереү. Ирония. Гипербола. Литота. Эпитет. Каламбур.

11. Әҙер телмәр менән сығыш яһау.

Үҙ әңгәмәселәреңде, тыңлаусыларыңды белеү. Тышҡы ҡиәфәт., ғәҙәт, үҙеңде тотошоң, ораторҙың ишаралары, ымдары. Тын алыш һәм тауыш. Интонациялар. Дикция. Паузалар.

12. Телмәр. Телиәр терминының төрлө мәғәнәләре тураһында. Телмәрҙе телмәр эшмәкәрлеге итеп ҡараусы фәндәр: аралашыу теорияһы, психолингвистика. Тышҡы һәм эске телмәр. Телмәр һәм фекерләү. Телмәрҙе әҙерләү һәм уны башҡарыу баҫҡыстары. Телмәрҙе үҙләштереү һәм уны төшөнөү.

Аңлатма яҙыу

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектты бойомға әүҙем ашырыу мәктәптә уҡытылған фән нигеҙҙәренең яңы төшөнсәләр, ҡараштар менән байытыуға, ғәмәлдәге предметтарҙың йөкмәткеһен яңы талаптар күҙлегенән  ҡарап сығыуға, заман талабына яуап биргән, уҡыусыларҙың белем даирәһен киңәйтергә булышлыҡ иткән яңы уҡыу предметтары булдырыуға туранан-тура бәйләнгән. Мәғарифты киң масштабта артабан үҫтереү шарттарында гуманитар йүнәлешле гимназияларҙа, лицейҙарҙа, педагогик колледждарҙа әсә телен тәрәнәйтеп өйрәнеү мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйылғанда, халыҡ һүҙенә, күркәм әҙәби әҫәр һүҙенә,шиғри телмәргә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Күркәм һәм нәфис һүҙгә булған ыңғай мөнәсәбәт башҡорт телен әҙәбиәт менән яҡынайтып уҡытыу ихтыяжын тыуҙырҙы.

«Фән нигеҙҙәрен өйрәнеү»  программаһы  К. Әхмәтйәновтың «Әҙәбиәт теорияһы» китабына нигеҙләнеп төҙөлдө. Программа ике бүлектән тора.  Филология профилендәге XI класс уҡыусылары өсөн тәҡдим ителгән «Фән нигеҙҙәрен өйрәнеү» электив курс программаһы әҙәби текст өҫтөндә эшләгәндә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһау  өсөн фәнни эш менән шөғөлләнгәндә, аудитория алдында сығыш яһағанда, рефераттар, докладтар яҙғанда уҡыусыларҙың иғтибарын текстың айырыуса матур, образлы, идея-эстетик, эмоциональ йоғонто яһауҙа әһәмиәтле урындарына, әҫәрҙе үҙ аллы анализлай белеү күнекмәләрен, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтә, эстетик зауыҡ тәрбиәлеүҙе күҙ уңында тота, әҙәбиәт һәм тел  ғилемен комплекслы өйрәнә.

      Башҡорт телмәр мәҙәниәтенең программаһы төҙөлһә лә, мәктәптәрҙә, гимназия-лицейҙарҙа, вуздарҙа ул уҡыу пландарында мәжбүри курс булып махсус урын алмаған әле. К.Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теорияһы” исемле китабына таянып төҙөлгән «Фән нигеҙҙәрен өйрәнеү»  программаһы башҡорт теленән  курстар  өсөн уңай.

      Программала башҡорт нәфис һүҙен тәшкил иткән әҙәби телдең нормалары грамматик һәм фонетик, телмәрҙең дөрөҫлөгө, телмәрҙең теүәллеге, телмәрҙең логикалылығы, телмәрҙең сафлығы, телмәрзең байлығы, телмәрҙең тасуирилығы, телмәрҙең урынлылығы мәсьәләләрен мөмкин тиклем тулы сағылдыра.

   Нәфис һүҙҙең стилистикаға туранан –тура мөнәсәбәте бар. Телмәрҙең аралашыу маҡсатына, урынлылығына, ситуацияға, мөхиткә, шартына ҡарап төрлө булыуын иҫәпкә алып, программала функциональ стилистикаға, әҙәбиәт теорияһына, текст теорияһына киң генә урын бирелде. Ул шулай булырға тейеш, стилистика менән телмәр араһында тығыҙ бәйләнеш бар.

 Курс рамкаларында фәнни эш  нигеҙҙәрен өйрәтеүгә түбәндәге маҡсаттар ҡуйыла:

      -аралашыуҙың сифаттарынан, уның системаһынан торған телмәр мәҙәниәтен теоретик нигеҙләүҙән һәм тасуирлауҙан тора;

     -бөгөнгө йәмғиәттә эшмәкәрлек өсөн үҫешкән телмәр күнекмәләренә эйә булыу;

    -тойғоларына, аҡылына тейешле кимәлдә йоғонто яһау өсөн уҡыусының телмәр мәҙәниәтенә эйә булыуы;

   -әсә теленең стилистик байлығын үҙләштереү;

   -телмәр мәҙәниәтен үҫтереү;

   -тел һиҙгерлеген тәрбиәләү.

   Танып белеү һәм фекерләү кеүек мөһим ҡорал булған телмәрҙе камиллаштырмайынса тороп, һәр яҡлап ныҡлы үҫешкән шәхесте тәрбиәләү мөмкин түгел. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен бөтә уҡыу йылдары  осоронда системалы рәүештә байытҡанда ғына телмәр мәҙәниәтен, дөйөм әҙәби үҫешен файҙалы итеп күтәрергә мөмкин. Был бурыстарҙы хәл итеү дәрестәрҙә телмәр үҫтереүҙең төп принциптарын иҫәпкә алғанда ғына мөмкин буласаҡ.

“Башҡорт нәфис һүҙе” электив курсы программаһының принциптары:

-телмәр үҫтереү барышы менән етәкселек итеү;

-фекер телмәр аша ғына реалләшкәнгә күрә, ул тел менән       фекерләүҙең берҙәмлегенә таяна;

-телмәрҙең бөтә төрҙәрен бер-береһенә бәйләп үҫтереү;

-телмәр үҫтереү барышының дауамлы һәм өҙлөкһөҙ булыуы.

“Башҡорт нәфис һүҙе” курсын үткән уҡыусы

түбәндәгеләргә  эйә булырға тейеш:

-башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ аралаша белергә;

-башҡорт теленең функциональ стилдәре  буйынса хәбәрҙар булырға, уны төрлө ситуацияларҙа ҡуллана белергә;

- төрлө план төҙөй белергә,

-башҡорт теленең орфоэпик нормаларын һаҡлап әҙәби әҫәрҙәрҙе тасуири уҡый белергә;

-башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фонетик, морфологик, синтаксик ; шиғри, драматик, прозаик әҫәрҙәргә тулы анализ эшләй белергә тейеш.

Тикшереү алымдары күп төрлө:

-үҙ аллы эш;

-үтелгән темалар буйынса семинар-практикумдар;

-ижади конкурстар;

-тексҡа анализ;

-план төҙөү.

                                    Әҙәбиәт:

1.В.Ш. Псәнчин «Башҡорт нәфис һүҙе».

1.В.Псәнчин “Телдең күркәмлек саралары”,

2.Б.Гафаров “Әҙәби тел күрке”;

3.К.Әхмәтйәнов “Әҙәбиәт теорияһы”;

4.Ғ.Сәйетбатталов “Башҡорт теле. Стилистика.”

                                    Документтың статусы.

                     Программа стандарт йөкмәткеһен асыҡлай, балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү, үҫтереү стратегияһын билдәләй .            Уҡыу материалының йөкмәткеһе башҡот теле һәм әҙәбиәтенән урта ( тулы ) дөйөм белем биреү талаптарына тап килә.

Документтың структураһы.

     Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өсөн төҙөлгән был программа  3 бүлектән торған тулы документ. 1-се бүлек – аңлатма яҙыу, 2-се бүлек – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ресурс үҙәге өсөн программа,  сығарылыш синыф уҡыусыларын  әҙерләү кимәленә талаптар, әҙәбиәт исемлеге.

Уҡыу предметының дөйөм

характеристикаһы.

                  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән профилле курс юғары  филологик белем алыуға әҙерлекте маҡсат итеүе сәбәпле, тел һәм әҙәбиәт теорияһын өйрәнеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Профилле уҡытыуҙа тел фәнни өйрәнеү объекты булып ҡала, тимәк телде өйрәнеүҙең алдынғы методтары, күренекле телсе, лингвист  ғалимдар һәм уларҙың фәнни эшмәкәрлеге менән танышыуға төп иғтибар бүленә. Текст  эстетик, лингвистик һәм коммуникатив берлек булараҡ уға филологик анализ төп урында тора.

Профиль кимәлендә башҡорт теленә уҡытыуҙың маҡсаттары һәм көтөлгән һөҙөмтәләр

               Профиль кимәлендә юғары синыфтарҙа башҡорт телен уҡытыу түбәндәге маҡсаттарға йүнәлтелә:

   -телһөйәр, илһөйәр гражданин тәрбиәләү, башҡорт халҡының мәҙәни, рухи, әхлаҡи байлығы булған теле тураһында ыңғай ҡараш тәрбиәләү,аралашыу культураһы нигеҙҙәренә эйә булыу;

      -үҙ-ара аралашыуҙы, социаль яраҡлашыуҙы , хәбәрләшеү оҫталығын үҫтереү һәм камиллаштырыу; профессия һайлауҙа һәм юғары гуманитар белем алыуҙа аңлы эш итеү;

       -лингвистиканы фән булараҡ төплө үҙләштереү; телде  күп функциялы, үҫә барыусы күренеш итеп ҡабул итеүҙе, тел нормаларын, уның функцияларын, башҡорт теленең функциональ стилистик системаһын, төрлө сферала һәм төрлө ситуацияларҙа телмәр мәҙәниәте нормаларын аңлау;

      - күренештәрҙе һәм факттарҙы танып белеү, анализлау сағыштырыу, классификациялау күнекмәләрен булдырыу, кәрәкле урында тел күренештәренә тарихи комментарий биреү, тел күренештәрен  һәм  факттарын норма яғынан баһалау, аралашыу сфераһына һәм ситуацияһына тура килеүен күҙәтеү,        -алынған күнекмәне һәм белемде практикала әүҙем ҡулланыу (доклад, ФҒК, сығыш һ.б.).

       

                Программаның йөкмәткеһе

1.Нәфис һүҙ һәм уны өйрәнеү алымдары. Нәфис һүҙ һәм уның йөкмәткеһе.

2. Темалар Һәм уларҙың төрҙәре.

Авторҙың ниәте, уның ҡарашы. Темаларҙы бәләкәй темаларға бүлеү.

3. Тәҡдим ителгән темалар.

Тарих. Төрки донъяһы. Ил һәм донъя буйлап сәйәхәт. Кеше. Психология. Логика. Тел. Күренекле шәхестәрҙең йәмғиәттәге роле. Закон. Мәғариф. Фән. Сәнғәт. Эшлекле донъя. Хәрби эш. Сәйәсәт. Ғаилә. Мин.

4. Материал туплау.

Тәртипкә килтереү.. Һөйләргә әҙерләнеү.

5. Телмәр типтары.

Хикәйәләү. Тасуирлау. Фекер йөрөтөү.

6. Аралашыу төрҙәре.

Монолог. Диалог.

7.План.

План төрҙәре. Дөйөм план. Һүрәтләүҙең композицияһы.   Сығыш яһарға ҡыҙыҡһындырыуға тәҡдимдәр.  

8.Фекер йөрөтөүҙең төҙөлөшө.

Дедукция. Индукция.

9. Риторика һәм стилистика.

Йәнле һөйләү стилдәре. Яҙма-китап стилдәре. Лексикала стилистик биҙәкле һүҙҙәр.

10. Тел сараларын һайлау. Һүҙ һәм фразеологик берәмектәр. Стилистик фигуралар. Йәнәшәлек. Анафора. Антитеза. Оксюморон. Градация. Инверсия. Эллипсис. Троптар. Перифраз. Аллюзия. Метафора. Аллегория. Йәнләндереү. Ирония. Гипербола. Литота. Эпитет. Каламбур.

11. Әҙер телмәр менән сығыш яһау.

Үҙ әңгәмәселәреңде, тыңлаусыларыңды белеү. Тышҡы ҡиәфәт., ғәҙәт, үҙеңде тотошоң, ораторҙың ишаралары, ымдары. Тын алыш һәм тауыш. Интонациялар. Дикция. Паузалар.

12. Телмәр. Телиәр терминының төрлө мәғәнәләре тураһында. Телмәрҙе телмәр эшмәкәрлеге итеп ҡараусы фәндәр: аралашыу теорияһы, психолингвистика. Тышҡы һәм эске телмәр. Телмәр һәм фекерләү. Телмәрҙе әҙерләү һәм уны башҡарыу баҫҡыстары. Телмәрҙе үҙләштереү һәм уны төшөнөү.

Урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

Башланғыс синыфтарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барыла. Был синыфтарҙың аңлатмалы уҡыу программаларына индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү укыусыларҙың аңлы уҡыу, яҙыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея-эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә мәхәббәт уятыу маҡсаттарына йүнәлтелеп алып барыла, әҙәбиәт өйрәнеүҙең был баҫҡысында әҙәбиәт теорияһынан да бер ни тиклем элементар мәғлүмәттәр биреү күҙ уңында тотолһа ла, аңлатмалы уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларға әҙәбиәт теорияһы һем тарихы буйынса системалы белем биреү тәп маҡсат итеп ҡуйылмай.

V-VIII  синыфтар программаһында художестволы әҫәрҙәрҙе үтеүгә бәйләп әҙәбиәт теориһы буйынса ла белем биреү ҡаралған. Алынған белем системаһы әҫәрҙе дөрөҫ аңларға, әҙәби текст өҫтөндә күҙәтеүҙәрҙе дөйөмләштерә белергә өйрәтә, тәнҡитле ҡараш һәм эстетик зауыҡ тәрбиәләй.

Урта мәктәптең юғары синыфтарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә,

Күренеүенсә, әҙәбиәт дәрестәрендә программа буйынса әҙәбиәт теорияһын өйрәнеүгә V синыфтан алып эҙмә-эҙлекле рәүештә теоретик тәшөнсәләр тәҡдим етелә, ләкин ваҡыт бүленешенә иғтибар итһәк, махсус сәғәттәр бүленимәй.

Филология профилендәге  юғары класс уҡыусылары өсөн тәҡдим ителгән «Фәнни эш нигеҙҙәрен өйрәнеү» электив курс программаһы әҙәби текст өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың иғтибарын текстың айырыуса матур, образлы, идея-эстетик, эмоциональ йоғонто яһауҙа әһәмиәтле урындарына, әҫәрҙе үҙ аллы анализлай белеү күнекмәләрен, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтә, эстетик зауыҡ тәрбиәлеүҙе күҙ уңында тота, әҙәбиәт ғилемен комплекслы өйрәнә.

Программаға ҡарата түбәндеге талаптар ҡуйыла:

  1. Әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе әҫәрҙәр менән бәйләнештә өйрәнеү.
  2. Әҙәбиәт теорияһынан бирелә торған белемдәрҙе укыусыларҙың телмәрен үҫтереү эше менән бәйләп алып барыу. Был талап уҡыусыларҙың әҙәбиәт теорияһынан алған белемдәре» практикала ҡуллана белеү, ижади эштәр үткәреп, уларҙы ижади фекер һәм телмәр үҫтереүҙә файҙаланыу маҡсатын күҙәтә.

А.Липаев үҙенең «Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы» тигән китабында әҙәби-теоретик төшөнсәлерҙе формалаштырыуҙың түбәнге этаптарын билдәлай:

Уҡыусыларға әҙәби-теоретик белем биреүҙә беренсе этап - текст өҫтөндә күнегеүҙәр алып барып, унда әҙәби-теоретик төшәнсәләргә хас элементтарҙы билдәләү.

Икенсе этап - текст өҫтөндә һәм анализ ваҡытында яһалған күҙәтеүҙәр нигеҙендә әҙәби-теоретик төшөнсәләргә билдәләмә биреү.

Өсөнсө этап - бирелгән теоретик төшөнсә нигеҙендә уларҙы практик ҡулланыу буйынса күнекмәләр биреү, был белемдәрҙе телмәр үҫтереү маҡсатында файҙаланыу.

Дүртенсе этап - алынған белемде байытыу, терәнәйтеү.

Бишенсе этап - алынған төшөнсәләрҙең башҡа теоретик төшөнсәлер менән булған мөнәсәбәтен, бәйләнешен билдәләү.

Уҡыусы, әҫәрҙе укып, уны тойғо менен ҡабул итә, артабан уҡылғандарҙан сығып әҫәр буйынса фекер йөрөтөргә, һөҙөмтә яһарға өйрәнә һәм ошо белемде практикала ҡуллана. Мәҫәлән, уҡыусы художестволы әҫәрҙе уҡығанда һүрәтләү саралары менән таныша. Анализ ваҡытында был һүрәтләү сараларының идея-йәкмәткеһен асыуҙа тотҡан урыны тураһында һығымталар яһай, аҙаҡтан уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмләрен ала.

Әҙәби-теоретик белемдәрҙе нығытыу, йомғаҡлау телдән дә, яҙма рәүештә лә алып барылырға мөмкин. Һәр бер теоретик төшөнсәне үткән һайын синыфта һәм өйҙә башҡарыу өсөн күп төрле яҙма эштәр бирелә. Мәҫәлән, эпос төрөнә еҫәр яҙыу, әсәйҙәр байрамына сценарий төҙөү, лирик һәм проза әҫәрҙәренә анализ, рецензия яҙыу.

Әҙәбиәт теорияһынан уҡыусыларҙың белемен нығытыу өсөн текст өҫтөндә күнегеүҙәр яһап, схема, таблицалар төҙөү кеүек эштәр ҙә теҡдим ителә.

«Фәнни эш нигеҙҙәрен  өйрәнеү» электив курс программаһы, үрҙә әйтелгәндәргә нигеҙләнеп, юғары класс уҡыусылары өсөн төҙөлдө һәм түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • инеш һәм лекцион өлөш;
  • практик эштәр;
  • уҡыусыларҙың белемен баһалау;
  • башҡарылған эштәрҙе яҡлау.

Курстың маҡсаты һәм бурыстары.

Әҙәбиәттән уҡыусыларға төплө белем һәм төрлө яҡлы идея-эстетик тәрбиә биреү уҡытыусынан дәрестәрҙең һөҙәмтәлелеген күтәреүҙе талап итә. Тик шундай дәрестәр генә уҡыусыларға әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, характерҙарҙы аңларға һәм һүҙ сәнғәте булған художестволы әҙәбиәткә ысын мөхәббәт тәрбиәләргә ярҙам итә.

Әҙәби әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү, идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереүҙе яҙыусының тел-стиль үҙенсәлектәренә, һүрәтләү сараларына, әҫәрҙең поэтикаһына бәйләп асыу - электив курс талаптарының береһе һәм иң мәһиме.

Профессор В.В.Голубков, художестволы әҫәрҙең поэтикаһын өйрәнеүҙең әһәмиәтен билдәләп, былай ти: «Әҫәрҙә әйтәсәк фекерен һәм образдарҙы асыҡ һүҙҙәр менән бик дөрөҫ, ысын, көслө итеп биреү өсөн яҙыусы күп көс һала. Китап уҡыусынан да, әҫәрҙе тәрән аңлау өсөн, яҙыусы һымаҡ ижади көс һалыу талап ителә. Яҙыусының телен аңлаһын һәм баһалаһын, әҫәрҙең йөкмәткеһен тулыраҡ, тәрәнерәк төшөнһөн өсөн, уҡытыусы ла уҡыусыларҙың зиһенен, фекерләүен үҫтерергә тейеш. Художестволы һүҙ өҫтендә эшләү методикаһын быға шуға йүнәлтергә кәрәк».

Шулай  булғас,  әҫәрҙең  идея-тематик  йәкмәткеһе  өҫтөндә   эшләгәндә, яҙыусының  тел-стиль   үҙенсәлектәрен,  һүрәтләү  оҫталығын,   поэтикаһын уҡыусыларға еткереү электив курстың төп бурысы.

Әҫәрҙең тел-һүрәтләү сараларын өйрәтеү уҡыусыларҙың телмәрен, ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам итә.

Программала художестволы образлылыҡтың айышын (идея, йөкмәтке, форма), әҫәрҙең ойошторолошо мәсьәләләрен, әҙәби төр (лирика, эпос, драма), жанр, жанр формаларын, уларҙың үҙенсәлектәрен, күркәм әҫәрҙең телен өйрәнеүгә иғтибар бирелә, практикум дәрестәр ҡаралып, әҫәргә анализ яһау күнекмәләре үткәрелә.

Электив курстың бурыстары:

әҙәбиәт   тарихы,   теорияһынан   белем   биреү   аша   эстетик   зауыҡ,   нәфис   әҙәбиәткә   һөйөү   тәрбиәләү,   донъяға   фәнни   ҡараш
формалаштырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, телмәрен үҫтереү;

текстология, библиография тармаҡтары буйынса белешмә биреү;

социология, фәлсәфә, эстетика, психология, этика, тел ғилеме кеүек фәндәр менән бәйләп уҡытыу.
Курстың маҡсаты:

гуманитар профилде һайлаған укыусыларға әҙәбиәт менән бергә уның эске закондарын да өйрәтеү;

юғары уҡыу йорттарына әҙерләү.

Программаның йөкмәткеһе

1.        Йөкмәтке. Форма. Тема. Идея.

Әҙәби күренештең эске тәбиғәте һәм тышҡы сағылышы. Улар араһында диалектика. Образ - кеше тормошоноң хыял ярҙамында тыуҙырылған һәмэстетик әһәмиәткә эйә булған конкрет һәм, шул уҡ ваҡытта, дөйөмләштерелгән күренеше. Хужодестволы образдың конкретлыҡ, ассоциативлыҡ, кинәйәлек үҙенсәлеге.

Әҫәрҙең темаһы, төп һәм ярҙамсы темалар. Мәңгелек тема.

Идея. Автор идеяһы һәм әҫәрҙәге объектив идея.

Практикум.  Әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын билдәләү. Мәңгелек ер темаһының әҫәрҙә хәл ителеше. Әҫәргә рецензия яҙыу.

2.        "Әҙәби әҫәрҙең ойошторолош мәсьәләләре.

Фабула. Сюжет. Сюжет өлөштәре: төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш, пролог һәм эпилог.

Сюжет һәм уның композиция менән нисбәте. Сюжеттан тыш күренештәр: һөйкәлмә ваҡиға, һөйкәлмә образ, лирик сигенеүҙәр.

Сюжет төҙөлөшө. Әҫәрҙең йәкмәткеһе һәм жанры. Яҙыусының стиле һәм уның мөнәсәбәте.  Композицион эллипсис. Новеллизм. Лирик әҫәрҙең композицияһы. Строфа, һүҙҙәрҙең үҙ-ара мәғәнәүи бәйләнеше.

Художестволы һынландырыуҙың композицияға бәйле булыуы. Тасуирлау, һүрәтләү, хикәйәләү. Хикәйәлеү тығыҙлығы. Художестволы деталь.

Практикум.  һ Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын, Ғ.Сәлемдең «Шоңҡар» поэмаһын анализлау.

3.        Әҙәби төрҙәр. Жанрҙар. Жанр формалары.

а/ Тәгәйенләнеш, образдар системаһы һәм композицион ойошторолош буйынса әҙәби әҫәрҙең типологияһы. Әҙәбиәттең традицион төрҙәре. Жанрҙар һәм уларҙың формалары. Лирика, эпос, драма.

б/ Әҙәби төрҙәрҙе билдәләүҙең яңы принциптары: проза, поэзия, драматургия. Эпос, лирика, драматургия күренештәренең бер-береһенә үтеп инеү күренештере. Поэтик трагедия, лирик драма, драматик поэма кеүек жанр формалары.

в/ Эпос һәм эпик жанрҙар: эпос, әкиәт, бәйет} мәҫәл, хикәйә, новелла, повесть, роман, очерк, фельетон, хикәйәт, тәмҫил.

Практикум.  С.Агиштың «Эш самауырҙа түгел» хикәйәһен тикшереү, образдар системаһы, композицион ойошторолошо тураһында фекер йөрөтөү.

Ижади эш.  Эпос төрөнә әҫәр яҙыу.

Лирика һәм лирик жанрҙар. Ҡобайыр, йыр, шиғыр, парса, шиғырҙар циклы, ода, мәдхиә, мәрҫиә, нәзирә, элегия. Поэма, баллада, нәҫер - лиро-эпик жанрҙар.

Практикум.  М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырын тикшереү. Ижади эш. Тема буйынса лирик әҫәр яҙыу.

Драма һәм драматик жанрҙар. Комедия. Драма. Трагедия. Драма жанр формалары: водевиль, фарс, мелодрама.

Фольклор һәм этнографияға нигеҙләнеп яҙылған драма әҫәрҙәре. Заман темаһына яҙылған драмалар.

 Практикум. (2 сәғәт).

а/ 8 март – Әсәйҙәр байрамына сценарий яҙыу.

б/ Драма әҫәрен сәхнәләштереү.

  1. Дәрес-конференция.
  2. Йомгаҡлау.

Анализдың состав элементтары.

Әҙәбиәт ғилеме фән нигеҙеңдә анализдың элементтарын билдәләү еҫәрҙе тикшереү өсөн асҡыс булып хеҙмәт итә. Анализ элементтарына түбәндәге пункттар инә:

  1.  Тарихи шарттар Тормош тарафынан ошо тарихи моментка яҙыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән ижтимағи проблемалар.
  2.  Яҙыусы. уның донъяға ҡарашы.

3.         Әҫәрҙең темаһы һәм идея йүнәлеше.

4. Төп геройҙары характерҙары.

Әҫәрҙең төо проблемалары ниндәй дәрәжәлә һәм йүнәлештә хәл ителә? Был геройҙарҙың тормошо һәм характерҙарында булған типик һыҙаттар.

  1. Икснсе дәрежәләге геройҙар. Уларҙың типиклығы. Уларҙың үҙ-ара һәм тәп герой менән бейләнеше, Төп проблеманы асыҡлауҙа уларҙың роле.
  2. Әҫәрҙең сюжеты. Сюжет үҫеше. Экспозиция, төйөнләнеү, кульминация, сиселеү. Әҫәрҙең характерҙарын һәм идея йүнәлешен асыуҙа сюжет һәм уның үҫеше ниндәй дәрәжәлә ярҙам итә?

  1. Башҡа компоненттар, диалог, портрет, пейзаж индерелгән эпизодтар һәм автор сигенеүе, геройҙың индивидуаль телмәре, уның характерҙары һәм
    әҫәрҙең идея йүнәлешен асыуҙағы роле.
  2. Образдарҙы  һәм   идея  йүнәлешен  асыу сараһы булыу йәһәтенән әҫәрҙәң теле: уның лексикаһының эпитет, метафора, поэтик синтаксис һәм
    ритмикаһының үҙенсәлеге.

9. Әҫәрҙең жанры. Уның жанр үҙенсәлеге нимәлә?

  1. Яҙыусының традицияһы һәм новаторлығы. Ул үҙенән элеҡ яҙған яҙыусыларҙың ниндәй традицияларын дауам итә һәм әҙәби оҫталыҡ өлкәһендә ниндәй яңылыҡ өҫтәй? Уның яңы темалары һәм идеялары, яңы характерҙарҙы асыуҙа яңы саралары, композиция, телдә яңылыҡтары бармы? Әҙәбиәттә ул яңы ағым тыуҙырҙымы, элекке ағымдарҙың теге йәки был яғын үҫтерҙеме, тәрәнәйттеме?
  2. Яҙыусының үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн әһәмиете.

Был схема әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе мснен форманың айырылғыһыҙ берҙәмлеген, художестволы форманың әҫәрҙең идея мәғәнәһен асыуҙағы ролен асыҡ сағылдыра. Унда әҫәрҙең идея йөкмәткеһенә ҡарата форма булыо хеҙмәт иткән образдар, композиция, тел саралары - барыһы ла бер маҡсатҡа -уның төп мәғәнәһен асыуға хеҙмәт итеүе күрһәтелә.

Схема әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡарауға, уның бөтә компоненттарының идея йекмәтксһен асыуға хеҙмәт итеүен күрһәтеүгә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешле мөнәсәбәтен асыҡлауға комплекслы яҡын килергә мөмкинлек бирә.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Ғималова М.Ғ.. Хөсәйснов Ғ.Б.. Байғарин А.Х. Башҡорт әҙәбиәтенән программа. У-Х1 синыфтар өсөн. Өфө. 2003.
  2. Ғималова М.Ғ. Башҡортәҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. У-Х1 синыфтар. Өфө7 2005.
  3. Әхмәтйәнов К.Ә Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 2004.

Хөсәйснов Ғ Б, Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Өфө. 2006. Урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

Программаға ҡарата түбәндәге талаптар ҡуйыла:

1.Әсә телен телмәр менән  бәйләнештә өйрәнеүҙең өҫтөнлөгө: телде стилистик яҡтан өйрәнеү.

2. Әҙәби әҫәрҙе барлыҡҡа килтергән материалды, йәғни телде өйрәнеү.

3. Һүҙҙән туҡылған әҙәби текст һүҙ ижады, һүҙ сәнғәте итеп ҡарау, төпсөү, беренсенән, уның ысын йөкмәткеһен, төп идеяһын тәрән аңлатыу, икенсенән, уҡыусыларҙы күркәм әҫәрҙең мәғәнәһен һәм эстетик сифаттарын үҙ аллы тикшерерлек белем менән ҡоралландырыу.

4.Әҙәбиәт теорияһынан бирелә торған белемдәрҙе укыусыларҙың телмәрен үҫтереү эше менән бәйләп алып барыу. Был талап уҡыусыларҙың әҙәбиәт теорияһынан алған белемдәрен практикала ҡуллана белеү, ижади эштәр үткәреп, уларҙы ижади фекер һәм телмәр үҫтереүҙә файҙаланыу маҡсатын күҙәтә.

А.Липаев үҙенең «Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы» тигән китабында әҙәби-теоретик төшөнсәлерҙе формалаштырыуҙың түбәнге этаптарын билдәлай:

Уҡыусыларға әҙәби-теоретик белем биреүҙә беренсе этап - текст өҫтөндә күнегеүҙәр алып барып, унда әҙәби-теоретик төшәнсәләргә хас элементтарҙы билдәләү.

Икенсе этап - текст өҫтөндә һәм анализ ваҡытында яһалған күҙәтеүҙәр нигеҙендә әҙәби-теоретик төшөнсәләргә билдәләмә биреү.

Өсөнсө этап - бирелгән теоретик төшөнсә нигеҙендә уларҙы практик ҡулланыу буйынса күнекмәләр биреү, был белемдәрҙе телмәр үҫтереү маҡсатында файҙаланыу.

Дүртенсе этап - алынған белемде байытыу, терәнәйтеү.

Бишенсе этап - алынған төшөнсәләрҙең башҡа теоретик төшөнсәлер менән булған мөнәсәбәтен, бәйләнешен билдәләү.

Уҡыусы, әҫәрҙе укып, уны тойғо менән ҡабул итә, артабан уҡылғандарҙан сығып әҫәр буйынса фекер йөрөтөргә, һөҙөмтә яһарға өйрәнә һәм ошо белемде практикала ҡуллана. Мәҫәлән, уҡыусы художестволы әҫәрҙе уҡығанда һүрәтләү саралары менән таныша. Анализ ваҡытында был һүрәтләү сараларының идея-йәкмәткеһен асыуҙа тотҡан урыны тураһында һығымталар яһай, аҙаҡтан уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмләрен ала.

Әҙәби-теоретик белемдәрҙе нығытыу, йомғаҡлау телдән дә, яҙма рәүештә лә алып барылырға мөмкин. Һәр бер теоретик төшөнсәне үткән һайын синыфта һәм өйҙә башҡарыу өсөн күп төрле яҙма эштәр бирелә. Мәҫәлән, эпос төрөнә әҫәр яҙыу, әсәйҙәр байрамына сценарий төҙөү, лирик һәм проза әҫәрҙәренә анализ, рецензия яҙыу.

«Башҡорт нәфис һүҙе» электив курс программаһы, үрҙә әйтелгәндәргә нигеҙләнеп, XI класс өсөн төҙөлдө һәм түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • инеш һәм лекцион өлөш;
  • практик эштәр;
  • уҡыусыларҙың белемен баһалау;
  • башҡарылған эштәрҙе яҡлау.

Курстың маҡсаты һәм бурыстары.

Әҙәбиәттән уҡыусыларға төплө белем һәм төрлө яҡлы идея-эстетик тәрбиә биреү уҡытыусынан дәрестәрҙең һөҙәмтәлелеген күтәреүҙе талап итә. Тик шундай дәрестәр генә уҡыусыларға әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, характерҙарҙы аңларға һәм һүҙ сәнғәте булған художестволы әҙәбиәткә ысын мөхәббәт тәрбиәләргә ярҙам итә.

Әҙәби әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү, идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереүҙе яҙыусының тел-стиль үҙенсәлектәренә, һүрәтләү сараларына, әҫәрҙең поэтикаһына бәйләп асыу - электив курс талаптарының береһе һәм иң мәһиме.

Профессор В.В.Голубков, художестволы әҫәрҙең поэтикаһын өйрәнеүҙең әһәмиәтен билдәләп, былай ти: «Әҫәрҙә әйтәсәк фекерен һәм образдарҙы асыҡ һүҙҙәр менән бик дөрөҫ, ысын, көслө итеп биреү өсөн яҙыусы күп көс һала. Китап уҡыусынан да, әҫәрҙе тәрән аңлау өсөн, яҙыусы һымаҡ ижади көс һалыу талап ителә. Яҙыусының телен аңлаһын һәм баһалаһын, әҫәрҙең йөкмәткеһен тулыраҡ, тәрәнерәк төшөнһөн өсөн, уҡытыусы ла уҡыусыларҙың зиһенен, фекерләүен үҫтерергә тейеш. Художестволы һүҙ өҫтендә эшләү методикаһын быға шуға йүнәлтергә кәрәк».

Шулай  булғас,  әҫәрҙең  идея-тематик  йәкмәткеһе  өҫтөндә   эшләгәндә, яҙыусының  тел-стиль   үҙенсәлектәрен,  һүрәтләү  оҫталығын,   поэтикаһын уҡыусыларға еткереү электив курстың төп бурысы.

Әҫәрҙең тел-һүрәтләү сараларын өйрәтеү уҡыусыларҙың телмәрен, ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам итә.

Программала художестволы образлылыҡтың айышын (идея, йөкмәтке, форма), әҫәрҙең ойошторолошо мәсьәләләрен, әҙәби төр (лирика, эпос, драма), жанр, жанр формаларын, уларҙың үҙенсәлектәрен, күркәм әҫәрҙең телен өйрәнеүгә иғтибар бирелә, практикум дәрестәр ҡаралып, әҫәргә анализ яһау күнекмәләре үткәрелә.

Электив курстың бурыстары:

әҙәбиәт   тарихы,   теорияһынан   белем   биреү   аша   эстетик   зауыҡ,   нәфис   әҙәбиәткә   һөйөү   тәрбиәләү,   донъяға   фәнни   ҡараш
формалаштырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, телмәрен үҫтереү;

текстология, библиография тармаҡтары буйынса белешмә биреү;

социология, фәлсәфә, эстетика, психология, этика, тел ғилеме кеүек фәндәр менән бәйләп уҡытыу.
Курстың маҡсаты:

гуманитар профилде һайлаған укыусыларға әҙәбиәт менән бергә уның эске закондарын да өйрәтеү;

юғары уҡыу йорттарына әҙерләү.

Программаның йөкмәткеһе

1.        Йөкмәтке. Форма. Тема. Идея.(3 сәғәт).

Әҙәби күренештең эске тәбиғәте һәм тышҡы сағылышы. Улар араһында диалектика. Образ - кеше тормошоноң хыял ярҙамында тыуҙырылған һәмэстетик әһәмиәткә эйә булған конкрет һәм, шул уҡ ваҡытта, дөйөмләштерелгән күренеше. Хужодестволы образдың конкретлыҡ, ассоциативлыҡ, кинәйәлек үҙенсәлеге.

Әҫәрҙең темаһы, төп һәм ярҙамсы темалар. Мәңгелек тема.

Идея. Автор идеяһы һәм әҫәрҙәге объектив идея.

Практикум. (3 сәғәт). Ә. Әминевтең «Ҡытайгород» повесы. Әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын билдәләү. Мәңгелек ер темаһының әҫәрҙә хәл ителеше. Әҫәргә рецензия яҙыу.

2.        "Әҙәби әҫәрҙең ойошторолош мәсьәләләре. (3 сәғәт).

Фабула. Сюжет. Сюжет өлөштәре: төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш, пролог һәм эпилог.

Сюжет һәм уның композиция менән нисбәте. Сюжеттан тыш күренештәр: һөйкәлмә ваҡиға, һөйкәлмә образ, лирик сигенеүҙәр.

Сюжет төҙөлөшө. Әҫәрҙең йәкмәткеһе һәм жанры. Яҙыусының стиле һәм уның мөнәсәбәте.  Композицион эллипсис. Новеллизм. Лирик әҫәрҙең композицияһы. Строфа, һүҙҙәрҙең үҙ-ара мәғәнәүи бәйләнеше.

Художестволы һынландырыуҙың композицияға бәйле булыуы. Тасуирлау, һүрәтләү, хикәйәләү. Хикәйәлеү тығыҙлығы. Художестволы деталь.

Практикум. (5 сәғәт). һ Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын, Ғ.Сәлемдең «Шоңҡар» поэмаһын анализлау.

3.        Әҙәби төрҙәр. Жанрҙар. Жанр формалары. (7 сәғәт).

а/ Тәгәйенләнеш, образдар системаһы һәм композицион ойошторолош буйынса әҙәби әҫәрҙең типологияһы. Әҙәбиәттең традицион төрҙәре. Жанрҙар һәм уларҙың формалары. Лирика, эпос, драма.

б/ Әҙәби төрҙәрҙе билдәләүҙең яңы принциптары: проза, поэзия, драматургия. Эпос, лирика, драматургия күренештәренең бер-береһенә үтеп инеү күренештере. Поэтик трагедия, лирик драма, драматик поэма кеүек жанр формалары.

в/ Эпос һәм эпик жанрҙар: эпос, әкиәт, бәйет} мәҫәл, хикәйә, новелла, повесть, роман, очерк, фельетон, хикәйәт, тәмҫил.

Практикум. (1 сәғәт). С.Агиштың «Эш самауырҙа түгел» хикәйәһен тикшереү, образдар системаһы, композицион ойошторолошо тураһында фекер йөрөтөү.

Ижади эш. (2 сәғәт). Эпос төрөнә әҫәр яҙыу.

Лирика һәм лирик жанрҙар. Ҡобайыр, йыр, шиғыр, парса, шиғырҙар циклы, ода, мәдхиә, мәрҫиә, нәзирә, элегия. Поэма, баллада, нәҫер - лиро-эпик жанрҙар.

Практикум. (I сәғәт). М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырын тикшереү. Ижади эш. (1 сәғәт). Тема буйынса лирик әҫәр яҙыу.

Драма һәм драматик жанрҙар. Комедия. Драма. Трагедия. Драма жанр формалары: водевиль, фарс, мелодрама.

Фольклор һәм этнографияға нигеҙләнеп яҙылған драма әҫәрҙәре. Заман темаһына яҙылған драмалар.

 Практикум. (2 сәғәт).

а/ 8 март – Әсәйҙәр байрамына сценарий яҙыу.

б/ Драма әҫәрен сәхнәләштереү.

  1. Дәрес-конференция. (1 сәғәт).
  2. Йомгаҡлау. (1 сәғәт).

Анализдың состав элементтары.

Әҙәбиәт ғилеме фәнс нигеҙеңдә анализдың элементтарын билдәләү еҫәрҙе тикшереү өсөн асҡыс булып хеҙмәт итә. Анализ элементтарына түбәндәге пункттар инә:

  1.  Тарихи шарттар Тормош тарафынан ошо тарихи моментка яҙыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән ижтимағи проблемалар.
  2.  Яҙыусы. уның донъяға ҡарашы.

3.         Әҫәрҙең темаһы һәм идея йүнәлеше.

4. Төп геройҙары характерҙары.

Әҫәрҙең төо проблемалары ниндәй дәрәжәлә һәм йүнәлештә хәл ителә? Был геройҙарҙың тормошо һәм характерҙарында булған типик һыҙаттар.

  1. Икснсе дәрежәләге геройҙар. Уларҙың типиклығы. Уларҙың үҙ-ара һәм тәп герой менән бейләнеше, Төп проблеманы асыҡлауҙа уларҙың роле.
  2. Әҫәрҙең сюжеты. Сюжет үҫеше. Экспозиция, төйөнләнеү, кульминация, сиселеү. Әҫәрҙең характерҙарын һәм идея йүнәлешен асыуҙа сюжет һәм уның үҫеше ниндәй дәрәжәлә ярҙам итә?

  1. Башҡа компоненттар, диалог, портрет, пейзаж индерелгән эпизодтар һәм автор сигенеүе, геройҙың индивидуаль телмәре, уның характерҙары һәм
    әҫәрҙең идея йүнәлешен асыуҙағы роле.
  2. Образдарҙы  һәм   идея  йүнәлешен  асыу сараһы булыу йәһәтенән әҫәрҙәң теле: уның лексикаһының эпитет, метафора, поэтик синтаксис һәм
    ритмикаһының үҙенсәлеге.

9. Әҫәрҙең жанры. Уның жанр үҙенсәлеге нимәлә?

  1. Яҙыусының традицияһы һәм новаторлығы. Ул үҙенән элеҡ яҙған яҙыусыларҙың ниндәй традицияларын дауам итә һәм әҙәби оҫталыҡ өлкәһендә ниндәй яңылыҡ өҫтәй? Уның яңы темалары һәм идеялары, яңы характерҙарҙы асыуҙа яңы саралары, композиция, телдә яңылыҡтары бармы? Әҙәбиәттә ул яңы ағым тыуҙырҙымы, элекке ағымдарҙың теге йәки был яғын үҫтерҙеме, тәрәнәйттеме?
  2. Яҙыусының үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн әһәмиете.

Был схема әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе мснен форманың айырылғыһыҙ берҙәмлеген, художестволы форманың әҫәрҙең идея мәғәнәһен асыуҙағы ролен асыҡ сағылдыра. Унда әҫәрҙең идея йөкмәткеһенә ҡарата форма булыо хеҙмәт иткән образдар, композиция, тел саралары - барыһы ла бер маҡсатҡа -уның төп мәғәнәһен асыуға хеҙмәт итеүе күрһәтелә.

Схема әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡарауға, уның бөтә компоненттарының идея йекмәтксһен асыуға хеҙмәт итеүен күрһәтеүгә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешле мөнәсәбәтен асыҡлауға комплекслы яҡын килергә мөмкинлек бирә.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Ғималова М.Ғ.. Хөсәйснов Ғ.Б.. Байғарин А.Х. Башҡорт әҙәбиәтенән программа. У-Х1 синыфтар өсөн. Өфө. 2003.
  2. Ғималова М.Ғ. Башҡортәҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. У-Х1 синыфтар. Өфө7 2005. Әхмәтйәнов К.Ә Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 2004. Хөсәйснов Ғ Б, Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Өфө.2006

Календарь-тематик план

Тема

Дата

Иҫкәрмәләр

1.

Тел һәм телмәр. Тел һәм уның вазифаһы.

2.

Башҡорт теленең функциональ үҫеше. Башҡорт  теле ҡәрҙәш телдәр араһында

3.

Донъя телдәре. Телдәрҙең күп төрлөлөгө.

4.

Үле һәм тере телдәр. Тәбиғи һәм яһалма телдәр.

5.

Тел төҙөлөшө һәм тел тураһында фән бүлектәре.

6.

Тел һәм телмәр. Әҙәби тел – нормаға һалынған тел

7.

Телмәр мәҙәниәте.

8.

Дөрөҫ әйтелеш нормалары. Һүҙ эсендәге баҫым

9.

Лексика. Һүҙҙәрҙең  күп мәғәнәлеге.

10

Омонимдар. Омофондар

11.

Синонимдар.

12.

Антонимдар

13.

Төп башҡорт һүҙҙәре. Үҙләштерелгән һүҙҙәр.Калькалар.

14.

Неологизмдар. Профессионализмдар.

15.

Диалект һүҙҙәре. Эмоциональ-экспрессив һүҙҙәр.

16.

Терминдар. Һүҙлектәр.

17.

Фразеология. Фонетика. Орфоэпия.

18.

Интонация. Телмәр такты. Ижек. Баҫым.

19.

Һуҙынҡы өндәр. Редукция. Протеза. Эпентеза. Элизия.

20.

Тартынҡы өндәр. Орфография. Графика.

21.

Һүҙ составы. Телдә һүҙьяһалыш ысулдары. Һүҙьяһалыш һәм стилистика

22.

Морфология. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре. Исем. Эйәлек һәм хәбәрлек категориялары.

23.

Сифат. Сифат дәрәжәләре.

24.

Һан. Һан төркөмсәләре

25.

Алмаш. Алмаш төркөмсәләре.Стилистик мөмкинлектәре.

26.

Ҡылым. Лексик-семантик төркөмдәре. Күсемле, күсемһаҙ ҡылымдар. Хәбәр һөйкәлеше. Бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлештәре.

27.

Йүнәлеш категорияһы. Ҡылым рәүешлеге.

28.

Ҡылым төркөмсәләре. Сифат ҡылым. Хәл ҡылым. Исем ҡылым. Уртаҡ ҡылым.

29.

Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Рәүеш дәрәжәләре.

30.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр

31.

Инеш диктант.

32.

Киҫәксәләр. Модаль һүҙҙәр.

33.

Ымлыҡтар. Оҡшатыу һүҙҙәре. Саҡырыу һүҙҙәре.

34.

Төрлө һүҙ төркөмдәренең стилистик мөмкинлектәре.

35.

Синтаксис. Синтаксистың берәмектәре. Һүҙбәйләнеш. Һүҙбәйләнештәрҙә бәйләнеш төрҙәре.

36.

Синтагма. Һөйләм. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

37.

Ике составлы һөйләмдәр/ Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

38.

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә.Хәбәр.Уныңтөрҙәре.

39.

Бер составлы һөйләмдәр. Атама, эйәһеҙ һөйләмдәр

40.

Билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр.

41.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Тултырыусы.

42.

Аныҡлаусы. Өҫтәлмәлек.

43.

Хәлдәр.

44.

Һөйләмдең  тиң  киҫәктәре. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙең стилистик мөмкинлектәре.

45.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы.

46.

Билдәле эйәле,билдәһеҙ эйәле, атама, эйәһеҙ, дөйөм эйәһеҙ, инфинитив –модаль һөйләмдәр.

47.

Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәрҙең стилистик мөмкинлектәре. Инеш һүҙ менән инеш  һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр.

48.

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

49.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙе мәғәнәләренә ҡарап төркөмләү. Эйә һөйләм. Хәбәр эйәрсән һөйләм. Аныҡлаусыһөйләм.Тултырыусы  һөйләм.

50.

Хәл һөйләмдәр. Ваҡыт һөйләм.Урын һөйләм.

51.

Рәүеш һөйләм. Сағыштырыу һөйләм

52.

Күләм –дәрәжә һөйләм. Маҡсат һөйләм.сәбәп һөйләм. Шарт һөйләм. Кире һөйләм.

53.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Тиңэйәрсән һөйләмле ҡушма һөйләмдәр. Тиң булмаған эйәрсән һөйләмле ҡушма һөйләмдәр.

54.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр. Теҙемдәр.

55.

Тура телмәр. Ситләтелгән телмәр.  

56.

Текст. Текст синтаксисы. Текстың бәйләнешлеге.Текстың композицияһы.

57.

Йөкмәтке. Форма. Тема. Идея. Ә. Әминевтең «Ҡытайгород» повесы. Әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын билдәләү.

58.

Мәңгелек ер темаһының әҫәрҙә хәл ителеше. Әҫәргә рецензия яҙыу

59.

 Фабула. Сюжет. Сюжет өлөштәре: төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш, пролог һәм эпилог.

60.

Әҙәби әҫәрҙең ойошторолош мәсьәләләре.

Сюжет һәм уның композиция менән нисбәте.

61.

Сюжеттан тыш күренештәр: һөйкәлмә ваҡиға, һөйкәлмә образ, лирик сигенеүҙәр

62.

Сюжет төҙөлөшө. Әҫәрҙең йәкмәткеһе һәм жанры. Яҙыусының стиле һәм уның мөнәсәбәте.  

63.

Композицион эллипсис. Новеллизм. Лирик әҫәрҙең композицияһы.

64.

Строфа, һүҙҙәрҙең үҙ-ара мәғәнәүи бәйләнеше.

65.

Художестволы һынландырыуҙың композицияға бәйле булыуы..

66.

Тасуирлау, һүрәтләү, хикәйәләү. Хикәйәлеү тығыҙлығы. Художестволы деталь

67.

һ Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын, Ғ.Сәлемдең «Шоңҡар» поэмаһын анализлау

68.

Әҙәби төрҙәр. Жанрҙар. Жанр формалары.

69.

Тәгәйенләнеш, образдар системаһы һәм композицион ойошторолош буйынса әҙәби әҫәрҙең типологияһы.

70.

Әҙәбиәттең традицион төрҙәре. Жанрҙар һәм уларҙың формалары. Лирика, эпос, драма.

71.

Әҙәби төрҙәрҙе билдәләүҙең яңы принциптары: проза, поэзия, драматургия.

72.

Эпос, лирика, драматургия күренештәренең бер-береһенә үтеп инеү күренештере.

73.

Поэтик трагедия, лирик драма, драматик поэма кеүек жанр формалары.

74.

Эпос һәм эпик жанрҙар: эпос, әкиәт, бәйет} мәҫәл, хикәйә,.

75.

новелла, повесть, роман, очерк, фельетон, хикәйәт, тәмҫил

76.

Лирика һәм лирик жанрҙар. Ҡобайыр, йыр, шиғыр, парса, шиғырҙар циклы,

77.

ода, мәдхиә, мәрҫиә, нәзирә, элегия. Поэма, баллада, нәҫер - лиро-эпик жанрҙар.

78.

М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырын тикшереү.

79.

.  С.Агиштың «Эш самауырҙа түгел» хикәйәһен тикшереү, образдар системаһы, композицион ойошторолошо тураһында фекер йөрөтөү.

80.

Драма һәм драматик жанрҙар. Комедия. Драма. Трагедия. Драма жанр формалары: водевиль, фарс, мелодрама.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса(родной)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...