Мустай Карим
презентация урока для интерактивной доски на тему

Уҡытыусы: Дәүләтшина Мөнирә Сарим ҡыҙы

2 синыф башҡорт теле, авторҙары Х.А. Толомбаев, М.М.Набиуллина,

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mostay_krim.doc48.5 КБ
Файл mostay_krim.pptx1.55 МБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы: Дәүләтшина Мөнирә Сарим ҡыҙы

2 синыф башҡорт теле, авторҙары Х.А. Толомбаев, М.М.Набиуллина,

Дәрес темаһы.

Мостай Кәрим. “Йыр булһын юлдашың” шиғыры.

Маҡсат.

Мостай Кәрим һәм уның “Йыр булһын юлдашың” шиғыры менән таныштырыу.

Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү. Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү. Халыҡ шағиры ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шиғырҙар уҡыу теләге уятыу.

Йыһазландырыу.

Интерактив таҡта, шағирҙың портреты, шағир уҡыунда шиғырҙар яҙмаһы, шағирҙың китаптары, һүҙлек.

Дәрес барышы.

I

Уҡытыусы.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

Уҡыусылар.

-Һаумы ҡояш, һаумы уҡытыусым,  һаумы дуҫым.

Уҡытыусы.

-Мин өйгә Мостай Кәримдең шиғырҙар китабынан шиғыр уҡырға әҙерләнеп килергә ҡушҡан инем, кем үтәне? бәлки берәйһе ятлап килгәндер?

Уҡыусылар.

Шиғырҙар уҡыйҙар.

Уҡытыусы.

-Афариндар, бик матур уҡынығыҙ. Уҡыусылар, ни өсөн бөгөн дәресте Мостай

Кәримдең шиғырҙарын уҡыуҙан башланыҡ?

Уҡыусылар.

Яуап.

Уҡытыусы.

-Бөгөн дәрестә Мостай Кәрим  менән танышабыҙ һәм уның “Йыр булһын юлдашың” шиғырын уҡырбыҙ.

1 СЛАЙД

Мостай тауышы яңғырай.

- Әле генә һеҙ Мостай Кәрим уҡыуында шиғыр тыңланығыҙ. Йөрәккә үтеп инерлек, яғымлы, аҡыллы, көслө, шул уҡ  ваҡытта талапсан тауыш...

II Ситуация тыуҙырыу.

- Балалар, кем ул Мостай Кәрим?

Уҡыусылар.

Яуаптар.

III Ситуацияны асыҡлау.

Уҡытыусы.

- Әйҙәгеҙ әле экранған күҙ һалайыҡ(СЛАЙД 2). Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, тыуған халҡы, иле өсөн янып көйөп йәшәүсе көслө рухлы, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе, Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәрим 1919 йылдың 19 октябрендә Башҡортостан республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында тыуа, 1937-1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия

институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, һуғыш яланында ҡаты яралана, госпиталдә ята. Яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас, ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона. Мостай Кәрим 1930-сы йылдан алып 2005-се йылға тиклем башҡорт әҙәбиәтенә тоғро хеҙмәт итә. Ул шиғырҙар, хикәйәләр, повестәр, драмалар ижад итә. Һәр әҫәрендә тыуған ил, тәбиғәт, ҡаһарман кешеләр, ныҡлы ғаиләләр  тураһында яҙа. Уның үҙенеңддә ғаиләһе бик ныҡлы һәм көслө (СЛАЙД 3)Һәр жанрҙа ул үҙен оҫта ижадсы итеп таныта. Ул социалистик хеҙмәт геройы, Дәүләт премияһы лауреаты.Мостай Кәрим 85 йәшендә  2005-се  йылда 21 сентябрендә вафат була. Мостай Кәрим исемен мәңгелләштереү маҡсаты менән Өфө ҡалаһында Башҡортостан республикаһының милли йәштәр театры, 158-се гимназия Мостай Кәрим исемен йөрөтә.Мостай Кәрим йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған.

 2013 йылдың 10 октябрендә Профсоюздар йорто алдында Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйылды. (СЛАЙД 5)

Шулай итеп, уҡыусылар, кем ул Мостай Кәрим?

Уҡыусылар.

Яуаптар.

IV

Уҡытыусы.

-Бөгөн беҙ “Йыр булһын юлдашың” шиғырын уҡыйбыҙ. Уҡытыусы уҡый.

Шиғыр оҡшанымы?

Был шиғыр нимә тураһында һөйләй, дөрөҫөрәге, йырлай (Йөкмәткеһе буйынса әңгәмә).

Автор Башҡортостанға булған һөйөүен шундай матур һүҙҙәр менән бирә. Әйҙәгеҙ ошо серле юлдарҙы табығыҙ әле.

Иңләнем дә, буйланым да

Һине Башҡортостаным.

Ҡай яҡтарыңа илтмәнең

Юлдарымдың остарын?!

Мостай Кәрим Башҡортостанды иңгә-буйға йөрөп сыҡҡан, һәр ерҙә ул үҙенә йылылыҡ, илһам тапҡан. Илен туғай менән, гөл балын илһам мен        ән сағыштыра. Йырында башаҡтарҙың туҡлығын, ҡоростоң ныҡлығын, халҡына булған һөйөүенең йөрәгенә ҡушылып үҫкәнен һәм артабан уның йырына күскәнен күрһәткән.

        Шиғырҙы строфалап уҡыйбыҙ. Һүҙлек эше.

Шағир-поэт, шиғыр-стихотворение, ос-конец, илһам-вдохновение, ҡорос-сталь, ҡушылып үҫте-прирос. Һәр һүҙҙе аңлатып китеү.

Шиғырҙа тағы ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай?

Уҡыусылар.

Яуаптар.

Уҡытыусы.

  • Йөрөнөм һүҙенә шиғырҙан мәғәнәһе тап килгән һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ (иңләнем, буйланым).

Физминутка

Беҙ, беҙ, беҙ генә

Бармағыбыҙ төҙ генә,

Ҡул-ҡанатты ҡағабыҙ

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Ултырабыҙ шым ғына,

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.

V

Тест эше үткәреү.

1.Башҡортостандың баш ҡалаһы.

А Өфө

Б Салауат

В Мәскәү

2. Районыңдың исеме.

А Учалы

Б Уральск

В Әбйәлил

3. Рәшит Ниғмәтиҙең ниндәй шиғырын беләһегеҙ?

А Теләк

Б Бәпкәләр

В Сәскәләр

4. Раил Байбулатовтың “Сәскәләр” хикәйәһендә төп герой.

А Рөстәм

Б Илшат

В Хәсән

5. «Тәүге көн” хикәйәһен кем яҙған?

А. Р. Ниғмәти

Б  Х. Түләков

В М.Кәрим

Г Р. Бикбаев

6. Фәүзиә Рәхимғолова кем ул?

А Врач

Б Артистка

В Шағирә

Г Уҡытыусы

7. Ф. Иҫәнғоловтың «Һин ни эшләр инең?”хикәйәһендә төп герой кем?

А. Рәфис

Б Фәһим

В Сәғит

Г Фәрит

8. “Шайморатов Генерал» йырының һүҙҙәре кемдеке&

А Ҡ. Даян

Б М.Кәрим

В  Ф. Туғыҙбаева

Г  Р. Шәкүр

Әгәр һеҙ дөрөҫ яуап биргәнһегеҙ икән- һеҙ күп уҡыйһығыҙ!

Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплеккә ҡуйып минеке мәғәнәһен биреп яҙығыҙ.

Йыр, юл, гөл, башаҡ, шиғыр. (CЛАЙД 6)

VI

Йомғаҡлау.

Мостай Кәрим талант эйәһе бөйөк шәхес.Уның һәр шиғыры һоҡланғыс көскә эйә, уның һәр һүҙен тылсым көсө бәйләгән. Әйткән һәр һүҙе бөйөк аҡыл эйәһе икәнен күрһәтә.

VII

Рефлексия.

Бөгөнгө дәрестә һеҙ Мостай Кәримдең ижады менән таныштығыҙ, шиғырын тыңланығыҙ, үҙ фекерегеҙҙе әйттегеҙ, дәрескә оценкалар. Өйгә эш: шиғырҙы тасуири уҡып килергә

PS

Һәр ваҡыт шиғырҙар уҡығыҙ, ул дарыу һымаҡ, күңелде дауалай.

Дәрес тамам.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Мостай Кәрим- Мустафа Сафиевич Каримов (1919-2005)

Слайд 2

1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1930 йылдан 2005 йылға тиклем әҙәбиәткә хеҙмәт итә. Шағир, прозаик, драматург була. 1937-1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ауыр яраланып госпиталдә ята. Яу ҡырынана әйләнеп ҡайтҡас, ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона. Уның әҫәрҙәре халҡыбыҙҙың рухи байлығына әйләнә.

Слайд 4

Мостай Кәрим исемен мәңгелләштереү маҡсаты менән Өфө ҡалаһында Башҡортостан республикаһының милли йәштәр театры, 158-се гимназия Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Мостай Кәрим йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған. 2013 йылдың 10 октябрендә Профсоюздар йорто алдында Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйылды.

Слайд 5

Мостай Кәримгә һәйкәл

Слайд 6

Мемориаль таҡта

Слайд 7

Йыр, юл, гөл, башаҡ, шиғыр.

Слайд 9

Ихтибарығыҙға рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мустай Карим

Биография Мустая Карима...

Мустай Карим

Мустай Карим стихотворение...

Буклет "Мустай Карим"

Буклет о башкирском поэте Мустае Кариме...

презентация "Мустай Карим - великий литератор"

Презентация о башкирском писателе, драматурге, поэте Мустае Кариме. Его многогранное творчество в кратце представленно в данной работе....

Мустай Карим

Произведения Мустая Карима (обзор)...