Буклет "Мустай Карим"
проект на тему

Хасанова Эльвира Сайфутдиновна

Буклет о башкирском поэте Мустае Кариме

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл buklet_m.karim_.docx347.96 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватанһуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынанҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижадэшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды” тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға.Бынан һуң уның байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла. Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙҡайын”, “Ҡыҙурлау”, “Ай тотолғантөндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташламаутты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин,ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

М. Кәрим — Салауат Юлаев исемендәге (1967), К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1967) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).1940 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

                            ***

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Эйәрләне атай, ялын үреп, 
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын, 
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының 
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын. 
Мин фронт
ҡа китәм, иптәштәр! 

Ышан, атай, һин эйәрләп биргән 
А
ҡбуҙатым минең абынмаҫ
Йәшең тамған был
ҡылысты, әсәй, 
Һуғарырмын дошман
ҡанында. 

Йыуырмын мин фашист
ҡаны менән 
Илем күкрәгенең яраһын, 
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа 
Үс һәм нәфрәт биргән
ҡанатым. 

Сал
ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың, 
Һылыу
ҙарын һаҡлап илемдең, 
Бөйөклөгөн һа
ҡлап Уралымдың, 
Гүзәллеген һа
ҡлап Иҙелдең, 

Атасак таң, киләсәк я
ҙ өсөн, 
Я
ҙын япраҡланыр гөл өсөн, 
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн, 
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн ― 
Мин фронт
ҡа китәм, иптәштәр!

Азатлыҡ һәм хәҡиҡәт

өсөн көрәшкән халыҡтан да

өҫтөн көс юҡ.


(“Һуғыш һәм хыял” көндәлеге).

             ***

Ай кеүек тыуһаң ине лә,
Ай кеүек тулһаң ине,
Ә һүнгәндә, йондоҙ һымаҡ,
Ҡапыл атылһаң ине.


(“Ай кеүек тыуһаң ине лә...”).

             ***

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә – моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...


(“Билдәһеҙ һалдат”).

Мостай Кәрим ҡатыны Рауза

 апай  менән. 1946 йыл.

Эйе, уңдыҡ!

Һинән уңдыҡ, шағир!

 Көслө лә һуң , ай –һай, ижадың!

“Улы булып илдең, замандың,

Аҫыл һүҙең менән дан алдың!”

                  ***

 Ваҡ мәшәҡәт,ығы-зығы тамам,

 Бар эшемдең сыҡтым осона.

 Шуға күрә бөгөн таңдан алып

 Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

                     ***

Буклет авторҙары: Тирәкле урта дөйөм биреү мәктәбенең 8 класс уҡыусылары

Мостай Кәрим-  әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы!

Ташлама утты, Шағир!

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын.
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, –
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,

Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.

(“Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа...”).

Тирәкле -2015


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

аналитический отчет Кара-Сал Оксана Дадар-ооловны

"Самым важным явлением в школе, самым поучительным предметом, самым живым примером для ученика является сам учитель." А.ДистервегКак учитель математики осваиваю новейшие достижения педагогической наук...

Презентация опыта Карась С.В.

Презентация собственного опыта работы...

Развитие чувства ритма через взаимосвязь музыки, речи и движения с элементами концепции Карала Орфа

Развитие чувства ритма через взаимосвязь музыки, речи и движения с элементами концепции Карала Орфа Одной из самых известных концепций музыкального воспитания детей, распространенных более ...

ОПИСАНИЕ КАРИНКИ КАК ОДНО ИЗ ЗАДАНИЙ ОЛИМПИАДЫ ПО АНГЛИЙСКОМУ ЯЗЫКУ

Одним из самых сложных для школьников, принимающих участие в олимпиадном движении,  и методически мало разработанных заданий  является составление рассказа по картинке. Как помочь учит...

Мустай Карим

Биография Мустая Карима...

Габдулла Кариев - татар театрының атасы

Габдулла Кариев - татар театрының атасы (презентация)...

Мустай Карим

Мустай Карим стихотворение...