Башҡорт теле. Тыуған илем. Салауат Юлаев.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

VI класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт)теленән дәрес өлгөһө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tyugan_ilem._salauat_yulaev.docx31.52 КБ

Предварительный просмотр:

Салауат Юлаев «Тыуған илем»   темаһына

урыҫ  мәктәбенең VI   класында башҡорт теле дәресе

Маҡсаттар:  уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү,  диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенә  һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  тәбиғәтте, һыу  ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән   һүрәттәр, айырым һөйләмдәр яҙылған плакаттар, проектор,интерактив таҡта, карточкалар.

Дәрес барышы

     I. Ойоштороу мәле.

        Һаумыһығыҙ, балалар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе   сәләмләүҙән башлайыҡ.Бөгән дәресте  мин Зөлфиә Вәлит ҡыҙы алып барасаҡмын. Бер-беребеҙгә ҡарайыҡ һәм йылмаяйыҡ.Һәр ваҡытта  мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл булайыҡ.

II.Психологик инеш.

            Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!

          Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!

                                  Һаумыһығыҙ,хөрмәтле ҡунаҡтар!

            Ҡояш! Һауа !Тыуған ер!

             Миңә йән тыныслығы бир...

               Мин сәләмәт. Мин матур!

                Салауат кеүек батыр!

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.  

Презентацияла яҙылған,.

  1. Белемде актуалләштереү.

Шиғыр уҡыу.

Хәҙер мин һеҙгә шиғыр һөйләп ишеттерәм, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.(Видео  электрон  дәреслектән)
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым.
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
(Бергәләп тәржемә итәбеҙ. Хор менән ҡабатлайбыҙ. 1-2 уҡыусының тасуири уҡыуы).

-Беҙ нимә тураһында шиғыр уҡыныҡ?
-Дөрөҫ, балалар беҙ Салауат Юлаевтың «Тыуған илем» шиғырын уҡыныҡ.
Ә беҙҙең тыуған илебеҙ нисек атала? Балалар яуап бирә.
II. Яңы темаға алып инеү.

1. Маҡсатты әйтеү. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Дәресебеҙҙең лексик темаһын калейдоскопҡа ҡарап әйтегеҙ,әле балалар. “Т” хәрефенән башлап, иғтибар менән һыҙыҡтар буйлап хәрефтән – хәрефкә күсеп уҡырһығыҙ.  (Уҡыусылар уҡый: Тәбиғәт.)

- Балалар, бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәбеҙ?

- Эйе, дөрөҫ, балалар, бөгөн дәрестә ғәзиз Башҡортостаныбыҙ, уның матур,бай  тәбиғәте тураһында һөйләшербеҙ.

Ошо гүзәл, бай тәбиғәтте һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк?  Бергәләп ошо  һорауға  яуап бирергә тырышып ҡарарбыҙ.  

  1. Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
  • Таҡтала эленгән эмблемаларға күҙ һалығыҙ әле, ни өсөн, ниндәй һүрәттәр улар икәнен беҙ дәрес аҙағында белербеҙ.
  • Һәм ошо серле аҡ ҡағыҙ битенә төрлө һүрәттәр ярҙамында эш төрҙәре үтәп, бергәләп ниндәйҙер мөғжизәле картина яһарбыҙ.
  1. “Уңыш” ситуацияһы булдырыу.

1-се эш. (йылға һүрәте таҡталағы плакатҡа эленә)

Ребусты сисеп, дәресебеҙҙең грамматик темаһын асыҡларбыҙ.

Ҡылым – ҡыҙыл ҙ-л,м- л (Ҡыҙ, ым)

Һан – Һандыҡ,,,

Грамматик теманы асыҡлау, ҡағиҙәне  презентациянан байҡау.

  • 4. Уҡыу мәсьәләһе яңы тема барышында тыуа.
  • 2-се эш - парлашып  эшләү ( балыҡтар һүрәте)

Проект эше.

Йәшел төҫтә – һүрәт киҫәктәренән картина төҙөү(еңел эш).

Күк төҫтә – мәҡәлдәрҙең парын тап (уртаса эш алымы).

Ҡыҙыл  - бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә (ҡатмарлы эш төрө).

Мәҡәлдәр.

Тыуған илем – алтын бишек.

Ата улы  - Ватан улы.

Тыуған илкәй бер генә, ҡәҙеркәйен бел генә.

Ситте маҡта, илеңдә йәшә.

        Һөйләмдәр төҙөргә.

  1. тыуған, Мин, илемде, бик, яратам.
  2. еңгәндәр, бөйөк, Һуғышында, Ватан, Олатайҙар.
  3. була, 70, Бөйөк, Еңеүгә, йыл.  
  4. башҡортса, яратам, Мин, уҡырға, китаптар.

3-сө эш төрө – Таҡтала эш төрө (Бал ҡорттары)Интерактив таҡтала мәҡәлдәрҙең парҙарын күрһәтеү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәренең аҫтына һыҙырға..

4-се эш төрө - Дәфтәрҙәрҙә эш(Тау һүрәте). Числоны, теманы, үҙегеҙгә оҡшаған ике мәҡәлде, ике һөйләмде дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып алығыҙ.

5-се эш - Өйгә эш – гүзәл Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтен кәүҙәләндергән һүрәттәр төшөрөп килерһегеҙ ( Ҡоштар һүрәте).

6- сы эш төрө  - Китап, электрон дәреслек менән эш

 ( Ағастар һүрәте артында яҙылған).

  • Һүҙлек эше.
  • Тексты уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү.
  • 7- се эш төрө – Ял минуты. (Видео электрон дәреслектән, төрлө хәрәкәттәр яһайбыҙ). Күҙҙәргә гимнастика.
  • III. Нығытыу.

8 - се эш төрө -  Төркөмдәрҙә эшләү -  (Айыу һүрәте) “Интеллектуаль конфликт” ситуацияһы тыуҙырыу.

 Тасуири уҡыу минуты.

  1. Башҡортостан - ҡурай иле,                    

    Башҡортостан - Урал ере,      

    Башҡортостан - ҡумыҙ теле,                    

    Башҡортостан - ҡымыҙ сере.                    

                                               (Әхмәр Үтәбай )

2. Сәскәләрҙең алдары,

Алмалары, сейәһе,

Еләктәре, баландары,

Ҡуҙғалаҡлы яланы,

Күп балыҡлы йылғаһы,

Бейек – бейек тауҙары,

Бөҙрә сәсле талдары,

Барыһы тыуған еремдә,

Башҡортостан илемдә!!!

(Кәтибә Кинйәбулатова)

3.Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.

( Мостай Кәрим)

  1. Башҡортостан сиген үтеү менән,
    Тыуып-үҫкән ергә етеү менән,
    Нур тулғандай була күңелгә,
    Йыр тыуғандай була күңелдә.

(Рәми Ғарипов)

5.Сафта килә олатайҙар,
        Орден, миҙал таҡҡандар,
       Шул бөркөттәр дошман ҡырып,
       Еңеү яулап ҡайтҡандар.
      Ҙурлайыҡ ҡарт һалдаттарҙы,
       Ҡәҙер, хөрмәт итәйек.
       Еңеү көнө менән ҡотлап,
       Гөлдәр бүләк итәйек,
      Ҡәҙер, хөрмәт итәйек!

                (Фәүзиә Рәхимғолова)

        6.Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә

        Бер битеңдә моңһоу ай һаман!

        Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

         Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

                                                                         (Мостай Кәрим)

Балалар, халҡыбыҙҙың батыр һәм матур ҡыҙҙары һәм улдарының Башҡортостаныбыҙ, матур, тыныс тормошобоҙ,бөйөк Еңеү    тураһында  матур шиғри әҫәрҙәрен уҡынығыҙ, тыңланығыҙ... Быйылғы йыл Рәсәйҙә, Башҡортостаныбыҙҙа нисек атала? Таҡталағы эмблемаларға күҙ һалығыҙ. Күберәк уҡығыҙ, күп белерһегеҙ.Әҙәбиәт йылы менән, хөрмәтле дуҫтар! Тимәк, Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә  бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ! 

9-сы эш төрө – әңгәмә төҙөү(ҡуян һүрәте)(карточкаларҙа эштәр)

  • Һаумы!
  • Сәләм!
  •  Быйылғы йыл Рәсәйҙә, Башҡортостанда нисек атала?
  •  Быйылғы йыл  …… тип атала.
  • Рәхмәт! Ә Бөйөк Еңеүгә нисә йыл була?
  • Бөйөк Еңеүгә …… була.  

10-сы эш төрө –Тест эше (Сәскәләр һүрәте плакатҡа йәбештерелә).

1.“Природа” һүҙе  башҡортса нисек була?

а) Табиғат

б) Тәбиғәт

в) Тобигат

2.“Победа” һүҙе башҡорт телендә нисек була?

а) Ирек

б) Еңеү

в) Еңел

3.Ҡылым нимә белдерә?

а)Эш-хәрәкәтте.

б) Предметтың иҫәбен-һанын.

в) Предметты.

4.2015 йыл Башҡортостанда нисек атала?

  1. Әҙәбиәт.
  2. Ғаилә.
  3. Мәҙәниәт.

5.Бөйөк Еңеүгә нисә йыл?

  1. 60
  2. 65
  3. 70

10 – сы эш төрө . Баһалау.(Ҡояш һүрәте).

11 – се эш төрө -  Рефлексив анализ (Күбәләктәр һүрәте)  

 Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында һөйләштек. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп,тыныслыҡта, татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек!!! Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа -  һауа, йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.       Ә кешегә тыуған ил кәрәк! 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин  «Салауат Юлаев» ...

Асыҡ дәрес өлгөһө. Салауат Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

5-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән асыҡ дәрес өлгөһө....

С.Юлаев. Тыуған илем. (9-сы класс)

Рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу. 9-сы класс....

Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

: Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.Маҡсат:-         Халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнеү;-...

презентация Салауат Юлаев-милли батыр

Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға күрә милли батырыбыҙ тураһында әҙәби әҫәр яҙмаған бер генә башҡорт яҙыусыһы юҡ....

сообщение о своём прадеде - ветеране Великой Отечественной войны , казаке Илье Севостьяновиче Бибике- ученика 9в класса Косюгина Ильи

История народов складывается тысячелетиями. Мир знает их забвение и возрождение. Л.Н. Толстой отмечал: «Никогда ни один народ не исчезает и не погибает полностью. Народы как волны океана: т...