Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.
план-конспект урока (7 класс) по теме

Тухватуллина Халида  Якуповна

: Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

Маҡсат:

-         Халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнеү;

-         Телмәр үҫтереү;

С. Юлаевтың шәхесенә, ижадына һөйөү, ихтирам  тәрбиәләү

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_konspekty.docx15.11 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

Маҡсат:

  • Халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнеү;
  • Телмәр үҫтереү;
  • С. Юлаевтың шәхесенә, ижадына һөйөү, ихтирам  тәрбиәләү;

        Дәрес барышы:

I.Мотивацион бүлек.

Батыр яуҙа һынала. (Мәҡәл).

Бергәләп уҡыу, нисек аңлағандарын төшөнөү.

II.Өйгә эште тикшереү.

        III Төп өлөш.

1.Салауат Юлаев тураһында видиояҙма ҡарау.

(Кассета №3 «Несломленый дух» йәки, кассета №16  “Зов Салавата”.)

 Әңгәмә.

-Видио яҙмала кем тураһында һүҙ бара?

-Кем ул Салауат Юлаев?

-Был видиояҙманы ҡарағандан һуң С. Юлаев тураһында тағы нимәләр белдегеҙ?

-Эйе, Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы, шағир. Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?

2. Исемдәр китабынан САЛАУАТ, ЮЛАЙ исемдәре нимә аңлатҡанын ҡарау.

  1. Дәреслек менән эш.

103 – сө биттәге С. Юлаев тураһындағы мәғлүмәт.

  Алдан уҡ тексты балаларға аңлайышлы итеп ябайлаштырыу.

Тексты алдан әҙерләнгән йәки яҡшы уҡый белгән уҡыусы уҡый.

  • Ниндәй һүҙҙәр һеҙгә таныш түгел, йәки аңлашылып етмәне?

Тәржемә итеү

Һорауҙарға яуаптар

Слайдта карта күрһәтелә, Салауат районының билдәле урындарын билдәләү (Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Янғантау тауы, Янғантау шифаханаһы, С. Юлаев мәмерйәһе…).

  1. Һүҙлек эше

5.Салауат милли батыр ғына түгел, ә шағир ҙа булған. Уның ҡайһы бер шиғырҙары беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

Слайдта тәбиғәтте сағылдырған һүрәттәр:

Йылғалар, күлдәр, шишмәләр, шарлауыҡтар…

Тауҙар, яландар, баҫыуҙар, үҙәндәр…

Урмандар, ағастар…

-Быларҙың бөтәһе бергә нисек атала? ( Тәбиғәт, тыуған ил, тыуған ер..)

- Һеҙ ошолар тураһында шиғыр, инша, хикәйә яҙһағыҙ ниндәй исем бирер инегеҙ?

-Эйе, Салауат Юлаевтың шиғыры ла «Тыуған ил» тип атала.

-Тимәк, Салауат Юлаевтың шиғырҙарының төп темаһы ниндәй?

- Шағир Тыуған ерен тасуирлағанда ниндәй һүҙҙәр ҡуллана?

6.С. Юлаевтың «Тыуған ил» шиғыры өҫтөндә эш.

Аудиояҙма тыңлау; фонохрестоматия кассета  № 7 С. Юлаев “Тыуған илем”.

-Шиғырҙы разведкалы уҡыу, (аңлашылмаған һүҙҙәрҙе шунда уҡ тәржемә итеп барыу).

-Шиғырҙы тәржемә итеү;

-М. Кәримдең тәржемәһе менән сағыштырыу.

IV.Йомғаҡлау.

Баһалау.

V.Өйгә эш.

1.Шиғырҙың 2 куплетын ятларға.

2.С. Юлаев тураһындағы мәғлүмәтте (103 – сө бит) һөйләргә әҙерләнергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин  «Салауат Юлаев» ...

Башҡорт теле. Тыуған илем. Салауат Юлаев.

VI класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт)теленән дәрес өлгөһө....

Асыҡ дәрес өлгөһө. Салауат Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

5-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән асыҡ дәрес өлгөһө....

Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.

Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....

презентация Салауат Юлаев-милли батыр

Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға күрә милли батырыбыҙ тураһында әҙәби әҫәр яҙмаған бер генә башҡорт яҙыусыһы юҡ....