Разработка урока по литературному чтению на родном башкирском языке для 2 класса "Миңлеғәли Шайморатов - башҡорт халҡының милли батыры" , "Минигали Шаймуратов - национальный герой башкирского народа "
план-конспект урока

Конспект урока по родной башкирской литературе для 2 класса общеобразовательных школ с русским языком обучения.

Скачать:


Предварительный просмотр:

 Тема: Миңлеғәли Шайморатов – башҡорт халҡының милли батыры.

I.Ойоштороу моменты.

(Смайликтарҙы таратып сығам)

Дәресте шиғыр менән башлау. (Башҡорт телендә һөйләшәм)

-Балалар,бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән,улар һеҙҙең эшләгәнегеҙҙе ҡарап ултырасаҡтар.Әйҙәгеҙ,үҙегеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтегеҙ,дәрестә ҡатнашып,тәртипле итеп  ултырығыҙ.

-Бөгөн беҙҙең дәресебеҙ башҡорт халҡының милли батыры Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған.Дәрес аҙағында мин һеҙҙән нимә өйрәнгәнегеҙҙе һораясаҡмын,иғтибарлы булығыҙ.

-Әйзәгеҙ,балалар,телдәрҙе шымартып алайыҡ.( Слайдтар)

II. Өйгә эште тикшереү.

-Әйтегеҙ әле,февраль айында ниндәй байрам була? ( Ватанды һаҡлаусылар көнө.)

Дөрөҫ.Беҙҙең Ватаныбыҙ-тыуған Башҡортостан. Уны элек-электән беҙҙең батырҙарыбыҙ һаҡлап килгән. Мин һеҙгә өйҙә ата-әсәйҙәрегеҙҙән,олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән башҡорт батырҙары тураһында һорашып,яҙып алып килергә ҡушҡайным. Кемдәр алып килде? ( тикшереү). Афарин,яҡшы эшләгәнһегеҙ.

III. Яңы теманы аңлатыу.

-Беҙҙең милли батырҙарыбыҙҙың береһе- Миңлеғәли Шайморатов. Бөгөн беҙ уның тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Халыҡ уны яратып, Шайморатов генерал,тип йөрөткән. Миңлеғәли Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында ярлы ғаиләлә тыуған. Әле уға 115 йәш булыр ине. Уға 10 йәш булғанда, әсәһе үлә. Бәләкәй Миңлеғәли күп ауырлыҡтар күреп үҫә. 1917 йылда, Октябрь революцияһы булғас, ул ҡыҙылдар сафында һуғыша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ( беҙҙең ил кемдәр менән һуғыша? ) Миңлеғәли Шайморатовты башҡорт атлы кавалерия дивизияһының командиры итеп ҡуялар. Был дивизия бик күп алыштарҙа ҡатнаша һәм еңеп сыға. 1943 йылдың 23 февралендә Миңлеғәли Шайморатов ҡаты алышта батырҙарса һәләк була. Хәҙер таҡтаға ҡарайбыҙ. ( слайдтар )

IV. Текст өҫтөндә эш.

          а) Текстарҙы таратам ( дәреслектә яҙырға ярамай, шуға мин ундағы хикәйәне күсереп яҙҙым, мин уҡығанда, һеҙ минең менән бергә эшләп ултырасаҡһығыҙ.)

           б) Һүҙлек эше ( слайдта )

            в) Тексты уҡыйым, һәр һөйләмде тәржемә итәм. Мин уҡыған саҡта уҡыусылар һәр һөйләмдең аҙағында “+” йәки“–“ ҡуйып баралар.  “+”   -әгәр һөйләмдәге мәғлүмәтте белһәләр,” –“  - әгәр белмәһәләр.

        - Һеҙ нимәләр белә инегеҙ?  ( ҡайҙа “+”  ҡуйҙығыҙ )

       -Һеҙҙең өсөн нимә яңылыҡ булды ?  ( ҡайҙа ” –“  ҡуйҙығыҙ )

ФИЗМИНУТКА(“ Шайморатов генерал “йырына маршировать итергә)

г ) Сылбырлап уҡыу.

            д ) Һорауҙарға яуапты текстан табырға.

         - Йырҙарҙа, легендаларҙа ниндәй батырҙарҙың исемдәре  

         Һаҡлана?

          -Миңлеғәли ниндәй ғаиләлә үҫкән?

          - Башҡорт яугирҙәре ҡайҙарҙа һуғышҡан?

V.Нығытыу.

         а) Хәҙер Миңлеғәли Шайморатов тураһында фильм ҡарайыҡ ( видео ҡарау ).

                б ) Төркөмдәргә бүленеп эшләү.

Iтөркөм- М. Шайморатов ниндәй булған?(  яҙа)

IIтөркөм- М. Шайморатов нимә эшләгән ?(  яҙа)

IIIтөркөм-М. Шайморатовты төшөрә.

 Һәр төркөмдөң эшен тикшерәм.

                в) М. Шайморатовҡа характеристика ( слайдта)

               г) М. Шайморатовҡа арнап йыр яҙылған. Был йырҙы беҙ икенсе дәрескә өйрәнербеҙ, әле тыңлап китәйек. (Йырҙы тыңлау )

VI. Йомғаҡлау.

         Нимә белә инем?                  ( слайд )

Нимә белдем?

         Нимә белергә теләр инем?

VII. Өйгә эш биреү.

           Дәреслектән тексты уҡырға, һүҙҙәр ауыр, ата-әсәләрегеҙ ярҙам итһен.

VIII.  Баһалау.

         Дәрестә нисек эшләнем?      ( слайд )


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка урока по литературному чтению в 5 классе коррекционной школы 8 вида Обобщающий урок по теме "Зима"

Обобщающий урок по теме "Зима" по литературному чтению в 5 классе для обучающихся в коррекционной школе 8 вида  является интегрированным уроком чтения и рисования. При проведении урока ...

Рабочая программа по литературному чтению на родном (татарском) языке. 3 класс

3  нче сыйныф өчен туган телдә әдәби укудан эш программасы түбәндәге  документларга нигезләнеп төзелде: 1.МБГБУ “ Р.Ш.Фәрдиев исемендәге татар гимназиясе”нең  башлангыч гому...

Календарно-тематическое планирование уроков литературного чтения на родном (тат) языке 1-4 классы

Календарно-тематическое планирование уроков литературного чтения на родном (тат) языке 1-4 классы...

КТП по литературному чтению на родном (русском) языке для 8 класса

КТП по литературному чтению на родном (русском) языке для 8 класса...

Рабочая программа по Литературному чтению на родном (ненецком) языке

Рабочая программа по Литературному чтению на родном (ненецком языке)...

Рабочая программа по литературному чтению на родном (ненецком) языке во 2 классе

Рабочая программа по литературному чтению на родном (ненецком) языке во 2 классе...