"Көҙ айының алтын шағиры", 9 -сы класс өсөн
презентация к уроку (9 класс)

Лемдясова Зульфия Аснавиевна

Бирелгән презентацияны дәрестә һәм кластан тыш сараларҙа ҡулланырға була.

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Б ашҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата район конкурсы Районный конкурс,посвященный 100 – летию народного поэта Башкортостан Мустая Карима

Слайд 2

Төҙөүсеһе: Николаевка ауылы урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы

Слайд 3

Көҙ айының алтын шағиры

Слайд 4

Һин тотаһың беләгемдән, Инде тайҙым тигәндә, Һин тыяһың күҙ йәшемде, Инде тамды тигәндә. Яндыраһың танһығымды, Инде ҡанды тигәндә, Терелтәһең йөрәгемде, Көлгә ҡалды тигәндә … Әсөйемдең өгөттәре Ауылымды иҫән итте, Мөхәббәтең фатихаһы Йөрәгемде иҫән итте…

Слайд 5

Тәүге осор ижады Мостай Кәрим 1935-1936 йылдарҙа яҙа башлай, шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды.»тигән тәүге шиғырҙар китабы донъя күрә.М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан алда ғына сыҡҡан икенсе китабы – «Яҙғы тауыштар» тигән шиғырҙар йыйынтығы уның исемен әҙәбиәткә ныҡлап беркетә.Уның «Таныш булмаған ҡунаҡ» поэмаһы – Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге ижадындағы күләмле һәм әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе. Йыр. Себер тигеҙлеге буйлап Ҡоторҙо буран, Юлдарын йәйәүле үтеп, Үтте партизан. Үтте партизан тайманы, Аҫып винтовка, Бойоҡманы йәш партизан, Ташланды утҡа. Кисте отряд Байкалды – Юл булды оҙон… 1939

Слайд 6

Ышан, атай, һин эйәрләп биргән Аҡбуҙат атым минең абынмаҫ, Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй, Һуғарырмын дошман ҡанына… 1941 Һуғыш йылдарындағы ижады. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр ! Эйәрләне атай, ялын үреп, Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын, Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр Мостай Кәрим һуғыш йылдарында ижад иткән шиғыр һәм поэмаларында совет һалдатының әхлаки йөҙөн, батырлыҡ сифаттарын һүрәтләү менән генә сикләнмәне, бәлки илебеҙҙең ғәскәрҙәре үҙ тыуған илен генә түгел, фашизм ҡоллоғондағы башҡа илдәрҙе, халыҡтарҙы ҡотҡарыуын да асыҡ күрһәтә алды.Шағирҙың «Сит уттар», «Яза килә фашист өңөнә», «Европаға май килә» кеүек шиғырҙары ана шул идеяларҙы сағылдыра .

Слайд 7

Мостай Кәрим- яҙыусы . Ул- туған халҡының иң аҫыл һүҙ сәнғәтенең,бөтә донъя мәҙәниәтенең иң күренекле өлгөләрен ижади үҙләштергән әҙип .

Слайд 8

Мостай Кәрим – шағир. Ауылымдың туғайҙары аша Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен, Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм Һәм эйелеп өҙәм еләген. Гөлдәр миңә : «Һаумы, һаумы ! »-тиҙәр, Талғын елдәр иҫкән сағында, Баш эйәләр.Бер мин генә түгел, Улар ҙа, ахыры, мине һағынған… 1946 Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма, Ап-аҡ ҡағыҙ, Ҡара ҡәләм алдым мин ҡулыма. Ашыҡмағыҙ, Бармаҡтарым,аҡты сыбарларға Ашыҡмағыҙ ! Бармаҡтарым, аҡты сыбарларға Ашыҡмағыҙ ! Таңда тыуар сабый яҙмышы бит- Ап-аҡ ҡағыҙ… 1968

Слайд 9

Әлегә мин, уртымдағы өрөктө һура-һура, Оло инәйем эргәһенән тыр-тыр йүгерәм. Бына ҡара Йомағолдарҙың ҡапҡа төбөнә лә килеп еттек. -Кендек, Кендек…-ти ул һиңә. Мин тоҡанып китәм.Хәмитйән арҡыры башын сайҡай: Юҡ, әймәнем, биллаһи, әйтмәнем,-ти. Әкәмәт был донъя. Әсғәт минең ҡулдағы икмәк киҫәгенә йотолоп ҡараны ла, ирендәрен ялап, ауыҙын сапылдатып ҡуйҙы. -Мә, аша, тип һыныҡты уға тоторҙом. Киҫәкте ул һаҡ ҡына уртаға Һындырып яртыһын миңә һондо. -Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Әгәр бер валсығын ергә төшөрһәң, яҙыҡ була.

Слайд 10

Дауыл… Дауыл! Ул бит минең- Тере хәбәрем, Яҡын йәшен, яҡты йәшен- Минең сәләмем. Тик бөгөн һалдат ҡыуанмай, Кәйефе йонсоу- Шинелгә үткән, окопта Тубығынан һыу. -Өйҙә булһа ине,-тине,- Ошондай йәйҙә. (Еүеш шинелгә төрөндө): -Яуһын әйҙә! Ауылымдың туғайҙары аша Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен, Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм Һәм эйелеп өҙәм еләген. Улар һаман “Һаумы, һаумы!”-тиҙәр, Алдарыма хуш еҫ сәсәләр. Бик һағындым һеҙҙе, бик һағындым, Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр.

Слайд 11

Мостафа Сафа улына арнауҙар, бағышлауҙар. Гөлназ Ҡотоева Йөҙөк ҡашы. Ҡәләменән бал тама ,тип Уҡытыусым маҡтай уны. Китаптарын уҡый әсәй, Аҡһаҡал, ти атай уны. Хаҡ илемден аҡ нуры , тип Һәр бер бала ятлай һүҙен. Асылғандай күктең йөҙө, Мостай Кәрим, тиһәм үҙем. Асылғандай халыҡтарҙын Асылашыр дуҫлыҡ теле. Изгелеккә, Гүзәллеккә, Әйҙәй беҙҙе Мостай иле. Мостай Кәрим, тиеп әйтһәм, Тейә күккә ғорур башым. Мостай Кәрим - Милләтемдең Мәңге балҡыр йөлҙөк ҡашы !

Слайд 12

«… Тормошто мин нисек бар шулай ҡабул иттем. Ҡайҙа ғына барһам да мин һүҙемде,уйымды, эшемде, фиғелемде иң элек башҡорт, унан шағир, унан Мостай Кәрим, раҫланым һүҙемде һәм раҫлай киләм. Халыҡтың исеме минең өсөн һәр ваҡыт алдан йөрөнө. Халыҡ үҙе лә бер ҙә юҡҡа кешене күтәреп бармайҙыр ул. Төп бурысым – кешеләр кңңелендәге изгелекте яҡлау, һаҡлау.» Эшләнмәгән эштәр ҡала, Ҡалған эшкә ҡарҙар яуа. Үтелмәгән юлдар ята, Ул юлдарға тауҙар ауа. Үткәндәргә ҡарҙар яуа, Тыңланмаған йырҙар ҡала, Йөрәктәргә ҡандар һауа. ***


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Алтын қақпа"(сыныптан тыс шара) Урок учителя начальных классов Нигметовой Т.С.

Внеклассное мероприятие.Урок-игра "Золотые ворота"...

татарский язык.5 класс тат.группа.сочинение.Алтын коз.

5 сыйныф ,татар теле.    Тема:Инша язарга әзерләнү.Алтын көз.Максат: Көзге табигатьтәге үзгәрешләр турында балаларның белемнәрен киңәйтү; укычыларны туган җирен шагыйрь күзләре белән кү...

Отбасым - алтын ұям интерактивті жоба

Ата-аналар мен мектеп арасындағы қарым-қатынас, Отбасылық байқау...

Сабақтың тақырыбы. Алтын сақа. Халық ауыз әдебиетін қайталау.

Сабақтың мақсаты.1.     Білімділік. Оқушылардың ертегілер туралы түсініктерін кеңейту және естерінде сақтау. Халық әдебиетін қайталап , еске түсіру. Сабақ электрондық оқулықп...

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

7-се класта башҡорт әҙәбиәтенән М.Кәрим. "Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры буйынса дәрес өлгөһө

М.Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры буйынса 7 класта инеш дәрес.  Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы     Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы ...