“Ижек. Һүҙҙәрҙе юлдан – юлға күсереү”
план-конспект урока (5 класс)

Башҡорт теле дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_tele.doc73.5 КБ

Предварительный просмотр:

Краснокама районы

Яңы Бура урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                         

“Ижек. Һүҙҙәрҙе юлдан – юлға күсереү”

(5 класс)

             Төҙөүсе һәм үткәреүсе:Яңы Бура урта дөйөм белем биреү

                                                         мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте  

                                                         уҡытыусыһы Ғаянова Лена Миҙхәт ҡыҙы

Маҡсат:

 1) һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә, юлдан - юлға күсерергә өйрәтеү;

2) һөнәр, ҡыш темаһы буйынса уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү;

3) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөнәрҙәргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһаз: дәреслек, һүрәттәр, карточкалар,проектор.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты.

-   Һаумыһығыҙ тип башлайым әле.

    Күрешеү бит шулай башлана.

    Һеҙҙең менән осрашҡанға, кескәй дуҫтарым,

    Күңелкәйем шундай шатлана.

- Бер- беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, ултырайыҡ тырышып яңы белем үрҙәренә менәйек. Һәммәгеҙгә лә бөгөнгө дәрестә яҡшы кәйеф, яңынан-яңы белем үрҙәренә үрләүегеҙҙе теләйем.

-Уҡыусылар, иң башта һеҙгә шуны әйтәһем килә. Бында таҡтаға мәҡәл яҙылған.Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән бик күп эштәр башҡарасаҡбыҙ, һәр бер биремде үтәгәс мәҡәлдең берешәр һүҙе асыласаҡ. Әгәр ҙә һеҙ әүҙем ҡатнашһағыҙ дәрестең аҙағында мәҡәл тулыһынса асыласаҡ. (мәҡәл ҡағыҙ биттәренә яҙылып, ҡапланып ҡуйылған)

Фонетик күнегеү

-Ә хәҙер дәрестә телебеҙ шыма, таҙа, тасуири булһын өсөн экранда яҙылған шиғыр өҫтөндә эшләйбеҙ.

(слайд)

Бәләкәстән кәрәк һөнәр

Күңелеңә ятырҙай.

Һөнәрлеләр тормошто ла,

Үҙҙәрен дә матурлай. (М.Дилмөхәмәтов)

-үҙем уҡыйым;

-һүҙлек эше;

-эстән уҡыу;

-башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен билдәләү;

(экранда һыҙылып бара)

-хор менән уҡыу;

-сылбырлап уҡыу.

Шиғыр буйынса әңгәмә:

-Шиғырҙа һүҙ  нимә тураһында бара?

(һөнәр, эш…)

(Экранда яңынан шиғыр сыға, беренсе һүҙ ижектәргә бүленгән)

Яңы теманы аңлатыу

-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ шиғыр юлындағы беренсе һүҙ нимәләргә бүленгән?

Бә-лә-кәс-тән кәрәк һөнәр

Күңелеңә ятырҙай.

Һөнәрлеләр тормошто ла,

                Үҙҙәрен дә матурлай. (М.Дилмөхәмәтов)

        (Улар ижектәргә бүленгән)

-Әйе, дөрөҫ ижектәргә бүленгән.

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән?

        (ижектәр)

-Әйе, дәресебеҙҙең темаһы ижек. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә, шулай уҡ һүҙҙәрҙе юлдан – юлға күсерергә өйрәнәсәкбеҙ.

-Экранға ҡарайыҡ әле бәләкәстәр һүҙендә нисә ижек? (4)

-Ә нисә һуҙынҡы? (4)

-Әйҙәгеҙ уҡыусылар шиғыр юлдарындағы беренсе һәм икенсе юлдарҙағы һүҙҙәрҙе ижектәргә бүләйек. (уҡыусылар телдән ижектәргә бүләләр, экранда һүҙҙәр бүленеп бара, хаталар булһа төҙәтелә)

Бә-лә-кәс-тән кә-рәк һө-нәр

Кү-ңе-ле-ңә я-тыр-ҙай.

Һөнәрлеләр тормошто ла,

                Үҙҙәрен дә матурлай. (М.Дилмөхәмәтов)

-Дөрөҫ, яҡшы. Ниндәй һығымта эшләй алабыҙ?

-Һүҙҙәрҙә һуҙынҡылар һәм ижектәр һанына иғтибар итәбеҙ. Һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, шул тиклем ижек була.

-Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлдек, ижектәрҙең һанын билдәләнек, ә нимә һуң ул ижек?

-Әйе, дөрөҫ.

(слайд)

Һөйләгәндә телмәр ағышы киҫәктәргә бүленә, уларҙың иң ҡыҫҡаһы – ижек, йәғни ижек – һүҙҙең бер өлөшө.

-Әйҙәгеҙ хор менән әйтәйек әле.

(слайд)

Ижек – һүҙҙең бер өлөшө.

-Уҡыусылар тағын бер шиғырға ҡарайыҡ әле.

(Слайдтарҙа ижектәргә бүленгән шиғыр сыға)

Бә-лә-кәс-тән кә-рәк һө-нәр

Кү-ңе-ле-ңә я-тыр-ҙай.

Һө-нәр-ле-ләр тор-мош-то ла,

                Үҙ-ҙә-рен дә ма-тур-лай. (М.Дилмөхәмәтов)

-Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлгәндә нимәгә иғтибар иттек?

-Һуҙынҡыларға, нисә һуҙынҡы шул тиклем ижек була.

-Шиғырҙағы (слайд я-ты-рҙай, ма-ту-рлай ) ятырҙай, матурлай тигән һүҙҙәрҙе ни өсөн беҙ

Я-ты-рҙай,

Ма-ту-рлай

-тип ижеккә бүлмәйбеҙ?

-Сөнки башҡорт һүҙҙәренең ижектәре ике тартынҡынан башланмай.

-Бына беҙ һеҙҙең менән беренсе биремде үтәнек, тимәк хәҙер инде мәҡәлебеҙҙең беренсе һүҙе асыла.

ЭШСӘН

Нығытыу өсөн күнегеүҙәр

-Ә хәҙер икенсе һүҙҙе асыр өсөн тағы бер биремде үтәйек. Иғтибар менән таҡтаға ҡарайыҡ.

Бында һүҙҙәрҙең беренсе ижеге бирелгән һеҙгә тиҙ генә ижектәр өҫтәп һүҙҙәр төҙөргә кәрәк. Ижектәр дүрт  бағанала һәм һеҙ дүрт төркөмгә бүленгәнһегеҙ, төркөмдәрҙә эшләйәсәкбеҙ.

     I                               II                                     III                                IV                 

ба-…                      ҡа-…                                 ки-…                      дә-…

Һәр рәт үҙенең һүҙен уҡый.

-Бөтә һүҙҙәр ҙә аңлашыламы?

-Яҡшы, афарин. Һеҙ бирелгән ижектәргә ижектәр өҫтәп һүҙҙәр яһанығыҙ. Мәҡәлдең икенсе һүҙен асабыҙ

 БӘХЕТТЕ

-Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Мәҡәлдең өсөнсө һүҙен асыр өсөн беҙгә алдағы биремде башҡарырға кәрәк.

(таҡтаға ижектәр беркетелгән)

ТУР                         ҒАЙ                                           ҺУ                 ҺА

ЙЫҪ                   ҠАН                          РАҠ                             СЕН              

ТА            ҒА                           ҒА                                               ҠАР

ЙЫР                          ҠОР                            КҮ                                 ГӘР

-Һеҙгә ошо бирелгән ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөргә кәрәк.

(таҡтаға сығып һүҙҙәрҙе төҙөйҙәр һәм ижектәрҙең һанын әйтеп баралар)

турғай

һайыҫҡан

күгәрсен

ҡарға

ҡор

һуйыр

тағараҡ

-Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты?

-Ҡоштар исеме килеп сыҡты.

-Ниндәй ҡоштар?

-Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

-Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ ниндәй һүҙ артыҡ?

-Тағараҡ.

-Ни өсөн?

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн мин был һүҙҙе ҡоштар араһына индердем?

(тағараҡ ҡоштар өсөн кәрәк, унда ем, икмәк һалырға кәрәк, сөнки ҡыш көнө ҡоштарға аҙыҡ табыуы бик ҡыйын)

-Ә беҙҙә ҡышлаусы ҡанатлы дуҫтарыбыҙға һеҙ нисек ярҙамлашаһығыҙ?

-Яуап биргәндә таҡтала бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланырға тырышығыҙ.

-Уҡыусылар, был ҡоштар араһынан ҡайһылары урманда йәшәй?

-Ҡор, һуйыр.

-Һеҙҙең был ҡоштарҙы күргәнегеҙ бармы?

-Русса нисек була беләһегеҙме?

-Бына ул ҡоштар (һүрәттәр)

Слайд.

Ҡор- тетерев

Һуйыр – глухарь

-Яҡшы биремде үтәнегеҙ, мәҡәлдең тағы бер һүҙе асыла.

ЭШТӘН

Ял минуты.

-Дәрестең башында фонетик күнегеүҙе башҡарғанда, беҙ һеҙҙең менән әйткән инек, эште һөйөп үҫәргә кәрәк тип, әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә һеҙҙең менән эш башҡарып алайыҡ

Тышҡа сыҡтыҡ (атлайбыҙ)

Бысҡы алдыҡ

Утын ярҙыҡ

Дың-дың, ҙың-ҙың

Дың-дың, ҙың-ҙың

Балта тоттоҡ

Утын ярҙыҡ

Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ

Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ

Өйгә ҡайттыҡ.

-Шиғыр ҙа һүҙ нимә тураһында?

-Һеҙҙең утын киҫкәнегеҙ, утын ярғанығыҙ бармы?

-Утын ниңә кәрәк?

-Утынды нисек әҙерләйҙәр?

-Элек уҡыусылар транспорт, техника булмаған ваҡыттарҙа кеше бөтә эште үҙ ҡулдары менән башҡарған һәм кешенең  ярҙамсыһы ат булған.

Нығытыу буйынса күнегеүҙәрҙе дауам итеү.

-Беҙ һеҙҙең менән беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында һөйләштек, ә ҡышҡы көндәр ниндәй була ул?

-Бөгөнгө көндө һүрәтләгеҙ әле?

-Бөгөн көн ниндәй?

-Мин һеҙгә хәҙер көй ҡуям, һеҙ шул көй аша ҡыш тураһында берәй һөйләм төҙөгөҙ.

-Һөйләмдәрҙе тыңлап китәйек.

-Яҡшы, уҡыусылар, ә хәҙер мин һеҙгә үҙемдең һөйләмемде тәҡдим итәм.

Слайд.

Ҡыш көнө уҡыусылар ҡоштарға ярҙамлаша.

-Һеҙгә был һөйләм аңлашыламы?

-Хәҙер был һөйләмде күсереп яҙабыҙ. Яҙғанда был һөйләмдәге һүҙҙәрҙе юлдан-юлға нисек күсереп була шуны күрһәтәбеҙ.

Дәфтәрҙәрҙә эш.

 -Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бөгөнгө числоны, тема, класс эшен яҙабыҙ.

-Был һөйләмдәге һүҙҙәрҙе юлдан-юлға нисек күсереп була шулай бүлеп яҙабыҙ.

-Уҡыусылар, тикшерәйек әле, бөтәгеҙҙең дә ошолай булдымы?

-Тимәк, уҡыусылар, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға нисек күсерәбеҙ?

-Ижектәргә бүлеп.

-Юлдан-юлға күсергәндә нимәгә иғтибар итәбеҙ?

(бер генә хәреф тороп ҡалмай һәм бер генә хәреф икенсе юлға күсерелмәй)

-Яҡшы, афарин, һеҙ ҡыш тураһында бик матур һөйләмдәр төҙөнөгөҙ, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға нисек дөрөҫ күсерергә иҫкә төшөрдөгөҙ, мәҡәлдең артабанғы һүҙе асыла.

ЭҘЛӘР

-Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Дәреслек буйынса эш.

Дәреслектән 65-се күнегеүҙе ҡарайбыҙ.

(биремен уҡыу)

-Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсерер алдынан ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек.

-Һүҙҙәр бер юлдан икенсе юлға нисек күсерелә?

(ижек буйынса)

-Тағын нимәгә иғтибар итәбеҙ?

-Хәҙер күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе таҡтаға сығып бер уҡыусы яҙа, ә ҡалғандар урында эшләй.

-Ҡайһы һүҙҙәр юлдан-юлға күсерелмәй?

-Ни өсөн?

-Яҡшы, мәҡәлебеҙҙең тағы бер һүҙе асыла.

ЭШКИНМӘГӘН

-Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.

-Хәҙер схемаларға ярашлы һүҙҙәр табабыҙ.

Мәҫәлән:

Слайд

Һ-…            беренсе ижек бер һуҙынҡынан ғына тора,ә ҡалғандары  

                     ниндәй булһа ла ярай. Миҫалдар: а-ғай

Икенсе схемаға ҡарайыҡ

ҺТ-…        беренсе ижек һуҙынҡы һәм тартынҡынан тора, ә икенсе ижек

                  ниндәй булһа ла ярай. Миҫал: өй-рәк

ТҺ-…       беренсе ижек тартынҡы һәм һуҙынҡынан тора. Мәҫәлән:

                  ки-тап

ТҺТ-…    беренсе ижек тартынҡы, һуҙынҡы, тартынҡынан тора.

                  Мәҫәлән: тор-на

-Хәҙер төркөмдәрҙә эшләйбеҙ.Схемалар таратам, ә һеҙ шул схемаларға ярашлы һүҙҙәр уйлағыҙ.

-Эштәрҙе тамамлайбыҙ.

-Беренсе схемаға ярашлы ҡайһы төркөм һүҙҙәр төҙөнө, ҡулдарҙы күтәреп яуап бирәбеҙ урындан бер кемдә яуап ҡайтармай.

Слайд

Слайдта беренсе схема сыға, уҡыусылар 2-3 һүҙ әйтәләр

Икенсе схема, өсөнсө, дүртенсе.

-Бөтә һүҙҙәр ҙә тап киләме?

-Бына уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән ошо схемалар ярҙамында ижектәрҙең бер нисә төрөн асыҡланыҡ.Һәм мәҡәлдең артабанғы һүҙен асабыҙ.

СИТТӘН

-Ә хәҙер мәҡәлебеҙҙең һуңғы һүҙен асыр өсөн уйнап алайыҡ.

Мин хәҙер бер һүҙ уйлап уның беренсе ижеген һеҙгә әйтәм, ә һеҙ шул ижеккә ҡарап минең ниндәй һүҙ уйлағанымды табығыҙ.

Ҡа-…

(ҡабаҡ, ҡараҡ, ҡашыҡ, ҡатыҡ, ҡауын, ҡалаҡ)

(Уҡыусылар һүҙҙәрен уйлағас, ҡулдарын күтәрәләр һәм минең ҡолаҡҡа ғына уйлаған һүҙҙәрен әйтәләр)

-Яҡшы,уҡыусылар, бик күп һүҙ төҙөнөгөҙ, ә мин уйлаған һүҙҙе …. әйтте, хәҙер …. һүҙҙе бирәбеҙ, һин таҡта янына сыҡ бер һүҙ уйла һәм беҙгә беренсе ижеген әйт.(ҡалған уҡыусылар һүҙҙәр уйлайҙар һәм … ҡолағына әйтәләр, … уйлаған һүҙенең кем әйткәнен әйтә)

-Афарин, уҡыусылар, бик әүҙем ҡатнаштығыҙ.

-Тимәк бер төрлө ижеккә бер нисә һүҙ башланырға мөмкин икән.

-Мәҡәлебеҙҙең һуңғы һүҙен асабыҙ.

ЭҘЛӘР

-Бына беҙҙең мәҡәлебеҙ асылып бөттө.

Слайд

Эшсән бәхетте эштән эҙләр,

Эшкинмәгән ситтән эҙләр.

                     -үҙем уҡыйым;

                     -эстән уҡыу;

                     -ниндәй таныш булмаған һүҙҙәр бар?

Һүҙлек эше

Эшкинмәгән- эшкә ярамаған, ҡулынан эш килмәгән кеше.

                     -хор менән уҡыу;

                     -мәҡәлде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

-Эшсән кеше бер эштән дә ҡурыҡмай, үҙенең бәхетен эштән таба. Ә эш яратмаған кеше бәхет эҙләп ситкә сығып китә, ләкин эшләмәгәс, унда ла бәхетте әҙерләп тормайҙар. Ҡыҫҡаһы, бәхетте тырышып, эшләп табырға кәрәк.

Дәресте йомғаҡлау

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә нимә эшләргә өйрәндек?

-Нимә ул ижек?

-Ижектәр һаны нисек билдәләнә?

-Һүҙҙәр бер юлдан икенсе юлға нисек күсерелә?

Өй эше

 -Өй эше: ике мәҡәл яҙып килергә һәм шул мәҡәлдәрҙәге һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә; мәғәнәләрен аңлатырға; башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең аҫтарына һыҙырға.

-Әйҙәгеҙ хәҙер бөгөнгө дәрестә ҡатнашҡан уҡыусыларға баһалар ҡуйып китәйек.

Баһалар ….

Дәрес бөттө, һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

СЕРА. Строение атома, аллотропия, свойства и применение серы

Цель урока:Определить положение серы в периодической системе химических элементов Д.И. Менделеева, рассмотреть строение атома серы, физические и химические свойства, области применения серы.Тип урока:...

презентация к уроку "Сера, соединения серы"

слайды к урокам по теме Подгруппа кислорода (сера, соединения серы)...

9 класс.Урок химии Сера. Аллотропия серы. Физические и химические свойства серы. Применение.

Цель: - Рассмотреть аллотропные модификации серы и ее физические и химические свойства. Охарактеризовать нахождение  серы в природе и ее применение....

Методическая разработка урока. Тема: "Сера. Аллотропия серы, физические и химические свойства", 9 класс

Урок химии по теме "Сера. Аллотропия, физические и химические свойства"  предполагает изучение материала в соответствии с современными требованиям, на нем преобладает самостоятельная работа обуча...

Сера. Строение атома, аллотропия, свойства и применение серы.

Строение атома, получение и химические свойства атома сера....

Серия "Мир знаний" и другие популяризирующие науку серии

Ниже представлена информация о серии книг, популяризующей математику...