Әҙәби әҫәргә анализ
олимпиадные задания

Аминева Лилия Искандаровна

Әҙәби әҫәрҙе анализлағанда нимәләргә иғтибар итергә? Ошо һорауға яуап табырға мөмкин.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zbi_srg_analiz.docx20.88 КБ

Предварительный просмотр:

Лирик шиғырҙарҙы анализлау.

  1. Әҫәрҙең яҙылыу дәүере.
  2. Уның реаль ерлеге.Автор биографияһы һәм лирик герой.
  3. Жанр.
  4. Төп лейтмотив булырҙай юлдар.
  5. Темаһы,идеяһы.
  6. Әҫәрҙең эмоционаллеге.
  7. Тышҡы һүрәтләнеш һәм ассоциация бәйләнеше (идеяға бәйләп)
  8. Художестволы деталь,образ.
  9. Шиғырҙың формаһы:
  1. композицияһы;
  2. кинәйәләү алымдары(метафора,метонимия,сағыштырыу,аллегория,символ,гипербола,литота)
  3. тел үҙенсәлектәре(тон,интонация,пафос;эпитет,ҡабатлауҙар,антитеза,инверсия,эллипсис,йәнәшәлек,риторик һорауҙар һ.б.)

    д)    шиғырҙың ритмикаһы,үлсәме һ.б.

Һүҙлек.

Лейтмотив-бөтә әҫәр буйынса ҡыҙыл еп булып үткән һәм автор тарафынан ҡабатланып,баҫым яһап әйтелгән төп фекер.Шиғырҙа лейтмотив тапҡыр һүҙҙәрҙе,образлы мәғәнәләрҙе ҡат-ҡат ҡабатлау рәүешендә сағыла.

Метафора-берәй әйберҙең йәки күренештең исемен йә сифатын икенсе әйбергә йәки күренешкә күсереү.М,иген диңгеҙе,ҡорос беләк;күкрәгем-ҡалҡан.

Метонимия-берәй әйберҙе,күренеште йә төшөнсәне уға мәғәнәләш булған икенсе бер нәмә исеме менән әйтеүсе һүрәтләү сараһы.М.Ауыл тәрән тын алды.

Аллегория-әйберҙәр йәки хайуандар образы аша кешеләр тормошон,уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен кинәйәләп һүрәтләү.

Эпитет- ниндәй ҙә булһа күренештең йәки әйберҙең билдәләрен аныҡлаусы һүҙ.М, саф күңел,ҡайнар йөрәк,зифа буй,аҡсарлаҡтар сумған һыуҙар.

Антитеза-стилистик фигура: тәьҫир көсөн арттырыу өсөн төрлө төшөнсәләрҙе,күренештәрҙе,образдарҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү

Инверсия-һөйләмдә көслөрәк интонация менән берәй һүҙҙе айырыбыраҡ әйтер өсөн һүҙҙәрҙең ғәҙәттәге грамматик тәртибен үҙгәртеп,айырым һүҙҙе һөйләм аҙағына күсереп ҡуйыу.

Эллипсис-(төшөрөп ҡалдырыу)һөйләмдә еңел аңлашыла торған һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу.М,белеме бар( кеше) йөҙҙө йығыр.

Йәнәшәлек-бер-береһенә оҡшаш йәки ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе,төшөнсәләрҙе йәнәш ҡуйып һүрәтләү.

Эпик әҫәрҙе анализлау

  1. Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай(билдәләре)
  2. Нимә хаҡында һүҙ бара,нимә әйтелә(темаһы,идеяһы)
  3. Үҙәк һәм ярҙамсы сюжеттар.Уларҙы билдәләүсе конфликттарҙың үҙенсәлеге,үҫтерелеше,хәл ителеше.
  4. Образдар системаһы.
  5. Әҫәрҙең композицияһы.
  6. Теле(автор теле,хикәйәләү үҙенсәлеге,персонаждар теле)
  7. Һығымта.

Драма әҫәрен анализлау

  1. Әҫәрҙең сюжет һыҙығы.
  2. Сюжет конфликтында ҡатнашыуҙары,уға мөнәсәбәттәренә ҡарап,персонаждарҙы төркөмләү.
  3. Сәхнәгә сығарылмаған персонаждарҙы иҫәпкә алыу, уларҙың әһәмиәтен билдәләү.
  4. Конфликт(уның йәшертен йәки асыҡ бирелеше)
  5. Конфликттың үҫтерелеше,хәл ителеше.Шуға ҡарап,әҫәрҙең жанр үҙенсәлеген асыҡлау.
  6. Жанрҙы билдәләгәндә пьесаның  конкрет сәхнәләштерелеүен иҫәпкә алырға.
  7. Эпик әҫәрҙән айырмалы рәүештә,драма ваҡыт эҙмә-эҙлелегендә ҡорола.Сюжеттың төп моменттары эҙмә-эҙ бирелә.

Тәүҙә-экспозиция,унан төйөнләнеш,кульминация,сиселеш килә.Ҡайһы саҡта был классик өлгөнән сигенеүҙәр ҙә була.Драма әҫәрен анализлағанда бындай мөмкинлекте,уның идея-эстетик яҡтан аҡланыу-аҡланмауын да иҫтә тоторға кәрәк.

                                                             8.Образ тыуҙырыуҙа драматургтың мөмкинлеге сикле  була.

                                                     Персонаждың образы хәрәкәт.телмәр,башҡаларҙың

                                                      баһаһы аша  ғына асыҡлана Ләкин өнһөҙ йә сәхнәгә

                                                    сыҡмаған персонаждар булыуын онотмаҫҡа кәрәк.

                                                             9.Драма әҫәрендә кинәйәлелеккә,театр белгестәре әйткәнсә,

                                                                 метафоралылыҡҡа ныҡ иғтибар ителә.

                                                                 Кинәйәлелек телмәргә лә,хәрәкәткә лә һалына.

Әҙәби әҫәрҙе анализлау схемаһы(дөйөм схема)

  1. Әҫәрҙең яҙылыу тарихы.
  2. Тематикаһы.
  3. Проблематикаһы.
  4. Идея йүнәлеше һәм уның эмоциональ пафосы.
  5. Жанр үҙенсәлеге.
  6. Иң мөһим художестволы образдар.Уларҙың үҙ-ара бәйләнеше,системаһы.
  7. Персонаждарға характеристика
  8. Конфликттың бирелеше,сюжет.
  9. Пейзаж,портрет,диалог һәм монологтарҙың,интерьерҙың,ваҡиға барған шарттарҙың әһәмиәте.
  10. Әҫәрҙең теле.
  11. Сюжеттың һәмайырым образдарҙың композицияһы.Әҫәрҙең дөйөм архитектоникаһы(структураһы,ҡоролошо)
  12. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған әҫәрҙең яҙыусы ижадында тотҡан урыны(тәүҙә шул уҡ жанрҙа,шул уҡ темаға яҙылған әҫәрҙәр менән сағыштырырға,унан яҙыусының бөтә ижады фонында ҡарарға)
  13. Әҫәрҙең тотош башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны һ.б.

Әҙәби персонаж образын тикшереү.

  1. Персонждың портреты(Тышҡы күренеше.Был күренеш һеҙҙә ниндәй тойғо уята?Портретта ниндәй һыҙатҡа нығыраҡ иғтибар итә?Ул һыҙат геройҙы нисек хар-лай?)
  1. Персонаждың телмәре.(Телмәренең үҙенсәлеге нимә тур-да һөйләй?)
  1. Персонждың башҡалар менән мөнәсәбәте.(Уның хаҡында кем нимә ти,уны нисек хар-лай?Әйтелгәндәр раҫланамы-юҡмы?Башҡаларҙың симпатия-антипатияһы.Персонаж үҙен башҡ-р менән нисек тота?Шуларҙан ниндәй һығымта яһап була?)
  1. Персонаждың һүҙенә эше тап киләме-юҡмы?
  1. Персонажды уратып алған мөхит.(Улар кемдәрҙе үҙ итә,кемдәр менән аралаша(Ул йәшәгән,эшләгән шарттар,интерьер,пейзаж һ.б.)
  1. Үҙенең персонажы хаҡында автор ни уйлай?(Туранан-тура баһалау,характерлау)
  2. Тулайым алғанда,персонаждың образы беҙҙең күҙ алдына нисегерәк һынлана?
  3. Әҫәрҙең образдар системаһында һүҙ барған персонаждың урыны.
  4. Персонаждың образы тормош,кешеләр тураһында ниндәй уйҙар тыуҙыра,йәғни образдың ижтимағи һәм эстетик әһәмиәте.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Анализ 2-х эпизодов: 1. "Встреча Аксиньи с ландышем" по роману М. А. Шолохова "Тихий Дон" (Т.4, ч. 7, гл.1.) 2. Сочинение. Анализ эпизода "Изображение снежного заноса" по роману М.А. Шолохова "Тихий Дон" (Кн.3,ч.6,гл.50).

Раскрыть душевное состояние персонажа через описание картин природы ( по роману М.А.Шолохова "Тихий Дон"). 1. Урок анализа эпизода. 2. Сочинение - анализ эпизода....

Урок - практикум . Элективный курс «Занимательная жизнь русского слова». 9класс Тема урока: «Лингвистический анализ текста В.П.Астафьева «И прахом своим …»» Цель урока: Произвести лингвистический анализ текста на фонетическом, лексическом, морфоло

Цель урока:Произвести лингвистический анализ текста на фонетическом, лексическом, морфологическом и синтаксическом уровнях языка.Задачи урока:применить полученные теоретические знания о  ли...

Анализ диктанта схема анализа

Дана схема анализа. Это ускорит вашу работу...

Анализ сказки-были А.Платонова «Неизвестный цветок». Анализ сказки-были А.Платонова «Неизвестный цветок».

Тип: урок- исследование  Цели:  1) познакомить с фактами биографии            А.Платонова; ...

ТЕКСТ ЛИРИЧЕСКОГО ПРОИЗВЕДЕНИЯ КАК ОБЪЕКТ ЛИНГВИСТИЧЕСКОГО АНАЛИЗА /из опыта работы: анализ стихотворения М.Ю.Лермонтов «Из-под таинственной, холодной полумаски»/.

В современном преподавании литературы в школе одной из самых важных является работа над анализом, изучением, исследованием художественного произведения.В связи с этим наиболее эффективной формой...

Статья по методике математики Анализ УМК: Мордкович А.Г. Алгебра и начала математического анализа 10-11 классы (базовый уровень)

Анализ УМК: Мордкович А.Г. Алгебра и начала математического анализа 10-11 классы (базовый уровень)...

Анализ стихотворения А.С. Пушкина "Зимняя дорога. Анализ стихотворения Есенина «Пороша».Сопоставительный анализ стихотворения С.А. Есенина «Пороша» с приведённым стихотворением А.С. Пушкина «Зимняя дорога».

Стихотворение А. С. Пушкина « Зимняя дорога» — одно из замечательных произведений русского поэта. Когда читаешь это стихотворение, невольно представляются унылые и в то же время таинственные рус...