"Ғаилә һәм ғаилә традициялары"
классный час (8 класс)

Классный час

Скачать:


Предварительный просмотр:

Ғаилә һәм ғаилә традициялары.

Маҡсат.

#1091;ҡыусыларҙа ғаиләгә,ғаилә традицияларына ыңғай мөнәсәбәт булдырыу.

#1199;ҙеңдең ғаиләңә һөйөү,хөрмәт,ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

#1211;өйләү телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу:ғаилә тураһында мәҡәлдәр,презентация,карточкалар.

Хәйерле иртә уҡыусылар!Хәйерле иртә ҡунаҡтар!

Беҙ бөгөнгө класс сәғәтен башлап китер алдынан ошо мәҡәл-әйтемдәрҙе уҡып китәйек.(уҡыусылар уҡыйҙар).

Шулай итеп,беҙ һеҙҙең менән бөгөнгө класс сәғәтендә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән.

Эйе,дөрөҫ ғаилә тураһында. Слайд .Ғаилә фотоһы.

Уҡыусылар,быйыл ниндәй йыл тип иғлан ителде.(Ғаилә йылы).Дөрөҫ,шуның өсөн дә,беҙ һеҙҙең менән бөгөн һәр береһе өсөн мөһим булған тема-ғаилә темаһына һөйләшербеҙ.Беҙҙең ғаилә-ул беҙҙең иң яҡын кешеләр,улар беҙҙең менән һәр саҡ бергә,шатлыҡ килгәндә лә,ҡайғы килгәндә лә беҙ иң беренсе ғаилә менән уртаҡлашабыҙ,шулай бит.

Ғаилә-ул бәләкәй генә дәүләт,шулай бит,бына һеҙҙең класс та ул үҙенә күрә бер ғаилә,сөнки һеҙ беренсе кластан алып бергә уҡыйһығыҙ,көн һайын бер-берегеҙҙе күрәһегеҙ,бер партала ултырып белем алаһығыҙ,бергә конкурс,олимпиадаларҙа ҡатнашаһығыҙ,класташтарығыҙҙың уңыштарына ҡыуанаһығыҙ,уңышһыҙлыҡтарына ҡайғыраһығыҙ,шулай бит.

Белемде һәм тәрбиәне лә беҙ ғаиләлә алабыҙ.

-Ә хәҙер бер нисә һорауға яуап китегеҙ.

-Халыҡ-ара ғаилә көнө ҡасан билдәләнә.(15 май)

-һәр бер ғаиләлә иң мөһиме нимә?(һөйөү,бер-береңде аңлау)

-һәр бер ғаиләнең үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре,йолалары бар,һәм ул йола быуындан-быуынға күсә килә.

Ә бына һеҙҙең ғаиләгеҙҙә ниндәй ғәҙәттәр,йолалар,традициялар бар?(Мәҫәлән,ял һайын ғаилә менән саңғыла йөрөү,тәбиғәткә сығыу,ғаилә менән берәй фильм ҡарау,йәки ял көнөндә бергәләп ултырып билмән эшләү).

-Ә нисә йәштән ғаилә ҡорорға була?(18 йәш)

-Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә кем башлыҡ?Атайығыҙмы,йәки әсәйегеҙме?Ни өсөн шулай тип уйлайһың?

-Ата-әсәләрҙең ниндәй бурыстары бар?

Улар балаларын бәлиғ булғансы ҡарарға тейеш.(18 йәшкә тиклем)

Балаларын илдең ысын граждандары,патриоттары итеп тәрбиәләргә тейеш!

Балаларҙың ниндәй бурысы бар?

Эшкә яраҡлы балалар,үҙҙәренең ата-әсәһен ҡартайғас ҡарарға тейеш!

Әйҙәгеҙ,уҡыусылар хәҙер һәр береһе үҙенең ғаиләһе тураһында һөйләп китһен.(ғаиләлә нисә кеше,ата-әсәйегеҙ ҡайҙа эшләй.).Минән башлап китәбеҙ.Минең ғаилә өс кешенән тора.Слайд.Ғаилә фотоһы.

Ҡыҙыма 16 йәш,исеме Наҙгөл, 8-се мәктәптә,10-сы класта уҡый.

Иремдең исеме Нур,әлеге мәлдә МХО-ла контракт буйынса хеҙмәт итә.Контрактҡа 31-се июль юлланғайны.

Уҡыусылар үҙҙәренең ғаиләһе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китә.

Хәҙер группала эшләп алайыҡ.Ошо һорауҙарға ике минут эсендә яап яҙырға

1группаға ошондай эш.Идеаль ата-әсә ниндәй булырға тейеш?(әрләмәйҙәр,теләгән әйберемде һатып алалар)

2группаға Идеаль бала ниндәй булырға тейеш?(ата-әсәһен тыңлай,ярҙам итә,яҡшы уҡый.)

3 группаға Идеаль ғаилә ниндәй булырға тейеш? һорауына яуа яҙа.(татыу,бер-береһен хөрмәт итәләр).Яуаптарҙы тыңлау.

Һәр бер группанан бер кеше сығып уҡый.

Бына беҙ кисәге мастер класта уҡытыусылар менән ғаилә тураһында лэпбук эшләнек,ҡарап китергә мөмкин.

Ғаилә тураһында лэпбук ҡарап китеү.

Рефлексия.

Беҙҙең класс сәғәте аҙағына ла яҡынлашып килә.Беҙ бөгөнгө класс сәғәтендә һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?Класс сәғәте оҡшанымы?Минән һеҙгә кәңәш:ата-әсәләрегеҙҙе тыңлап йөрөгөҙ,уларға ярҙам итегеҙ,улар менән кәңәшләшегеҙ,уларға үпкәләмәгеҙ,бушҡа-юҡҡа ҡайғыртмағыҙ,сөнки донъяла һеҙҙе иң яратҡан кешеләр,улар-ата-әсәләр.

Бөтәгеҙҙең дә ғаиләһенә һаулыҡ,татыулыҡ,муллыҡ,бәхет теләйем!Шуның менән класс сәғәте тамам!Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

1группаға ошондай эш.Идеаль ата-әсә ниндәй булырға тейеш?(әрләмәйҙәр,теләгән әйберемде һатып алалар)

2группаға Идеаль бала ниндәй булырға тейеш?(ата-әсәһен тыңлай,ярҙам итә,яҡшы уҡый.)

3 группаға Идеаль ғаилә ниндәй булырға тейеш? һорауына яуа яҙа.(татыу,бер-береһен хөрмәт итәләр).

Башҡорт гимназияһы.

Ғаилә һәм ғаилә традициялары темаһына асыҡ класс сәғәте конспекты.

Класс 8 «Б»

Дата г.

Уҡытыусы:Әмирова Э.Х.

2024 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты