Башҡорт ырыуҙарының составы һәм дәреслектәрҙә уларҙың бирелеше (сағылышы).
творческая работа учащихся по краеведению (9 класс)

Лемдясова Зульфия Аснавиевна

Был эште яҙыр алдынанбик күп әҙәби сығанаҡтарҙы үҙләштерҙек һәм шундай һорауҙар тыуҙы. Беренсенән, башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан; икенсенән, ырыуҙар составы яғынан бик күп; ә ни өсөн дәүләт символдарында ете генә ырыу индерелгән; өсөнсөнән, Башҡортостанда 54 район, мәҫәлән, бөрйән ырыуына Көйөргәҙе һәм Бөрйән райондары инә, уларҙың тамғаһы, ҡошо, ағасы, ораны ниндәй икән (оҡшашмы, оҡшаш түгелме); дүртенсенән,  уҡыусылар өсөн дәреслектәрҙә ырыуҙар тураһында мәғлүмәт нисек бирелгән икән һәм шуны белергә тейешбеҙ тип, иҫәпләйбеҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon npk_plemena.doc222 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡыусыларҙың   район фәнни- практик конференцияһы

               Башҡорт ырыуҙарының составы һәм дәреслектәрҙә

             уларҙың бирелеше (сағылышы).

                                                                      Башҡарҙы: 9-сы класс уҡыусыһы

                                 Хисмәтуллин Денис                                                                                      

                                                               Етәксеһе: башҡорт теле уҡытыусыһы

                                                       Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы

  Стәрлетамаҡ районы

Секция: башҡорт теле.

Тема: Башҡорт ырыуҙарының составы һәм дәреслектәрҙә уларҙың бирелеше.

Авторы: Хисмәтуллин Денис      

         Алатана мәктәбе.

Етәксеһе: башҡорт теле уҡытыусыһы Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы.

Бурыстары:- Маҡсат: башҡорт ырыуҙарының составы яғынан парлау һәм тикшереү, дәреслектәрҙә бирелешен күрһәтеү.

ырыуҙарҙың килеп сығышын, составын парлау; тарихына күҙәтеү яһау;ете ырыу икәнен иҫбат итеү;

        -үҙеңдең  сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү;

                         -башҡорт теле дәреслектәренә байҡау яһау; ниндәй биремдәр йәки эштәр аша бирелеүен күрһәтеү; төп асылын асыу.

Тикшереү объекты: башҡорт ырыуҙарының состав яғын  тикшереү.

Гипотеза: дәүләт символикаһына ете ырыуҙың индерелеүен иҫбат итеү.

Мәсьәлә: ырыуҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшереү; аңлау; таблицанан райондарҙың ниндәй ырыуға ҡарауын, шулай уҡ оранын, ҡошон, ағасын яҙып, схема төҙөү. Тикшереү объекты: башҡорт ырыуҙарының состав яғын  тикшереү.

Тикшереү методы: фәнни китаптарға, төрлө сығанаҡтарға таянып, ырыуҙарҙы тарихи яҡтан күҙәтеү .

Фәнни яғы: ырыуҙарҙар тураһында төрлө мәғлүмәттәр бирелгән, ә аныҡ ҡына улар яҙылмаған. Был эштә ете ырыуҙың барлыҡҡа килеүен дәлилләргә тырыштыҡ.

Йөкмәтке.

     I.Инеш.

     II.Төп өлөш.  

         1. Һөйләй тарих биттәре.

         2.Башҡорт ырыуҙарының составы.

         3.Башҡорт теле дәреслектәрендә ырыуҙарҙың бирелеше.

    III.Йомғаҡлау.

    IV.Ҡулланылған әҙәбиәт.

    V.Ҡушымта.

I.Инеш

Башҡорттар араһында ырыу йәки ҡәбилә шәжәрәһен төҙөү бик борондан килгән йола.

Башҡорт шәжәрәләрендә ырыу башлыҡтарының борондан килгән исемдәре, улар йәшәгән осорҙа булып үткән тарихи ваҡиғалар, әһәмиәтле хәлдәр теркәлә барған.[1]

 Үҙебеҙҙең эшебеҙҙә башҡорт ырыуҙарының составын, килеп сығыш- тарын; тамғаларын, ҡоштарын, ағастарын, орандарын тикшереүҙе һәм схема төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Был эштә башҡорт теле дәреслектәрендә ырыу- ҙар тураһында биремдәр йәки ниндәй күнегеүҙәр бирелеүен дә күҙәттек һәм белергә теләнек.

Был эште яҙыр алдынан бик күп әҙәби сығанаҡтарҙы  үҙләштерҙек һәм шундай һорауҙар тыуҙы. Беренсенән,башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан;икенсенән, ырыуҙар составы яғынан бик күп; ә ни өсөн  дәүләт символдарында  ете  генә ырыу индерелгән; өсөнсөнән, Башҡортостанда 54 район, мәҫәлән, бөрйән ырыуына Көйөргәҙе һәм Бөрйән райондары инә, уларҙың тамғаһы , ҡошо, ағасы, ораны ниндәй икән (оҡшашмы, оҡшаш түгелме); дүртенсенән, уҡыусылар өсөн дәреслектәрҙә ырыуҙар тураһында мәғлүмәт нисек бирелгән икән һәм шуны  белергә тейешбеҙ тип, иҫәпләйбеҙ.  

Ошо эштә  шундай һорауҙарға яуапты әҙәби сығанаҡтарға таянып һәм үҙебеҙсә фараз итергә тырыштыҡ.

Ысынлап та, башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡандар? Уның легендаһын сағылдырып үтергә; ырыуҙар составын таблица аша күрһәтеп, уларҙың тамғаһын, ҡошон, оранын, шул ырыуға ниндәй райондар ингәнен тикшерергә; дәүләт символдарындағы ете ырыу индерелеүен аңларға; беҙ уҡыған  дәреслектәрҙә ырыуҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе барыһын да теркәргә булдыҡ. Бында башҡорт теле дәреслегенең авторҙарын, өҙөктәрҙе, күнегеүҙәрҙе һәм нисәнсе биттә булыуын яҙып үттек.

II.Төп өлөш.

1.Һөйләй тарих биттәре.

“Башҡорт” тигән легендала башҡорт халҡының тарихы тураһында түгел, бәлки “башҡорт” һүҙенең нимә аңлатыуы, ул һүҙҙең  (атаманың) нисек килеп сығыуы тураһында ғына мәғлүмәт бирелә. Башҡорттарҙың боронғо ата- баба- лары Урал яғына әллә  ҡайҙарҙан, Алтай тауҙары яғынан килеп сығып, төплә -неп ҡалған, имеш. Ләкин улар оҙон юлда бер саҡ аҙашып, ҡайҙа барырға бел -мәй аптырап ҡалғандар, ти. Шул саҡта улар ҡаршыһына бер бүре килеп сы -ғып,быларҙы эйәртеп алып киткән дә ошо Урал буйҙарына илтеп еткергән, ти. Борон бүрене төрки телендә “ҡорт” тип атағандар. Бүре юл башлап, баш бу- лып килгәнгә, был халыҡты аҙаҡ “башҡорттар” тип исемләгәндәр, имеш, ти.

Легенда һәм риүәйәттәрҙә халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған тарихи ваҡиғаларҙы, батыр кешеләрҙе бер ни тиклем ҡабартып, матурлап һөйләү, үҙ тарихы, үҙ кешеләре менән ғорурланыу һәм уларҙы күпмелер идеаллашты- рыу  ырыу  тойғолары сағыла.

Шулай итеп, башҡорт этногенезен һәм  ырыуҙарҙың килеп сығышын төрлө халыҡтарҙың культураһы һәм халыҡтарҙың бөйөк күсенеү ағымына ла бәйле.

Башҡорттарҙы гун-венгрҙарға ҡайтарып ҡалдырһалар ҙа, уларҙың дине-әкиәттәрҙән күренә был –бер ни тиклем боронғо ҡомандарҙың  диненә оҡшаш булған. Элекке күсмә башҡорттарҙың бер өлөшө, һис шикһеҙ, монгол йәиһә сығатай ҡәбиләләренә ҡарай. 

Башҡорт этносы составына ингән ҡәбиләләрҙең һәр береһенең үҙ атамаһы (бөрйән, ҡыпсаҡ, ғәйнә, тамъян, үҫәргән, юрматы һ.б.) булған. Улар ошо абруйлы ҡәбилә башлыҡтарының исемдәрен йөрөткән. Ҡәбиләләр, хәрби- сәйәси ойошма булараҡ, үҙ-ара союзда торған һәм улар үҙ нәүбәтендә ырыуҙарға бүленгән.

Беренсе ырыуҙар тураһында шундай мәғлүмәт бар: IX-XIII быуаттарҙа ырыуҙар булған һәм уларҙы “башгорд” тип йөрөткәндәр[2].

Табындарҙың иң боронғо төйәге –Алтай тауҙары. Ундағы бер бейек тауҙы монголдар бөгөн дә Табын – Богдо – Оло тип йөрөтә. Бик күп ваҡыттар элек табындар монголдар менән аралашып йәшәй.

    Табындар бик ғәйрәтле ырыу булғандар. XI быуатта табындар Урта Азия- лағы Ҡараханиҙар дәүләтенең төп хәрби көсөнә  әйләнгән. Шул уҡ осорҙа табындарҙың бер өлөшө, ҡыпсаҡтарға ҡушылып, көнбайышҡа күсенә. Улар Ҡара диңгеҙгә тиклем барып сыға. XIII быуат башында табындар башлығы Майҡы бейгә бәләкәйерәк ун ете ырыу буйһонған булған.

Ҡаңнылар әлеге эраға тиклем Арал диңгеҙе буйындағы Ҡәнғүйҙәр илендә йәшәгән. XI-XII быуаттарҙа Ҡәнғүйҙәр илендә йәшәүселәрҙе ҡаңнылар тип йөрөтә башлағандар. Ҡаңнылар  ҡыпсаҡтарҙың  Дәште –

Ҡыпсаҡ дәүләтенә инеп тә йәшәп  ҡараған, ләкин Дәште – Ҡыпсаҡ хандары ҡаңныларҙы  ҡыйырһытҡан, рәнйеткән.  

Балғаҙы исемле йәш батыр ҡаңныларҙы  ҡыпсаҡтарҙан айырып, төнь -яҡҡа, Асылыкүл яҡтарына, алып килә.

Үҫәргәндәр – төрки сығышлы боронғо башҡорт ҡәбиләһе. Был ҡәбилә тураһында мәғлүмәттәр төрлө шәжәрәләрҙә һаҡланған. Шәжәрә ырыу баш- лығы Мөйтән бей тураһында яҙыла.

XIII быуат башында монголдар тарафынан  баҫып алыу тамыр йәйгәс, 1219 йылдың йәйендә  Сыңғыҙ ханды   Мөйтән бей көньяҡ Себер далаларын- да осрата һәм, башҡорт халҡы вәкиле булараҡ, ҡабул ителеп,хан ҡулынан башҡорт ерҙәрендә хакимлыҡ итер өсөн Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртыш), Яйыҡ йылғаһы башы бассейндары ерҙәрен мәңгелек биләүгә ярлыҡ ала, тип фараз- лана.

Мөйтән бей үлеп, урҙа тарҡалғас, уның яҡындары Үҫәргән бей тирәһенә    тупланған.

Үҫәргәндәрҙең ата – бабалары, был эраның беренсе мең йыллығында, халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе ағымында,Үҙәк Азиянан көнбайышҡа, Арал буйына һәм Һыр – Даръя далаларына юлыҡҡан, артабан Кавказға, түбәнге Волгаға барып сыҡҡан. Ун өсөнсө быуатта, монголдарҙың ҡыҫымы арҡаһында – көньяҡ Урал итәгендә - Һаҡмар, Эйек, Һүрәм, Ҡаҫмарт, Йылайыр, Таналыҡ йылғалары бассейндарында төпләнгәндәр. Бәләкәйерәк  төркөмдәре Ырғыҙ, Кәрәлек, Оло һәм Кесе Үҙән йылғалары буйлап ултырған.

       Ҡыпсаҡтар хәҙерге  Башҡортостан төйәгенә күпләп XII-XIV быуаттарҙа килеп урынлашҡан. Был фекер Башҡортостан Һәм Ырымбур төбәктәрендә табылған  археология ҡомартҡылары менән дә раҫлана. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәберлектәре Күгәрсен районында  күпләп өйрәнелгән. Атаҡлы Бәндәбикә  кәшәнәһе лә  Күгәрсен районында һаҡланып ҡалған шул осорҙағы ҡыпсаҡ ҡомартҡыһы [3].

Имеш, бер заман Әй йылғаһы буйында көн иткән Биксәнтәй исемле башҡорт ҡартының малдары юғала. Шуларҙы эҙләргә ҡарт улын сығарып ебәрә. Улы малдарҙы эҙләп йөрөй торғас, Урал һыртының  арғы яғына барып сыға. Малдарҙы табып,атаһына әйләнеп ҡайт--ҡас:-Унда бер ниндәй ҙә ғәскәр – фәлән юҡ, ерҙәре лә бик яҡшы, тигеҙ ер. Әйҙә, атай, шул ергә күсеп ултырайыҡ, - тип өгөтләй башлай. Ә бы- ғаса башҡорттар: “Урал аръяғында ер юҡ, донъя шунда барып бөтә икән”, -тип йөрөр булғандар.

        Биксәнтәй ҡарт:”Бәй, былай булғас, Урал аръяғында ла донъя көтөп булырҙай ҙа баһа”, - тип туған – тыумасалары менән кәңәш – төңәш итешә лә был яҡҡа күсенеп ултыра.

Уның ун ике улы була. Ун икеһе лә  башлы – күҙле булғас, төрлөһө төрлө ерҙә урын һайлап, донъя ҡороп ебәрә.

Быларҙың бөтәһен дә әйлеләр тип йөрөтәләр (Халыҡ ижадынан).

Мең ҡәбиләһе башҡорттарҙың биләмәләре төньяҡтан, Ағиҙелдең урта ағымынан, көньяҡҡа, Дим, Өршәк йылғаларының үренә саҡлы, һуҙылған булған. Көнбайышта иһә Ҡармасан, Сәрмәсән, Өсән, Сөн һәм Ыҡ йылғала- рына барып еткән. Ул биләмәләр хәҙерге Туймазы, Йәрмәкәй, Шаран, Бүз- дәк,  Илеш, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Татарстандың Мөслим,  Бөгөлмә райондарына ҡарай.

Меңдәрҙең ере йәйләү өсөн дә, ҡышлауға ла уңай була.Ул ерҙәргә хужа булыу өсөн һәр саҡ киҫкен көрәш барған. Шуға ла мең баш –ҡорттары берен -селәрҙән булып Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында илселәр ебәргән. (Ә.Усмановтан).

        Башҡорттар элек ырыу – ырыу булып йәшәгән. Һәр ырыуҙың үҙ ерҙәре булған. Көҙәй ырыуы йәмле Әй, Йүрүҙән йылғалары буйында йәшәгән. Табын ырыуы  Урал, Иртыш йылғалары буйында ғүмер кисергән. Ҡаңны ырыуы – Асылыкүл буйын, Үҫәргәндәр Эйек, Йылайыр йылғалары буйҙарын үҙ иткән (А.Иҙелбаев һәм М.Мортазин).

        Башҡорттарҙың Юрматы, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Мең, Үҫәргән, Табын, Әйле ырыуҙары хаҡында ҙур шәжәрәләр тарихи факттарға байлығы һәм уларҙың киң итеп хикәйәләнеүе менән тарихи- әҙәби ҡомартҡы   төҫөн ала. Уларҙа тарихи яҙма һәм художестволы ижад тығыҙ үрелеп китә. Ҡайһы бер шәжәрә- ләрҙә  легенда, риүәйәттәр  рәүешендәге фольклор материалдар өҫтөнлөк итә ( Ғ.Б.Хөсәйенов).

        Фәнил Тимерйән улы Кузбеков раҫлауынса: Иң ҙур шәжәрәләр  Юрма- ты, Мең, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән,Табын, Тамъян  ырыуҙарыныҡы була.

        Ике фактты сағыштырһаҡ, Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов  Әйле ырыуының да шәжәрәһе булған тип яҙа.

    Шәжәрәләрҙә халыҡ тормошондағы һәм тарихындағы иң киҫкен мәлдәргә ныҡ иғтибар бирә.Мәҫәлән, ете ырыуҙың берләшеүе тураһында.

        …Бара – бара халыҡ, Бикбау менән ханды берәм –берәм ташлап, Ҡобағошҡа ыҡлаған. Хан түҙмәгән, ҡасҡан. Бикбау бей ҡалған, Ҡобағошҡа буй биргән.

        Ҡарағөлөмбәт бүтән хандарҙан көс алып, ил өҫтөнә килерҙе ишет -кәс, Ҡобағош ат саптырып, ил йыйған.

        -Был хандан ҡотолоп булмаҫ, аҡ батшанан ярҙам һорайыҡ,беҙгә яр-

ҙам бирһен. Арала ыҙғыш бөтһөн, ырыуға ерҙе бүлеп бирһен, -тип Үҫәргәндән Бикбау бейҙең  үҙен, Бөрйәндән Иҫке бейҙе, Ҡыпсаҡтан Ҡарағужаҡты, Тамъ-

яндан Шаҡманды аҡ батшаға ебәргән, ти. Был беренсе вариант.

     Икенсе вариант.  …Аҙаҡ сиктә бөтә ырыу аҡһаҡалдары араһынан бөрйән- дең Иҫке бей, ҡыпсаҡтың Ҡужаҡ, тамъяндың Шәғәле тигән кешеләрен  батша- ға ебәрергә булғандар, ти.

Бына бында айырма күренә: икенсе шәжәрәлә Үҫәргән бейе Бикбау тураһында мәғлүмәт юҡ. Беренсе шәжәрәлә дүрт бей аҡ батшаға киткән, ә икенсе шәжәрәлә өс бей тураһында һүҙ бара.

Хәҙер ете ырыуға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ете ырыу. Ни сәбәпле һәм ҡайҙан ете ырыу барлыҡҡа килгән?

“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” хикәйәтендә алға, киләсәккә, етеш һәм имен тормошҡа ынтылыу идеяһы бар. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу- ҙың улдары, ейәндәре ете башҡорт ырыуының башында тороусылар итеп хыял ителә: “Был – һинең буласаҡ ҡатының Маянһылыуҙан тыуасаҡ Барлыбай батыр! – тип аңлата Мәскәй ҡарсыҡ, серле таҡтанан күрһәтеп.  Ул, атаһы менән олатаһына оҡшап, шундай уҡ олпатлы ир буласаҡ. Уның артында баҫып торған тимер күлдәкле ете улыңа ҡара, улар: Бөрйән, Үҫәргән, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Бошман, Ҡара – Ҡыпсаҡ, Түңгәүер тип аталырҙар. Уларҙан башҡорт- тарҙың ете ырыуы барлыҡҡа килер, ул ырыуҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәренең ана шул башлыҡтары исеме менән йөрөтөлөр. Ҡара, ана, уларҙың ырыуҙары ҡайһылай ишәйгән”. [4]

        Боронғо кешеләрҙең аңынса, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу ана шундай күтәренке тормошта, кешеләр һәм ырыуҙар араһында дуҫлыҡ танта- на иткән шарттарҙа бәхетле йәшәүгә ирешәләр. Ырыуҙар татыулығы, дуҫ -лығы  ла шуға бәйле рәүештә тасуирлана. Ул заман кешеләренең матурлыҡ- ҡа, гүзәлеккә булған ҡараштарында уларҙың ынтылышы һәм хыялы сағыла.

2.Башҡорт ырыуҙарының составы.

      Башҡорттарҙың ырыу составы бик ҡатмарлы була. Көньяҡта Ҡыпсаҡ – Бушман –Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән, Юрматы ырыуҙары барлыҡҡа килә. Башҡортостандың төньяғында Әйле, Ҡатай ырыуҙары.

Һәр ырыуҙың үҙенең бейе булған. Мәҫәлән, Мөйтән бей үлеп, урҙа тар- ҡалғас, уның яҡындары Үҫәргән бей тирәһенә тупланған. Шулай уҡ ырыуҙар- ҙың үҙенең тамғаһы  ла булған. Тамғаны аттар тамғалағанда ла, оҫталар әйберҙәрен мисәтләгәндә лә,  ырыу сигенә лә (ташҡа, ағасҡа) тамғаларын һалғандар.

Ырыуҙарҙың тамғаһынан тыш ағасы, ҡошо булған. Ағас һәм ҡош – баш- ҡорттарҙың тәбиғәткә табыныуы менән һүрәтләнә. Элекке башҡорттар ағас- тарҙа изге көс бар тип һанағандар һәм мәрхүм булған кешене ағас төбөнә ерләр булғандар.

Барлыҡ ырыуҙарҙың да үҙенең ораны булған. Оранды улар яуға ингән- дә,  бер- береһенең яу ваҡытында рухын күтәргәндә һәм еңеү шатлығын күр- һәткәндә ҡысҡырғандар. Мәҫәлән, Тоҡсаба ораны тураһында Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов шундай мәғлүмәт бирә: “Башҡорттар йәшәгән ҡурған төҫлө ҡалҡыу урынға дошман һөжүм итә. Алыш ике- өс көн туҡталмай, алһыҙ- ялһыҙ бара.

Ҡор башы һыбайлыларын бергә туплап , сардауылға сығара. “Тоҡ-саба” ораны яңғырай. Шул оранды ҡысҡырып, ҡыйҡыулашып, атлылар дошманға ташлана. Иҫ киткес алыш башлана: ҡылыстар айҡала, сафтар сайҡала, баштар киҫелә, аттар ауа.

Яу инде тамамланды тигәндә, дошманға өҫтәмә көс килеп ҡушыла. Шул мәл ҡор башы ҡарағош төшөрөлгән тыуҙы күтәреп, тағы оранлап, ҡалған яугирҙары менән тегеләргә ташлана. Ҡара көс, бындай алышҡа сыҙамайса, һырт бирә.

Ҡара- Ҡыпсаҡ ырыуы тарихында яу ошолай һүрәтләнә. Ҡыпсаҡтар боронғо тоҡсаба ырыуы менән тоҡомдаш. Тарихсылар яҙыуынса, тоҡсабалар  рус кенәзе Игорь менән һуғышта ла ҡатнашҡандар.  

Ана ҡайҙан тарих төпкөлөнән килә “Тоҡсаба” ораны “.[5]

      Шулай итеп, төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарағас, ырыуҙар составын таблица рәүешендә төҙөнөм. Унда районы, ырыуы, тамғаһы, ҡошо, ағасы, ораны күрһәтелде (ҡушымта 1).

Күҙәтеүҙәр яһағандан һуң, шундай һығымтаға килдек: 1-се күҙәтеү:

     Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Борай,Дәүкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама,  Кушна- ренко, Көйөргәҙе, Мәләүез,Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Тә- тешле, Туймазы,Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Ша-

ран, Яңауыл райондарында  типтәрҙәр, мишәрҙәр, урыҫтар, сыуаштар, морд- валар, татарҙар, удмурттар йәшәгәнлеге лә бирелгән. Баҡалы, Балтас, Бәлә- бәй, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Бөрө, Бүздәк, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Кушнаренко, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарының ҡошо, ағасы, ораны бирелмәһә лә, ҡайһы ырыуға ҡарағанлығы күрһәтелгән. Мәҫәлән, Баҡалы районы мең ырыуына ҡарай, шулай бупғас, уларҙың ҡошо- ҡарсыға, ағасы – ҡайын, ораны – алас. [6] 

2-се күҙәтеү:Тамъян ырыуына Әбйәлил, Мәләүез, Көйөргәҙе, Туймазы, Шаран райондары инә, әммә уларҙың ҡошо, ағасы, ораны, бер төрлө; айырмаһы бары тамғалар ҙа ғына. Ҡошо – ҡарға, ағасы – тирәк (ҡайын), ораны – тутыя. Тамғалары даға йәки түңгәләк.

3-сө күҙәтеү: сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр ярҙамында, ырыуҙар- ҙың шундай составы барлыҡҡа килде.

     Ырыу

        ҡош

        ағас

      оран

Юрматы

әтәлге

өйәңке

аҡтайлаҡ

Мең

ҡарсыға

ҡайын

алас

Табын

ҡарағош

ҡарағас

салауат

Үҫәргән

торна

миләш

тоҡсаба

Тамъян

ҡарға

тирәк(ҡайын)

тутыя

Түңгәүер

һайыҫҡан(ҡарсыға)

ерек(ҡарағай)

ҡуңғырат(ҡуңғырт)

Ҡыпсаҡ

бөркөт

ҡарама

туҡҫаба

Ҡатай

ҡауҙы

артыш

тайлаҡ

Әйле

шоңҡар

тирәк(муйыл)

һандал

Ҡаңны

торна

миләш

байғоңыр

ҡарағош

ҡарағас

байғүмер

ҡарға

ерек

тәңре

Бөрйән

көсөгән

имән

аҡтуған

Шулай итеп, ун бер ырыу барлыҡҡа килде. Фәнни сығанаҡтарҙа бик күп ырыуҙар һәм түбәләр айырмаһы бирелгән. Хәҙер ошо составҡа таянып, ете ырыуҙың ғына дәүләт символдарына индерелеүен иҫбатларға ҡала.

Беренсенән, ете ырыуҙың бейҙәре аҡ батшаға барған, тип  раҫларға була. Төрлө сығанаҡтарҙан алынҡан мәғлүмәттәрҙе  сағыштырып ҡарағас, уларҙың күп осраҡта бер-береһенә тап килмәгәнлеген дә  күрергә була. Унда Үҫәргәндән Бикбау бей, Бөрйәндән Иҫке бейҙе,  Ҡыпсаҡтан   Ҡарағужаҡты, Тамъяндан Шаҡманды аҡ батшаға ебәргән йәки өс ырыуҙың башлыҡтары ғына бирелә.

Икенсенән, иң ҙур шәжәрәләр буйынса тарихи факттарға бәйләһәк, бында Юрматы, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Мең, Үҫәргән, Табын, Тамъян, Әйле ырыуҙары хаҡында әйтелә. Күреүебеҙсә, 8 ырыу барлыҡҡа килә һәм Әйле ырыуы ҡурайҙың ете тажына инмәгән булып сыға.

Фәнил Тимерйән улы Кузбеков яҙыуынса, Юрматы, Мең, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Табын, Тамъян ырыуҙары тураһында иң ҙур шәжәрәләр төҙөлөүе һәм булыуы тураһында әйтелә.[7]

      Шулай ҙа икенсе версия дөрөҫлөктө иҫбат итә кеүек һәм ошоға таянып, схема булдырҙыҡ (ҡушымта 2).

3.Башҡорт теле дәреслектәрендә ырыуҙарҙың бирелеше (сағылышы).

           Дәреслектәрҙә ырыуҙар тураһында материал нисек бирелгәне хаҡында белергә теләнек. Был эште шундай юл менән башҡарҙыҡ: беренсенән, дәрес- лектең  нисәнсе класҡа тәғәйенләшен  һәм  дәреслек авторын, икенсенән, ниндәй күнегеү йәки бирем бирелгәнлеге тураһында, өсөнөнән, ниндәй ши- ғыр йәки романдан өҙөк, уларҙың аторҙарын Һәм миҫалдар менән дәлилләр- гә  тырыштым. Бында 4- 11- се кластар индерелде.

Мәҫәлән, Б.Рафиҡов “Ярлыҡ ҡағыҙы”.

        …        -Күҙ ҡараһындай һаҡлаған нәмәбеҙ, әлеге төп байлыҡ тигәнем, беҙгә аҡ батша биргән ярлыҡ ҡағыҙы булыр. Изге Тәтегәс бей, Аҙнай, Ҡарамыш, Алсаҡ Тимер бабаларыбыҙ уны Мәскәүҙән үҙҙәре алып ҡайтҡан. Үҙ еребеҙҙә яландағы януар кеүек, һыуҙағы балыҡ, һауалағы ҡош кеүек ирекле йәшәй алыуыбыҙ әйтелгән унда.

6-сы класс, авторы Усманова М.Ғ.

106- сы күнегеү. Тәржемә итергә.

Башҡорттар элек ырыу – ырыу  булып йәшәгән. Һәр ырыуҙың үҙ ерҙәре булған. Көҙәй ырыуы йәмле Әй, Йүрүҙән йылғалары буйында йәшәгән. Табын ырыуы Урал, Иртыш йылғалары буйында ғүмер иткән. Ҡаңны ырыуы – Асылы

күл буйын, үҫәргәндәр Эйек, Йылайыр йылғала- ры буйҙарын үҙ иткән (41 –се бит).(А.Иҙелбаев һәм М.Мортазин әҫәре буйынса.)

6- сы класс, авторҙары Вилданов Ә.Х., Хажин В.И.

Ә.Хәкимов “Еҙеүкәй янында” (“Һауыр ҡумта” романы буйынса).

…-Үҙең беләһең, сардар,-тип ялғап алып китте түңгәүер бейе,-Яйыҡтан төньяҡҡа борон замандарҙан бирле башҡорт ырыуҙары йәшәй…

        -Ул юлды юрматылар, бүләрҙәр борондан белә. Беҙ ул яҡҡа үтә алмайбыҙ әле…(11- 19- сы биттәр).

        11-се класс, авторҙары Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М.

37-се күнегеү. Белешмәне уҡығыҙ. Ете ырыу тураһында һөйләгеҙ,ырыу исемдәрен яҙып алығыҙ (120-се бит).

38-се күнегеү. Тексты тәржемә итегеҙ.

…Самым древним по времени записи является шежере племени Юрматы…(121-се бит).

“Сыңрау торна” (легенда)

…Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә, илгә килгән дошманды аяуһыҙ  ҡыр, илеңә, ырыуыңа тоғро бул, шунда ғына бәхетле булырһың. Васыят был …(157-159 –сы биттәр).

8 –се класс, авторҙары Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б.

Ә.Вахитов “Ҡамсылау”.

Был тауҙарҙа ҡара урман булған,

Әйҙәгәндәр көтөү туғайҙа.

Йә кучумдар, йә азандар баҫҡан,

Йә туҙҙырған уны нуғайҙар…(108- се бит).

9-сы класс, авторҙары Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б.

“Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне”

...Ҡобағош ат саптырып, ил йыйған.

        -Был хандан ҡотолоп булмаҫ, аҡ батшанан ярҙам һорайыҡ, беҙгә ярҙам бирһен, - типҮҫәргәндән Бикбау бейҙең үҙен, Бөрйәндән Иҫке бейҙе, Ҡыпсаҡтан Ҡарағужаҡты, Тамъяндан Шаҡманды аҡ батшға ебәргән, ти…(147-151 –се биттәр).

“Шәжәрәләр”.

…Башҡорттарҙың Юрматы, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Мең, Үҫәргән, Табын,  Тамъян, Әйле ырыуҙары хаҡында ҙур шәжәрәләр төҙөлгән. Улар- ҙа тарихи яҙма һәм жудожестволы ижад тығыҙ үрелеп китә…(151-152-се биттәр).

“Юрматы ырыуы шәжәрәһе” (152-153-сө биттәр).

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” (35 -40 сы биттәр).

Ғәли Соҡорой “Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү “

Инеш өлөштә Ғ.Соҡорой үҙенән башлап атай- олатайҙарының ун һигеҙ быуынға тиклемге исемдәр теҙмәһен бирә һәм ырыу башлығы итеп Уйшын Майҡы бейҙе атай… (154 –се бит).

М.Өмөтбаев “Йомран иле”

          Беҙҙе Йомран иле, тиҙәр,

Ағиҙелдең буйы, тиҙәр,

Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,

Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән…(177 –се бит).

Мәҡәлә “Башҡорттар”   (181 -183 –сө биттәр).

11 –се класс, авторҙары Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б.

Ғайса Хөсәйенов “Ер” парсаһы.

…Башҡорт борон –борондан Уралға килеп төпләнгән. Шуны тыуған ере, изге төйәге иткән.

…Эштә- тире, яуҙа ҡаны ҡойолған. Йорт- ерен ырыу, тоҡом, йәмәғәт ере итеп ҡараған. Шуны үҙенсә тамға һалып нығытып ҡуйған. Ер иркен даулаған һәм яулаған…(209 -210 –сы биттәр).

     Башҡорт теле дәреслектәренә ырыуҙар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Унда парсалар, шиғырҙар, әйтештәр, романдан өҙөктәр, күнегеүҙәр аша сағылдырылған. Ете ырыуҙың легендаһы ла индерелһә, тағы ла сағыуыраҡ булыр ине.

III.Йомғаҡлау.

Үткән менән йәшәгән кеше – бәхетһеҙ, киләсәк менән йәшәгәне – фантазер, бары бөгөн менән йәшәгәне – моңһоҙ. Ошо өс заманды ла үҙенә һыйҙыра алған кеше генә күпмелер камилыҡҡа эйә. Беҙ өс заманды ла күңеленә һыйҙырып йәшәгән башҡорттар. [8] 

Бөйөк шәхес Ғайса Батыргәрәй  улы яҙған ошо юлдар   бөтә яҡтан да хаҡлы, сөнки кеше үткәнен белмәй тороп, бер нисек тә алға китеш тоймайҙыр ул. Беҙ бәхетһеҙ булырға тейеш түгел, сөнки башҡорттарҙың  үткәне, йәшәүе, беҙгә ҡалдырған мираҫы, шәжәрәләре үҙе бәхет түгелме ни?!  

Эшебеҙҙә ырыуҙар тураһында, уларҙың тамғаларын, ҡоштарын, ағастарын, орандарын мәғлүмәттәргә таянып, асыҡларға тырыштыҡ.

Ҡуйған маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ тип уйлайбыҙ. Алдыбыҙҙа торған һорауҙарға яуаптар таптыҡ. Ҡарауыбыҙса, был эш бик ҡатмарлы булды: беренсенән, ырыуҙар составы яғынан бик күп, икенсенән, фәнни сығанаҡтарҙы тикшергәндә авторҙар төрлө вариант һәм төрлөсә фараз итә-ләр. Беҙгә  бигерәк тә А.А.Камаловтың һәм Ғ.Б.Хөсәйеновтың  фәнни эштәре ярҙам итте. Унда 54 район тураһында; шәжәләрҙең яҙылышы асыҡлыҡ индерҙе. Ошо сығанаҡтарға таянып, 11 ырыуҙың барлығын аңланыҡ.

Беҙ Ер йөҙөндә иң бәхетле халыҡ, сөнки беҙҙең Тыуған илебеҙ, еребеҙ, телебеҙ бар. Ошо байлыҡтар һаҡланһын өсөн, алға ынтылырға  һәм бай тарихыбыҙ менән ғорурланып йәшәргә тейешбеҙ.  

  IV.Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.А.А.Камалов. Башкирские географические термины и топонимия. Уфа: Башкирское издательство “Китап”, 1997 год.

2.Ф.Т.Кузбеков. История куль туры башкир. Уфа: Китап, 1997 год.

3. Ф.Г.Хисаметдинова. Родной Башкортостан. Издательство “Сонико” Уфа – 1992 год.

4.Башҡорт әҙәбиәте: 9 –сы синыф өсөн дәреслек. Ғ.Б.Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан  “Китап” нәшриәте.

5.Х.Сәғитов. Үҫәргәндәр тармағы – шишәйҙәр…// Шоңҡар, 2009,      №11 (18 -19-сы биттәр).

Ҡушымта

Ҡушымта 1. Таблица.

Район

ырыу

тамға

  ҡош

ағас

оран

килме-

шәк

халыҡ

Әбйәлил

районы

тамъян

даға,әүер-

нә

ырғаҡ

ҡарға

тирәк

тутыя

табын

түңәрәк

ҡарағош

ҡарағас

салауат

түңгә-

үер

ай

Һайыҫ-

ҡан

ерек

ҡуңғырат

ҡыпсаҡ

ҡусҡар

бөркөт

ҡарама

туҡҫаба

бөрйән

ҡуянғолаҡ

көсөгән

имән

аҡтуған

Әлшәй районы

мең

бөрйән

ҡыпсаҡ

ҡатай

тараҡ

ҡарсыға

ҡайын

алас

Архан-

гель

районы

табын

көҙөй

кәлсер

Һәнәк

өҙәңге

ҡарағош

ҡарағас

салауат

Асҡын

районы

балыҡ-

сы

танып

сутанып

кәлеб ағасы

шебешаяҡ

кәкерсәк

типтәр

мишәр

Ауырға-

зы районы

мең

өршәк-

мең

меркет

табын

-------

ҡарсыға

ҡарсыға

ҡарағош

ҡайын

ҡайын

ҡарағас

алаҫ

алаҫ

салауат

типтәр

мишәр

татар

сыуаш

Баймаҡ

районы

бөрйән

түңгә-

үер

ҡыпсаҡ

яғылбай

әүернә

яғылбай

тамға

көсөгән

бөркөт

имән

ҡарама

аҡтуған

туҡҫаба

Баҡалы

районы

ҡырғыҙ

ҡатай

мең

һара-

лы

юрмый

әүернә

мишәр

татар

типтәр-ҙәре

Балтас

районы

танып

ирәкте

ун

таҙлар

су -ун

ҫаплы

бөжөрә

ҡаҙаяҡ

мишәр

типтәр

мари

удмурт

татар

Бәләбәй

районы

ҡаңлы

ҫәнәк

әүернә

татар

мишәр

типтәр

Балаҡа-

тай районы

ҡатай

ҡошсо

дыуан

әй

борғаҡҡуян

көйгөлдө

тырма

айтамға

ҡауҙы

шоңҡар

артыш

тирәк

тайлаҡ

һандал

Белорет

районы

ҡатай

тамъян

ҡыпсаҡ

табын

балға

сүкеш,сүмес

түңгәләк  

ҡауҙы

ҡарға

бөркөт

артыш

тирәк

ҡарама

тайлаҡ

тутыя

туҡҫаба

Бишбү-

ләк районы

мең

бөрйән

ҡатай

ҡыпсаҡ

байлар

йылан

эт ҡабырғаһы

өҙәңге

ҡарсыға

ҡайын

алас

Бөрө районы

ҡаңлы

башҡорт

тамғаһы

дүрт

ҡабырға

ҫәнәк

типтәр

мишәр

Благо-

вар

районы

ҡаңлы

дыуа-

най

мең

ырғаҡ

татар

мишәр

типтәр

Благовещен районы

көҙөй

мең

ҫәнәк

ҡарсыға

ҡайын

алас

Бүздәк

районы

ҡаңлы

мең

йәлдәк

ҫәнәк

әүернә

сүкеш

ҡарсыға

ҡайын

алас

мишәр

типтәр

татар

Борай

районы

йәлдәк

эске

йылан

таҙ

таҙлар

ун

танып

ҡырғыҙ

әүернә

ҡапҡа

татар

типтәр

мишәр

типтәр

удмурт

моҡшы

Бөрйән

районы

бөрйән

ҡыпсаҡ

түңгә-

үер

эт ҡабырға

сүкеш,сү-

мес

һәнәк

ай

көсөгән

бөркөт/ҡарсыға

һайыҫ-

ҡан

имән

ҡарама/ҡарағай

ерек

аҡтуған

туҡҫаба

ҡуңғырат

Ғафури

районы

табын

юрма-

ты

ҡыпсаҡ

ҡапҡа,сөй,

даға

ҡаҙаяҡ

ҡапҡа

ҡарағош

әтәлге

бөркөт

ҡарағас

өйәңке

ҡарама

салауат

аҡтайлаҡ

туҡҫаба

типтәр

сыуаш

татар

Дәүлә-

кән

районы

мең

бөрйән

әй(әй-

ҙе)

үҫәр-

гән

ҡаңлы

табын

ҡош ҡабырға

кәләп

кәләп

сүмес

әүернә

кәләп

һәнәк

йорт тамға

ҡарсыға

ҡайын

алас

типтәр

мишәр

Дыуан

районы

әй

һарт

дыуан

һүмес

ай тамға

сүмес

шоңҡар

тирәк

һандал

Дүртөй-

лө районы

йылан

йәлдәк

шәмшә

ҙе

дыуа-

най

ҡаңлы

әүернә

дуға,ырғаҡ

ҡойошҡан

өүернә

типтәр

мишәр

мари

Йәрмә-

кәй районы

йылан

байлар

әүернә

типтәр

мишәр

татар

сыуаш

мордва

Ейәнсу-

ра

районы

ҡыпсаҡ

үҫәр-

гән бөрйән

ҡойошҡан

бөркөт

торна

көсөгән

ҡарама

миләш

имән

туҡҫаба

тоҡсаба

аҡтуған

типтәр

Йыла-

йыр

районы

үҫәр-

гән

түңгә-

үер

ҡыпсаҡ

ҡойошҡан

ай тамға

ҡойошҡан

торна

һайыҫ-

ҡан

бөркөт

миләш

ерек

ҡарама

тоҡсаба

ҡуңғырат

туҡҫаба

Иглин

районы

мең

көҙөй

әүернә

дуға өҙәңге

ҡарсыға

ҡайын

алас

типтәр

урыҫ

Илеш

районы

йылан

йәлдәк

ҡырғыҙ

бүләр

йәнәй

байлар

гәрәй

ҡырғыҙ

әүернә

һәнәк

сүкеш

өҙәңге

ураҡ

киләп

тауыҡ аяғы

типтәр

мишәр

мари

татар

удмурт

Ишем-

бай

районы

юрма-

ты

ҡыпсаҡ

ырғаҡ

ағас тамғаһы

мал тамғаһы

әтәлге

бөркөт

өйәңке

ҡарама

аҡтайлаҡ

туҡҫаба

Ҡалтасы

районы

гәрәй

йылан

йәнәй

әүернә

ҡапҡа

әүернә

мишәр

типтәр

Ҡариҙел

районы

балыҡ-

сы

танып

ун

йәлдәк

өҙәңгн

әмжә

әүернә

тәрәзә

мишәр

типтәр

Ҡырмыҫ-ҡалы

районы

мең

табын

кәләп

әмзә,һәнәк

сүмес

һәнәк

табағас

ҡарсыға

ҡарағош

ҡайын

ҡарағас

Алас

салауат

Ҡыйғы

районы

әй

дыуан

ай тамға

шоңҡар

тирәк

һандал

мишәр

Красно-

кама

районы

ҡырғыҙ

гәрәй

йылан

йәнәй

ҫәнәк

әүернә

тырма

мишәр

типтәр

мари

Күгәр-

сен

районы

бөрйән

ҡыпсаҡүҫәр-

гән

түңгә-

үер

әүернә

әмжә

ҡойошҡан

ат тамға

көсөгән

бөркөт

торна

һайыҫ-

ҡан

имән

ҡарама

миләш

ерек

аҡтуған

туҡҫаба

тоҡсаба

ҡуңғрат

Кушна-ренко

районы

дыуа-

най

ҡаңлы

ҡар-

шын

мең

ҡапҡа

ҡапҡа

ҡапҡа

йылан

ҡарсыға

ҡайын

алас

мишәр

типтәр

удмурт

Көйөргә-ҙе

районы

бөрйән

ҡыпсаҡ

тамъян

көрәк

көйәнтә

сүкеш

һәнәк

һәнәк

көсөгән

бөркөт

ҡарға

имән

ҡарама

тирәк

аҡтуған

туҡҫаба

тутыя

типтәр

мишәр

Мәләүез

районы

ҡыпсаҡ

тамъян

юрматы

һәнәк

ырғаҡ

бөркөт

ҡарағош

әтәлге

ҡарама

тирәк

өйәңке

туҡҫаба

тутыя

аҡтай-

лаҡ

татар

урыҫ

белорус

украин  

сыуаш

Мәсетле

районы

дыуан

ҡошсо

өпәй

ҡапҡа

һәнәк

сарүҙәк

һәнәк

өҙәңге

шоңҡар

тирәк

һандал

мишәр

типтәр

Мишкә

районы

дыуа-

най

танып

шәмшә-ҙе

ҡаңлы

әтәлге

ҡабырға

йорт тамға

ҡарға

ерек

тәңре

Миәкә

районы

мең

бөрйән

ҡатай

ҡыпсаҡ

тамъян

сүкеш

ҡарсыға

көсөгән

ҡауҙы

бөркөт

ҡарға

ҡайын

имән

артыш

ҡарама

тирәк

алас

аҡтуған

тайлаҡ

туҡҫаба

тутыя

мишәр

типтәр

Нуриман

районы

көҙөй

йәлдәк

һалйот

дыуан

мең

тырма

ҡабырға

ҡарсыға

ҡайын

алас

типтәр

Салауат

районы

көҙөй

әйле

мырҙа-лар

әй

Һәнәк

өҙәңге

тырма

һөңгө

дөйәмуйын

асҡыс

шоңҡар

шоңҡар

ирәк

муйыл

Һандал

һандал

татар

типтәр

урыҫ

Стәрле-

баш

районы

юрма-

ты

мең

тараҡ

ҡабырға

өҙәңге

әтәлге

ҡарсыға

өйәңке

ҡайын

аҡтай-

лаҡ

алас

типтәр

Стәрле-

тамаҡ

районы

юрма-

ты

мең

Туҡмаҡ

ҡаҙаяҡ

әтәлге

ҡарсыға

өйәңке

ҡайын

аҡтай-

лаҡ

алас

сыуаш

мор-

два

типтәр

Тәтешле

районы

гәрәй

ирәкте

танып

ҫәнәк

ҡаҙаяҡ

әүернә

саплы

бөжөрә

ҡаҙаяҡ

типтәр

удмурт

типтәр

урыҫ

татар

типтәр

мишәр

Туймазы

районы

байлар

тамъян

йылан

әйле

ҡыпсаҡ

ҡаңлы

ҡатай

ҡырғыҙ

мең

чумеч

даға

түңгәләк

ҡарға

шоңҡар

бөркөт

торна

ҡарағош

ҡарға

ҡарсыға

тирәк

муйыл

ҡарама

миләш

ҡарағас

ерек

ҡайын

тутыя

һандал

туҡҫаба

байғоңыр

байғүмер

тәңре

алас

типтәр

татар

типтәр

татар

типтәр

Өфө

районы

мең

ҡарсыға

ҡайын

алас

типтәр

Учалы

районы

табын

ҡыуа-

ҡан

һүмес, ай

кәйлә

балта

ҡарағош

ҡарағас

салауат

типтәр

Федоров-ка

районы

юрма-

ты

ырғаҡ

Һәнәк

әүернә

әтәлге

өйәңке

аҡтай-

лаҡ

типтәр

татар

Хәйбул-

ла

районы

үҫәр-

гән

түңгә-

үер

бөрйән

ҡыпсаҡ

ҡойошҡан

ай тамға

торна

һайыҫ-

ҡан

ҡарсыға

көсөгән

бөркөт

миләш

ерек

ҡарағай

имән

ҡарама

тоҡсаба

ҡуңғырат

ҡуңғырт

аҡтуған

туҡҫаба

урыҫ

Саҡма-

ғош

районы

дыуа-

най

ҡаңлы

йылан

йәлдәк

ҡырғыҙ

торна

миләш

байғоңыр

типтәр

татар

мишәр

Шишмә

районы

мең

ҡатай

табын

әйле

ҡарсыға

ҡауҙы

ҡарағош

шоңҡар

ҡайын

артыш

ҡарағас

муйыл

алас

тайлаҡ

салауат

һандал

татар

типтәр

Шаран

районы

йылан

тамъян

ҡаңлы

ҡырғыҙ

юрмый

ҡарға

торна

ҡарағош

ҡарға

тирәк

миләш

ҡарағас

ерек

тутыя

байғоңыр

байғүмер

тәңре

типтәр

сыуаш

Яңауыл

районы

гәрәй

йылан

ирәкте

йәнәй

уран

ҫәнәк

киләп

даға

салғы

һәнәк

табағас

ҫәнәк

ҡабырға

дуға

типтәр

Ҡушымта 2.

Икенсе версияға буйынса ошондай ырыуҙар тураһында схема булдырҙыҡ.

Юрматы                           Бөрйән     Үҫәргән                  Табын 

Ҡошо: әтәлге                 көсөгән       торна                    ҡарағош

Ағасы:өйәңке                имән                    миләш                 ҡарағас

Ораны:аҡтайлаҡ            аҡтуған            тоҡсаба                 салауат

                                               Ырыуҙар

Мең                    Ҡыпсаҡ        Тамъян

ҡарсыға        бөркөт                     ҡарға

ҡайын        ҡарама                    тирәк/ ҡайын  

алас        туҡҫаба                   тутыя

[1] .А.А.Камалов. Башкирские географические термины и топонимия. Уфа: Башкирское издательство “Китап”, 1997 год.

[2] Ф.Т.Кузбеков. История куль туры башкир. Уфа: Китап, 1997 год.

[3] С.Галин. Шәжәрә. (11 – се класс, 121 – се бит)

[4]. Ф.Г.Хисаметдинова. Родной Башкортостан. Издательство “Сонико” Уфа – 1992 год.

[5] Ғ.Хөсәйенов. Тоҡсаба ораны. Башҡорт әҙәбиәте: 9 –сы синыф өсөн дәреслек. Ғ.Б.Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан  “Китап” нәшриәте.

[6] А.А.Камалов. Башкирские географические термины и топонимия. Уфа: Башкирское издательство “Китап”, 1997 год.

[7] Ф.Т.Кузбеков. История куль туры башкир. Уфа: Китап, 1997 год.

[8] .Башҡорт әҙәбиәте: 9 –сы синыф өсөн дәреслек. Ғ.Б.Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан  “Китап” нәшриәте.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең  дөрөҫ яһылышы"...

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендә Һ.Дәүләтшинаның тормошо сағылышы

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендәге Һөнәрсе  образында Һ.Дәүләтшина тормошоноң  сағылышын сағыштырыуҙар, конкрет деталдәр аша күҙәтеү, иҫбатлау,  һығымталар яһау....

Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында илһөйәрлек тойғоһоноң сағылышы.

Маҡсат: 1) Поэманың йөкмәткеһе менән танышыу, анализлау. Проект төҙөү, йыйынтыҡ сығарыу.2) Бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ позицияңды яҡлап сығыш яһау оҫталығын арттырыу.3)Тыуған илгә,...

М.Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһында илһөйәрлектең сағылышы

Эш т9р29ре бирелг9н у3ыу материалыУ3ыу материалын 72л9штере7буйынса ет9кселекМа3сат:1)Халы3  ша1иры Мостай К9римде4 тормош юлы 89м ижады мен9н 3ы63аса таныштырыу. 2) “7лм96бай” п...

разработка урока һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы

Развернутый конспект по башкирскому языку в 5 классе...