Рауил Бикбаев
презентация к уроку на тему

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

Рауил Бикбаев ижады

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rauil_bikbaev_prezentatsiya_novaya.pptx2.01 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Беҙҙә ҡунаҡта

Слайд 4

шағирыбыҙҙың атаһы һәм әсәһе

Слайд 5

1953 йылда Ырымбурга у ҡырға инә. Аҡ-Булағым минең, әй, аҡ шишмәм, Улың кеүек мие үҫтерҙең. Һиңә килгән сибек бер малайҙы Еткән егет итеп үҫтерҙең. Һин өйрәттең һис бер кәмһетмәҫкә Кешеләрҙең милләт-тоҡомон. Дүрт йыл буйы бер үк һабаҡтарҙы Төрлө-төрлө телдә уҡыныҡ.

Слайд 6

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған . Күрше Ғәбдрафик ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте , Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын , Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай . Аспирантуранан һуң оҙаҡ йылдар Тарих , тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй . 1995 йылданБашҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара . Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай . " Дала офоҡтары " тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә . Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы , хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды .

Слайд 7

Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә , заман , ил, халыҡ , киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. " Карауанһарай ", " Баҙар балтаһы ", " Һыуһаным , һыуҙар бирегеҙ !" поэмаларында , " Халҡыма хат" шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә . Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт белгесе . Ул филология фәндәре докторы , профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү , әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур . Рауил Бикбаев республикабыҙҙың Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы , Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде .

Слайд 8

1962 йыл — Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай . 1965 йылдан башлап — Рәсәй Федерацияһының Өф ө ғилми үҙәгеТарих , тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй . 1995 йылдан башлап — Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе

Слайд 9

Маҡтаулы исемдәре 1989 йыл — Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре 1993 йылдан — Башҡортостандың халыҡ шағиры 1996 йылдан — Филология фәндәре докторы

Слайд 10

Фото альбом битт әренән...

Слайд 19

Әҫәрҙәре 1967 йыл : Ҡош юлы: Шиғырҙар , поэмалар . Өфө , 1967. 1976 йыл : Ғүмер уртаһы : Шиғырҙар , поэмалар . Өфө , 1976. 1985 йыл : Бураҙналар : Шиғырҙар , поэмалар . Өфө , 1985. Звездный дом: Стихи. ( урыҫ .) Мәскәү , 1985. 1986 йыл : Поющие скалы: Стихи. ( урыҫ .) Мәскәү , 1986. Время. Поэт. Народ. ( урыҫ .) Мәскәү , 1986. 1991 йыл : Эволюция современной башкирской поэзии. Москва, 1991. 1995 йыл : Шайехзада Бабич : Жизнь и творчество. Литературоведение. ( урыҫ .) Өфө , 1995.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...

Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс

Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....

"Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка - 75 йәш" дәрес өлгөһө.

Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка -   75 йәш.Маҡсат:Рауил Бикбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.Йыһазландырыу.1.Магнит таҡтаһы,мағниттар,мағнитофон.  2....

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2023 года отммечается юбилей народного поэта Республики Башкортостан Рауиля Бикбаева, имя которого грддо носит наша гимназия. Фото материалов о поэте не так много.. Эта презентация будет по...