Рауил Бикбаевтың "Уралыма", ' Салауат ҡылысы' шиғырҙарын өйрәнеү.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы

Туған әҙәбиәтенән дәрес планы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rauil_bikbaev.docx23.06 КБ

Предварительный просмотр:

            Рауил Бикбаевтың  “Уралыма”,   “Салауат ҡылысы”

                                     шиғырҙарын      өйрәнеү.

                                                  ( VI класс)

Маҡсат. Рауил Бикбаев тураһында мәғлүмәт биреү, шиғырҙарға анализ яһау;  уҡылғандар  буйынса фекер йөрөтөргә, уларҙы иҫбатларға өйрәтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; тыуған ергә, батырҙарыбыҙға ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Дәреслек, Р.Бикбаевтың портреты, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны, А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу”, А.Лежневтың “Салауатты тотоу”, Р.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр” картиналары репродукциялары, Салауат Юлаевҡа арналған папка, З.Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһынан увертюралар һәм ариялар.

                                                 Дәрес барышы.                      

  1. Ойоштороу. (Уҡыусылар1 слайдта яҙылған дәрестең темаһы һәм эпиграфы менән таныша.)

                                              Яҡшы ла атҡа менеп, ҡулына алып

                                              Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

                                              Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

                                              Һис бирмәгән башҡорт Уралын...

                                                      (Башҡорт халыҡ йыры “Урал”дан)

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бергәләп  дәресебеҙҙең маҡсатын билдәләйек. Кем тураһында  бөгөн һүҙ барасаҡ? (Укыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр, уҡытыусы ярҙам итә). Тимәк , беҙ бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошо һәм шиғырҙары  менән танышасаҡбыҙ,   башҡорт халҡының милли батыры - Салауат Юлаев тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

                                   (Дәфтәргә дата, тема, эпиграф яҙыла.)

 2. Төп өлөш.

                                   1. Артикуляцион күнегеү:

                                   Һам-һам-һам – тәбиғәткә күҙ һалам.

                                   Там-там-там –Тыуған илде яратам.

                                   Тыр-тыр-тыр – яуға киткән бер Батыр.

                                   Ҡыр-ҡыр-ҡыр – ул батыр булып ҡайтыр.

  1. Р. Бикбаевтың  тормошо менән танышыу. (2  слайдта шағирҙың портреты). Бикбаев Рауил Төхвәт улы 1938 йылда Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Өфөләге  Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, аспирантурала уҡыған. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, ғалим дәрәжәһе алған. Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны һүҙҙәренең  авторы  (икенсе авторы – Рәшит Шәкүр, Фәрит Иҙрисов музыкаһы: гимндан өҙөк тыңлау, һүҙҙәре 3 слайдта бирелгән). Бөгөнгө көндә Ҡоролтайҙың  депутаты.   Быйыл Рауил Бикбаев 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

( 4 слайдта уның тураһында мәғлүмәт яҙылған :

  • Башҡортостандың халыҡ шағиры;
  • Филология фәндәре докторы;
  • Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялары лауреаты;
  • Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялары лауреаты;
  • Башҡортостан Ҡоролтайының депутаты;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны һүҙҙәренең авторы; )

3. “Уралыма” шиғырын өйрәнеү:

а)  Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы;

б)   Һүҙлек эше ( 5 слайд ):

һын – тышҡы тән төҙөлөшө, кәүҙә, буй;

ҡын – билгә тағып йөрөй торған үткер ҡоралдың һауыты;

килмешәк – ситтән килгән, ят ырыу,сит яҡ кешеһе;

баҡһам (бағыу)  – ҡараһам, күҙ йүнәлтеү;

иңдәреңдә – кәүҙәнең бер ҡулбаштан икенсе ҡулбашҡа ҡәҙәр булған артҡы өлөшө; яурын;

в) бер уҡыусынан шиғырҙы тасуири уҡытыу;

г) шиғыр буйынса әңгәмә ойоштороу:

- Шиғырҙың темаһы? Ни өсөн шағир Уралды “Ҡандан ҡынға кергән ҡылыс”ҡа оҡшата?

( Уҡыусыларҙың иғтибары тағы ла дәрестең эпиграфына йүнәлтелә ( 1слайд), уҡытыусы тарафынан ҡыҫҡаса  ата-бабаларыбыҙҙың аяныслы үткәне хаҡында һөйләнелә, Уралды  маҡтаған, данлаған төрлө ҡобайырҙар һ.б. миҫалға килтерелә).

-Ни өсөн шағирҙың күңеле бөгөнгө көндә күтәренке, киләсәге тыныс?(Уҡыусыларҙың яуаптары.)

4.  Ял минуты.        

5. “Салауат ҡылысы” шиғырын өйрәнеү:

а) Салауат Юлаев тураһында  әңгәмә;

- Уҡыусылар, һеҙ өйҙә атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып та, башҡа сығанаҡтарҙан да  Салауат Юлаев тураһында материал туплап килергә тейеш инегеҙ. Кем ул Салауат Юлаев? Ни өсөн ул беҙҙең батырыбыҙ һанала?

( Уҡыусыларҙың яуаптары, сығыштары уҡытыусы менән тулыландырылып барыла, өҫтәлмә мәғлүмәт бирелә, импровизатор һүҙенә аңлатма бирелә, слайдта А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу”, А.Лежневтың “Салауатты тотоу”, Р.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр” картиналары күрһәтелә ( 6, 7, 8 слайдтар), З. Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһынан  увертюралар тыңлау, һорауҙарға яуап биреү).

б) Шиғырҙы тасуири уҡыу;

в) Һүҙлек  эше (9 cлайд):

тутығыу – дымланып,ҡыҙғылт көрән ҡатлам менән ҡапланыу; тут алыу;

ҡорос – тимер менән углерод һәм башҡа элементтарҙың иретмәһенән торған аҡһыл төҫтәге ҡаты металл.

даулап – талап итеп, бәхәсләшеп үҙеңдекенә ирешеү.

ырыҫ – көтмәгәндә килгән бәхет.

нәфрәт- бик ҡаты асыу, күрә алмаусанлыҡ тойғоһо.

әйҙәү – саҡырыу.

аманат – һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә; әйтеп ҡалдырылған һүҙ, үтәлергә тейеш васыят;

аяныс – йән әсеткес, ҡыҙғаныс;

г) Шиғыр буйынса әңгәмә  ойоштороу, темаһын асыҡлау. (Уҡытыусы,  өҫтәлмә  мәғлүмәттәр биреп, шиғырҙағы юлдарға аңлатма биреп бара: Салауатҡа, Бүгәсәүгә ҡушылғанда,  бары тик 19 ғына йәш булған, уның ҡылысы оҙаҡ йылдар сит ерҙә – Латвия музейында һаҡланған, илебеҙгә 1982 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан, бөгөнгө көндә Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана, ул ҡынһыҙ, оҙонлоғо 96 сантиметр, киңлеге 3 сантиметр, арыҫлан башы төшөрөлгән, ғәрәп телендә ниндәйҙер яҙыу һаҡланған( 9 слайдта Салауат ҡылысы  һүрәте ); батшабикәнең уның исемен онотторорға теләүе,  уның ғаиләһе , балалары яҙмышы һ.б. тураһында.)

- Шиғырҙағы “Был ғүмерҙең иң аяныс мәле – Батыр ҡулынан ҡылыс төшөүе” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

- Ни өсөн шағир Салауаттың ҡылысын  һатлыҡ йән һелтәй алмаҫ, тип яҙа?

- Рауил Бикбаевтың ике шиғырында ла ҡылыс образы бирелгән.  Уларҙың ҡайһыһында  уға ниндәй мәғәнә һалынған? Был шиғырҙарында автор нимә әйтергә теләгән? ( “Уралыма “ шиғырында  Урал  үҙе ҡылыс итеп һынландырыла , ул дошмандарға ҡаршы тора, уларҙы кире ҡаға,  ә икенсеһендә  Салауаттың һуғыш  ҡоралы – ҡылысы тураһында һүҙ бара.)

3. Йомғаҡлау.

а) Һығымта яһау:

- Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы? Үҙегеҙгә  ниндәй яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдығыҙ? Кем ул Рауил Бикбаев? Уның әҫәрҙәре күбеһенсә  ниндәй темаға яҙылған? Кем ул  Салауат Юлаев? һ.б.

- Тимәк, оло талант эйәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәре  туған  халҡының данлы тарихы , бөгөнгө хәле тураһында тәрән уйҙар менән һуғарылып яҙылған.

б)  Өйгә эш.

Егеттәргә:  “ Әгәр мин батыр булһам...” темаһын дауам итергә.

Ҡыҙҙарға:  “Егет кешегә ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?”  һорауына

яуап яҙырға.  в ) Баһалар ҡуйыу.

 

 

                                                             


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...

Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс

Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....

Рауил Бикбаев

Рауил Бикбаев ижады...

"Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка - 75 йәш" дәрес өлгөһө.

Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка -   75 йәш.Маҡсат:Рауил Бикбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.Йыһазландырыу.1.Магнит таҡтаһы,мағниттар,мағнитофон.  2....

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2023 года отммечается юбилей народного поэта Республики Башкортостан Рауиля Бикбаева, имя которого грддо носит наша гимназия. Фото материалов о поэте не так много.. Эта презентация будет по...