"Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн"
учебно-методический материал (10, 11 класс) на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

Бөйө Ватан һуғышында  дошманға ҡаршы ҡәләмде лә, штыкты ла ҡорал итеп яуға сапҡан әҙиптәребеҙгә  арнала был сара.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tyuasak_tan_tyuasak_yaz_oson_-_stsenariy.docx28.75 КБ

Предварительный просмотр:

                                                    “Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн!”

(кластан тыш сара)

Сараның маҡсаты:  уҡыусыларҙы мәктәп дәреслектәренә исемдәре индерелмәгән яугир яҙыусыларҙың тормош юлы, ижады менән таныштырыу; уларҙа  логик фекерләү ҡеүәһен арттырыу; илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта, яҙыусыларҙың китаптары.

Ҡатнашалар: 10 -11 класс уҡыусылары.

Баһалама:    яуап биргән уҡыусыларға йондоҙсоҡтар таратылып, иң күп йондоҙсоҡ йыйған уҡыусы еңеүсе була

                (һәр һорау, һорауға яуап айырым слайдтарҙа күрһәтелә бара)

Алып барыусы:  Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе, прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: “Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ”, - тип яҙғайны. Икенсе бер әҙип – шағир Бәҙрүш Моҡамай  шул уҡ йылдарҙа: “Бөгөн илгә йөрәгемде бирҙем, кәрәк булһа, ғүмеремде бирермен”, - тип йырланы.

     Һәм бына ошо ант һүҙҙәрен бойомға ашырыр көн килде. Бөйөк Ватан һуғышы, бер яҡтан, илебеҙҙең көс-ҡеүәтенә, халыҡтар берҙәмлегенә һынау булһа, икенсе яҡтан, әҙәбиәтебеҙҙең һуғышсанлығына, яҙыусыларыбыҙҙың Ватанға тоғролоғона ла көслө һынау була. Бөтә совет халҡы менән бер үк сәғәттә әҙәбиәтебеҙ ҙә көрәшкә күтәрелә. Һуғыштың тәүге көнөнән үк әҙип һүҙе, шағир йыры илде яуыз дошмандан һаҡларға өндәгән көслө оран булып яңғырай.

     Башҡорт яҙыусылары ватандаштарын фашизмға ҡаршы көрәшкә саҡырыу менән бергә, үҙҙәре лә тәүге көндән ҡәләмде штыкка алыштырҙы. Патриотик тойғолары һәм гражданлыҡ хисе уларҙы яу яланына өндәне.

     Илебеҙҙең бәхете, кешелектең артабанғы юлы хәл ителгән аяуһыҙ көрәш ҡырында Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мәлих Харис, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Баязит Дим, Бәҙрүш Моҡамай, Мазһар Абдуллин, Төхфәт Морат, Сыңғыҙ Ханов, Ғайса Йосопов, шулай уҡ тиҫтәләгән талантлы йәштәр үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың ярты юлда бүленеп ҡалған йырҙары ла, килер быуындарға өлгө булырҙай героик ғүмерҙәре лә, Данко йөрәгендәй, һаман яҡтыртып, алға әйҙәп тора.

     Кешелеккә йәшәү яулап алыу өсөн ғүмерҙәрен фиҙа иткән был батыр шәхестәр бөгөн, бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән саҡта, мәңге тереләр рәтендә иҫкә алына. Уларҙың йырҙары һаман да көрәшселәр сафында. Сөнки улар һуғыш йылдарында нисек итеп дошманды еңергә өйрәткән булһалар, хәҙер яңы быуындарҙы нисек итеп үҙ Ватанын яратырға, уның өсөн бөйөк фиҙакәрлеккә барырға өйрәтәләр. Шағир М.Хәй һүҙҙәре менән әйткәндә:

Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр –

Үлеүселәр көрәш утында.

Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да

Ерҙә тыуған яңы быуында.

     Яңы быуын, йәғни әлеге уҡыусылар, батыр шағирҙарыбыҙҙың ижадын беләме икән?

(һәр һорау, һорауға яуап айырым слайдтарҙа күрһәтелә бара,  яуап биргән уҡыусыларға йондоҙсоҡтар таратылып, иң күп йондоҙсоҡто кем йыя – шул еңеүсе була)

  1. Мостай Кәримдең ҡайһы әҫәрендә  ҡыҙ  һуғыш ваҡытында юғалған әсәһен  эҙләй?

  А.  Туй дауам итә.      Б. Ярлыҡау     в. Айгөл иле.    Г. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Д. Башҡорт халҡына яуап хат.

2. Ҡайһы шағир  “Үлтер , улым, фашисты!” тип  әмер бирә?

А.  Назар Нәжми                  б. Рәшит Ниғмәти          в. Мостай Кәрим

3.  Башҡорт атлылар дивизияһында йыш булған яҙыусы, фольклорсы, “Утыҙ батыр ҡалҡыулығы”  очеркы, “Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944) китаптары авторы.

А. Төхвәт Морат      б. Баязит Дим     в. Хөсәйен Ҡунаҡбай   г. Кирәй Мәргән    д. Әкрәм Вәли

Белешмә:  Ватан һуғышы йылдарында Кирәй Мәргән “Комсомольская правда” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ Башҡорт атлылар дивизияһында  йыш була, дивизия гәзите эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Һуғыш осоронда уның   “Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944), “Һуғыш фольклоры” (1944) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Был йыйынтыҡтарға ингән хикәйә һәм очерктарында Башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттарының батырлығын , дивизия уҙған яу юлын күҙ алдына баҫтыра. “Утыҙ батыр ҡалҡыулығы” очеркында панфиловсыларҙың үлемһеҙ батырлығын  ҡабатлаған утыҙ башҡорт егетенең, бер аҙым артҡа сигенмәй, дошман һөжүменә ҡаршы ике тәүлек буйына  тиңһеҙ алышын һүрәтләй. Совет халҡының батырлығын һүрәтләгән “Яу”, фронт һәм тыл берҙәмлеген сағылдырған “Минең семьям” кеүек пьесалары менән был осорҙағы драма жанрына ла тос өлөш индерҙе.

4. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ  ауылында тыуған,   үҙе теләп фронтҡа киткән, 1941 йылда Көньяҡ фронтта  батырҙарса һәләк булған 30  йәшлек шағир.

А. Бәҙрүш Моҡамай         б. Мазһар Абдуллин              в. Мөхәмәтйәров Хәй

Белешмә:   Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы 1911 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең  Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.

5. “Батыр тураһында баллада”, “Онотмаһын мине Тыуған ил”, “Хат” шиғырҙары авторы, яуҙа үлеп ҡалған шағир

А. Баязит Дим      б. Мәлих Харис   в. Сыңғыҙ Ханов    г. Али Карнай  д. Хөсәйен Ҡунаҡбай

Белешмә: :    Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Саҡмағош районының Яңы күл ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, белемгә ынтыла. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа, ни бары 7 – 8 йыл була, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ шиғыр, баллада яҙып ҡалдыра.

6. Үҙенең яҡын дуҫы Мәлих Харисҡа арнап, Назар Нәжми  ниндәй әҫәр ижад иткән?

А. “Йыр тураһында баллада”    б. “Ҡапҡалар”    в. “Шағир һәм Шаһ”.

7. Генерал –майор Шайморатовҡа арналған йырҙың  һүҙҙәрен кем яҙған?

А. Али Карнай     б. Ҡадир Даян      в. Муса Ғәли.

8. Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова тураһындағы  “Ташлама мине” документаль повесының авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

А. Файыҡ Мөхәмәтйәнов     б. Шакир Янбаев     в. Суфиян Поаарисов.

Белешмә: Суфиян Поварисов 1942 йылда хеҙмәткә алына. Миномет расчеты командиры булараҡ яу яландарында ҡатнаша. Курск дуғаһынан башлап Украина, Польша, Румыния, Венгрия,Германия, Чехословакия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы,    III дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

С. Поварисов батырлығы менән легендаға әйләнгән Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова тураһындағы “Ташлама мине”, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Ферапонтовтың ҡаһарманлығын һүрәтләгән “Осрашырбыҙ әле” повестарын яҙа. “Яҙмыш ҡорбандары” романында Иглин районында формалашҡан айырым миномет полкы яугирҙарының , оҙон юл үтеп, Прагала фашистарҙы тар-мар итеп үткән юлы һүрәтләнә.

9. Әрме сафында 30  йыл хеҙмәт иткән, юғары хәрби дәрәжә – полковник званиеһы алыуға өлгәшкән яҙыусы, “Атылған йондоҙҙар”,  “Хыял күккә саҡыра” һ.б  китаптар авторы.

А.  Азат Мағазов            б. Әхнәф Байрамов     в. Зөлфәр Хисмәтуллин.

Белешмә: Азат Мағазов 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, кесе авиабелгестәр һәм механиктар мәктәбендә уҡый. Штурмовой авиаполк составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1948 – 1951 йылдарҙа авиаштурмдар училищеһында уҡый. А.Мағазов курсанттарҙың штурм инструкторы, звено штурманы, ВВС сәйәси бүлегенең инструкторы булып хеҙмәт итә. Утыҙ йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, 1972 йылда отставкаға сыға. II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградланған. Хәҙерге көндә ул республика Тыныслыҡты яҡлау комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.

        Әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына, һуғыш осоронда республика гәзиттәрендә  шиғырҙары, хәрби гәзиттәрҙә хикәйәләре сыға.  Ижад эше менән отставкаға сыҡҡандан һуң ғына актив шөғөлләнә башлай. Әҫәрҙәре летчиктр тормошона бәйле. “Шоңҡар юлы”, “Һауаларҙа – йондоҙ”, “Осоу”, “Атылған йондоҙҙар”, “Тыуған ер хаҡына”,”Хыял күккә саҡыра” һ.б. китаптары бар.

10. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин тураһындағы романдың авторы.

А. Ә.Бикчәнтәйев       б. Т.Ғиниәтуллин     в. Сөләймән Муллабаев

Г. Я.Хамматов    д.  Әмир Чаныш

Белешмә: Тиҫтәләгән романдар авторы яугир яҙыусы Яныбай Хамматов 1942 – 1946 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм миҙалдар менән наградлана. Күкрәге менән фашистарҙың дзот амбразураһын ҡаплаған Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға арналған “Тыуған көн” романы популярлыҡ ҡаҙанды. Был әҫәр өсөн яҙыусыға СССР Оборона министрлығының дипломы бирелде, әҫәр урыҫ, украин, башҡа телдәргә тәржемә ителде.

11.   “Башҡорт халҡының Островскийы” тип  кемде атайҙар?

А. Ибраһим Ғиззәтуллин     б. Нәжиб Иҙелбай     в. Динис Исламов

Белешмә: Беренсе группа Ватан һуғышы инвалиды, ике тиҫтәгә яҡын китаптар авторы, күренекле  яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллинды башҡорт халҡының Островскийы тип атайҙар ине. Был бик урынлы һәм хаҡ. Педагогия училищеһын тамамлап, ауылдарында уҡытыусы булып эшләгән И.Ғиззәтуллин 30-сы йылдар аҙағында армия сафына  алына. Алыҫ Көнсығышта взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштың башынан уҡ Төньяҡ –Көнбайыш фронтына эләгә, 1941 йылдың октябрь айында ҡаты яралана, ҡабат һуғышта ҡатнаша алмай. Шунан аҙаҡ ул, түшәктә ятҡан килеш, ҡулына ҡәләм алып яҙыша башлай. Батырлыҡтары өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

        Шундай ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, уның рухы һынмай, һуғыш осоронда гәзиттәрҙә хикәйәләре , очерктары баҫыла. “Яңынан сафта”, “Йәшәү йәме”, “Тормош һуҡмаҡтары”, “Икенсе бейеклек”, “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” йыйынтыҡтары авторы.

12. Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһындағы  “Бөркөт һауала үлә” повесының  авторы.

А.Шәриф Биҡҡол        б. Ғәли Ибраһимов      в. Нәжиб Асанбаев

Г. Тимер Арыҫлан        д. Әнүәр Бикчәнтәйев

13. Генерал Шайморатовҡа,  Даян Мурзинға арналған драмалар авторы, “Ҡояш байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар иламай” романдарын яҙыусы.

А. Нәжиб Асанбаев       б. Ибраһим Абдуллин     в. Ғилемдар Рамазанов

Г. Нур Зарипов

Белешмә: Ғәскәри хеҙмәтен 1940 йылда Иран сигендә башлаған Ибраһим Абдуллин һуғыш башланыу менән фронтҡа ебәрелә.Сталинград өсөн барған ҡот осҡос һуғыштарҙа ҡаты яралана.Госпиталдән һуң батальон командиры ярҙамсыһы була. 1945 йылда, ауырыу сәбәпле, демобилизациялана. I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградлана.

И.Абдуллин Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң күп яҙған  яҙыусылыр. “Генерал Шайморатов” (Ш.Насиров менән бергә), “Миләүшә яҙ килтерә (Даян Мурзин тураһында), “Йыр булып ҡайтырмын” драмалары,”Тиле йәшлек”, “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” “Яратам,  яратам...” комедиялары авторы. “Хуш, Рим!”, “Тол ҡатындар иламай”, “Ҡош юлынан барам”, “Ҡояш байымай ҙа байымай”,”Тау артында тауҙар бар” романдарын яҙған.

14. Яҙыусылар араһында иң оҙаҡ – 1940 йылдан 1949  йылға тиклем хәрби хеҙмәттә булған  яҙыусы, драматург, “Яралы яҙмыш” драмаһы авторы.

А. Әхиәр Хәкимов   б. Нәжиб Асанбаев     в. Ибраһим Абдуллин

Белешмә: Нәжиб Асанбаев 1940 йылда уҡытыусы булып эшләгәндә Ҡыҙыл Армияға алына. Бер йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәс, Рязандағы артиллерия училищеһына уҡырға ебәрелә.1942 – 1945 йылдарҙа Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры булараҡ ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн I һәм  II дәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары, миҙалдар менәннаградлана. Ул  яҙыусылар араһынан иң оҙаҡ, 1949 йылға тиклем, хәрби хеҙмәттә була. “Яралы яҙмыш” драмаһы өсөн Н.Асанбаевҡа Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арналған конкурста  премия бирелде.

15. 15 йәше лә тулыр –тулмаҫтан Ватан һуғышында ҡатнашҡан  яҙыусы, күп романдар авторы, шул  иҫәптән “Күпер”, “Бәйге” повестары авторы. 

А. Сөләймән Мулллабаев      б. Хәким Ғиләжев          в. Әхиәр Хәким

Белешмә: Ә.Хәкимов (1929 йылғы) 15 йәше лә тулыр-тулмаҫ Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙағы батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары менән наградлана. Яуҙаш дуҫтарының ҡаһарманлығын Ә.Хәкимов “Осар ҡоштар”, “Күпер”, “Бәйге” повестарында һүрәтләне.

16. Ҡайһы шағирҙың шиырында дошман пуляһы батырҙың комсомол билетын тишеп үтә, һәм шул уҡ хәл шағирҙың үҙе менән дә ҡабатлана?

А. Ғилемдар Рамазанов   б. Мостай Кәрим    в. Ғәйнан Әмири  г. Сабир Кинйәкәй

Белешмә: 1938 йылда Мостай Кәрим “Дуҫтың үлеме” тигән шиғыр яҙҙы. Был шиғырҙа пуля батырҙың комсомол билетын тишеп үтеп, уның йөрәген туҡтата. 1942 йылда, комсомол һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы билеттарын тишеп ингән ярсыҡ Мостай Кәримде ҡаты яралай, үпкәһен йәрәхәтләй һәм йөрәге янына килеп туҡтай. Шағр ярты йылдан ашыу госпиталдә ята.

17. Баймаҡ районында тыуып үҫкән шағир, Аксаков, Гоголь, Айтматов,  Горький һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеүсе, “Ел, ерәнем”  шиғырының авторы. 

А. Яҡуп Ҡолмой            б. Фәйзи Ғүмәров      в. Нәжип Иҙелбай.

Белешмә:  Нәжип Иҙелбай (Нәжип Сафа улы Иҙелбаев) 1912 йылдың 12 мартында Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуа. 1929 йылда Баймаҡ тау-промышленность техникумын тамамлай. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Һуғышта ҡатнаша.

Нәжип Иҙелбай “Күк шинель” (1947), “Ел, ерәнем” (1958), “Йырым һиңә булһын” (1970), “Еңеү иртәһе” (1981) исемле шиғырҙар һәм йырҙар китаптарының авторы. Ул сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы.

Нәжип Иҙелбай тәржемәсе булараҡ киң билдәле. Ул Дж. Лондон, Н. Гоголь, Т. Аксанов, П. Ершов, А. Чехов. А. Островский, М. Горький, А. Гайдар, П. Бажов, М. Бубенков, С. Злобин, С. Бабаевский, О. Гончар, С. Айтматов, С. Михалков әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте.

18. Танк ротаһы командиры сифатында  Мәскәүҙән алып Берлинғаса һуғыштарҙа ҡатнашҡан яҡташ яҙыусы,  хикәйәләр оҫтаһы.

А. Зөлфәр Хисмәтуллин      б. Яныбай Хамматов     в. Ғабдулла Байбурин

Белешмә:  Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин 1923 йылдың 11 июлендә Башҡортостандың Белорет районы Юғары Сермән ауылында тыуған. Ошо ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда армиянан ҡайта.

 “Пионер”, “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Крокодил”, “Чаян” журналдарында уның үҙенсәлекле ҡыҫҡа хикәйәләре, фельетондары йыш күренә башлай. Юмор һәм сатира алымдары менән һуғарылған “Әбейҙәр сыуағы”, “Алмаш-тилмәш”, “Шундай-шундай эштәр”, “Ҡунаҡта”, “Мөхәббәт серҙәре” китаптары бар

19. Баймаҡ районында тыуып , бәләкәй сағынан уҡ етем ҡалған, һуғыш ваҡытында  контузия алып, бөтөнләй һуҡырайып ҡайтҡан  шағир. 

А.Ибраһим Ғиззәтуллин     б. Әкрәм Вәли               в.  Батыр Вәлид

Белешмә: Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитов) 1905 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә.  Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

 Уның бер-бер артлы “Асыу ҡатыш йылмайыу”, “Тау балаһы”, “Борғо тауышы”, “Еңеү” кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла.  “Ҡуңыр буға”, “Ирәндек буйында”, “Салауат маршы” кеүек йырҙарҙың текстары бынан алтмыш йылдар элек Батыр Вәлид тарафынан яҙылғандар.

. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ҡәләмен ташламай.  Уның “Бүләгем”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Йырлайыҡ, дуҫтар”, “Күңел күҙе”, “Ҡурай моңо”, “Йылдарым — йырҙарым” китаптары баҫылып сыҡты. “Тау балаһы”, “Билсән Сөләй”, “Ҡауышыу”, “Уралға йырым” кеүек поэмалары бар. 1969 йылда үлә.

 

20. Үҙенә полковник званиеһы бирелеүе тураһында приказды ишетеү бәхетенә ирешә алмай, әсирлеккә эләгеп, Дахау концлагерында  немецтарға ҡаршы восстаниеның етәксеһе булған, язаланып үлтерелгән  шағир.

А. Рәхим Саттар                б. Хәйретдин Мөжәй               б. Муса Йәлил

Белешмә: Мөжәһит Хәйретдинов (1901 – 1944) Туймазы районы Төрөкмән ауылында тыуған.

1919 йылдан Граждандар һуғышында ла, 1938 йылда япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ла ҡатнаша. 1941 йылдан  - тағы һуғышта. 1942 йылда Х.Мөжәй командалыҡ иткән полк ҡамауҙа ҡала, уны һушын юғалтҡан килеш әсирлеккә алалар. Фашистарҙың ҡот осҡос Дахау концлагерында һынмаҫ рух көсө күрһәтә.  Фашистарға ҡаршы йәшерен ойошма етәкселәренең  береһе була ул. Донос буйынса тотолоп, ҡаты ғазаплап, 1944 йылда язалап үлтерәләр.

        Һуғышҡа тиклем “Мылтыҡлылар”, “Гүзәл йәшлек” китаптары баҫылып сыҡһа, һуғыш ваҡытында шағирҙан “Окопта яҙылған шиғырҙар” тигән биш дәфтәр ҡала.

Уның тормошо һәм ижады хаҡында Самат Шакирҙың “Үлемһеҙлек” исемле китабы баҫылып сыҡты  (1981 й.)

        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн" (Бөйөк Ватан һуғышы һәм әҙәбиәт)

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, күп кенә шағир-яҙыусыларыбыҙ фашизмға ҡаршы көрәштә ҡәләмдәрен штыкка алмаштырҙы. Уларҙың тормош юлы, ижады буйынса белемде камиллаштырыу маҡсатында был сара (уны дәрес-т...