Тема:А.Йәғәфәрова.Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.
план-конспект урока (6 класс)

Конспект урока для 6 класса по башкирскому государственному языку

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл a.ygfrova.duslyk_menn_shayarmayzar.docx25.68 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: А.Йәғәфәрова “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”

Маҡсат:

  1. А.Йәғәфәрованың биографияһы менән таныштырыу.
  2. Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү;
  3. А.Йәғәфәрова “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар әҫәре менән танышыу;
  4. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея – тематикаһын асыҡлау, образдарға характеристика биреү;
  5. Дуҫлыҡ тураһында төшөнсә алыу;
  6. Дуҫлыҡта тоғролоҡ, кешелеклелек, тырышлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, дуҫлыҡҡа тоғро булырға өйрәтеү.
  7. Һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу;
  8. Әкиәтте тейешле хис-тойғолар менән тасуири уҡырға өйрәтеү;
  9. Уҡыусыларҙа кешелеклек, бер-береңә ихтирам тойғоһо, әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор,башҡорт алфавиты,карточкалар,мәҡәлдәр,һүҙлек эше.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ! Хәйерле көн, уҡыусылар!

Уҡытыусы. Бөгөн көн ниндәй?Бөгөн нисәнсе число?

Уҡыусылар. Бөгөн көн аяҙ, һалҡын.

Уҡытыусы. Аҙнаның ниндәй көнө?Шишәмбе

Уҡытыусы.Дәрестә кем юҡ?

Дәресте башлар алдынан,артикуляцион күнегеүҙе әйтеп китәйек.

Артикуляцион күнегеү.

Ә,ө,ҡ,ғ,ҫ,ҙ,һ,ү,ң.

  1. Яңы темаға күсеү. Әңгәмә ҡороу. (3 минут)

Бөгөнгө теманы асыҡлар өсөн бер уйын уйнап алайыҡ. Уйын “Серле шифр ”,(секретный шифр) тип атала.Ҡағыҙҙа һандар артында хәрефтәр йәшеренгән ошо шифрҙы ҡулланып, карточкалағы һандар аҫтына,башҡорт алфавиты ярҙамында,ниндәй хәреф тура килгәнен яҙып сыҡһағыҙ, бөгөн уҡыясаҡ әҫәрҙең исемен табырбыҙ.

-Ниндәй исемле әҫәр уҡырбыҙ ? Хор менән әйтегеҙ әле.(“Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”). Шулай итеп, ни өсөн әҫәр шулай аталған икән, тигән һорауға яуап эҙләргә кәрәк булыр.

Уҡытыусы. Эйе, беҙ бөгөн һеҙҙең менән дуҫлыҡ тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Уҡытыусы. А Йәғәфәрованың “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтен уҡып дуҫҡа тоғро булырға, уның ҡәҙерен белергә, һәм ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш тигән һорауға яуап бирәсәкбеҙ.

Дәфтәрҙе астыҡ. Бөгөнгө датаны яҙайыҡ.Ун туғыҙынсы ноябрь.Синыфта эш. Айһылыу Йәғәфәрова.Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Ручканы һалдыҡ.Тыңлайбыҙ.

  • Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова 1948 йылдың 3 сентябрендә Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуа. Әхмәт ауылында башланғыс класс мәктәбен , Ташбулатта урта, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлай. 1967 йылда райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозында яңы асылған балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. 1974 йылда БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлай. Тиҫтәләгән китап авторы. Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Муйынса» тип аталып, 1972 йылда донъя күрҙе. Айһылыу Йәғәфәрова Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт һәм аткаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, райондың Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты. 1989 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы

Ә хәҙер китаптарҙың 54- се битен астыҡ. Тексты сылбырлап уҡый башлайбыҙ,күҙәтеп барабыҙ.

Тексты уҡып бөткәндән һуң,йөкмәткеһен тәржемә итеү.(уҡытыусы тәржемә итә)

  • Һүҙлек эше. Бер уҡыусы уҡып ишеттерә.
  • Берәйһе менән – с кем-нибудь
  • Һүҙ бирешергә – дать слово, обещать
  • Һынарға –проверять, испытывать
  • Ысын тип уйлаған – поверил
  • Ҡыланыш – поступок, выходки.
  • Терпе-ежик
  • Ҡуян-заяц.

Ял минуты

Бер – ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,

Ике – уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,

Өс – яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,

Дүрт – ҡулдарҙы төшөрәбеҙ,

Бер, ике, өс – беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.

Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.Һорауҙарға яуап.

  • Уҡытыусы. Был әкиәттә нимәләр тураһында һүҙ бара?
  • Уҡыусылар яуабы. (Ҡуян һәм терпе тураһында)
  • Слайдтан ҡарау (характеристика биреү).
  • Уҡытыусы. Ҡыҫҡағойроҡҡа әсәһе нимә тип әйткән була? китаптан табып уҡып күрһәтегеҙ.(что сказала мама зайчихе?)
  • -Ҡыҫҡағойроҡ кем менән дуҫлашҡан?
  • -Ҡуян дуҫын нисек һынап ҡарарға булған?
  • -Әкиәттә кем оҡшаны? Ни өсөн? ( сөнки Терпе- эшсән,ярҙамсыл. Дуҫы бәләгә тарыу менән ярҙамға ташлана һәм уны ҡотҡара). Терпегә ниндәй сифаттар хас?
  • Характеристика
  • Терпе
  • күңелсәк
  • ярҙамсыл
  • эшһөйәр
  • тоғро
  • Ҡуян
  • Ышанысһыҙ
  • Алдаҡсы.

Ике уҡыусы таҡтаға сығып,характеристиканы яҙа.Береһе ҡуянға,икенсеһе терпегә.
-Ә ни өсөн ҡуян оҡшаманы? (Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белмәй.Дуҫының ышаныслымы-юҡмы икәнен тикшереп ҡарай. Ҡыҙыҡ өсөн генә эшләй.)Ышанысһыҙ.

  • -Ни өсөн Терпе күңелһеҙләнә? (Дуҫы ышанмай)
  • Уҡыусылар,һеҙ дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
  • Можно сказать на русском языке.
  • Не имей сто рублей,а имей сто друзей.
  • Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын.
  • Дуҫың булһа,үҙеңдән артыҡ булһын.
  • Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала.
  • Ошо мәҡәлдәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

Текстан һуң һорауҙарҙы уҡыу,һәм яуап биреү.

1-се һорау.Беренсе абзацты күсереп яҙырға һәм башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең аҫтына һыҙырға.

Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Шулай итеп уҡыусылар,беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?(дуҫлыҡ) ысын дуҫлыҡты һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Кем ыңғай герой, кем кире?

Дуҫлыҡ көсө нимәлә.(слайд ҡарау)

Ысын дуҫ.

Уҡытыусы. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Уҡыусылар, минең һеҙгә шундай теләктәрем бар. Дуҫтарығыҙҙы һәр ваҡыт ихтирам итеп, уға ярҙам итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ.Уважайте своих друзей,цените их,и дорожите им.Һәм бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә күп фәһемле фекерҙәр алғанһығыҙҙыр тип ышанғым килә.

-Кемгә бөгөнгө дәрес оҡшаны баҫабыҙ. Кем үҙен дәрестә һәйбәт эшләне , тип уйлай сәпәкәйләй.

-Һеҙҙең менән дәрестә эшләүемә бик шатмын. Рәхмәт, балалар.Дәрес тамам.

Уҡыусыларҙы викторина ярҙамында баһалау.

Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлегенә комментарий биреү.Өй эше. Әкиәттең йөкмәткеһе буйынса һүрәт эшләп килергә һәм үҙеңдең дуҫың тураһында мәғлүмәт яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Ут менән шаярмайҙар" темаһы буйынса презентация.

quot;Ут менән шаярмайҙар" темаһы буйынса презентация....