"Башҡортостандың экологияһы"
методическая разработка (6 класс) по теме

Гареева Альбина Рашитовна

Разработка урока по башкирскому (государственному) языку для 6 класса по теме "Экология Башкортостана"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkortostandyn_ekologiyahy_6_klass.doc711.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Башҡортостандың экологияһы (6-сы класс)

Маҡсат: 1. Лексик һәм грамматик материалды ҡабатлау; тыңлау һәләттәрен (аудирование) камиллаштырыу; уҡыусыларҙы проект эшенә әҙерләү.

2.Уҡыусыларҙы материалды системалаштырырға өйрәтеү; коммуникатив һәләттәрен үҫтереү.

3.Башҡортостан тәбиғәтенә ҡарата һоҡланыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уҡыусыларҙа экологик мәҙәниәтте формалаштырыу.

Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедиа проекторы, мультимедиа презентацияһы, компьютер, электрон дәреслек, карточкалар.

Дәрес барышы

Ойоштороу өлөшө.

Уҡыусылар менән һаулашыу.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Хәҙер ҡунаҡтар менән һаулашайыҡ.

-Һаумыһығыҙ!

Өйгә эште тикшереү.  Дәресте беҙ өйгә эшен тикшереүҙән башлайбыҙ. Өйгә эш итеп һеҙгә “күл” һүҙе булған мәҡәлдәрҙе яҙып килергә ине. Кем эшләне? Бик яҡшы.

Күл тамсынан йыйыла. Из крошек - кучка, из капли – море.

Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай.  По капельке – море, по зернышку – ворох.

Тамсы тама-тама – күл була. С миру по нитке – голому рубашка.

Күленә ҡарап ҡамышы. Какова береста, таков и короб.

Ил төкөрһә, күл булыр. Мир плюнет – море будет.

Баҡа, йылан бер күлдә, икеһе лә бер телдә. Хрен редьки не слаще, черт дьявола не лучше. Күлдең йәме ҡаҙ менән, туйҙың йәме ҡыҙ менән. Икмәк - илдән, һыу - күлдән. Күлеңә күрә сум.

“Йылан менән балыҡ” әкиәтен кем уҡыны? Был әкиәт нимә тураһында? Кем тураһында һүҙ бара? Ғәҙәттәр ниндәй була? (яҡшы, насар)

Артикуляцион күнегеү. (экранда)

Бөтә нәмә беҙҙең өсөн:

Урман, күлдәр, сәхрәләр…

Беҙҙең өсөн үҫә ерҙә

Мең-мең төрлө сәскәләр.

уҡытыусының уҡыуы;

бергәләп уҡыу;

сылбырлап уҡыу.

Төп өлөш. Инеш әңгәмә.

-Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (тәбиғәт) Дөрөҫ. Үткән дәрестәрҙә беҙ Башҡортостандың тәбиғәте тураһында һөйләштек. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ ниндәй? (матур, һоҡландырғыс, ғорур) Башҡортостанда нимәләр бар? (йылғалар, тауҙар, урмандар, хайуандар) Һеҙ тәбиғәтте яратаһығыҙмы? Айырыуса йәй көндәрендә сәхрәгә сығырға, ял итергә, йылғала йә күлдә һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға.  Әммә ләкин хәҙерге ваҡытта беҙ икенсе күренештәр менән йыш осрашабыҙ. Ҡарайыҡ әле (слайд). Нимәләр күрәбеҙ? (яуаптар)Ниндәй экологик мәсьәләләр менән осрашабыҙ?

- Борсоулы мәғлүмәттәр алабыҙ. Шулай итеп, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандағы экологик мәсьәләләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ, ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаларын ҡабатлаясаҡбыҙ. Теманы һәм датаны дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.

Эләктрон дәреслектәге текст менән эш (12-се тема, 16-сы күнегеү). Дәреслектәге 289-сы күнегеү 115-се бит.

Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙлек эше. (Бергәләп уҡыу, башҡортса – русса, русса - башҡортса)

Төр  - вид

Мәғлүмәт  - данные

ике тапҡыр  - два раза

борсоулы  - тревожный

ерҙәр ашала  - размываются земли

яртыһынан күберәге  - больше половины

тауҙар ишелә - обваливаются (обрушиваются) горы

юҡҡа сығыу алдында  - перед исчезновением

юҡҡа сығыу  - исчезать

ҡоролоҡ - засуха

Тексты тыңлау (аудирование с извлечением необходимой информации). Уҡыусылар дәреслектән ҡарап баралар.Тексты сылбырлап уҡыу.

Борсоулы мәғлүмәттәр

Һәр минутта беҙҙең планетала 15-20 гектар урман юҡҡа сыға.

Урмандарҙы һәләк итеү арҡаһында, һауа торошо ҡорораҡ була бара, һыуҙарҙың ағышы боҙола, Себерҙә тупраҡ бик ныҡ туңа, саң бурандары барлыҡҡа килә, ерҙәр ашала, тауҙар ишелә.

һуңғы 50 йыл эсендә ҡоролоҡ 10 тапҡыр йышыраҡ булды. Һыу баҫыуҙар, ҙур ҡойондар булыу ике тапҡырға артты.

Быуат башында хайуандарҙың йылына бер төрө юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер көнөнә бер төр юҡҡа сыға.

Европала ҡоштарҙың - өстән икеһе, күбәләктәрҙең - өстән бере, йыландарҙың һәм ер-һыу хайуандарының яртыһынан күберәге юҡҡа сығыу алдында.

Уҡытыусы һорауҙарына яуап биреү (яуаптарҙы уҡыусылар текстан табалар).

-Текст русса нисек итеп атала?

-Һәр минут һайын нимә юҡҡа сыға?

-Нимә арҡаһында һауа торошо ҡорораҡ була?

-Ерҙәр нимә эшләй?

-Нимәләр юҡҡа сыға?

Дәреслектә бирелгән эште үтәү (тәржемә эше, телдән).

Урмандарҙы һәләк итеү арҡаһында, һауа торошо ҡорораҡ була бара, һыуҙарҙың ағышы боҙола, Себерҙә тупраҡ бик ныҡ туңа, саң бурандары барлыҡҡа килә, ерҙәр ашала, тауҙар ишелә.

Из-за уничтожения лесов воздух становится сухой, меняется течение вод, очень сильно замерзает почва в Сибири, появляются пыльные бури, истачиваются земли, обваливаются горы.

Грамматик теманы ҡабатлау. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы

Ә һеҙ насар экологиялы ерҙә йәшәргә теләйһегеҙме? Әйҙәгеҙ әле был күренеште кирегә әйләндерәйек. Беҙгә ҡылымдың юҡлыҡ формалары ярҙам итерҙәр. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы нисек барлыҡҡа килә? (-ма, -мә ялғауҙары ярҙамында).Карточкалар менән эш.

Урмандарҙы һәләк итмәү арҡаһында, һауа торошо ҡорораҡ булмай, һыуҙарҙың ағышы боҙолмай, Себерҙә тупраҡ  туңмай, саң бурандары барлыҡҡа килмәй, ерҙәр ашалмай, тауҙар ишелмәй.

Үтелгәндәрҙе нығытыу (карточкалар менән эш). Һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.

БЕҘ

Еребеҙ тураһында уйлаһаҡ,

балыҡтар менән тулы ине.

Йылғаларҙы бысратмаһаҡ,

экологик мәсьәләләр булмаҫ ине.

Сүп-сарҙы ташламаһаҡ,

беҙҙең ҡала таҙа булыр ине.

Урмандарҙы ҡырмаһаҡ,

хайуандар юҡҡа сыҡмаҫ ине.

Яңы технологияларҙы ҡулланһаҡ,


беҙҙең планета таҙа булыр ине.


- Ә һеҙ тәбиғәткә нисек ярҙам итәһегеҙ? Нимә эшләй алаһығыҙ?

Экологик өмәләргә сығабыҙ, йылға – шишмәләрҙе, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ағас ултыртабыҙ, сүп-сарҙы тейешле урындарға ташлайбыҙ, ҡыш көнө ҡоштарға ярҙам күрһәтәбеҙ.

253-сө күнегеү өҫтөндә эш. Уҡығыҙ һәм тәржемә итегеҙ.

Кеше кейемһеҙ, аҙыҡһыҙ, өйһөҙ йәшәй алмай. Уға матурлыҡ та кәрәк. Ә быларҙың бөтәһен дә тәбиғәт кенә бирә.

Человек не может прожить без одежды, еды, дома. Ему также нужна и красота. А все это может дать природа.

Ҡоштар осһон!

Балыҡтар йөҙһөн!

Ағастар, сәскәләр үҫһен!

Бөтөн тереклек йәшәһен!

Пусть птицы летают!

Пусть рыбы плавают!

Растут деревья и цветы!

Пусть живет все живое!

Рефлексия. Тимәк, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек? Схема төҙөү, дәфтәрҙәргә яҙыу.

Нимә                                                         Тәбиғәтте

Кем өсөн               һаҡлайбыҙ?             Үҙебеҙ, киләсәк быуын өсөн

Нисек                                                        Бысратмайбыҙ, зыян килтермәйбеҙ

Өйгә эш: “Беҙ тәбиғәткә ярҙам итәбеҙ” темаһына проект эше.

Дәресте йомғаҡлау. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме»  темаһына әҙәби – музыкаль кисә....

Викторина "Башҡортостанды беләһегеҙме?"

Викторина "Знаете ли Башкортостан?" Здесь включены вопросы про природу, национальные праздники, блюда итд....

Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы.

конспект мероприятия 5 класс...