Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы.
план-конспект занятия (5 класс) на тему

Юмасултанова Минсара Аваловна

конспект мероприятия 5 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tema_5_klass_ofo-_bashkortostandyn_bash_kalahy1.doc45.5 КБ

Предварительный просмотр:

           Тема:         Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Маҡсат: 1) Башҡортостандың баш ҡалаһы менән таныштырыу, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү;

2) Матур, тасуири уҡыуҙы нығытыу;

3) Һүҙлекте байытыу, һүҙлек менән эшләргә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: «Өфө» тураһында һүрәттәр йыйылмаһы, һүҙлектәр.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:  майҙан, мөһабәт, мөрәжәғәт, һәйкәл, баш ҡала.

                         Дәрес барышы.

1)   Артикуляцион күнегеү.

                     Башҡортостан- ҡурай иле,

                  Башҡортостан- Урал ере,

                  Башҡортостан- ҡумыҙ теле,

                  Башҡортостан- ҡымыҙ сере.

                                                        (Ә. Үтәбай)

(Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау)

2)    Өйгә эште тикшереү.

    1 төркөмгә- 217-се күнеүгҙе күсерергә һәм рус теленә тәржемә итергә.

 

    2 төркөмгә- 213-сө күнегеүҙе күсерергә һәм нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе яҙырға.

3)    Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 -Һеҙ Башҡортостан тураһында нимә беләһегеҙ? (Башҡортостан- республика)

 - Ул ҡайҙа урынлашҡан? ( Уралда)

 - Башҡортостан Республикаһының майҙаны күпме? (143,600 мең квадрат километр)

 - Унда күпме халыҡ йәшәй? ( 4 миллиондан ашыу)

-Баш ҡалаһын беләһегеҙме? (Өфө).

  С.Юлаевтың шиғырын «Уралым» -уҡыусы һөйләй.

Эйе, Башҡортостан бик бай һәм матур ерҙә урынлашҡан-Урал ерендә.

4)             Яңы теманы аңлатыу.

      Өфө- Башҡотостандың баш ҡалаһы.

Уҡыусылар шиғыр һөйләйҙәр.

   «Матур Өфө ҡалаһы» йыр. К.Даян шиғыры, М.Вәлиев көйө.

1)Ағиҙелдең буйы йәмле,

   Гөл сәскәле далаһы,

   Шул иҙелдең буйҙарында

  Матур Өфө ҡалаһы.

 

2) Өфө урамдары асфальт,

     Бейек яңы йорттары,

     Ҡара төндө көндөҙ итә

     Балҡып янған уттары.

3) Эх, Өфө ҡалаһы

    Йәмле иҙел буйында.

    Ҡайҙа ғына йөрөһәмдә

    Һин булырһың уйымда.

( Был шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара?)

5)   Уҡытыусы һөйләй.  Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул тау башында ултыра. Өфө эргәһендәАғиҙелгә Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡушыла.

Өфө -  зур һәм матур ҡала. Унда һәйкәлдәр, парктар, театрҙар,кинотеатрҙар бар.Өфө театрҙарында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла. Тимер күперҙән сыҡҡан саҡта йылғала аҡ пароходтар тирбәлә.Яр башында – ике мөһабәт һәйкәл. Береһе –башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе –Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора. Өфө бигерәк матур икән. Йорттары ифрат бейек, күп ҡатлы. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар йөрөй.

Һүҙлек эше: мөһабәт – могучий; мәңгелек –навеки, навечно; һәйкәл – памятник; сағылда – косогор.

-Слайдтарҙы ҡарау.

6) Ял минуты. Уйын үткәрелә.( Называем названия городов, рек Башкортостана)

7) Диктант һуҙлеге.

      Ағиҙел, Өфө, Ирәндек, Һаҡмар, Шүлгәнташ, Бөрйән, башҡорт балы, тыуған ил, тыуған ер, башҡорт халҡы.

8)  236-сы күнегеү. Списать преложения, переведите.

Өфө ҡалаһы тураһында бик күп шиғырҙар,йырҙар яҙылган, бөгөн береһен тыңлап алайыҡ.

   (Звучит песня  о городе Уфа).

номер вопроса

1

2

3

4

5

6

г

г

г

в

д

д

9) Работа с тестами.

10) Йомғаҡлау.

11)  Өйгә эш – 234 –се күнегеү. 

                          Тест.

1) Ҡайһы ҡала Башҡортостандың баш ҡалаһы?

    а)Ырымбур                                    в) Салауат

    б)Ҡарлыман                                   г) Өфө

2) Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы.

     а) Урал                          в) Нөгөш

      б)  Дим                          г) Ағиҙел

3)  Башҡортостанда нисә ҡала бар?

   а) 10                             в) 45

   б)  15                             г)21

4) Башҡорт халҡының милли геройы. Кем ул?

    а) Рәми Ғарипов                                     в)  Салауат Юлаев

      б) Баязит Бикбай                                    г) Мостай Карим

 

5)   Башҡортостандың тө халҡы.

     а) урыҫтар                      в) латыштар

     б) татарҙар                      г) мордвалар            д) башҡорттар  


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

"Башҡортостандың экологияһы"

Разработка урока по башкирскому (государственному) языку для 6 класса по теме "Экология Башкортостана"...

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме»  темаһына әҙәби – музыкаль кисә....

Викторина "Башҡортостанды беләһегеҙме?"

Викторина "Знаете ли Башкортостан?" Здесь включены вопросы про природу, национальные праздники, блюда итд....