Праздник Дружбы
методическая разработка по теме

Этот праздник поможет учителям родных языков в проведении мероприятии посвященных Дню родных языков, во время декадника.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon prazdnik_druzhby.doc46 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан –дуҫлыҡ иле,

Һәр милләт – уның гөлө

(башҡорт бейеүе башҡарыла)

Алып барыусы.

  Тыуған илем дим дә һүҙ башлайым,

  Тыуған илем – Башҡортостаным.

  Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә

   Әйләнәмсе һайрар ҡошҡа мин.

Алып барыусы

   Башҡортостан – тыуған ерем минең,

   Тирмә- тирмә һинең тауҙарың

   Шул тауҙарҙы алтын –көмөш итер

   Тыуған халҡыңеңеп аһ-зарын.

Алып барыусы. Ҡәҙерле балалар хөрмәтле ҡунаҡтар. БӨГӨН БЕҘ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН КҮРКӘМ БАЙРАМҒА ЙЫЙЫЛДЫҠ. УЛ Башҡортостандағы милләт –ара дуҫлыҡ, татыулыҡҡа арнала.

Алып барыусы. Башҡортостаныбыҙ –сәскәләр гөлләмәһе кеүек төрлө милләткә бай төбәк. Унда башҡорттарҙа, татарҙар ҙа, рустар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа, модвалар һәм башҡа халыҡтар дуҫ – татау ғүмер итә.Улар бер ғайлә булып, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп, ауыр саҡтарҙа бер – береһенә ярҙам итеп, уңыштарын, шатлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашып йәшәргә күнеккән.

 

1. Башҡортостан-беҙҙең азатлыҡтың,

    Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,

    Уралдағы барлыҡ милләттәргә

    Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны.

 

2. Башҡортостан тиңдәргә тиң илем,

    Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын.

    Таңдай балҡып һинең килер көнөң,

    Үргә күтәр хеҙмәт байрағын.

3. Башҡортостан

   Һине маҡтап һайрай

   Урмандарҙа һары һандуғас.

   Һине һағынып ҡайта кейек ҡоштар

   Һәр йыл һайын, йылы яҙ еткәс.

4. Башҡортостан –шатлыҡ иле,

   Башҡортостан –сафлыҡ иле
  Баш
ҡортостан милләт- ара
  Мәңге һүрмә
ҫ дуҫлыҡ иле.

Дуҫлыҡ бейеүе башҡарыла

Алып барыусы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән республикабыҙҙа 2011 йылдың Милләт –ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителеүенә сикһеҙ шатбыҙ.

Алып барыусы. Республика халыҡтары араһындағы дуҫлыҡтың киләсәктә лә нығый барына ышанабыҙ. Сәхнәгә урыҫ туғандарыбыҙҙы саҡырабыҙ рәхим итегеҙ.

1. Башкирия - привольная земля,

    Нет лучше края для меня.

    И в ясный день, и в непогоду

   Мне дорога твоя природа.

   Твои леса, поля и горы,

   Равнины, реки и озера.

   Небес волшебных бирюза-

   Летящий ласковый простор.

   Все радует, ласкает взор.

2. А нефтяные вышки вряд

   На страже мира все стоят.

   Богатая и щедрая земля-

   Бескрайняя Башкирия моя.

 

Песня на русском хор

3. Как не любить этот край благодатный,

    Если живет там народ добрый, славный.

    Дружить со всеми мы желаем

    И всех на танец приглашаем.

Русский перепляс

Алып барыусы. Милләт –ара мөнәсәбәт – Башҡортостан етәкселегенең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булған мәсьәлә. Халыҡтың йәшәү шарттарын үҫтереү,туған телде, милли мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә булышлыҡ итеү – дәүләтебеҙҙың милли сәйәсәте.

Алып барыусы. Бындай сәйәсәт милләт –ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙе, ышаныслы мөхит тыуҙырыуҙы һәм халыҡтың бер –береһенә хөрмәт тойғоһон уятыуҙы тәьмин итә. Хәҙер сәхнәгә татар туғандарыбыҙҙы саҡырабыҙ.

1. Без- татарлар.
   Шушы исем белән

    Жирдә йәшәү үзе бер бәхет.

    Без –татарлар.

    Яшибез  бер жирдә

   Бар халыҡлар белән гөрләшеп.

2. Үстергән дә безне чын дуслык

   Көч биргән дә безгә чын дуслык

   Дуслык булса – йәшәр гөмергә

   Бөтен жри шарында тынычлык.

 

3. Татарлар һәм башҡортлар-

   Охшаш безнең телләр, гадәтләр.

   Тынычлык һәм дуслык чәчәк атсын

   Уртак безнең жирдә теләкләр.

Татар бейеүе

4. Яратам мин туған төягемне,

   Яратам мин әти - әниемне.

   Яратам мин Башкортостанымның

   Төрле милләттән дус –ишләремне

Татар телендә йыр

Алып барыусы.

Башҡортостан

Ғорурланам һинең менән,

Тыуғанғамы һинең ереңдә.

Ғорур баҫып үтәм урамдарҙан,

Ҡанат үҫкән кеек иңемә.

Алып барыусы.

Башҡортостан, һинең ҡуйыныңда

Көн күрәләр күпме халыҡтар.

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар,

Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар.

Сәхнәгә суаш дуҫтарыбыҙҙы саҡырабыҙ.

Төрлө кеймдәге уҡыусылар инә

1. Башҡортостан – Тыуған илем,

    Һиндә тыуып күкрәп йәшәйем.

    Һинең һулыш, тимәк, минең һулыш,

    Һинең менән бергә йәшәем.

2. Һиндә үтә йәмле ҡоролтайҙар.

   Йыр бәйгеһе уҙа төньяҡта.

   Оҙон көйҙәр, дәртлә ҡурай моңо

   Сихри моңға сорнай бар яҡты.

3. Ҡолас йәйә дуҫлыҡ фестивале.

    Яҙ һулышы һиҙелә еремдә,

    Түҙмәй тибә ярһып йәш йөрәгем

   Ҡанат елпей илһам күңелдә.

4. Башҡортостан –минең йәнтөйәгем

   Башҡортостан –минең ырыҫым

   Башҡортостан- йәмен ҡотон һаҡлау

   Һинең минең изге бурысым.

Алып барыусы.

Башҡортостан – беҙ ғорурбыҙ

Ҙур киләсәгең булғанлыҡтан

Алып барыусы

Киләсәгең үҙ ҡулыңда

Дуҫлыҡта һәм татыулыҡта.

Сәхнәгә барыһы ла сыға гимн яңғырай

        

Башҡортостан –дуҫлыҡ иле,

Һәр милләт – уның гөлө

                    (класстан тыш сара)

        

                                                    2011йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Праздник дружбы.

Конспект о правилах дружбы....

Культурно-досуговое мероприятие «Праздник дружбы»

Культурно-досуговое мероприятие для детей младшего школьного возраста....

Праздник Дружбы народов "Вместе целая страна!"

Праздник, приуроченный дню Всемирному дню толерантности....

Коллективно-творческое дело «Праздник дружбы народов» (9 класс)

Коллективно-творческое дело «Праздник дружбы народов» (9 класс)...

Спортивный праздник "Дружба в школе"

Данное мероприятие проводится в конце учебного года, способствует сплочению классных  коллективов, формирует интерес к спортивным состязаниям. Ребята всегда с нетерпением  и радостью ждут эт...