" Уҡытыусылар көнө" байрамы
методическая разработка по теме

Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы

Тантаналы линейка

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ukytyusylar_kono.docx16.13 КБ

Предварительный просмотр:

                “Уҡытыусылар көнө”  байрамына арналған тантаналы линейка.

       -  Кем яҡты ҡояш кеүек,

          Күңелдәребеҙҙе наҙлап йылыта?

  • Кем ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,

          Сабыр һүҙе менән йыуата?

        

(Бар уҡыусылар бергә: уҡытыусылар)

  • Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,

Әсәй кеүек беҙҙе ярата?

  • Кем күп ишектәр беҙгә аса,

Барған юлыбыҙҙы яҡтырта?

        

(Бар уҡыусылар бергә: уҡытыусылар)

  • Дөрөҫ, хәйерле көн, һаумыһығыҙ беҙҙең ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, килгән  ҡунаҡтарыбыҙ, уҡыусылар!

  • Уҡытыусылар көнөнә бағышланған тантанабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ һәм ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Камил Кәбир улына бирәбеҙ.( Директорҙың ҡотлау һүҙҙәре)

  • Уҡытыусы!

          Ниндәй гүзәл исем!

          Кеше итеп һине әҙерләй.

          Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

          Ҡурсалай, һөйә, ҡәҙерләй!

  • Уҡытыусы!

           Ниндәй бөйөк исем!

           Кешелеккә белем биреүсе.

           Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

           Изгелек нурҙарын сәсеүсе.

 

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа “Уҡытыусым” йыры менән  7синыф уҡыусылары

  •  Ғалим, космонавт, врачтар ҙа,

           Уҡытыусы, һиңә баш эйә.

           Күпме наҙ бар һинең күҙҙәреңдә,

           Ҡәҙерле һин бөтә кешегә.

Бейеү менән  3   класс сығыш яһай.

  • Килгән саҡта башҡа ауырлыҡ,

          Етмәй ҡалһа көс йә сабырлыҡ,

          Һиҙҙермәйенсә ярҙам итәһегеҙ,

          Һеҙ иң күркәм кешеһегеҙ!

  • Балаларҙың теле-ҡыңғырау,

          Гел сыңғылдай, яуа мең һорау.

          Барыһына ла яуап бирәһегеҙ,

          Һеҙ иң гүзәл кешеһегеҙ!  

                                         10 класс  йырлай.

  • Уҡып сығыуҙы, донъя таныуҙы,

           Бәхетебеҙҙе эҙләп табыуҙы,

           Ҙур ышаныс менән көтәһегеҙ,

           Һеҙ иң сабыр кешеһегеҙ!

                                         (Инсценировкалар)

  • Маҡтайһығыҙ тейеш урында,

          Яҡтайһығыҙ тейеш урында,

          Беҙҙең өсөн тир түгәһегеҙ,

          Һеҙ иң тырыш кешеһегеҙ!

  • Һеҙгә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ

          Урын алһын йөрәк түрендә.

          Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек

          Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!

  • Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ!( бергә)

Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

Һәм ҡулдарыбыҙҙағы ошо шарҙар кеүек ғүмерегеҙ еңел, сағыу, тулы булһын! Һау булығыҙ!