Интеллектуальная игра "Счастливый случай", посвященная творчеству народного поэта М.Карима.
методическая разработка на тему

Игра проводится среди учащихся 7-10 классов.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bkhetle_osrak_uyyny.docx29.72 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез муниципаль

районының Нөгөш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

(Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса интеллектуаль уйын)

                                                       Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                                башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                         уҡытыусыһы

                                                                          Ибраһимова Розалия Рәис ҡыҙы

Мәләүез – 2014

                                                                                                                                                     1 слайд

Маҡсаттар: М.Кәримдең тормош юлы, ижады тураһында үтелгәндәрҙе системаға һалыу, нығытыу, киңәйтеү.

                      Балаларҙа яҙыусы ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, иғтибар һәм күҙәтеүсәнлекте үҫтереү.

                     Арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, әҙәби уҡыуға һөйөү      тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәрим әҫәрҙәренән китаптар күргәҙмәһе, әҙиптең портреты, мультимедиа комплексы.

Уйын шарттары:                                                                                                                        2 слайд

1 гейм –“Артабан, артабан…” (Уйларға ваҡыт бирелмәй, дөрөҫ яуап өсөн  – 1 балл, дөйөм ваҡыт  - 1-2 минут.)

2 гейм – “Хикмәтле мискәләр” (һәр ҡатнашыусы үҙенә мискә һайлай, һорауға яуапты тотош команда менән эҙләйҙәр. Дөрөҫ яуап өсөн - 2 балл).

3 гейм – “Һин – миңә, мин – һиңә”  (һәр команда бер-береһенә өйҙә әҙерләп килгән һорауҙарын бирә. Өсәр һорау  булырға тейеш, һәр дөрөҫ яуапҡа – 5 балл)

4 гейм – “Билдәһеҙ ат” ( алып барыусы командаларға өҙөктәр уҡый, улар өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынғанын әйтергә тейештәр. Һәр дөрөҫ яуапҡа-5 балл) 

5 гейм – “Лидер артынан ярыш” (5-әр һорау, һәр дөрөҫ яуапҡа – 1балл)

 Беренсе гейм “Артабан, артабан...”                                                                3 слайд

Беренсе команда өсөн һорауҙар:                                                                                                           4-5  слайдтар

  1. Шағирҙың ысын исеме. (Мостафа)
  2. Шағирҙың тыуған ауылы эргәһендәге йылға. (Дим)
  3. М.Кәрим Еңеү көнөн ниндәй ҡалала ҡаршылай? (Вена ҡалаһында)
  4. Шағир булған ил. (Төркиә)
  5. “М.Кәрим” документаль фильмының режиссеры. (Марков)
  6. М.Кәримдең тәүге китабының исеме.(“Отряд ҡуҙғалды”)
  7. М.Кәрим тәржемә иткән бөйөк рус шағиры. (А.С.Пушкин)
  8. Г.-Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломға лайыҡ булған китабы ниндәй телдә сыҡты? (Рус телендә)
  9. “М.Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург.Прозаик.” монографияһының авторы. (Ғайса Хөсәйенов)
  10. Көнсығыш әкиәттәре циклының беренсе әкиәт-поэмаһының исеме. (“Йылмайыу”)

Икенсе команда өсөн һорауҙар:                                                                                                          6-7 слайдтар

  1. Шағирҙың тыуған ауылы. (Келәш)
  2. Шағир тыуған район. (Шишмә)
  3. М.Кәрим хәрби училище тамамлаған ҡала. (Муром)
  4. Етенсе тиҫтәгә артылғанда яҙылған тетрәндергес әҫәре. (“Ярлыҡау”)
  5. “Айгөл иле” балетының композиторы. (Н.Сабитов)
  6. М.Кәримдең икенсе китабының исеме. (“Яҙғы тауыштар”)
  7. Шағирҙың делегация составында булып күргән сит ил исеме. Уға бағышланған   “Болғар дәфтәренән” шиғырҙар циклы донъя күрҙе. (Болғар иле)
  8. Был әҫәрҙәре өсөн шағир Ленин премияһына лайыҡ булды. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ташлама утты, Прометей!”)
  9. “Ай тотолған төндә” кинофильмының композиторы. (Кажлаев)
  10. Көнсығыш әкиәттәре циклының икенсе әкиәттең исеме. (“Сер”)

Икенсе  гейм: “Хикмәтле мискәләр”                                                   8 - 25 слайдтар

   Алып барыусы. Икенсе гейм беҙҙең “Хикмәтле мискәләр” тип атала. Был турҙа һәр команда ағзаһы номерлы мискә һайлай. (бөтәһе 15 мискә, 16-сыһы – “бәхетле осраҡ” – бүләккә 2 балл)

  1. Илгизәр ниндәй поэма геройы? (“Таныш булмаған ҡунаҡ”)
  2. Азиянан Европаға йөк күтәреп иркен сығып йөрөгән кескәй мәхлүк. (Ҡырмыҫҡа)
  3. “Өс таған” ниндәй ауылда төҙөлә? (Бөркөтлөлә)
  4. Өн аралаш ете төш рәүешендә барған трагедия. (“Салауат” трагедияһы)
  5. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет кешеләренең батырлығын сағылдырған поэма. (“Үлмәҫбай”).
  6. “Үлмәҫбай” поэмаһынан төп геройҙың дуҫы. (Теребай)
  7. Мәхмүттең ҡушаматы. (Йәйәүле)
  8. Әбей урлап уңмаған, ҡыҙҙы урлай алмаған егет. (Ҡотләхмәт)
  9. “Түңәрәк” колхозы ниндәй йылға буйында урынлашҡан? (Ҡыйҙаш)
  10. “Яңғыҙ ҡайын” колхозының председателе. (Шәүкәтов)
  11. “Ҡара һыуҙар” поэмаһында илен һатҡан мәхлүк. (Яҡуп)
  12. “Уҡытыусыма” йырының композиторы. (А.Ҡобоғошов)
  13. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында Кесе инәйҙең исеме. (Вазифа)
  14. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы китергә белмәгән ҡыҙ. (Әлфиә)
  15. Кремлдә һәм Келәштә үҫкән ағас. (Миләш)
  16. Бәхетле осраҡ – 2балл!!!!!

                                                                           

Тамашасылар менән уйын.                                                                  26-35 слайдтар

  1. Диктаторға бирелгән хайуан. (Ат)
  2. “Ап-аҡ мөғжизә”нең исеме. (Аҡсал)
  3. “Алыҫ ҡояш, бейек йондоҙ аҫтында...” шиғыры арналған шағир. (Ҡ.Кулиев)
  4. “Декабрь йыры” поэмаһы геройы. (Юлдаш)
  5. Юлдағыларға шағир ебәргән ҡош. (Торна)  
  6. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан украин ҡыҙы. (Оксана)
  7. “Бөжәк апа”ның исеме. (Гөлзифа)
  8. Ғашиҡтарға шағир ебәргән ҡош. (Һандуғас)
  9. Һуғышҡа китер алдынан яҙылған шиғыры – “Мин фронтҡа китәм, ...” (иптәштәр)
  10. “Ай тотолған төндә” трагедияһында Аҡйегеттең һөйгәне. (Зөбәржәт)

Өсөнсө гейм: “Һин – миңә, мин – һиңә”                                                         36 слайд

Һәр команда бер-береһенә алдан әҙерләп килтергән һорауҙарын бирә. Һорауҙар һаны – өс, ә һәр дөрөҫ яуапҡа – 2 балл.

Дүртенсе гейм: “Билдәһеҙ ат”  

37-41 слайдтар  

I Алып барыусы.

Беҙҙең дүртенсе гейм “Билдәһеҙ ат” йәки әҫәрҙең “исемен тап” тип атала. Был турҙа мин һеҙгә М.Кәримдең күренекле әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтәм. Һеҙгә өҙөк ниндәй әҫрҙән алынғанын әйтергә кәрәк. Һәр командаға икешәр өҙөк бирелә, һәр дөрөҫ яуапҡа – 5 балл.

Беренсе команда өсөн өҙөктәр:

1. “Йәнә оҙаҡ йылдар үтер. Был малайҙар егет булып етер. Шул саҡ улар Кирәмәттән дә бейегерәк түбәләргә күтәрелерҙәр. Ерҙе генә түгел, күкте лә биҙәрҙәр улар.” (Өс таған” повесынан)

2. “Мин – сит кеше. Автор миңә хатта исем дә биреп тормаған. “Сит кеше” тигән дә киткән. Әҙәмдәр бер-береһен эҙләп тапҡансы сит булалар йәки табышҡас, ситкә әйләнәләр. Һәр хәлдә мин -  сит кеше”. (Айгөл иле” драмаһынан)

     

Икенсе команда өсөн өҙөктәр:

3. “Паровоз ҡысҡырып ебәрҙе. Вагондар ҡуҙғалып китте. Беҙ ҡул болғап ҡалдыҡ. Бына Оксана вагон тәҙрәһенән үрелеп ҡараны. Ул ниҙер ҡысҡырҙы, ахыры, тик мин генә ишетмәнем...” (“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан)

4. “Бына шулай икән. Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй”. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесынан)

Бишенсе гейм: “Лидер артынан ярыш”                                                       42 слайд

Алып барыусы.

Уҡыусылар, беҙҙең аҙаҡҡы гейм “Лидер артынан ярыш” тип атала. Командаларҙың капитандары  бер һан һайлайҙар. Был һан артында һорауҙар бар. Бөтәһе – биш һорау. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1балл. 43 слайд

I

44 слайд

  1. Сирлеләргә шағир осорған ҡош. (Кәкүк)
  2. “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы икенсе трагик фигура. (Шәфәҡ)
  3. Оксана менән Йәмилдең әсәләренең исеме. (Көнбикә)
  4.  М.Кәрим ижадында “нисәнсе көн тоташ ҡар яуа”? (өсөнсө)
  5. Ауыр һуғыш йылдарынан һуң сыҡҡан шиғырҙар китабы. (“Ҡайтыу”)

II

45 слайд

  1. Көткәндәргә шағир осорған ҡош. (Аҡ күгәрсен)
  2. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесындағы башҡорт малайы. (Йәмил)
  3. Айгөлдөң әсәһе йәшәгән ил. (Италия)
  4. “Өс таған”дағы “бәке ҡарағы”. (Вәзир)
  5. Был ағас япрағы менән шағир Башҡортостанды сағыштыра. (Ҡайын япрағы)

Жюри ағзалары балдарҙы һанап, еңеүселәрҙе билдәләгәнсе, бер нисә уҡыусы М.Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләй.

Еңеүселәр билдәләнә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Жизнь и творчество народного поэта Башкортостана Рами Гарипова.

Данную презентацию можно использовать при изучении биографии и творчества народного поэта Башкортостана Рами Гарипова. В даннай работе собраны очень много фотографий из жизни поэта, которые трудно най...

Тест, посвященный биографии Народного поэта Бурятии Д.З.Жалсараева

Тест по литературе Бурятии составлен для учащихся 6 класса и посвящен биографическим фактам Народного поэта Бурятии Дамбы Зодбича Жалсараева...

Внеклассное мероприятие «Певец родного края», посвящённое творчеству народного поэта Дагестана Расула Гамзатова

Внеклассное мероприятие «Певец родного края», посвящённое творчеству народного поэта Дагестана  Расула Гамзатова Цель: 1)повышение интереса к произведениям Р. Гамзатова, 2)расширение читательског...

Конспект урока по элективному курсу «Литература народов России» «Я не умер, башкиры!» (по творчеству народного поэта Башкирии Салавата Юлаева)

Личностное расширение духовного, нравственного, эстетического опыты носителя определенной культуры через реализацию принципа «диалог культур» при знакомстве с иной культурой...