Развитие устной и письменной речи на уроках башкирского языка и литературы
статья на тему

Методы и приемы развития речи учащихся на уроках башкирского языка

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya.docx21.13 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә

уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.

Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен үҫтереү – уҡытыусының төп бурысы.  Телмәргә өйрәтеү – ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу һәм тел саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу тигән һүҙ.

Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү тураһында һүҙ алып барғанда,  “телмәр үҫтереү” төшөнсәһен асыҡлап үтергә кәрәк.  “Телмәр үҫтереү” төшөнсәһенә, беренсенән, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу, икенсенән, әҙәби тел нормаларын үҙләштереү, өсөнсөнән, фекерҙе бәйләнешле итеп телдән һәм яҙма рәүештә әйтеп биреү күнекмәләрен формалаштырыу ҡарай.

Башҡорт   теле   дәрестәрендә   телмәр   үҫтереү  3  йүнәлештә   алып барыла:

1-се йүнәлеш  –  башҡорт әҙәби тел нормаларын үҙләштереү. Уға әҙәби әйтелеш   нормалары,  һүҙьяһалыш,  һүҙбәйләнеш  һәм  һөйләм  төҙөү,   һүҙҙәрҙе лексик  мәғәнәһенә  һәм стилдәренә  тура  килерлек  итеп  ҡуллана  белеү.

Рус мәктәбендә уҡыусы балаларҙы  башҡорт әҙәби тел нормаларына өйрәтеү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки был уҡыусыларҙың телмәрендә әҙәби тел нормаларының боҙолоуы – ғәҙәти күренеш. Бында рус теленең башҡорт теленә кире йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Уҡыусылар, башҡорт һүҙен белһәләрҙә, йыш ҡына рус һүҙен ҡулланалар. Рус һүҙҙәрен башҡортсаға дөрөҫ тәржемә  итмәйҙәр, һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырмайҙар.

2-се йүнәлеш  -  уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу һәм әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү. Һүҙҙәр өйрәтеү эшендәге әһәмиәтле талаптарҙың береһе – уҡыусыларҙы таныш булмаған һүҙҙәрҙе  күрә   белергә күнектереү , төрлө һүҙлектәр менән эш итеү ғәҙәтен тәрбиәләү.

Уҡыусылар һәр дәрестә билдәле бер күләмдә яңы һүҙҙәр үҙләштерә барырға тейеш. Һүҙлек эше күп төрлө, тик дәрестә тәржемә итеү менән генә мауыҡмаҫҡа кәрәк. Яңы һүҙҙәр һүҙлек дәфтәрҙәрендә генә яҙылып ҡалмаһын, уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү мөһим.

3-сө йүнәлеш  –  фекерҙе  телдән  һәм  яҙма  рәүештә  бәйләнешле  әйтә белергә  өйрәтеү. Бәйләнешле  телмәр  үҫтереү  әйтеләсәк  фекерҙең  йөкмәткеһен,  төҙөлөшөн  һәм  сараларын  формалаштырыу  эшен  күҙ  уңында  тота.

Һүҙлек эше һәр башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәресендә системалы алып барылырға тейеш. Ә башҡорт теле дәрестәре өсөн һүҙ һайлау өйрәнеләсәк грамматик йәки лексик тема, дәреслектәрҙең тексында осрауы, ә шулай уҡ яҡын араларҙа үткәреләсәк контроль йәки өйрәтеү эштәренең характеры менән билдәләнә. Теге йәки был грамматик теманы өйрәнә башлау алдынан, уҡытыусы дәрестә файҙаланыу өсөн, тема менән бәйле программалағы һүҙҙәр исемлеген ҡарап сыға. Шуны ла иҫәптә тоторға кәрәк: программала бирелгән лексика составы актив үҙләштереү өсөн билдәләнгән. Ә пассив һүҙлектең күләме һәм составы, нигеҙҙә, дәреслектәрҙең лексикаһы менән билдәләнә. Пассив һүҙлек составы менән эш ойоштороу актив һүҙлек өҫтөндә эшләүҙән айырыла. Уҡытыусы пассив үҙләштерелә торған һүҙҙәрҙәң мәғәнәһен аңлата, ҡулланыу даирәһен әйтә, ә актив үҙләштерелеү өсөн тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙе уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә актив ҡулланырлыҡ итеп үҙләштерергә тейештәр. Бындай үҙләштереү түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота: беренсенән, һүҙ хаҡында бөтә яҡлап белем алыу, әгәр ҙә һүҙ күп мәғәнәле булһа, һүҙҙең мәғәнәһе тураһында; синтаксик бәйләнешлеге (төрлө һүҙ төркөмдәре менән бәйләнеү һәләте), лексик бәйләнешлеге (теге йәки был конкрет һүҙ менән бәйләнеү һәләте), һүҙҙең грамматик билдәләре хаҡында, һүҙҙәрҙең синонимдары, антонимдарының булыуы, телмәрҙә һүҙҙең ҡулланылыу үҙенсәлектәре тураһында: икенсенән, һүҙ хаҡындағы был белемдәр телмәрҙә һүҙҙе ҡулланыу күнекмәләренә әйләнергә тейеш. Ошо маҡсатта һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөлә, һүҙ уҡыусыларҙың бәйләнешле коммуникатив телмәренә индерелә. Актив һүҙлек запасын үҙләштереү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш уның методикаһын һәм алымдарын билдәләй ҙә инде.

Уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереүҙә,  үҙемдең эш практикамда,  күберәк  һүҙлек  диктаттары,  күрмә  диктанттар  ҡулланам.

Яңы   һүҙҙәр   менән   дәрес   һайын  танышып  торабыҙ,   шуға  уларҙы  үҙләштереү  өсөн,  хәтерҙә  ҡалдырыу  өсөн  уҡыусылар  менән  һүҙлек  дәфтәрҙәре  башланыҡ.  Был  дәфтәрҙәргә  тема  һайын  яңы  һүҙҙәрҙе   яҙып   барабыҙ.  Һәр  дәрес  башында һүҙлек  диктанты  яҙырға  тырышабыҙ.  

Шулай  уҡ  күрмә  диктанттар   яҙҙырам.  Был  диктанттарҙы  2  кластың  икенсе   ярты  йыллығынан  башлайбыҙ.   Күрмә  диктанттағы  һүҙҙәр  һаны  2   һүҙҙән  алып  башлана.  Артабан  һүҙҙәр  һаны   яйлап  күбәйә  бара.

Уҡыусыларҙың  һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәрен  үҫтереү  өсөн   һәр  дәрес  һайын  матур  яҙыу  минуты  ла  үткәрәм.  Матур  яҙыу  минуттары  уҡыусыларҙы   хәрефтәрҙе  дөрөҫ  яҙырға,  өндәрҙе  дөрөҫ  әйтергә  ярҙам  итә,  өйрәтә.  Бирелгән  хәрефкә  һүҙҙәр  яҙабыҙ,  һүҙҙәрҙән  һөйләмдәр  төҙөйбеҙ.  Грамматик  темаға  ҡағылышлы  эш  төрҙәре  үтәйбеҙ.

Был  эш  төрҙәрен  системалы  рәүештә  үткәрә  барһаң , контроль  диктанттар,  иншалар,  изложениялар  яҙғанда  күпкә  еңелерәк  була.

Хәҙерге  заман  талаптарынан  сығып   дәрескә   әҙерләнгәндә  слайдтар яһайым,  презентациялар  эшләйем, интерактив   таҡтаны   ҡулланам.  Дәрес  барышында  төркөмләп  эшләү  алымдарын   да  ҡулланам.

Шулай  итеп,  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте  дәрестәрендә  уҡыусыларҙың  телмәрен  үҫтереү   өсөн   төрлө  эш  алымдары,  яңы,  заман  информацион  технологиялар,   компьютер  ҡулланыу   уҡытыу  сифатын  күтәрергә  ярҙам  итә.  Уҡыусыларҙың  үҙ  алдына  эшләү  һәләтен  үҫтерә,  үҙ  -  үҙенә  ышаныс,  фәнде  өйрәнеүгә  ҡыҙыҡһыныу  уята.

Дәрестәрҙә  телмәр  үҫтереү  буйынса  эш  -  күнегеүҙәрҙе  уйлап,  танып - белеү   теләгенән   ҡәнәғәтләндерерлек  итеп,  йәнле,  илһамлы,  эҙмә  -  эҙ  башҡарып,  телмәр  мәҙәниәтенә,  аралашыу   оҫталығына   өйрәнәләр.  Эффектлы  күнегеүҙәр  телмәр  эшмәкәрлеген   әүҙемләштерә.  Балалар  тыңларға,  һөйләргә,  яҙырға  өйрәнәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Коррекционная работа по развитию устной и письменной речи на уроках русского языка в 5 классе

Данный материал помогает выбрать эффективные методы коррекции по развитию устной и письменной речи в 5классе...

Пути совершенствования устной и письменной речи на уроках русского языка и литературы в средней школе.

Методическая разработка включает материал по теме "Пути совершенствования устной и письменной речи на уроках русского языка и литературы в средней школе" и презентации....

Развитие устной и письменной речи на уроках русского языка

В концепции модернизации образования записано: «Первейшая задача образовательной политики на современном этапе – достижение современного качества образования, его соответствия актуа...

Доклад "Проектная деятельность как средство развития устной и письменной речи на уроке английского языка"

В данном докладе рассказывается о преимущественных видах проектов на уроке английского языка для детей 2-11 классов. Также, представлены трудности, с которыми могут столкнуться как ученики так и учите...

Формирование компетенции связного изложения мыслей в устной и письменной речи на уроках русского языка и литературы (обобщение опыта)

Данный педагогический опыт возник и сформировался в условиях МБОУ СОШ №9 г. Холмска в период с 2012 по 2015 учебный год и является актуальным в настоящее время в связи с введением ФГОС основного общег...