Рабочая программа по родному башкирскому языку и литературе в 10 классе
рабочая программа (10 класс) на тему

Хабибуллина Василя Абдулловна

Рабочая программа по родному башкирскому  языку и литературе в 10 классе по учебнику Тикеева Д.С.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rp-10kl.docx67.62 КБ

Предварительный просмотр:

 

Рабочая программа

по родному башкирскому  языку и литературе

в 10 классе

на 2015-2016 учебный год

общее количество часов – 68

количество часов в неделю – 2

Составлена в соответствии с программой по башкирскому языку и литературе для учащихся башкир I – XI классов школ  с русским языком обучения. Составители: Тикеев Д.С. , Тулумбаев Х.А., Хуснутдинова Ф.А., Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад, 2008.125 с.                                                                                                                                                                                                                      Учебник: Башкирский язык и литература . Учебник  по башкирскому языку и  литературе для учащихся-башкир 10 класса с русским языком обучения. Уфа: Книга, 2007.-344 стр.

2015-2016  уҡыу йылына

10-сы класс өсөн

 туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән

эш программаһы

дөйөм сәғәттәр һаны – 68 сәғәт

аҙнаһына – 2 сәғәт иҫәбенән

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Х.,Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:  Урыҫ мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә. -Өфө: Китап, 2007.-344 бит.

        

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 10-сы класы  өсөн туған  тел һәм әҙәбиәттән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә.Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2007.-344 бит.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит; Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова. Диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теле буйынса 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап, 1993 – 224 бит; Б.Б.Ғафаров. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап,2008. -352 бит;

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит

Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит

М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит

З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит

Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы  тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы М9л97ез районы Муниципаль районы   муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы   Ерг9н урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбене8  «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа телде белмәгән балаларға мәктәптә башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә,практик файҙаланырға өйрәтеү - үҙәк бурыс.
  2. 10-сы класта башҡорт туған телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға икешәр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡорт теленең фонетик,лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  4. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Тел материалын эре блоктар алымы менән өйрәнеү тәҡдим ителә һәм башҡорт теленең күренештәрен айырым кластарға бүлеп өйрәнеү өсөн түбәндәге блоктар тәҡдим ителә:  10-сы класс. Тел һәм телмәр. Телмәр төрҙәре: һөйләү һәм яҙма телмәр. Текст: уның төҙөлөшө, төп билдәләре, текстағы һөйләмдәрҙе үҙ-ара бәйләү ысулдары һәм саралары. Стилистика һәм телмәр культураһы мәсьәләләре. Әҙәбиәт буйынса  10 –сы класта тарихи-хронологик принцип һаҡланды.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт әҙәбиәте- 1сәғәт

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо.Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.

Дауыт Юлтый – 5 сәғәт. 

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы һәм ижады. Д.Юлтыйҙың төрлө тематикалы шиғыр һәм поэмалары.

Ҡарағол. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осорға белешмә биреү.

Ҡан романы. Әҫәрҙең темаһы, идеяһы һалдат образдары.

Мөхәмәтшә Буранғол – 2 сәғәт.

Тормош юлы. Башҡорт туйы драмаһы

Имай Насыри ижады - 1сәғәт

“Еңелгән ятыу” повесы. Сибай- 1сәғәт

А.Карнай – 5 сәғәт .“Тирмәнсе ҡыҙ” хикәйәһе, «Беҙ ҡайтырбыҙ» повесы

Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте - 1сәғәт.

Илдә булған тарихи ваҡиғаларҙың әҙәбиәттә сағылышы. Поэзия. Поэма. Проза. Драматургия.

Һәҙиә Дәүләтшина -3 сәғәт.

Яҙыусының биографияһы. Башланғыс ижады. Хикәйәләре. Ырғыҙ романының яҙылыу тарихы. Идея-тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә халыҡ традицияларының сағылышы. Образдарға характеристика.

Сәғит Мифтахов - 1сәғәт.

“Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Образдар системаһына характеристика. 

Ғәлимов Сәләм – 4 сәғәт.

“Бала” поэмаһы. Ғаилә, бала тураһында әңгәмә. Поэманың художество үҙенсәлектәре, “Шоңҡар” поэмаһы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәте - 1сәғәт.

Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәттең бурыстары, үҙенсәлеге. Публицистик поэзия. Р. Ниғмәти, М.Кәрим поэмалары һәм балладалары. Дәһшәтле һуғыш картиналарының очерк жанрында сағылышы. Яугирҙарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең батырлыҡтарын тасуирилаған хикәйәләр.

Рәшит Ниғмәти - 3 сәғәт.

Яҙыусының тормошо һәм ижады. Башланғыс ижады. Шиғырҙар, поэмалар, лирик шиғырҙар циклы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары поэзияһы. “Үлтер, улым, фашисты” поэмаһында Тыуған ил, халыҡ образдары. Тел-стиль үҙенсәлектәре. Һуғыштан һуңғы йылдар ижадында хеҙмәт, тыныслыҡ темалары. Әҙәби тәнҡит. Лирик герой тураһында төшөнсә.

Сәғит Агиш - 5 сәғәт

Тормошо һәм ижады. «Мәзин йортонда»хикәйәһе, “Фәтхи Һалдат” хикәйәһе.

Баязит Бикбай - 3 сәғәт.

Биографияһы һәм ижады. Б.Бикбай әҫәрҙәрендә азатлыҡ темаһы, поэтик үҙенсәлектәре. “Ҡарлуғас” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады.Һуғыштан һуңғы йылдар. “Салауат” драмаһының йөкмәткеһе. Драмала халыҡтар дуҫлығы. Проза. Әҙәбиәттә һәм театр сәнғәтендә Б.Бикбай ижадының роле.

Зәйнәп Биишева - 5 сәғәт

Биографияһы һәм ижад юлы.  Балалар өсөн шиғырҙары. Повестары. Драмалары. “Тылсымлы ҡурай” драматик поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Трилогия. Трилогияның композицияһы, тел-стиль үҙенсәлектәре, художестволы эшләнеше.

Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте - 1сәғәт

Был йылдарҙа ижад ителгән роман, повесть, хикәйәләр. Поэзияла һуғыш һәм тыныслыҡ темалары. Башҡорт поэзияһының идея-тематикаһы, жанрҙар төрлөлөгө.

Назар Нәжми - 3 сәғәт

Н.Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады. Әҙәбиәт һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге. Ватан һуғышы йылдары ижады. “Окопта уйҙар”, “Иҫән ҡалһам” шиғырҙарында еңеүгә ышаныуы. Һуғыштан һуңғы поэзияһы. Хәҙерге башҡорт поэзияһында Н.Нәжми ижадының роле, әһәмиәте.”Йәшлек йыры” һ.б. әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Образдар системаһы.

Н.Ҡәрип - 3 сәғәт

Тормош юлы һәм ижады. «Күгәрсендәр» хикәйәһе.

Үтелгән темаларҙы ҡабатлау -1сәғәт

Башҡорт теле

V-IX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 1сәғәт

Тел тураһында дөйөм төшөнсә – 1 сәғәт

Тел ғилеменең бүлектәре.

Лексика - 3 сәғәт

Һүҙ һәм төшөнсә. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр.фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе.

Һүҙъяһалыш - 2 сәғәт

Һүҙ төҙөлөшө: тамыр, нигеҙ, һүҙ яһаусы, үҙгәртеүсе  ялғауҙар, һүҙъяһалыш төрҙәре.

Фонетика һәм графика – 2 сәғәт

Өн һәм хәреф мөнәсәбәте. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Башҡорт теленең өндәре һәм үҙләштерелгән өндәр.

Башҡорт графикаһы тарихынан: ғәрәп графикаһы, латин һәм рус графикаһы осорҙары.

Орфография - 2 сәғәт

Башҡорт теле орфографияһының төп һәм өҫтәлмә принциптары. Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың яҙылышы: ҡушма һәм айырым яҙыу, ҡыҫҡартып яҙыу, һыҙыҡса аша яҙыу. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу ҡағиҙәләре, һүҙҙәрҙе юлдан алға күсереү.

Орфоэпия -1сәғәт

Башҡорт телендә баҫымдың үҙенсәлектәре: темәр ағышында өндәрҙең үҙгәреше. Сингармонизм, башҡорт телендә уның үҙенсәлектәре.

Морфология – 13 сәғәт

Һүҙ төркөмдәре, уларға дөйөм характеристика: үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исемдәш һүҙ төркөмдәре: исем, алмаш, сифат, һан, уларҙы берләштереүсе билдәләр.

Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәре.

Сифат. Исемләшкән сифаттар, сифат дәрәжәләре.

Һан. Һан төркөмсәләре, нумератив һүҙҙәр.

Алмаш. Уның төркөмсәләре, зат алмаштары, күрһәтеү, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек алмаштары.

Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы.

Ҡылым . Затлы ҡылымдар һәм ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, шарт, теләк һөйкәлеше. Сифат, хәл, уртаҡ, исем ҡылымдар. Ҡылым йүнәлеше.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр. Киҫәксәләр. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар.

Контроль эштәр – 7 сәғәт

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау-2 сәғәт.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү,текста ҡулланылған Һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.
  2. Әҫәрҙе уҡып,уның идея-тематик йөкмәткеһен,образдарын һәм художестволы үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
  3. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  4. 110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар   яҙа белеү, план төҙөү.
  5. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; күберәк үҙ аллы уҡыу

 Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Контроль диктант – 4; изложение – 1; инша – 2

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  3. таблицалар
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

  1. Башҡрт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  2. Электрон дәреслектәр 5-9 кластар, 9-11 кластар.
  3. И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.
  4. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.
  5. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.
  6. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.
  7. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  10-сы  класта база  кимәлендә өйрәнелә,  аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән, йылына  68  сәғәт  тура килә.

Уҡытыу процесында уҡытыу-методик һәм материаль-техник ҡулланмалар

Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

Төп әҙәбиәт.

  1. Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
  2. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма.  Өфө, “Китап”, 2009.

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

1.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

4.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8.Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, Китап,-2004.

9.И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап,-2001.

10.Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993.

11.Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин  кластар өсөн Әсә теле дәреслегенә дидактик материал. Өфө, Китап, 2003.

12.М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.

13.М.Ғ. Ғималова, С.М.Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап, 1996-224 бит.

14.М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит.

15.Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 бит.

16.Ғ.Б. Хөсәйенов, Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994 168 бит.

17.Ғ.Ғ. Сәйетбатталов Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,1997 352 бит.

Уҡыу - уҡытыу дидактик ҡулланмалары исемлеге.

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

                         

Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор, видеоплеер, видеомагнитофон, DVD, компьютер, мультимедиапроектор, демонстрацион экран, электрон таҡта.

Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

2. Башҡорт теле: 5- 11 кластар өсөн/ авторҙары УсмановаМ.Ғ., ҒәбитоваЗ.М.

3. Башҡорт теле: 7-8 кластар өсөн компьютер дәреслеге/ проект авторы Сиразетдинов З. Ә.

4. Башҡорт әҙәбиәте : 5-9 сы кластар өсөн электрон ҡулланма.

5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

6. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

1. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

2. Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

3. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

4. Дөйөм һүҙлек.

Туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән

календарь –тематик планлаштырыу

10 класс, йылына – 68 сәғәт

Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән

Дәрес темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Сә ғәт һаны

План лаштырылған      дата

Фак тик дата

Иҫкәрмә

Лексик тема

Грамматик тема

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.

Индивидуаль карточкалар буйынса эшл21

I триместр

1

Тел тураһында дөйөм төшөнсә биреү. “Туған тел”шиғыры.

Тел ғилеменең бүлектәре.

1

2.09

2

 Инша « Гүзәлһең һин,туған телем»№1

Башҡорт теленең өндәре.

1

4.09

3

Инша « Гүзәлһең һин,туған телем»

Башҡорт теленең һүҙлек составы.

1

9.09

4

Хаталар өҫтөндә эш.                                       “ Исемдәрҙә-ил тарихы”

Актив һәм пассив ҡулланылышлы һүҙҙәр.

Уҡырға, һорауҙарға яуаптар

11.09

5

Инеш контроль диктант №1

16.09

6

Хаталар өҫтөндә эш  Башҡорт әҙәбиәте.  Башҡорт әҙәбиәте Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы, ижады.“Ҡан баҙары”, “Сумка”, “Шинель” шиғырҙары

                                 

Архаизмдар, историзмдар, неологизмдар, терминдар, диалектизмдар

Тормош юлын һөйләргә,өҙөктө ятларға, геройҙарға ҡыл-ма

1

18.09

7

Д.Юлтый «Тимеркәй фәлсәфәһе»

Фонетик күнегеү

Образдарға характеристика,

сағыштырыу

1

23.09

8

Д.Юлтый «Ҡан » романынан өҙөк

Уҡырға

Ҡылыҡ-ма

Йөкмәткеһен һөйләргә

1

25.09

9

Д.Юлтый “Ҡан”  романы.Романдың сюжет-композиция үҙенсәлектәре, теле.Романға анализ

Һүҙҙең мәғәнәһе.

Тормошон һөйләргә

1

30.09

10

Изложение №1 “Алғы һыҙыҡтағы һалдаттар.(икенсе бүлек)

Белешмә

1

2.10

11

Изложение  “Алғы һыҙыҡтағы һалдаттар.(икенсе бүлек)

1

7.10

12

Хаталар өҫтөндә эш. М.Буранғол ижады. М.Буранғолдоң  “Башҡорт туйы” драмаһы.

Тормошон һөй-гә

Анализ яһарға,

өҙөктө ятларға

1

9.10

13

“Башҡорт туйы” драмаһы. Пьесаның жанр һәм драматургик үҙенсәлектәре.Драмаға анализ

Синонимдар

Тормошон һөй-лә

Уҡырға

1

14.10

14

Имай Насыри ижады “Еңелгән ятыу” повесы. Сибай

Антонимдар

Үҙ фекер яҙ.

1

16.10

15

А.Карнай. “Тирмәнсе ҡыҙ” хикәйәһе

Омонимдар

Тормошон һөй-гә, өҙөктө ятларға

1

21.10

16

Изложение №2.  А.Карнай. “Тирмәнсе ҡыҙ” хикәйәһе  буйынса

1

23.10

17

Изложение. А.Карнай. “Тирмәнсе ҡыҙ” хикәйәһе  буйынса

1

28.10

18

Хаталар өҫтөндә эш  А.Карнай «Беҙ ҡайтырбыҙ» повесы

Геройға ҡылыҡһырлама

1

30.10

19

А.Карнай «Беҙ ҡайтырбыҙ» повесы

Фразеология

Яҙып бөт.

1

6.11

20

Һ.Дәүләтшина.Тормош юлы һәм ижады. «Ырғыҙ”  романы

Лексикография

Белешмә

1

11.11

21

Һ.Дәүләтшина.Ырғыҙ  романы.Көтөүселәр. Эш эҙләгәндә.Йән дуҫтар.

Һүҙьяһалыш

Тормош юлы һәм ижадын һөй-гә,

анализ

1

13.11

22

Ырғыҙ” романын анализлау.

Һүҙьяһалыш

Тормошон һөй-гә, йөкм. һөй-гә

1

18.11

II триместр

23

Инша №3. “Ырғыҙ”романында Айбулат образының үҫештә бирелеше, уның көрәшсе булып формалашыуы

Фонетика һәм графика

Тормошон һөй-гә, өҙөктө ятларға

1

25.11

            24

Инша.  “Ырғыҙ”романында Айбулат образының үҫештә бирелеше, уның көрәшсе булып формалашыуы”                                  

Фонетика һәм графика

Яҙып бөт.

1

27.11

25

Хаталар өҫтөндә эш.Әҙәбиәт теорияһы.Әҙәбитип.Типиклаштырыу алымдары.Прототип, роман-эпопея тураһынды төшөнсә.  

Фонетика һәм графика

Әҙәбиәт теорияһын уҡырға

1

2.12

26

Сәғит Мифтахов.   Тормош юлы һәм ижады. «Һаҡмар»драмаһы

Орфография

әҫәрҙе уҡырға

1

4.12

27

«Һаҡмар»драмаһына анализ

1

9.12

28

Ғ.Сәләм “ Бала” поэмаһы 

1

11.12

29

Ғ.Сәләм. “Шоңҡар” поэмаһы.  

Морфология

“Шоңҡар” поэмаһынан миҫалдар

1

16.12

30

Ғ.Сәләм. “Шоңҡар” поэмаһы буйынса  инша №4

Исем

1

18.12

31

Ғ.Сәләм. “Шоңҡар” поэмаһы буйынса   инша

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреүе.

1

23.12

32

Хаталар өҫтөндә эш  Рәшит Ниғмәти.  Тормош юлы һәм ижады. Р. Ниғмәти ижадында тәбиғәт лирикаһы.  Р.Ниғмәти. “Һалҡын шишмә”. 

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.

Исемдәрҙе килеш менән үҙгәртергә

1

25.12

33

Контроль диктант №2 Йылғаларҙа,

күлдәрҙә”

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.

1

30.12

34

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ниғмәти “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһы.Поэмаға анализ.

Сифат

Образдарға характеристика,

сағыштырыу

1

13.01

35

Р.Ниғмәти “Үлтер,улым,фашисты!” (поэма).Поэманың идея-тематик йөкмәткеһе “Тәртип төбө-тәрбиә”

Сифат дәрәжәләре.

Өҙөктө ятларға. Сифат дәрәжәләрен билдәләргә

1

15.01

36

Р.Ниғмәти “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһы.Поэмаға анализ.Һуғыштан һуңғы ижады

Һан

1

20.01

37

Контроль диктант №3

Алмаш. Уның төркөмсөләре.

1

22.01

38

Хаталар өҫтөндә эш   Әҙәбиәт теорияһы. Лирик герой тураһында төшөнсә

Рәүеш

Лирик геройға ҡарашым

1

27.01

39

Сәғит Ағиш. Тормошо һәм ижады. «Мәзин йортонда»хикәйәһе.

Рәүеш

1

  29.01

40

Сәғит Агиш “Фәтхи Һалдат” хикәйәһе.

Алмаш

Образдарға характеристика,

сағыштырыу

1

03.02

41

“Фәтхи Һалдат” хикәйәһе буйынса изложение. №3

Ҡылыи

1

05.02

42

“Фәтхи Һалдат” хикәйәһе буйынса изложение 

Ҡылым һөйкәлештәре.

1

10.02

43

Хаталар өҫтөндә эш   Б.Бикбайҙый тормош юлы һәм ижады. “Ҡоҙаса”комедияһы.

Затһыҙ ҡылымдар.

1

12.02

44

Б Бикбай “Аҡсәскә” повесы.

Әҫәрҙең төп образдары.Әҫәргә анализ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тест һорауҙары.

Образдарға характеристика,

сағыштырыу

1

17.02

45

Б Бикбай. “Аҡсәскә” повесы.

Әҫәрҙең төп образдары.Әҫәргә анализ Сәғит Рафиҡов

Ҡылым йүнәлештәре.

1

19.02

III триместр

46

Инша №5.“Аҡсәскә” повесында ғаилә фажиғәһе һәм шәхес яҙмышы Беҙҙең тәбиғәтебеҙ!

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

1

03.03

47

Инша.  “Аҡсәскә” повесында ғаилә фажиғәһе һәм шәхес яҙмышы 

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

1

05.03

48

Хаталар өҫтөндә эш   Әҙәбиәт теорияһы. Тема тураһында  төшөнсә

Сифат ҡабатлау.

1

10.03

49

Зәйнәб Биишева. Тормош юлы һәм ижады. «Үткән йылдар, уҙған юлдар»автобиографик яҙмаларынан өҙөк.

Ымлыҡтар  һәм мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

12.03

50

З.Биишева “Кәмһетелгәндәр” романдан өҙөк. Йомғаҡлау дәресе

Синтаксис. Ябай һөйләмдәр.

“Ғәйрәтле һәм наҙлы моң” темаһына кескәй хикәйә

1

17.03

51

З.Биишева.“Кәмһетелгәндәр”романынан өҙөк.

Теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙың үҙенсәлектәре.

1

19.03

52

З.Биишева “Кәмһетелгәндәр” романдан өҙөк.Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.Образдар системаһы.Әҫәргә анализ

Образдарға характеристика,

сағыштырыу

1

24.03

53

З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы  буйынса излохение яҙыу. №4

1

26.03

54

З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы  буйынас излохение яҙыу.  

1

31.03

55

Хаталар өҫтөндә эш   Н.Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады.  Н.Нәжми поэзияһында Тыуған ил,  Ватан темаһы.

Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

1

02.04

56

Н.Нәжми. «Ата йорто»шиғыры.

Бер составлы һәм ике составлы һөйләмдәр.

1

07.04

57

Н.Нәжмиҙең философик лирикаһы. «Яҙ төҫөндә», «Ағас һәм тимер» шиғыры.

Ҡушма һөйләмдәр, уларҙың төрҙәре.

1

14.04

58

Н.Нәжмиҙең ижадында тәбиғәт  һәм мөхәббәт лирикаһы. “Күк сәскәләр”, “Һиңә тағы бер киләм әле”   шиғырҙары.

Ҡушма һөйләмдәр, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

16.04

59

Н.Нәжмиҙең поэмалаы  һәм балладалары. “Ике Зөләйха” поэмаһы.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

Образдарға характеристика,

сағыштырыу

1

21.04

60

Н.Нәжми. “Ҡапҡалар” поэмаһы.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр

1

23.04

61

Н.Ҡәрип.  Тормош юлы һәм ижады. «Күгәрсендәр» хикәйәһе.

1

28.04

62

 Н.Ҡәриптең   «Күгәрсендәр» хикәйәһе  буйынса изложение яҙыу. №5

1

30.05

63

Н.Ҡәриптең   «Күгәрсендәр» хикәйәһе  буйынса изложение яҙыу.

1

05.05

64

Хаталар өҫтөндә эш.   Үтелгән темалар буйынса тест һорауҙарына яуаптар

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

1

07.05

65

Хаталар өҫтөндә эш.                                             10-сы класта үтелгән темаларҙы ҡабатлау

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр

1

12.05

66

Контроль диктант №4

1

14.05

67

Хаталар өҫтөндә эш.                                           Үҙ аллы эш

1

19.05

68

Ҡабатлау.  Йомғаҡлау

1

21.05


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по родному языку и литературе 5 класс

рабочая программа по родному языку 5 кл...

Рабочая программа по родному языку и литературе, 5 класс

Рабочая программа по родному (русскому) языку и литературе ,5 класс...

Рабочая программа по родному языку и литературе , 7 класс

            Саяхова Л.Г. Программа  и методическое руководство к учебнику «Слово» (Русский язык. 5 – 9 классы). – Уфа: Китап, 2010...

Рабочая программа по родному языку и литературе 6 класс.

Рабочая программа: пояснительная записка, календарно-тематическое планирование, контрольно-измерительный материал, критерии оценивания....

Что роднит музыку и литературу. 5 класс

Конспект урока соответствуе ФГОС....

Рабочая программа по родному языку и литературе, 11 класс

Рабочая программа по родному языку и литературе, 11 класс коррекционной школы VIII вида, включает в себя пояснительную записку, основные требования к ЗУН, содержание программного материала, календарно...


 

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә. -Өфө: Китап, 2007.-344 бит.