Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»
методическая разработка (5 класс) по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уятыу.

Скачать:

Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Муниципаль районы

Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем

биреү бюджет учреждениеһы

Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо


http://cs9667.vk.me/u56475743/120417150/x_072fe060.jpg

Әҙәби – музыкаль кисә

  Башҡарҙы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                                      Хәбибуллина Вәсилә Абдулла ҡыҙы

Ергән-2015

Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо                              

Әҙәби – музыкаль кисә

Рус түгелмен, ләкин россиян мин
 
Мостай Кәрим

Мостай Кәрим-шағир, драматург, прозаик, яугир, шәхес.

Ғайса Хөсәйенов

    Академик, филология фәндәре докторы,

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

 

Маҡсат. Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уятыу.

Йыһазландырыу. Зал байрамса биҙәлгән. М.Кәримдең портреты, плакаттар, шиғырҙар яҙылған стендтар ҡуйылған, әҙәби әҫәрҙәрҙән «Ҡоштар осорам» исемле күргәҙмә ойошторолған. Слайдтар күрһәтеү өсөн проектор, ноутбук, экран; аудиокассеталар.

Кисә барышы

        Егет.  Һаумыһығыҙ,  хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға. Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, 2015 йыл – Әҙәбиәт йылы, тип иғлан ителде. Был беҙгә, уҡыусыларға, Тыуған илде һөйөүселәргә, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхес – эшлекле, әхлаҡи яҡтан тотороҡло, патриот булып үҫеү бурысын ҡуя.

        Ҡыҙ.  Беҙҙең иғтибарға лайыҡ тағы ла бер мөһим  ваҡиға. Быйыл, 2015 йылдың 9 майында Тыуған илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итәсәк. Был беҙгә, илһөйәрмәндәргә, быуындар йөрәгендә, беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен бүләк иткән ҡаһарман ил олатайҙарына хәтер, ихтирам, ғорурлыҡ тойғоларын уята һәм тағы ла бер тапҡыр, ысын мәғәнәһендә әҙәбиәткә күҙ һалырға кәрәклекте иҫкәртә.

      Егет. Яңы ғына, 2014 йылдың 20 октябрендә, Тыуған илебеҙ һәм барыбыҙ ҙа яугир шағирыбыҙ М.Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләп үттек. Ошо иҫтәлекле даталар беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиғалар булып торалар. Шуның өсөн дә беҙ бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы М.Кәримдең ижадына арналған кисәгә йыйылдыҡ. Был кисәлә әҙиптең данлы тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер. Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап, кисәбеҙҙе башлайбыҙ.

(Экранда М.Кәримдең портреты һәм шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған слайдтар

бер-бер  артлы алышынып тора.)

      Ҡыҙ. (Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында Мостай Кәримдең «Ҡоштар осорам»   шиғыры яттан һөйләнә.)

Ҡоштар осорам

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

      Егет. Уңыштарым

          Уңыштарым егет итте мине,

Баҫалҡы ир итте һағыштар,

Әммә  мине шағир яһанылар

Юғалтыуҙар менән табыштар.

      Ҡыҙ. Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормошо, ижади өлгөһөндә кешенең йәшәү мәғәнәһе, асылын аңлайһың. Ул үҙенең ижад ғүмерендә тыуған иле өсөн утҡа инде, уны фронтта һаҡланы. Шағир өсөн иң изге төшөнсәләр- халыҡ, хаҡлыҡ, Тыуған ил, Башҡортостан, Россия, Ватан. Бөгөн һүҙебеҙ ана шул хаҡта.

Рус түгелмен, ләкин россиян мин

Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торолоҡ.

     Егет. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

    Ҡыҙ. Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

      Егет.  Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

      Ҡыҙ.  Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана.    

                                                                                   

      Егет. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

      Ҡыҙ. Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды” тигән тәүге шиғырҙар китабы, 1941 йылда  “Яҙғы тауыштар”  тигән икенсе йыйынтығы донъяға сыға.

      Егет. Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

      Ҡыҙ. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

      Егет. М. Кәрим — Салауат Юлаев исемендәге (1967), Константн Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1967) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).

1940 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

      Ҡыҙ. Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаһының Милли йәштәр театры йөрөтә.

      Егет. Мостай Кәримгә Өфө ҡалаһының Профсоюздар йорто алдында 2013 йылдың 10 октябрендә һәйкәл ҡуйылды.

 

      Ҡыҙ. Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды. Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.

       Егет. Балалар әҙәбиәтенең тағы ла бер йәме, кескәйҙәр өсөн «Әлфиә хикәйәләре”. «Урманда»хикәйәһе буйынса сәхнәләштереү тәҡдим итәбеҙ.

  • Әлфиә, ниңә беҙҙе өҙмәйһең? Беҙ тамам бешеп өлгөрҙөк. Ғүмеребеҙ күп ҡалманы. Беҙҙе йыйып кит. Өйҙә әсәйең беҙҙән тәмле ҡаҡ ҡойор. Беҙ шундай тәмлебеҙ, хуш еҫлебеҙ. Беҙ — ер менән ҡояш балалары.

      Ҡыҙ. «Донъяла бер көс бар — ул йыр. Йыр кешеләге бөтә тойғоларҙы үҙ эсенә ала һәм уларҙы үҙ ихтыярына буйһондора»,-тип яҙа шағир. М.Кәрим күп шиғырҙарын үҙе үк йыр тип атай.  Әйҙәгеҙ, йыр тыңлап алайыҡ. М.Кәрим һүҙҙәренә Гөлдәр Ишҡыуатова яҙған “Тәгәрәп китте йөрәгем”  йыры халыҡ йырына яҡын.

Йомро-йомро йомғағымды

Күрмәнеңме, ағасай?

Әкиәттән.

Эҙҙәренә төшмәк булып

Илдәге бер сибәрҙең,

Йомғаҡ түгел, йөрәгемде

Тәгәрәтеп ебәрҙем.

Тәгәрәп китте йөрәгем,

Кмитте лә олаҡты бит,

Эҙен таптым, үҙен тапмай

Инде зар илатты бит.

Ҡайҙа барып һуғылайым,

Кем ҡапҡаһын ҡағайым:

-Йомро ғына йөрәгемде

Күрмәнеңме, ағайым?

Юл сатында мосафир ҡарт

Шундай аҡыл өйрәтте:

Йүләрлек ул-юллап йөрөү

Бер ысҡынған йөрәкте.

Әй, әкиәт, мин һаман да

Бер ҡатлы иҫәр балаң.

Тәгәрәгән йөрәгемде

Артынан ҡыуып барам.

       Егет. М.Кәримдең “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесы– бала саҡ хәтирәләренең иң матур бер биҙәге булып һәр беребеҙҙең иҫендә ҡала.

      Егет. Бәләкәй Кендек. Минең оло инәйемде  «кендек әбейе», ә үҙемде «кендек бабайы» тип йөрөтәләр. Мин бәләкәймен әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә. Ул тылсымлы кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй, йә берәй шаҡмаҡ шәкәр, йә дүрт-биш бөртөк йөҙөм емеше, йә перәник валсығы, йә кипкән муйыл, йә ҡурылған борсаҡ була. Торғаны менән хазина инде ул кеҫә -  бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина! “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелә. «Кеше тыуҙырырға». Бала саҡ дуҫтарым.

     (Кендек һөйләп бөтмәҫ элек, ат сабышҡан тауыштар менән музыка ишетелә. Атҡа «атланған», сыбыҡ тотҡан малайҙар баҫтырышып, сәхнәгә сығалар ҙа Кендекте уратып алалар.)

- Эй, Кендек! Ни хәл,  Кендек!  Бәпес ҡоймағы тәмлеме, Кендек?

      Кендек. Ҡуйығыҙ әле, малайҙар, шаярмағыҙ!

      - Кендегеңде күрһәт әле, Кендек! Беҙгә лә бәпес күстәнәсе алып кил әле. Кендек! Кендек! Кендек!

     Кендек. Етәр инде! Күп шаярмағыҙ, уйнамам да ҡуйырмын!

     Малай. Ярай инде, үсекмә, Кендек! Беҙ киттек, уйнарға килерһең. Көтәбеҙ! (Сабышып сығып китәләр)

      Егет. Кендек. Эйе, бына былары, минең бала саҡ дуҫтарым! Шаяндар! Ҡыйыуҙар!Зирәктәр! (Уларҙы ҡарашы менән оҙатып ҡала, уйлана.) Һәр өйҙә тиерлек, иртәһенә-кисенә, яҙына-көҙөнә ҡарамай, үҙ ваҡыты еткәс, кеше тыуа. Шул кешене ҡаршы алырға оло инәйем менән мин һәр саҡ кәрәк инек. (Сабый тауышы яңғырай) . Оло инәйемдең шифалы ҡулдары, яҡты күңеле һәр сабыйға тик изгелек, тәүфиҡ ҡына өләшә ине. Шул ваҡиғалар миңә оло һабаҡ булды һәм күп нәмәгә өйрәтте. Эх, бала саҡ, бала саҡ… (Түмәргә ултыра.) 

       Ҡыҙ.  “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән тағы ла бер өҙөк сәхнәләштерелә. Был өҙөктә автор балалыҡ дуҫы Әсғәттең һуғышта эҙһеҙ юғалыуын һүрәтләй. “Искәндәр Әсғәте”. Икмәк ҡәҙере.

   Урам буйлап Кендек быҙау эҙләргә китеп бара, ә уның ҡаршыһына Һары серәкәй- Әсғәт- Искәндәр Әсғәте сығып баҫҡан. Хас та етен төҫлө ап-аҡ сәсле, күҙҙәре  лә етен сәскәһенә оҡшаған - зәп-зәңгәрҙәр.

Әсғәт:  Әй, малай, ыңғайла былай!

 Кендек: Үҙең ыңғайла. Мин быҙау эҙләргә барам. 

Әсғәт: Шөрләмә, һиңә булмаҫ һис нәмә, мин кешегә теймәйем. (Кендек эргәһенә килеп еткәс тә усын йәйеп уның танау аҫтына килтереп терәй).  Нимә еҫе килә? Йә әйт инде, нимә еҫе килә?

Кендек: Юҡсы, бер еҫ тә килмәй.

Әсғәт: Һин яҡшылабыраҡ еҫкә, танауыңды йырыбыраҡ… Их, һин, шуны ла белмәйһең… Күмәс еҫе, май күмәсе. Әле генә күмәс ашап сыҡтым.

Кендек: Ашаһаң ни… Мин быҙау эҙләргә барам.

Әсғәт: Мин дә һиңә быҙау эҙләшәйемме?

Кендек: Эҙләшһәң ни…

Әсғәт: Эй, туҡта әле, ыштан кеҫәңдә һинең нимә ҡабарып тора ул ?

Кендек: Икмәк ҡатыһы.

Әсғәт:  Булмаҫ, йә таштыр әле.

Кендек: ( кеҫәһендәге ҙур ғына икмәк ҡатыһын сығарып күрһәтә) Бына, ышанмаһаң, быҙау алдатырға. Бына…

Әсғәт: Быҙауҙы,ни,  уны былай ғына, алдатмай ғына, ҡыуып ҡайтырбыҙ. Әйҙә, икмәкте ултырып ашайыҡ.

Кендек: Үҙең әле генә, май күмәсе ашаным, тип маҡтандың…

Әсғәт: Күмәс кенә тамаҡты туйҙырмай шул, уны икмәккә ҡушып ашарға кәрәк.

Кендек: Ә ниңә һин ҡушып ашаманың?

Әсғәт: Икмәк булмағас… (боттарын һуҙып, үлән өҫтөнә ултыра). Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Баҫып ашаһаң, туҡландырмай ул. Әгәр бер валсығын ергә төшөрһәң, яҙыҡ була. Яҙыҡ булғас, тамуҡта яндыралар - үлгәс.

    Егет. Бик күптәрҙе утлы өйөрмә кире әйләнеп ҡайтмаҫ ерҙәргә алып китте. Әсғәт тә хәбәрһеҙ ғәйеп булды. Яҡшы күңелле матур кешенең йәмһеҙ үлеүе мөмкин түгел. Ул шағир ине. Шағирҙың йәмһеҙ үлеүе мөмкин түгел…

     Ҡыҙ. М.Кәрим “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырында Башҡортостан менән Россияның дуҫлығының ҡара көстәрҙең еңә алмаҫлыҡ бөйөклөгөн тасуирлай. Шиғырҙарҙың эстәлеге, яңғырашы шул тиклем матур, шуға күрә  шиғырға көй ҙә яҙылған. 

 “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын йырлау, (сәхнәләштереү).

Ер шарының картаһына 
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны - бөйөк Рәсәй - 
Шундай йәшел, юғары.
Нисә быуат шул япраҡты
Ҡайындан өҙмәк булып,
Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,
Утта көйҙөрмәк булып,
Нисә диңгеҙ аръяғынан
Ниндәй елдәр иҫмәгән,
Ниндәй йәшен уйнамаған,
Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Шул япраҡты ашар булып, 
Нисә төрлө ҡорт һырыған,
Ҡайһы "милләт", ҡайһы "дәүләт",
Йә "өммәт" затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын - әсәнән,
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән.
Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша
Ҡайындың шат япраҡтары,
Тыңла, нисек шаулаша!

     Егет. Эйе, «Кендек» ул ғүмерлеккә кешелек донъяһында үҙенсәлекле ҡушамат булып ҡалды. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә. Уның артынан ҡалманы, яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы булды. (Талғын ғына «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» көйө урғыла). Яҙмыш уға был тормоштоң төрлө яғын «ауыҙ иттерҙе». Шанлы һуғыш йылдары… (Уйлана).

    Ҡыҙ. Мостай Кәрим фронтҡа китерҙән алда “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын яҙа.     (Гимнастерка кейгән уҡыусы М.Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын ятҡа һөйләй).

     Ҡыҙ. Эйәрләне атай, ялан үреп,

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

       

      Егет. Ышан, атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ,

Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанында.

       Ҡыҙ. М.Кәримдең еңеү юлдары лирикаһында Европаға, ҡышты ҡыуып, яҙ килеү, көньяғына сыҡҡан тәҙрәләргә нур кереү аша еребеҙгә Еңеү килеүе тасуирлана.

Европаға май килә

Европаға май килә,

Ерҙе һөйөп, ел өрә,

Яҙҙы көткән өйҙәргә,

Киң атлап, тормош керә.

      Егет. 9 май

Тыуған илем! Һауаларға ашҡан

Шөһрәтеңдең хаҡлы байраҡтары.

Ер шарының ике яртыһында

Салютыңдың балҡый шаңдаҡтары.

       Ҡыҙ. Еңеү

Таралды һуңғы туптарҙың

Төтөнө.

Ғазаптар аша килде еңеүҙең

Был көнө.

       Егет. Билдәһеҙ һалдат

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә- моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

       Ҡыҙ.  Балалар әҙәбиәтенең йәме һәм төҫө булырҙай “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында балалар дуҫлығы: башҡорт улы Йәмил һәм украин ҡыҙы Оксананың дуҫлығы һүрәтләнә. Автор һуғыш йылдарында балаларҙың ауылдағы ауыр тормошо, фронттан хаттар, тиҙерәк еңеүҙең килеүен көтөүҙәре һүрәтләнә.

       Егет.  Йәмилдең әсәһе Көнбикә апай ҡышҡы һыуыҡта йыраҡ юлдан ҡайта. Ул ҡайҙан ашығып ҡайтты икән?  

-Йәмил, таныш бул, был һинең һеңлең Оксана була.

-Әсәй, Оксана миңә берәй һүҙ әйтһен әле?

-Оксана йыраҡ ҡаланан килде. Унда башҡортса һөйләшмәйҙәр. Һин уға башҡортса һөйләшергә өйрәтерһең ярармы, улым.

-Ярар, әсәй.  

«Осрашыу» бүлеге сәхнәләштерелә.

       Ҡыҙ.  Оксана үҙенең әсәһен иҫенә төшөрә, уны һағына. (Трактор тауышы килә.)      

-Йәмил, һин беләһеңме, йыраҡта беҙҙең тағыла бер әсәйебеҙ бар.

-Һин төш күрҙеңме әллә, Оксана?

-Юҡ ,ысынлап та тағы бер әсәйебеҙ бар. Ул йыраҡта ҡалды.

-Ике әсәй булмай ҙа.

-Бар, бар.

-Илама, Оксана, мин һиңә бер ҙур хазина бүләк итәм.

-Ҡайҙа ул хазина?

-Ана,теге ҡайын төбөндә.

 «Оксананың төшө» бүлеге сәхнәләштерелә.

       Егет. Оксана үҙ иленә ҡайтырға йыйына.  Оксана ҡапыл әсәйгә килеп һыйынды. Әсәйем уны ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡларға тотондо.

-Хушлашығыҙ инде, балалар,-тине атай. Мин һеңлемдең беләгенән тотоп алдым:

-Оксана, китмә, туғаным!

-Йәмил, илама, улым, һеҙ тиҙҙән тағы осрашырһығыҙ. Беҙ бит бер үк Тыуған илдә йәшәйбеҙ,-тине атай.

-Үҙ ояһына осоп китте минең ҡошсоғом…минең шатлығым…

-Улай тимә, Көнбикә. Ҡыҙыбыҙ ғүмер буйы беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме булып ҡалыр. “Хушлашыу” бүлеге сәхнәләштерелә.

     Ҡыҙ.   Һуғыш бөткәс, шағир тыуған ауылына ашҡынып ҡайтыуын «Һаумы, тиҙәр гөлдәр» йырында асыҡ күрһәтеп бирә. Н.Мөстәҡимов музыкаһы, М.Кәрим һүҙҙәренә «Һаумы, тиҙәр гөлдәр» йыры яңғырай.

     Һаумы, тиҙәр гөлдәр...


Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.

Гөлдәр миңә "Һаумы, һаумы!"- тиҙәр,
Талғын елдәр иҫкән сағында,
Баш эйәләр. Бер мин генә түгел,
Улар ҙа, ахры, мине һағынған.

Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында
Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем, 
Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй 
Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем.

Хәтерләйем ошо туғайҙарҙа 
Бик, бик күптән гөлдәр үҫкәнен;
Ғашиҡ булдым егет йылдарымда, 
Тик гөлдәрҙе үрелеп өҙмәнем.

Ғашиҡ булдым. Ләкин мин ғишҡымды 
Әйтеп бирҙем ябай тел менән.
Тиңләмәнем уны далалағы
Ғүмерһеҙ һәм матур гөл менән.

Улар һаман: "Һаумы, һаумы"-тиҙәр,
Алдарыма хуш еҫ сәсәләр.
Бик һағындым һеҙҙе, бик һағындым, 
Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр.

      Егет.  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Социалистик хеҙмәт геройы, Андерсен исемендәге Халыҡ- ара Почетлы диплом менән бүләкләнеүсе оҙон һәм бай ғүмер юлы уҙған шағирыбыҙ “Уңдым” шиғырында былай тип яҙҙы. М.Кәрим  “Уңдым”  шиғырын  үҙе уҡый.

                              Рәмил.     Күп нәмәнән уңдым.

                       Рәхмәт һеҙгә,

                       Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!

      Айгиз      Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.

                      Минән уңды микән бүтәндәр?    

   Уҡыусылар Р.Зәйнуллинаның “Мостай Кәримдең һорауҙарына яуаптар” шиғырын уҡый.

Наил                  Уңдың, шағир, тыуған көнөңдән,

Элиза                Октябрҙең аяҙ таңынан,

Әлфиә               Илем үҙаллылыҡ яҡлап алған

Гөлнәзирә        Көнө лә бит һинең айыңдан.

Динислам         Дуҫтарыңдан уңдың, мөхәббәттән,

Эльза                Ғәзиз телең – туған телеңдән,

Алмаз                Ил ағаһы итеп хөрмәтләгән

Наилә                Башҡортостан – тыуған илеңдән.

Марсель           Эйе, уңдыҡ!

Данил                Һинән уңдыҡ, шағир!

Сабина              Көслө лә һуң , ай –һай, ижадың!

Эльмир              “Улы булып илдең, замандың,

Әлиә                  Аҫыл һүҙең менән дан алдың!”

Элина                Шиғырҙарың беҙҙең күңелдәрҙе

Рената               Һүнмәҫ бер нур булып яҡтырта,

Айҙар                 Һәр йөрәктә изгелек һәм шәфҡәтлелек,

  Радмир              Кешелеклек хисе уята!

Айгизә               95 йәшең тулды, шағир,

                            Әйләнеп баҡ әле артыңа,

                            Һинән уңған барлыҡ дуҫтарың да

                            Баҫып тора һинең ҡаршыңда.

Диана                Тыуған көнөң менән улар

                            Ҡулың ҡыҫып тәбрик итәләр,

                            Изге теләктәрен теләй – теләй :

Бергә                 “Һинән уңдыҡ, шағир”, - тиҙәр.

   Ҡыҙ.  Эйе, беҙ,  һинең халҡың, һинән мең-мең тапҡыр уңдыҡ. Йәш быуын ижад юлығыҙҙа ҡайнап йәшәй һәм йәшәр, оло тормош һабағы, тәрбиә алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

    Егет. Поэзия, драматургия, проза – М. Кәрим ижадының өс тағаны булды.

    Ҡыҙ.  Ул һәр жанрҙың бынамын тигән һөнәрмән бер оҫтаһы, һәр әҫәре уның хужаһы  менән затлы икәнен бөгөн беҙ һеҙҙең менән тағы ла бер тапҡыр иҫбатланыҡ.

               

              Ҡыҙ.  Академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов сәсән телле аҡһаҡалыбыҙ, бөтәбеҙҙең дә яратҡан шағирыбыҙ, күренекле прозаик, драматург Мостай Кәрим тураһында “Мостай Кәрим-шағир, драматург, прозаик,  яугир, шәхес. Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” ,-тип атаны.                            

     Егет. Оло кендек. “Шулай, дуҫтар, яҙмыш менән бәхәсләшеп, беҙ үҫә барҙыҡ. Буйға еттек. Һабаҡ алырға ла ваҡыт етте. Һөйөклө Оло инәйем   мине мөғәллимәгә алып барып тапшырҙы. Ғазаплы һәм серле мәктәп йылдары, белем һуҡмаҡтары минең йөрәгемдә уҡытыусыма ҡарата йыр булып яралды”. Ысынлап та М.Кәрим барыбыҙ өсөн дә уҡытыусы булды. Айрат Ҡобағошов музыкаһы М.Кәрим һүҙҙәренә бергәләп  «Уҡытыусыма» йырын йырлайыҡ, дуҫтар.

Уҡытыусыма

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм-

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

Һин , уҡытыусым, шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә.

Һин һөйләнең бәхетемдең

Аҡлығы тураһында,

Тыуған илдәге халыҡтың

Шатлығы тураһында.

Һин етәкләп мендең мине

Тауҙарҙың бейегенә,

Алып киттең далаларға,

Диңгеҙҙәр киңлегенә…

Һин яратырға өйрәттең

Һәр бер биҙәген ерҙең,

Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең

Серҙәрен асып бирҙең.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм

Һәм тормошом китабының

Тәү битен асҡан көнөм.

    Ҡыҙ. Ә хәҙер беҙгә ошо бәхетле бала сағыбыҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен бүләк итеүселәргә рәхмәт әйтеп, бер минутлыҡ тынлыҡҡа баҫайыҡ.          

      Егет. Ошоноң менән Әҙәбиәт йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең                                70 йыллығына бәйләп,  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арнап үткәрелгән  кисә тамам.

      Ҡыҙ. Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотлайбыҙ!

      Бөтәһе бергә. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

        

                                               


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция.

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция....

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция.

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған  әҙәби – музыкаль композиция....

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция.

Балалар шағирәһе Г. Юнысованын тормош юлы һәм  ижады менән танышыу.                   Уҡыусыларҙын танып ...

“Гомерем минем моңлы бер җыр иде”(М.Җәлил иҗатына багышланган әдәби- музыкаль композиция)

“Гомерем минем моңлы бер җыр иде”  (М.Җәлил иҗатына багышланган әдәби- музыкаль композиция)...

Әҙәби – музыкаль композиция «Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы».

Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның ижады, тормош юлы  менән таныштырыу.Уҡыусыларҙа Факиһа Туғыҙбаева тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү...

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо - Мостай Кәрим

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышыу...