Тематический план 5 класс
рабочая программа (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Аңлатма яҙыу
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - Ижевск: «Книгоград», 2008.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 - 9 кластар өсөн башҡорт теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 5 класта 35 сәғәткә (аҙнаға 1 сәғәт), 6 класта 70 сәғәткә (аҙнаға 2 сәғәт), 7 класта 70 сәғәткә (аҙнаға 2 сәғәт), 8 класта 70 сәғәткә (аҙнаға 2 сәғәт), 9 класта (аҙнаға 2 сәғәт) бүленгән.
Дәреслектәр: Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Үҙгәртелгән 7-се баҫма. - Өфө: Китап, 2012. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2012. Хөснөтдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б., Тикеев Д.С., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011. Хөснөтдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б., Тикеев Д.С. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Үҙгәртелгән 7-се баҫма. - Өфө: Китап, 2012. Хөснөтдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б., Тикеев Д.С. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2005.
Программа кимәле : базис
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Илеш районы Иҫке Күктау урта мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Маҡсаттар һәм бурыстар:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү. Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммунакация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәренде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; һүҙлек запасын һәм уҡыусытелмәрәнең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ғуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма буларағ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән.Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләкле булараҡ, фунциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Фунциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге. Функциональ грамоталылыҡтыңмөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уныңда тота.Фунциональ грамоталылыҡты формалатырыу, уҡыусыларҙы телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уы ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын тәрлә белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Уҡыу предметының урыны
Базис уҡыу программаһы һәм Иҫке Күктау дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы был эш прогаммаһы йылына 315 сәғәткә иҫәпләнгән.
Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше
Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.
Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.
Аралашыу ҡиммәте — аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.
Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте — хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.
Илһөйәрлек ҡиммәте — үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.
Кешелеклелек ҡиммәте — үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.
Уҡыу предметын үҙләштереүҙә шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
- тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт уятыу;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү, үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү. Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу тора.
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
- әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
- уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре, тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
- уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
- аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
- текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
- таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
- тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
- текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
- текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
- тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
- геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү; телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
- уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
- уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
- асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
- проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
- нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
- уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
5 класс
Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү
Әҙәбиәт.
С. Муллабаев. “Шатлыҡлы иртә”.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Б. Бикбай. “Туған тел”. Р. Ғарипов. “Туған тел”.
Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
“Әминбәк” (башҡорт халыҡ әкиәте).
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
К. Кинйәбулатова. “Көҙ еткәс”. Ф. Рәхимғолова. “Көҙгө Урал”. Р. Ғарипов. “Торналар”. Н. Иҙелбай. “Дүрт миҙгел”.
Б. Ноғоманов. “Йәйбикә менән Көҙбикә”.
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М. Кәрим. “Сыйырсыҡ балаһы”. А. Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Н. Әминева. “Тыуған ер”. Д. Бураҡаев. “Урал тауҙары”. “Тыуған ер” (ҡобайыр). Т. Ғәниева. “Уралиә тигән ил” (әкиәт).
Р. Ниғмәти. “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. “Мин – Башҡортостандан”. Ә. Вахитов. “Аҡһаҡал аманаты”.
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. “Ҡыҙыҡ һүҙ”. Ф. Иҫәнғолов. “Хәмит күпере”. “Йылмайыу”. Р. Ғарипов. “Алма”.
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
С. Әлибаев. “Ҡыш”. Н. Мусин. “Ҡоралайҙар”. В. Әхмәҙиев. “Ҡышҡы урманда”. Ҡ. Даян. “Шыршы”. М. Кәрим. “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”.
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
Р. Солтангәрәев. “Эшләп ашаһаң”. З. Биишева. “Йәшәү – хеҙмәт”. Ф. туғыҙбаева. “Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә”. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.
Д. Бүләков. “Яралы китап”. Ғ. Рамазанов. “Ағайым хаты”. Ә. Вахитов. “Өс бөртөк бойҙай”. М. Кәрим. “Дан кәпәс түгел”.
Н. Мусин. “Атайымдың ос һәнәге”.
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.
Ә. Әминев. “Әсикмәк”. Ф. Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем ҡулы”. “Әсә йөрәге” (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. “Таҫтамал”.
К. Кинйәбулатова. “Әсә күңеле”.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.
Р. Назаров. “Яҙ килә”. З. Хисмәтуллин. “Сыйырсыҡ”. С. Әлибаев. “Яҙҙы кем килтергән?” М. Кәрим. “Һеңлемдең төшө”.
Ҡ. Даян. “Торналар”. Р. Ғарипов. “Һабантурғай йыры”.
Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. “Ҡарһылыу менән Яҙһылыу”. Ғ. Хисамов. “Аҡъяурын сал бөркөт”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.
М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.
А. Игебаев. “Еңеү көнө”. К. Мәргән. “Ҡурайсының үлеме”. Р. Ниғмәти. “Еңеүселәргә дан”. В. Исхаҡов. “Миҙал һәм малай”.
Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Р. Назаров. “Тракторсы йыры”. З. Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. С. Агиш. “Турыҡай”. М. Ғафури. “Һарыҡты кем ашаған?”
Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.
С. Муллабаев. “Йомарт йәй”. Б. Рафиҡов. “Йондоҙ һанаусы малай”. М. Кәрим. “Ап-аҡ мөғжизә”.
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Тематик план
5 класс
(35 сәғәт)
№ | Дәрес темаһы | Сәғәтһаны | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге |
1 | С. Муллабаев «Шатлыҡлы иртә”. Б. Бикбай “Туған тел” | 1 | Яҙыусының ижады менән танышыу, туған тел, ил тураһында әңгәмәү |
2 | БТ үҙенсәлекле өндәре | 1 | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре менән танышыу, күнегеүҙәр эшләү |
3 | “Әминбәк”. Әкиәт тураһында төшөнсә | 1 | Әкиәтте уҡыу һәм анализлау, һорауҙарға яуаптар алыу |
4 | К. Кинйәбулатова “Көҙ еткәс” | 1 | Көҙ тураһында әңгәмә үткәреү |
5 | Б. Ноғоманов “Йәйбикә менән Көҙбикә”.Сағыштырыу тураһында төшөнсә | 1 | Әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау, сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү |
6 | Контроль диктант “Ағиҙел буйҙарына яҙ килде” | 1 | Үҙләштерелгән материалдарҙы тикшереү |
7 | Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәр системаһы | 1 | Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәр системаһы менән танышыу |
8 | М. Кәрим “Сыйырсыҡ балаһы” | 1 | М. Кәримдең ижады менән танышыу, шиғырҙы уҡыу һәм анализлау |
9 | Башҡорт теленең ғ ,һ, ң, ҫ һәм я, ю өндәренең һүҙ башында һәм аҙағында килеүе | 1 | ғ ,һ, ң, ҫ һәм я, ю өндәренең һүҙ башында һәм аҙағында килеүе ҡарау, күнегеүҙәр эшләү |
10 | Н. Әминева “Тыуған ер”. Ф. Рәхимғолова “Мин-Башҡортостандан” | 1 | Шағирҙарҙың ижады менән танышыу, әҫәрҙәрҙе уҡыу һәм анализлау, һорауҙарға яуаптар алыу |
11 | Контроль диктант «Урманда » | 1 | Үҙләштерелгән материалды тикшереү |
12 | Ә. Вахитов “Аҡһаҡал аманаты”. Антоним тураһында төшөнсә | 1 | Яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау, антоним тураһында төшөнсә биреү |
13 | Т.ү. Изложение. А.Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” | 1 | Телмәр үҫтереү дәресе |
14 | Ф. Иҫәнғолов “Хәмит күпере” | 1 | Яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
15 | Р. Ғарипов “Алма”.Омоним тураһында төшөнсә. | 1 | Шағирҙың ижады менән танышыу, шиғырҙы уҡыу һәм анализлау, оионим тураһында төшөнсә биреү |
16 | Н. Мусин “Ҡоралайҙар” | 1 | Яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
17 | М. Кәрим “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” | 1 | Яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышыу, ҡыш тураһында әңгәмә үткәреү, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
18 | Ижек | 1 | Ижек тураһында төшөнсә биреү, күнегеүҙәр эшләү |
19 | Башҡорт халыҡ ижады. “Аҡъял батыр” (әкиәт) | 1 | Әкиәтте уҡыу һәм анализлау |
20 | “Ҡамыр батыр” | 1 | Әкиәтте уҡыу һәм анализлау, әңгәмә үткәреү |
21 | Т.ү.Инша “Минең яратҡан әкиәт геройым” | 1 | Телмәр үҫтереү дәресе |
22 | Йомаҡтар һәм мәҡәлдәр. Башҡорт халыҡ йырҙары | 1 | Йомаҡтар һәм мәҡәлдәр, йырҙар тураһында төшөнсә биреү |
23 | Һүҙҙәрҙең яһалыу ысулдары | 1 | Һүҙҙәрҙең яһалыу ысулдары менән танышыу, күнегеүҙәр эшләү |
24 | Р. Солтангәрәев “Эшләп ашаһаң…” | 1 | Яҙыусының ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
25 | Контроль диктант «Айыу» | 1 | Үҙләштерелгән материалды тикшереү |
26 | Д. Бүләков “Яралы китап” | 1 | Яҙыусының ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
27 | Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай” | 1 | Яҙыусының ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
28 | Н. Мусин “Атайымдың өс һәнәге”. Хикәйә тураһында төшөнсә | 1 | Яҙыусының ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау, һорауҙарға яуаптар алыу, хикәйә тураһында төшөнсә биреү |
29 | Ә. Әминев “Әсикмәк”. Ф. Мөхәмәтйәнов “Әсәйем ҡулы” | 1 | Шиғырҙарҙы уҡыу һәм анализлау, әсәйҙәр тураһында әңгәмә үткәреү |
30 | Р. Назаров “Яҙ килә”. З. Хисәтуллин “Сыйырсыҡ” | 1 | Яҙыусыларҙың ижады менән танышыу, әҫәрҙәрҙе уҡыу һәм анализлау |
31 | Контроль диктант “Ер” | 1 | Үҙләштерелгән материалды тикшереү |
32 | М. Кәрим “Өс таған” | 1 | М. Кәримдең ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау, әңгәмә үткәреү |
33 | Р. Ниғмәти “Еңеүселәргә дан” | 1 | Яҙыусының ижады менән танышыу, әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау |
34 | М. Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?” Мәҫәл менән аллегория тураһында төшөнсә | 1 | М. Ғафуриҙың ижады менән танышыу, мәҫәл, аллегория тураһында төшөнсә биреү |
35 | С. Муллабаев “Йомарт йәй” | 1 | Шиғырҙарҙы уҡыу һәм анализлау, әңгәмә үткәреү |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
тематические планы для 2,5,9.классов.
Очень долго приходиться разбираться в тематических.Надеюсь кому нибудб поможет....

Календарно-тематический план 5 класс
План составлен для городской школы (по Симоненко). Надеюсь, кому-нибудь пригодится...
РАБОЧАЯ УЧЕБНАЯ ПРОГРАММА по английскому языку УМК «Английский с удовольствием» 3 класс. РАЗВЕРНУТЫЙ КАЛЕНДАРНО-ТЕМАТИЧЕСКИЙ ПЛАН 3 класс.
Пояснительная запискаРАЗВЕРНУТЫЙ КАЛЕНДАРНО-ТЕМАТИЧЕСКИЙ ПЛАН 3 класс ...
РАЗВЕРНУТЫЙ КАЛЕНДАРНО-ТЕМАТИЧЕСКИЙ ПЛАН класс 2
РАЗВЕРНУТЫЙ КАЛЕНДАРНО-ТЕМАТИЧЕСКИЙ ПЛАНИРОВАНИЕ по УМК " Английский с удовольствием" М.З.Биболетова 2 класс ....

Учебно-методический материал по биологии (10 класс) по теме: Каледарно-тематический план по Биологии 10 класс
Календарно-тематический план по биологии 10 класс к учебнику общая биология под редакцией проф. И.Н. Пономаревой. 2 часа в неделю...
Календарно - тематический план 10 класс Enjoy English для 10 класса, М.З. Биболетова
Календарно - тематический план 10 класс Enjoy English для 10 класса, М.З. Биболетова...
