Рабочая программа по башкирскому языку
рабочая программа на тему

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

рабочая программа по башкирскому языку (2 линия)

Скачать:

ВложениеРазмер
Package icon рабочая программа 257.3 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Краснокама   районы  муниципаль районы

муниципаль бюджет  дөйөм белем биреү учреждениеһы

Сауыҙбаш төп дөйөм  белем биреү мәктәбе

Ҡаралған                                                                                        Килешелгән:

ММБ ултырышында                                                                     УТЭ буйынса директор урынбаҫары:

протокол  №1                                                                                 __________ Ф.Ф.Шәмсетдинова

«___» _________  2016 й.

Етәксеһе:_________ Ф.Ф.Шәмсетдинова                                   “____” _____________ 2016 й.

Раҫлайым:

мәктәп директоры

________ Ф.Н.Талипова

Приказ №____

«____»________2016 й.

2016-2017  уҡыу йылына

6-сы класс өсөн

 башҡорт  теленән

эш программаһы

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Шәмсетдинова Фәүзиә Фәрис ҡыҙы

2016 йыл

Аңлатма яҙыу.

6-сы  класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш программаһы 70  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Төҙөүсеһе : Шәмсетдинова Ф.Ф.

Методик ҡулланма: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте - 6, Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. - Өфө, 2009

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы, 5-9 кластар өсөн, Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова, Өфө, 2009

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: 

  1. Грамматика һүҙлеге (һүҙ үҙгәреше), Өфө, 2007
  2. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө, 2006
  3. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле (морфология), М.В.Зәйнуллин, Өфө, Китап, 2005
  4. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы, Ә.С.Раҡаева, М.С.Дәүләтшина, 2008
  5. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы, 5-11 кластар, Т.Я.Бикбаева, Т.Ы.Ҡунафина, Эдвис, 2008
  6. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы, 5-9 кластар өсөн, Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова, Өфө, 2009

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.; Ижевск, «Книгоград», 2008 – 125 бит

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Сауыҙбаш төп дөйөм  белем  биреү  мәктәбе муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,

 Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,

 «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,

Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 2 йүнәлештән тора:

  • Әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш, грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштереү;
  • Уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

  • уҡыусыларға башҡорт теленең фонетикаһынан, лексикаһынан, һүҙьяһалыш менән грамматикаһынан, стилистикаһы менән пунктуацияһынан, шулай уҡ телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала  билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;
  • уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;
  • уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
  • уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;
  • балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;
  • башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Уҡығанды аңлы тыңлау һөйләгәнде тыңлай һәм аңлай белеү

      Уҡытыусының аңлатҡанын тыңлау. Яңы терминдарҙы үҙләштереү. Диалогик һәм монологик телмәрҙе төшөнөү.

     Текстағы төп һәм икенсе дәрәжәләге хәбәрҙәрҙе (информацияны) айыра белеү. Күсмә мәғәнәләге һүҙҙәрҙең ҡулланылышын тотоп ала белеү; күркәм телмәрҙән сағыштырыу, йәнләндереү, эпитет кеүек һүрәтләү сараларын табыу һәм уларҙы аңлата белеү. Рәсми телмәрҙең аныҡлығын, ҡәтғилеген аңлай алыу. Текст йөкмәткеһенең телмәрҙең тонына (кәйефенә) тап килеү-килмәүен аңлау һәм һөйләү.

       Радио менән телевидениенан балалар әсен тапшырыуҙарҙы тыңлау.

Тексты уҡыу һәм аңлау

Төрлө стилдәге текстарҙы аңлап, төрлө етеҙлектә уҡыу. Уҡыуҙың тасуирлығын һаҡлап, логик һәм дөрөҫ тойғоло итеп укыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе уҡығанда һанау интонацияһын бирә белеү; ә, ләкин, әммә ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре, сөнки, шуға, шуға курә, шунлыҡтан кеүек сәбәп теркәүестәре булған һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән укыу күнекмәһен булдырыу һәм үҫтереү.

Рәсми эш ҡағыҙҙарын һәм күркәм текстарҙың тонын ғәҙәттәге битараф стилдәге текстарҙың интонацияһы менән сағыштырыу (тәүгеләрендә логик интонацияның, һуңғыларында хис-тойғоло интонацияның өҫтөнлөгөн тойоу). Күркәм тексты тарих, ьиология дәреслектәрендәге фәнни текстар менән сағыштырып укыу, үҙенсәлектәрен төшөнөү.

һөйләү һәм яҙыу

Текста ҡуйылған маҡсатты, авторҙың уйын (тел төбөн) исыҡлай белеү, текстың төп мәғәнәүи һыҙатын сағылдырған һөйләмдәрҙе табыу.

Текстың темаһы (кем йәки нимә тураһында). Киң һәм тар темалар. Тема һәм микротемалар. Текста төрлө темаға ҡараған һүҙҙәрҙе һәм кылымдарҙың лексик-мәғәнәүи төркөмдәрен (хәрәкәт, тауыш сығарыу, телмәр, фекерләү, арэны сағылдырыусы һ.б. ҡылымдарҙы) таба белеү. Текстағы ваҡыт һәм араның берҙәмлеген (эш-хәрәкәттең ҡайҙа һәм ҡасан барыуын) билдәләй белеү.

Текстың хикәйәләү (ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиға тураһында хикәйә), тасуирлау (предмет һәм уның билдәләре, сифаттары), хөкөм (фекер) йөрөтөү (ниндәй ҙә булһа фекерҙе, ҡарашты иҫбатлау) кеүек типтарын билдәләү.

Хикәйәләү тексының жанры булараҡ хикәйә. Хикәйәнең композицион үҙенсәлектәре (хәрәкәттең башланышы, хәрәкәттең үҫтерелеше, кульминацияһы, сиселеше).

Тексты абзацтарға бүлә белеү һәм һәр абзац тексының тибын (тасуирлау, хикәйәләү, хөкөм йөрөтөү) билдәләй белеү.

Төрлө типтағы текстарҙың композицион схемаһын төҙөү. Хикәйәләүгә ҡоролған текстың композицион төҙөлөшөн (схемаһы): 1. Хәрәкәттең башы. 2. Хәрәкәттең үҫтерелеше. 3. Хәрәкәттең киҫкен сағы (кульминация). 4. Хәрәкәттең аҙағы (сиселеше).

Төрлө типтағы текстарҙың ябай планын төҙөү.

Төрлө тип телмәрле текстарҙың тел саралары. Хикәйәләүгә ҡоролған текстарҙағы хәл-ваҡиғаларҙың динамикаһын булдырыуҙа төрлө ҡылым формаларын файҙалана белеү. Предметтарҙы тасуирлауҙа төп һәм шартлы сифаттарҙы ҡуллана белеү. Тасуирлау текстарында эпитеттар менән сағыштырыуҙарҙың урыны.

Төрлө темаларға диалогтар төҙөү. Бирелгән башланғыс менән диалогты дауам итеү. Алдан тәҡдим ителгән текстың аҙағына диалоглы башланғыс өҫтәү. Телдән үҙ-ара бәйләнешле һөйләмдәрҙән торған текст төҙөү.

Хикәйәләүгә ҡоролған тексты, төп фекерен иҫәпкә алып, ҡыҫҡартып һөйләү. Башланышы бирелгән диалогты дауам итеү. Шундай уҡ тексты ижади үҙгәртеп (затын, ҡылымдарҙың заманын, тасуирлауҙы, хәл-ваҡиғаны, пейзажды үҙгәртеп) һөйләү.

Текстар төҙөү

Аралашыуҙа ҡатнашыусылар (коммуниканттар): дуҫ-иштәр, синыфташтар, ҡунаҡтар; өлкәндәр, ата-әсәләр, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре; ауыл эшсәндәре, мәктәптәге төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашыусылар; йәйге эш ваҡыты, хеҙмәт лагеры һ.б.

Аралашыу ситуациялары, проблемалар, темалар:

  1. Яҙ. Тәбиғәттең уяныуы. Кешенең кәйефе.
  1. Кеше һәм тәбиғәт: хайуандар һәм ҡоштар.
  2. Физкультура һәм спорт. Спорт уйындары.
  3. Тыуған Башҡортостаным. Тыуған яҡ тарихынан.
  4. Үҙешмәкәр түңәрәктәр. Халыҡ ижады. Йырҙар, әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, бейеүҙәр, музыка ҡоралдары.
  5. Байрамдар. "Котлауҙар.
  6. Китап - минең дуҫым.
  7. Сәнғәт йондоҙҙары.

Телмәр төрҙәре

Электән алған күнекмәләр нигеҙендә диалог күнекмәләрен камиллаштырыу. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте (ҡайғы уртаҡлашыу, тынысландырыу, рәхмәт әйтеү, маҡтау, үпкәләү һ.б.) сағылдырыу. Байрам менән, уҡыуҙағы уңыштар менән ҡотлау. Мәктәп тормошонан диалогтар төҙөү. Осрашыуға килгән хеҙмәт ветерандарын, артистарҙы, яҙыусыларҙы сәләмләү.

Әҫәр, кинофильм, телевидение тапшырыуҙары хаҡында әңгәмәләшеү. Китаптар, кинофильм, телевидение тапшырыуҙары тураһында баһалама яҙыу йәки һөйләү.

Диафильмдар, картиналар, һүрәттәр буйынса үҙеңдең шәхси тәьҫоратыңды һөйләү. «Аманат» журналы, «Йәншишмә» гәзите буйынса һәм республика яңылыҡтары тураһында белдереүҙәр яһау.

Ҡобайырҙарҙың мотивы буйынса, мәҡәлдәрҙе файҙаланып, миниатюр инша ижад итеү.

Класс, мәктәп тормошона бағышланған төрлө йыйылыштар буласағы тураһында белдереүҙәр яҙыу. «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарына, «Йәншишмә» гәзитенә мәҡәләләр яҙыу.

Эшлекле уйын. Халыҡ ижады фестиваленә, «Йыл уҡыусыһы» исеменә конкурсҡа әҙерләнәбеҙ.

Тел белеме һәм телмәр күнекмәләре

VI  класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр: - һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре, һөйкәлеш, зат һәм заман; һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, ҡылым төркөмсәләре, сифат ҡылым, исем ҡылым, хәл ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ;

-        рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

-        эпиграф төшөнсәһенең билдәләмәһе, рәсми эш ҡағыҙҙары стиле хаҡында төшөнсә, рәсми эш ҡағыҙҙары стилендә телмәр этикеты (әҙәплеге) тураһында төшөнсә.

Күнекмәләр:

-        һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү;

-        үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;

-        исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡтарҙың төп морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролдәрен әйтә белеү; исем, сифат, һан, рәүеш һәм алмаштарҙың төрлө ысулдар менән яһалышын белеү; стилистик үҙенсәлеген иҫәпкә алып, исем, сифат, ҡылым, һан, рәүеш, алмаштарҙы телмәрҙең төрлө формаларында һәм типтарында ҡуллана белеү; кеше һәм башҡа предметтарға; күренештәрҙе белдергән исемдәргә һорау ҡуя белеү.

-        рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе һәм ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;

-        ҡатмарлы план төҙөү, текстың төп фекерен сағылдырыу маҡсатында эпиграфты ҡуллана белеү; текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер-береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү.

6 класс (башҡорт теле). Аҙнаға 2 сәғәт.

Тема

Сәғ. һаны

Дата

Фактик дата

Йыһазлау

Иҫкәрмә

1

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙың дөрөҫ әйтелеше.

1

01.09

Дәреслек, алфавит

2

Башҡортостан. З.Биишева “Башҡортостан”.

1

06.09

Портреттар, фонояҙмалар, карта

3

Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә. Исем.

1

08.09

Дәреслек, таблица «Исем»

4

Ғ.Хөсәйенов “Рудасы Исмәғил Тасим улы”.

1

13.09

Аудиояҙма

5

Исемдәрҙең күплек категорияһы.

1

15.09

Дәреслек

6

М.Ғафури “Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда”.

1

20.09

М.Ғафури портреты, китаптар күргәҙмәһе

7

Изложение.

1

22.09

Изложение текстары йыйынтығы

8

Башҡорт ихтилалдары тураһында. “Салауат”.

1

27.09

Фонояҙма

9

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

29.09

Дәреслек

10

Р.Бикбаев “Салауат ҡылысы”. С.Злобин “Салауат Юлаев”.

1

04.10

Портрет, Злобиндың китабы

11

Исемдәрҙең һан һәм эйәлек категориялары.

1

06.10

Дәреслек, таблица

12

Я.Хамматов “Төньяҡ амурҙары”. Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте

1

13.10

Портрет, аудиояҙма

13

Исемдәрҙең яһалышы.

1

18.10

Дәреслек

14

“Ҡаһым түрә”. Риүәйәт.

1

20.10

15

Контроль диктант.

1

25.10

Диктанттар йыйынтығы

16

Хаталар өҫтөндә эш. Ә. Вәлиди “Беренсе башҡорт ҡоролтайы”.

1

27.10

Портреттар, аудиояҙма

17

Исемдәрҙең килеш категорияһы.

1

01.11

Дәреслек,табл.«Килештәр»

18

Р.Солтангәрәев “Осто бөркөт”.

1

08.11

Портрет

19

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреүе.

1

10.11

Дәреслек, таблица

20

Башҡортостан тауҙары тураһында. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”.

1

15.11

Карта, аудиояҙма

21

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

17.11

Дәреслек

22

“Йәмле Ағиҙел буйҙары”. “Йәмле Дим буйы”.

1

22.11

Карта, аудиояҙма, һүрәттәр

23

Инша.

1

24.11

24

Хаталар өҫтөндә эш. Гүзәл Өфөм – баш ҡалам. Йыр.

1

29.11

Карта, аудиояҙма

25

Исемдәрҙең күплек категорияһының мәғәнәләре. Ҡабатлау.

1

01.12

Дәреслек

26

А.Камалов “Боронғо башҡорт ҡалалары”.

1

06.12

27

Сифат.

2

08.12

13.12

Дәреслек, таблица «Сифат»

28

Башҡорт йолалары.

1

15.12

Аудиояҙма, һүрәттәр

29

Сифаттарҙың дәрәжә менән үҙгәреше.

1

20.12

Дәреслек

     30

С.Агиш “Ҡунаҡ һәм намыҫ”.

1

22.12

31

Контроль диктант.

1

27.12

Дикт. йыйынтығы

32

Хаталар өҫтөндә эш. Милли аштар. Башҡорт ҡымыҙы. Ҡорот.

1

29.12

Видеояҙма

33

Сифат темаһын нығытыу.

1

17.01

Дәреслек, таблица «Сифат»

34

В.Власов “Башҡорт балы”. Н.Сафин “Бишбармаҡ”.

1

19.01

Видеояҙма

35

Башҡорт телендә исемдәрҙең сифат урынына килеүе.

1

24.01

Дәреслек

36

З.Биишева “Башҡорт теле”. “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы” әкиәте.

1

26.01

37

Сифаттарҙың яһалышы.

1

31.01

Дәреслек

38

Ә.Вахитов “Һүҙ хаҡында баллада”.

1

02.02

39

Изложение.

1

07.02

Текстар йыйынтығы

40

Я.Хамматов “Башҡорттар китте һуғышҡа”. “Шайморатов генерал”.

1

09.02

Портрет, аудиояҙма

41

Хаталар өҫтөндә эш. Сифат темаһына практик күнегеүҙәр.

1

14.02

Дәреслек, таблица «Сифат»

42

Ж.Кейекбаев “Зөбәй Үтәғолов”.

1

16.02

43

Башҡорт телендә орфоэпик нормалар. Тәржемә итеү.

1

21.02

Дәреслек, инд. карточкалар

44

Ә.Бикчәнтәев ”Бөркөт һауала үлә”.

1

28.02

Портрет

45

Сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары.

1

02.03

Дәреслек

46

“Урал батыр”, “Алдар менән Шайтан” әкиәттәре.

1

07.03

Яҙмалар

47

Алмаш. Фонетик күнегеүҙәр.

1

09.03

Дәреслек, таблица «Алмаш»

48

“Ҡурай моңо” әкиәте. Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурай”.

1

14.03

Ҡурай яҙмаһы, ҡурай

49

Зат алмаштары, уларҙың килештә үҙгәреүе.

1

16.03

Дәреслек, таблица

50

М.Ғафури. “Бир ҡулыңды”. Р.Ниғмәти.

1

21.03

Портрет

51

Контроль диктант.

1

23.03

Дикт. йыйынтығы

52

Хаталар өҫтөндә эш. М.Кәрим. “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.

1

04.04

53

Алмаш төркөмсәләре. Фонетик күнегеүҙәр.

1

06.04

Дәреслек, таблица

54

Р.Ғарипов “Аманат”. Н.Нәжми “Күлдәк”.

1

11.04

Портреттар

55

Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар.

1

13.04

Дәреслек, таблица «Һан»

56

Р.Бикбаев “Халҡыма хат”. Ә.Атнабаев.”Салауат менән һөйләшеү”

1

18.04

57

Инша.

1

20.04

58

Хаталар өҫтөндә эш. З.Биишева “Кәмһетелгәндәр”.

1

25.04

Портрет, аудиояҙма

59

Һандарҙың яһалышы, төркөмсәләре.

1

27.04

Дәреслек

60

Ә.Хәкимов “Сәләх ҡарт”.

1

02.05

Портрет

61

Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу.

1

04.05

Дәреслек

62-63

Н.Мусин “Күҙ йәше”.

2

11.05

11.05

Портрет

64

Башҡорт телендә исем алдында килеүсе һандарҙың үҙгәрелеүе.

1

16.05

Дәреслек

65

Ҡ.Аралбай “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М.Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”.

1

18.05

66

Башҡорт телендә исем алдында килеүсе һандарҙың үҙгәрелеүе.

1

23.05

67

Контроль диктант.

1

23.05

Портрет

68

Хаталар өҫтөндә эш. З.Биишева “Дуҫ булайыҡ”.

1

25.05

Дикт. йыйынтығы

69-70

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2

25.05

30.05

Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр:

З.Биишева. “Башҡортостан”, “Башҡорт теле”.

“Любизар” (Башҡорт халыҡ йыры)

“Урал” (Башҡорт халыҡ йыры)

“Гүзәл Өфөм – баш ҡалам” (йыр)

“Шайморатов генерал” (йыр)

Р.Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”.

Р. Ғарипов. “Аманат”.

Р.Бикбаев. “Халҡыма хат”.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса(родной)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...