Оҫталыҡ дәресе (методический семинар)
проект по теме

оҫталыҡ дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon master-klass.doc41.5 КБ
Office presentation icon master-klass.ppt481.5 КБ

Предварительный просмотр:

Оҫталыҡ дәресе : «Кеше тормошонда төҫтәр.”

Маҡсат:

а)Халыҡ ижадында һәм кеше яҙмышында аҡ төҫтөң урыны.

б)Бәйләнешле телмәр үҫтереү,ҡыҙыҡлы,эффектив,инновацион алымдар,ысулдар,эш төрҙәре менән танышыу.

в)Халыҡ ижадына,шәхестәрҙең яҙмышына ҡыҙыҡһыныу уятыу; ғорурлыҡ, изгелек тойғоһо тәрбиәләү.

 Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Уҡыусыларҙың  ассоциатив, логик фекерләүе, хәтере үҫешә;

Универсаль алымдар менән эш итергә өйрәнә ( логик-структур  схемалар); уҡыусыларҙың проект-эҙләнеү эшмәкәрлегенә, билдә-символдар ҡулланып эш итә белеүенә нигеҙ һалына;

Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныуы арта;

ФДББ стандарттары талаптарына ярашлы уҡыусыларҙың  шәхси, танып  белеү, регулятив, коммуникатив  УУЭ  формалаша;

Башҡорт теле дәрестәре аша төрлө башҡорт шағирҙарының, яҙыусыларының  ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы  арта;

Төркөмдә эшләгән саҡта үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белеү,  бер-береһен тыңлай, башҡалар фекерен ҡабул итә, аңлай белеү кеүек сифаттар тәрбиәләнә;

Күнегеүҙәр  эшләгәндә уҡыусылар аңлы уҡырға, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табырға, был мәғлүмәт менән эшләргә; сағыштырырға, системаға килтерергә, анализларға,  дөйөмләштергә  өйрәнә.

Дәрес барышы:

1.Дәрестең темаһын,маҡсатын асыҡлау.

Йәйғор тураһында йомаҡтан башлап китеү.”.Аллы-гөллө көйәнтәмде йылға аша ташланым.”

-Йәйғор төҫтәре кеше тормошонда һәр саҡ сағылыш ала.Һәр бер кеше тормошта бер төҫкә өҫтөнлөк бирә.Һеҙ ниндәй төҫкә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?Һеҙгә ниндәй төҫ оҡшай?Тормоштоң ниндәй төҫә булыуын теләр инегеҙ?(Уҡыусыларҙың яуабын тыңлау)

-Эйе ,аҡ.Шулай булғас бөгөн аҡ төҫ тураһында һөйләшәсәкбеҙ.(аҡ ҡағыҙ биттәре таратып сығыу)

-Борон – борондан бала донъяға килгәс тә аҡ биләүгә биләгәндәр.

Бала күңеле лә һеҙҙең алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙ кеүек аҡ.

2.Һүҙбәйләнештәр төҙөү.

.-Әйҙәгеҙ аҡ сифаты менән һүҙбәйләнештәр уйлайыҡ.

Аҡ  ҡар

Аҡ  уй

Аҡ  өй, тирмә

Аҡ  икмәк

Аҡ күлдәк

Аҡ  бәхет

Аҡ  йылан

Аҡ   юл

Аҡ  сәс

Аҡ  һөйәк

Аҡ  билет

Аҡ  ҡағыҙ

3.Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу.

-Әйҙәгеҙ,ошо һүҙҙең мәғәнәһен аңлатып китәйек.

Аҡ ҡар – таҙа йәки яңы яуған ҡар.

Аҡ  уй- изге уй.

Аҡ  өй, тирмә- ҡунаҡ  өйө.

Аҡ  икмәк- юғары  сортлы  ондан   бешерелгән.

Аҡ  бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныс,бәхетле кеше.

Аҡ  йылан-йыландар  батшаһы уны бәхетле кешегә генә осрай,тиҙәр

Аҡ   юл-хәйерле  юл.

Аҡ  сәс-сал  сәс,ололоҡ билдәһе.

Аҡ  һөйәк- юғары ҡатлам  кешеһе; эш   яратмаған  кеше

Аҡ  билет-һуғыш ваҡытында һуғыштан аһат ителеү ҡағыҙы.Бәлки кемдер өсөндөр был бәхет билдәһелер.

Аҡ  ҡағыҙ –таҙа,аҡ унда нимәлер яҙып,ижад итәһе килә.

4.Үҙ аллы ижад итеү.

.-Хәҙер алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙ биттәрен файҙаланып  үҙегеҙ теләгән нимәне ижад итегеҙ.

5.Эштәргә йомғаҡ яһау.

-Аҡ ҡағыҙға тәшкән аҡ уйҙар ысын барлыҡҡа әйтелә.

Аҡ пароходтарҙа ,аҡ самолеттарҙа  йөрөүсе юлсыларға аҡ юл теләйбеҙ.

Аҡ эшләпәле кешегә аҡс уйҙар теләйбеҙ.

Тағы ла  нимәләр яҙҙығыҙ?

6..Ә  халыҡ ижадында аҡ һүҙенә бәйле нимәләр беләһегеҙ?

-Аҡ тип нимәне әйткәндәр?

Аҡ- ул һөт.

Ысынлап та халыҡта  аҡты ергә түкмәҫкә тигән тыйыу бар.

«Ағы барҙың туғы бар”, –  тигән мәҡәл дә бар.

-Аҡ ҡалас уйыны ла кешенең тыуған көнөндә бер тапҡыр ғына уйнала торған уйын.

-Аш-һыу араһында иң кәрәкле ризыҡ нимә?Тоҙ .Тоҙһоҙ бөтә нимә тәмһеҙ.Тоҙ тураһында башҡорт халыҡ әкиәте лә бар.

-Кеше өсөн иң кәрәкле ризыҡ – он да аҡ төҫтә .

Бына шулай итеп беҙҙең халыҡта аҡ төҫкә ҙур баһа бирелә.

-Бала күңеле аҡ ҡағыҙ тигән мәҡәл менән килешәһегеҙме?

Уҡытыусылар үҙ фекерҙәрен әйтә..

Эйе,беҙ баланың күңеленә яҡшы,яҙты уйҙар һалабыҙ,орлоҡтар сәсәбеҙ .Киләсәктә яҡшы кешеләр булһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ.

-Беҙҙең башҡорт халҡыннда аҡ ҡағыҙға ҡара менән яҙып төрлө осорҙа яҙмыштары төрлөсә үҙгәргән шәхестәребеҙ бик күп.

Һеҙ кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ?

-Ихтилал етәкселәре :Батырша,Ҡараһаҡал.Салауат.

-Яҙыусылар:Д.Юлтый,Туфан,Һ.Дәүләтшина ,Ғ.Дәүләтшин.

-Башҡортостаныбыҙҙың үҙ аллылығы өсөн көрәшеүселәр:З.Вәлиди.Ш.Бабич,М.Мортазин

Уларға ҡара япһалар ҙа барыбер аҡ төҫ еңеп сыға.Видео.

7.Рефлексия.

а). Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?

б).Алған белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?

в). Ниндәй алымдар, эш төрҙәре һеҙҙең өсөн бигерәк тә оҡшаны?

г) Аңлау өсөн нимәһе ауыр булды? Оҫталыҡ дәресенән һуң ниндәй һорауҙар, идеялар тыуҙы?

д) Дәрес буйынса үҙегеҙҙең уйҙарығыҙ, ҡарашығыҙ менән  уртаҡлашығыҙ.

;


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация к уроку по теме"Йолташем- тале футболист"

Презентация к уроку,с новыми словами,с вопросами....

Комплекс упражнений "Тонкий момент - талия"

Не секрет, что каждой женщине хочется нравиться мужчинам. Одни из самых притягательных областей женского тела – это, несомненно, талия и живот. Добиться идеальных изгибов вам помогут физические ...

Оҫталыҡ дәресе

"Аҡ"  концептын  ҡулланып  төҙөлгән  оҫталыҡ  дәресе...

Практическое занятие : Расчет тали электрической.

Разработка содержит содержание практического занятия: Расчет тали электрической....

Мейес әбей. Г. Яҡупова. 7 класс. Оҫталыҡ дәресе.

7 класта өйрәнелгән Гөлнур Яҡупованың "Мейес әбей" әҫәре буйынса оҫталыҡ дәресе....

Оҫталыҡ класы

"Яңы белем биреү технологияларын ҡулланыу - планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеү шарты" темаһына оҫталыҡ класы...

Оҫталыҡ - дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект эшмәкәрлеге

Оҫталыҡ- дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект технологияһы...