Рабочая программа по башкирскому языку. 7 класс.
рабочая программа (7 класс) на тему

Сабирова Галиябану Абдулловна

Башҡорт мәктәптәренең 7 класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Йөкмәтке:

1.Аңлатма яҙыу............................................................................2 - 3                                                                        

2.Уҡыу курсының  йөкмәткеһе.....................................................4 - 5

3.Календарь-тематик план............................................................5 - 7

4.Эш программаһы үтәлешенән һуң көтөлгән һөҙөмтәләр..................8

5.Уҡытыусының  уҡыу- уҡытыу методик комплекты.........................9

        

Аңлатма

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән «Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт теле буйынса өлгө программалар» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүсеһе З.М.Ғәбитова.—Өфө: Китап, 2012.—48 бит.—(Икенсе быуын стандарттары). Норматив документ: “Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы Билән ауылының УДББ МБМУ төп дөйөм белем биреү программаһы”

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Билән урта  дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Дәреслек: Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 7-се класы өсөн дәреслек. 2-се баҫма /  Аҙнабаев А.М. Тагирова С.А. Өфө: Китап, 2014.—192 бит

Дөйөм сәғәттәр һаны – 68 сәғәт, аҙнаһына 2 сәғәт.

Программа буйынса башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты һәм бурыстары:

  • туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау,, туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;
  • көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсальуҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.) үҙләштереү;
  • тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү, анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү, яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү,, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу,, телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү, алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.  
  • Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү
  • Уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү
  • Уҡыусыларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын  һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

-этнолингвокультрологик йүнәлештә

-информацион технологиялар;

-уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;

-проблемалы уҡытыу;

-проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;

-уйын алымдары;

-тестар эшләү;        

-төркөмләп эшләү һ.б.        

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

             Уларға түбәндәгеләр инә:

башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Уҡыусыларҙың  белем кимәлен баһалау өсөн һорауҙарға яуап алыу,аңлы уҡыу, яҙма эштәр,ижади эштәр эш программаһында күҙҙаланған.Программала барыһы 7 контроль эш, 4 изложение, 3 инша планлаштырылған

Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсатынан һәм бурыстарынан сығып, программаның йөкмәткеһе түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

Башҡорт теле-- беҙҙең туған телебеҙ.        

Тел тураһында дѳйѳм тѳшөнсә биреү. Туған телгә ҡарата һѳйѳүҙө тәрәнәйтеү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу

Лексика, фонетика буйынсаүтелгәндәрҙеҡабатлау.

Морфология, орфография буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һүҙяһалыш темаһын ҡабатлау.

Синтаксис. Һүҙбәйләнеш.

Синтаксистың тѳп маҡсаты.Һүҙбәйләнеш һәм һѳйләм.        һүҙбәйл. һәм һѳйләм тур. тѳшѳнсә. Эш кешеһенә, тыуған тѳйәккә һѳйѳү тәрбиәләү. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары. Һүҙбәйләнештәрҙең ике юл менән барлыҡҡа килеүе. Теҙмә,эйәртеүле. Эйәртеүле бәйләнештең тѳрҙәре тураһында төшөнсә биреү.Эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә бәйләнеүе.Ярашыу. Ярашыу бәйләнеше менән таныштырыу.  Һүҙбәйләнештәрҙе  айырырға ѳйрәнеү. Башҡарылыу бәйләнеше менән таныштырыу,үҙенсәлектәрен билдәләү,айырырға ѳйрәнеү. Йәнәшәлек бәйләнеше менән таныштырыу,үҙенсәлектәрен билдәләү, айырырға ѳйрәнеү.Һөйкәлеү бәйләнеше менән таныштырыу,үҙенсәлектәрен билдәләү,айырырға ѳйрәнеү. Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ. Һүҙҙәрҙең ҡушма һүҙгә әйләнеүе,һүҙбәйләнештәрҙә баҫым, айырымаларын табырға ѳйрәнеү.                    Нығынған һүҙбәйләнештәр. Ирекле һүҙбәйләнештәр. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Айырымланыу, уларҙың лексик категорияны тәшкил итеүе.

Ябай һѳйләм

Эйә һәм хәбәр тѳҙѳлѳшѳн, ниндәй һүҙ тѳркөмөнән килеүен аныҡлау. Һѳйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр. Эйә һәм хәбәр тѳҙѳлѳшѳн, ниндәй һүҙ тѳркөмөнән килеүен.

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтарын ҡарау. Һѳйләмдең эйәрсән киҫәктәре.  Аныҡлаусы. Эйәрсән киҫәктәр тураһында белемде тәрәнәйтеү, аныҡлаусы ниндәй һүҙ тѳркөмөнән килә алыуын күҙәтеү. Тиң  һәм  тиң  булмаған аныҡлаусылар. Аныҡлаусыларҙың тиң һәм тиң түгел осраҡтарын тикшереү,һѳйләмдәрҙә айыра белеү.

Ѳҫтәлмәлек  Аныҡл. бер тѳрѳ булыуы,уларҙың нимә белд. аңлатырға

Тултырыусы

Ваҡыт  хәлдәре Шарт  хәлдәре Сәбәп  хәлдәре Маҡсат  хәлдәре Кире  хәлдәр

Һѳйләмдә  һѳйләм  киҫәктәренең  урынлашыу  тәртибе. Һѳйләм киҫәктәренең билдәле урындары булыуы,инверсия, логик баҫым тураһында аңлатыу.

Ике  составлы  һѳйләмдәр

Ике һәм бер составлы һѳйләмдәр тураһында тѳшөнсә биреү, уларҙы айырырға ѳйрәнеү

Бер  составлы  һѳйләмдәр

Билдәле  эйәле  һѳйләм Бер составлы һѳйләмдәр.

Уларҙың стилистик мѳмкинлеге,үҙенсәлеге.

телмәрҙә ҡулланырға ѳйрәтеү.

Билдәһеҙ  эйәле  һѳйләм

Эйәһеҙ  һѳйләм

Атама  һѳйләмдәр

Тулы  һәм  кәм  һѳйләмдәр

Тиң  киҫәкле  һѳйләмдәр.

Тиң  киҫәктәр  эргәһендә  тыныш   билдәләре

Тиң  киҫәктәр  эргәһендә  дѳйѳмләштереүсе  һүҙҙәр

Тиң  киҫәктәр  эргәһендә  дѳйѳмләштереүсе  һүҙҙәр.  Улар  эргәһендә  тыныш   билдәләре

Дѳрѳҫ интонация м-н уҡырға ѳйрәнеү,тиң киҫ. дѳйѳмләштереүсе һүҙ табырға ѳйрәтеү

Ѳндәш  һүҙҙәр  

Интонация менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр, теркәүестәр  менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр араһында  тыныш билдәләре.

Ѳндәш  һүҙҙәр  эргәһендә  тыныш  билдәләре

Инеш  һүҙ  һәм  инеш  һѳйләмдәрҙеңмәғәнәүи үҙенсәлектәре

Инеш  һүҙ  һәм  инеш  һѳйләмдәр эргәһендә тыныш билдәләреһѳйләмдәге роле,тыныш билдәләре

 Айырымланыу  тураһында  тѳшѳнсә

Танырға ѳйрәнеү, башҡа һѳйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмауы

Ѳҫтәлмәлектәрҙең  айырымланыуы

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы

Хәл  әйтемдәре  һәм  уларҙың  үҙенсәлеге

тѳшѳнсә биреү,тыныш билдәләрен үҙләштер

Тура  һәм  ситләтелгән  телмәр

Диалог. Цитаталар. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатыу.

Календарь-тематик план   7 класс

п/п

Дәрестемаһы

Дәресһаны

Дата

(план)

Дата

(факт)

1

Башҡорт теле—беҙҙеңтуғантелебеҙ.

1

05.09-11.09

2

Үтелгәндәрҙеҡабатлау.( 4)

2.1

Лексика, фонетика б-са үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

05.09-11.09

2.2

Морфология, орфография б-са үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

12.09-18.09

2.3

Һүҙяһалыш темаһын ҡабатлау

1

19.09-25.09

2.4

Аңлатмалы диктант «Нефть»

1

19.09-25.09

3

Синтаксис. Һүҙбәйләнеш.(10)

Синтаксистың тѳп маҡсаты.

Һүҙбәйләнеш һәм һѳйләм.

1

26.09-02.10

3.1

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

1

26.09-02.10

3.2

Эйәртеүле бәйләнештең тѳрҙәре.

1

03.10-09.10  

3.3

Ярашыу

1

03.10-09.10

3.4

Башҡарылыу

1

12.10-15.10

3.5

Йәнәшәлек

1

17.10-23.10

3.6

Һѳйкәлеү

1

17.10-23.10

3.7

Эйәртеүле бәйләнешле һүҙбәйләнештәре тураһында ҡабатлау

1

24.10-30.10

3.8

Изложение «Урал тауҙары»

1

24.10-30.10

3.9

Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ.

1

31.10-06.12

3.10

Нығынған һүҙбәйләнештәр

1

31.10-06.11  

3.11

Биремле диктант «Музыкант»

1

07.11-13.11

4

Ябай һѳйләм (8)

1

07.11-13.11

4.1

Һѳйләмдең баш киҫәктәре

 Эйә менән хәбәр

1

14.11-20.11

4.2

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

1

14.11-20.11

4.3

Һѳйләмдең эйәрсән киҫәктәре Аныҡлаусы

1

21.11-04.12

4.4

Тиң  һәм  тиң  булмаған

аныҡлаусылар

1

21.11-04.12

4.5

Ѳҫтәлмәлек. Тултырыусы

1

05.12-11.12

4.6

Тура  һәм ситләтелгән тултырыусы

1

05.12-11.12

4.7

Ә.Лотфуллиндың «Хушлашыу» картинаһы   буйынса инша

1

12.12-18.12

4.8

Хаталар өҫтөндә эш. Рәүеш  хәлдәре

Күләм-дәрәжә  хәлдәре.Урын хәлдәре

1

12.12-18.12

4.9

Ваҡыт  хәлдәре. Шарт  хәлдәре. Сәбәп  хәлдәре.Маҡсат хәлдәре. Кире  хәлдәр.

1

19.12-25.12

4.10

Һѳйләмдә  һѳйләм  киҫәктәренең  урынлашыу  тәртибе

1

19.12-25.12

4.11

Изложение «Диләкәй»

1

26.12-31.12

4.12

Хаталар өҫтөндә эш. Ике  составлы  һѳйләмдәр

1

26.12-31.12

4.13

Контроль диктант «Ҡышлаусы ҡоштар»

1

09.01-15.01

4.14

Хаталар өҫтөндә эш

1

09.01-15.01

5

Бер составлы һѳйләмдәр (5)

1

16.01-22.01

5.1

Билдәле эйәле һѳйләм

1

16.01-22.01

5.2

Билдәһеҙ эйәле һѳйләм

1

23.01-29.01

5.3

Эйәһеҙ һѳйләм

1

23.01-29.01

5.4

Атама һѳйләмдәр

1

30.01-05.02

5.5

Тулы  һәм кәм һѳйләмдәр

1

30.01-05.02

6

Тиң киҫәкле һѳйләмдәр. ( 4)

6.1

Тиң  киҫәктәр  эргәһендә  тыныш   билдәләре

1

06.02-12.02

6.2

Тиң  киҫәктәр  эргәһендә  дѳйѳмләштереүсе  һүҙҙәр

1

06.02-12.02

6.3

Р.Нурмөхәмәтовтың «Батыр тураһында легенда.Тыуған ауылда.» картинаһы б-са инша

1

13.02-19.02

6.4

Тиң  киҫәктәр  эргәһендә  дѳйѳмләштереүсе  һүҙҙәр.  Улар  эргәһендә  тыныш   билдәләре

1

13.02-19.02

6.5

Аңлатмалы диктант «Яҙкөнө»

1

20.02-21.02

6.6

Хаталарҙы барлау һәм системалаштырыу

1

20.02-21.02

7

Ѳндәш һүҙҙәр

1

27.02-05.03

8

Ѳндәш  һүҙҙәр  эргәһендә  тыныш  билдәләре

1

27.02-05.03

9

Изложение «Гүзәл баҡса»

1

06.03-12.03

10

Хаталар өҫтөндә эш. Инеш  һүҙ  һәм  инеш  һѳйләмдәр

1

06.03-12.03

11

   Инеш  һүҙ  һәм  инеш  һѳйләмдәр эргәһендә тыныш билдәләре

1

13.03-19.03

12

   Контроль диктант «Юл ыңғай»

1

13.03-19.03

13

Хаталар өҫтөндә эш

1

20.03-26.03

14

Айырымланыу  тураһында  тѳшѳнсә.

15

Ѳҫтәлмәлектәрҙең  айырымланыуы

1

20.03-26.03

16

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы

1

27.03-01.04

17

Ҡ.Дәүләткилдиевтың «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» картинаһы буйынса инша.

1

27.03-01.04

18

Хәл  әйтемдәре  һәм  уларҙың  үҙенсәлеге

1

03.04-15.04

19

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы

1

03.04-15.04

20

Тура  телмәрле һѳйләмдәр.

1

17.04-23.04

21

Тура телмәрле һөйләмдәрҙә  тыныш  билдәләре.  

1

17.04-23.04

22

Тура  һәм ситләтелгән телмәр

1

24.04-30.04

23

Тура телмәрле һөйләмдәрҙе ситләтелгәнгә әйләндереү

1

24.04-30.04

24

Диалог

1

01.05-07.05

25

Цитаталар

1

08.05-14.05

26

Аңлатмалы диктант «Бал»

1

08.05-14.05

27

Хаталар өҫтөндә эш.

1

15.05-21.05

28

Изложение «Атлы башҡорт»

1

15.05-21.05

29

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау, йомғаҡлау.

1

22.05-28.05

30

Контроль диктант «Бәхетле ер»

1

22.05-28.05

31

Хаталар өҫтөнждә эш.  Йомғаҡлау дәресе.

1

29.05-31.05

32

Барыһы

68

Эш программаһы үтәлешенән һуң көтөлгән һөҙөмтәләр:

  • телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу.
  • телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү,,
  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары), төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу,,
  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү, уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу, мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.
  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу.

һөйләү һәм яҙыу:

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу.
  • төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу.
  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау.
  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу.
  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау,, бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу.
  • Саф башҡорт әҙәби телендә аралашыу.
  • Тасуири һүрәтләү сараларын билдәләргә белеү
  • Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү
  • Изложение, инша, кластаһәмөйҙәижадиэштәряҙыу

Уҡытыусының  уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

«Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт теле буйынса өлгө программалар» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүсеһе З.М.Ғәбитова.—Өфө: Китап, 2012.—48 бит.—(Икенсе быуын стандарттары).

Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге.—Үҙгәрешле 2-се баҫмаһы.—Өфө: Китап,2010.—336 бит.

Баһауетдинова М.И. Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге.—2-се баҫма, яңыртылған.—Өфө: Китап, 2012.—Һүрәттәре менән 148 бит.

Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда/Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тар., тел һәм әҙ. Институты.—М.: Рус.яз., 2010.

Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы.—Өфө: Китап,2011.

Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы.—Өфө: Китап,2011.

Баһаүтдинова М.И. ,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма).—Өфө:НМЦ «Педкнига», 2010.

Вәлиева Г.Д. Текс өҫтөндә эшләү өсөн дидактик материалдар. 5-6 –сы кластар.—Өфө: Китап,2011.

Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсн. 1-се киҫәк.—Өфө: Китап,2010.

Исҡужина Ф.С., Әбүбәкерова З.Ф. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иншалар йыйынтығы.—Өфө, 2010.

Исҡужина Ф.С.,Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.—Өфө: Китап,2011.

Солтанбаева Х.В., Балапанова Л.С. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.—Өфө: Китап, 2013.

Сәйетбатталов Ө.Ө. Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.—Өфө: Китап,2011.

Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм студенттар өсөн ҡулланма.—Өфө: Китап,2010.

Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары.—Өфө: Китап,2010.

Шарапов И.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.—Өфө: Китап,2010.

www.Oprb.ru

www.Bspu.ru        

www.Uroki.net

www.Nsportal.ru

www.istbash.info

www.yaktash.yeshlek.ru

www.bashkort.com

www.bashkironline.org

www.bashkir.ru

www.bashgord.com

www.yeshlek.ru/kitap/

www.husainov.com

www.tugantel.ru

контрольэштәр.

Аңлатмалы диктант

Биремле диктант

Аңлатмалы диктант

Изложениела тексты


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 7класс

Рабочая программа составлена для 7 класса по учебнику "Башкирский язык и литература" (авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов), Уфа - 2010.Прилагается календарно-тема...