Н.Нәжми "Тыуған ауылыма". Баһауетдинова А.Р.
методическая разработка (5 класс) по теме

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

Дәрес эшкәртмәһе, 5 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tema._n.nadzhmi_tyugan_auylyma_yyr.doc70 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Н.Нәжмиҙең «Тыуған ауылыма йыр» әҫәрен өйрәнеү.

Маҡсат: Н.Нәжмиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау һәм прогнозлау һәләтен нығытыу, һүҙ байлығын үҫтереү, уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү нигеҙендә илһөйәрлек тәрбиәләү,тыуған яҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү, Н.Нәжми ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Н.Нәжми тураһында плакат, китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, компьютер.

                                         Дәрес барышы.

I. Ойоштороу эше. Сәләмләү.

Уҡытыусы.  Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

                       Уяналар ауыл, ҡалалар.

                       Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

                       Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

                       Йылы һүҙҙән тыуған оло  шатлыҡ

                       Көнө буйына етә.

                       Изге көн теләп өндәшәм:

                       Балалар, хәйерле иртә!

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе йыр менән  башлап ебәрәйек.

                                        (“Тыуған ауылым” йырын тыңлау)

II. Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә.

-Уҡыусылар, әле тыңлап киткән йырҙа нимә тураһында йырлана? Беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән? (тыуған яҡ, ауыл)

Уҡытыусы. Эйе, был йырҙа тыуған яғыбыҙ, уның матурлығы, кешеләре, урамдары  тураһында йырлана. Тыуған яғы  тураһында шиғыр, йыр яҙмаған, уның менән һоҡланмаған бер генә шағир ҙа юҡтыр. Шуларҙың береһе менән бөгөнгө дәрестә танышып китербеҙ. Кем булыр икән ул? Шағирҙың исем-фамилияһын таблоға ҡарап табайыҡ.

2. Экрандағы таблонан әҫәрҙең авторын, исемен табыу.

и

в

ҫ

т

ҙ

б

к

ф

Н

а

з

а

р

з

Н

ә

ж

м

и

ғ

ө

й

у

д

й

ү

и

с

Б

л

ә

ә

к

ш

в

ү

ә

ө

ҙ

ғ

ҡ

ң

Уҡытыусы. Эйе, дәрес башында яңғыраған матур йырҙың һәм шулай уҡ “Батырҙар йыры”, “Юҡҡа түгел”, “Дуҫлыҡ, дуҫлыҡ” кеүек йырҙарҙың авторы – Назар Нәжми. Беҙ  бөгөн ошо оло әҙип тураһында һүҙ алып барырбыҙ, тормошо һәм ижадына байҡау яһарбыҙ, уның тыуған ауылы  тураһында яҙылған әҫәре менән танышып китербеҙ.

                                            (число, тема яҙҙырыу)

3.  Н.Нәжми тураһында әңгәмә.

Уҡытыусы. Кем һуң ул Н.Нәжми? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер:Ҡайҙа? Ҡасан? Кем? Нисек?   ( слайд)  

   Назар Нәжми йәмле Дүртөйлө районының Миңеште ауылында 1918 йылдың 5 февралендә тыуып үҫкән шағир. Шағир башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Унан Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, орден-миҙалдар менән бүләкләнә. 1947-1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Әҙәби Башҡортостан”, “Һәнәк” исемле гәзит-журналдарҙа эшләй. Ул күп кенә шиғырҙар, поэмалар, драма әҫәрҙәре яҙа. “Йыр тураһында баллада”, “Ҡапҡалар”, “Урал” кеүек поэмаларын, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, Ҡыңғыраулы дуға” кеүек пьесаларын, шиғырҙарын  барыһы ла яратып уҡый. Уның бик күп шиғырҙарына башҡорт композиторҙары көй яҙған.

        Назар Нәжми халҡыбыҙ хәтерендә һаҡлана. Шағирҙың тыуған яғы - Дүртөйлө районындағы башҡорт гиназияһы Назар Нәжми исемен йөрөтә. Дүртөйлөлә уның исемендә баҡса бар. Ул – Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

      - Шулай итеп, Н.Нәжми кем ул? (слайд) (яуаптарҙы яҙып ҡуйыу)

4. «Тыуған ҡалама йыр” шиғыры  буйынса эш.

Уҡытыусы. Эйе,  Назар Нәжми шиғырҙар, поэмалар, драма әҫәрҙәре яҙған тинек. Бөгөн беҙ уҡыясаҡ әҫәре  “Тыуған ауылыма йыр” тип атала.

- Шиғырҙы ни өсөн “Тыуған ауылыма йыр” тип атаны икән? Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ?  Был һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле. (яуаптар).

- Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Мин һеҙгә был шиғырҙы уҡып ишеттерәм, ә һеҙ иғтибар менән тыңлап, ҡарап барығыҙ.

А) Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы. 

-Уҡыусылар, оҡшанымы шиғыр? Шиғырҙа әйтелгәндәр бөтәһе лә аңлашылдымы? Әйҙәгеҙ бер нисә ауырыраҡ һүҙҙе ҡарап китәйек.

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

Остаз – өйрәткән кеше, уҡытыусы.

Даръя – һыу.

Күҙ күреме ер – күҙ күрә алған алыҫлыҡ.

В) Шиғырҙы уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы.

 Г) Дәреслектәге һорауҙарға яуап алыу.

- Шулай итеп, әҫәр ни өсөн “Тыуған ауылыма йыр” тип атала – фаразыбыҙ тап килдеме? (шағир үҙенең тыуған яғына, ауылына дан, маҡтау йырлай)

- Илдәр күрҙем, ти шағир. Ул илдәрҙе ниндәй итеп күрһәтә? Башҡа илдәрҙә нимәләр бар? Автор ул ил тураһында һөйләгәндә ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? (сағыштырыуҙар, эпитеттар, йәнләндереү)

- Шағирҙың тыуған ерендә нимәләр бар? Уларҙы ниндәй итеп һүрәтләй?  Шул турала яҙылған юлдарҙы табып уҡып китәйек әле. (ҡырҙар, тауҙар, йылғалар бөтәһе лә булғанынса ғына)

- Тыуған яғын ул ниндәй хистәр менән һүрәтләй? Ни өсөн? (яратып, күңеленә яҡын )

-Авторҙың тыуған яғын яратыуын белдергән юлдарҙы табып уҡып китәйек әле? (китаптан табып уҡыу)

-Күреүебеҙсә, шағир ниндәй матур, күңелгә ятышлы һүҙҙәр ҡулланған. Был - яҙыусының оҫталығы, тел байлығы. Ә хәҙер уйлап ҡарағыҙ: “Һин үҙең дә йырсы”, - тигән һүҙҙәргә ниндәй мәғәнә һалынған? (тыуған ерендәге һәр нәмә йырлап тора, ә шағир шуларҙы шиғыр юлдарына һала)

-Тимәк, был шиғыр менән Н.Нәжми беҙгә нимә әйтергә теләгән? (тыуған яғыбыҙҙың ябайлығын, матурлығын күрһәтә, уның ҡәҙерле икәнлеген аңлата, үҙенең дә тыуған ере кеүек ябай икәнлеген күрһәтә)

-Ә һеҙ үҙегеҙ йәшәгән ауылды яратаһығыҙмы? Ни өсөн? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? (яуаптар тыңлау)

- Тыуған ерегеҙҙең тирә-яғында ниндәй тауҙар, йылғалар, күлдәр бар? (яуаптар)

- Тыуған яғығыҙ тарихына бәйле ниндәй легендалар, шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр беләһегеҙ? (яуаптар)

-Уҡыусылар,әйҙәгеҙ һеҙҙең менән тыуған яҡ буйлап сәфәргә сығып, ял итеп әйләнәйек. (музыка, слайд)

                                                      Ял итеү  минуты.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да

Һул күҙеңде ҡыҫып ал.

Шунан инде тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙең һал.

Ике күҙеңде йом да

Бер минуттай йоҡлап ал.

Уңға,һулға башың сайҡа,-

Бына шулай була ял.

Д) Ижади эш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, ял итеп алдыҡ, хәҙер әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә матур тыуған еребеҙ тураһында шиғыр яҙып алайыҡ. (синквейн яҙыу)

 Уҡытыусы. Бына тыуған ер тураһында беҙ ҙә ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)

Уҡытыусы. Уҡыусылар, тыуған яғына арнап шиғыр яҙған Н.Нәжмиҙе һеҙ ниндәй кеше итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? 1-се төркөм, шиғырҙы ҡулланып, Назар Нәжмигә яҙма рәүештә ҡылыҡһырлама биреп китһен, ә  2-се төркөм Назар Нәжми исеменән уҡыусыларға  хат – мөрәжәғәт яҙһын. Ул һеҙгә нимә тип әйтергә теләне    икән?

Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ,  1- се төркөмдөң яуаптарын тыңлап китәйек. (1-се төркөмдөң яуабын тыңлау)

Уҡытыусы. Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Н.Нәжми, лайыҡлы ғүмер кисереп, халҡына хеҙмәт иткән.  Тыуған илен, тыуған ерен, халҡын ысын күңелдән яратыуы уның шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Хеҙмәтен оло баһалап, беҙ бөгөн дә уны онотмайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ. (слайд)       

Уҡытыусы. Назар Нәжми шиғыры менән беҙгә нимә тип әйтергә теләне икән? Әйҙәгеҙ уның исеменән яҙылған хат-мөрәжәғәттәрҙе тыңлап китәйек. (2-се төркөмдөң яуабын тыңлау)

Уҡытыусы. Н.Нәжми исеменән әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам.  Мин дә һеҙҙең Тыуған илебеҙҙе, тыуған ҡалағыҙҙы яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Илен, телен, халҡын яратҡан, уны һаҡлаған  кеше генә ысын шәхес була ала.

Уҡыусылар,      хәҙер  Н.Нәжмигә арнап,  ошондай данлы улдар тыуҙырған Башҡортостаныбыҙҙы данлап, дәресебеҙҙе матур йыр менән тамамлап ҡуяйыҡ (йырлау). 

   5. Йомғаҡлау.

  Уҡытыусы. Уҡыусылар, бөгөн дәрестә нимәләр белдек? Кем ул Н.Нәжми? (яуаптар)

- Эйе, Н.Нәжми кеүек тыуған ерен, тыуған ҡалаһын, ауылын яратҡан, данлаған кешеләр күберәк булһа ине. Сөнки ошо бәләкәй тыуған еребеҙҙән Тыуған илебеҙ башлана. Ә тыуған ерен яратмаған Тыуған илен яратырмы?...

 

Өйгә эш: 1).Шиғырҙы тасуири уҡырға әҙерләнергә.

                 2). Тыуған ер, ауыл тураһында бирелгән һүҙҙәр менән дүрт юллыҡ   шиғыр яҙырға:

                            ___________ илем

                            ___________ерҙәрең

                            ___________теләгем

                             ___________көндәрең

                 3). Тыу4ан ауыл  тураһында һөйләргә әҙерләнергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Башҡортостан - тыуған ерем". Баһауетдинова А.Р.

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сценарий...

Йыйынтыҡта публикация.Ж.Кейекбаев "Урал тураһында ҡобайыр". Баһауетдинова А.Р.

quot;Современный урок-2017" йыйынтығында дәрес эшкәртмәһе...