Башҡорт теленән дәрес планы. Ағиҙел буйында. Ҡылым.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт теленән дәрес планы. Ағиҙел буйында. Ҡылым.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Ағиҙел буйында .Ҡылым

Маҡсат :а)Башҡортостандың ҙур йылғаларының береһе Ағиҙел  менән  таныштырыу, уның тураһында белемдәрен арттырыу,ҡылымдың грамматик билдәләрен ҡабатлау;

б) уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереҮ;

в)тәбиғәт матурлығын күрә белергә өйрәтеү,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: карта, презентация

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу  мәле. Дәрескә инеш.

1.Артикуляцион күнегеү эшләү.   (1 слайд)

 Ялтырап Ағиҙел аға,

                   ярҙарға ҡаға.

Яр буйында аҡ ҡайындар

                   ҡарап  ҡалалар.                                             

а)уҡытыусының уҡыуы

б)эстән уҡыу

в)уҡыусының уҡыуы

г)хор менән уҡыу

2.Дәрестең маҡсатын һәм темаһын асыу.

а)Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?Дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Эйе, бөгөн дәрестә беҙ Башҡортостандың иң матур йылғаларының береһе Ағиҙел тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (2слайд)

Әйҙәгеҙ әле,Ағиҙел тураһында матур һөйләмдәр  төҙөйөк.                                                             

б)Һөләмдәр төҙөү.

.                                                                                            

(3слайд)

Балалар, әйҙәгеҙ әле шиғырҙан эште-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе  табайыҡ әле.                                                                                            

Был һүҙҙәрҙе икенсе төрлө нисек атарбыҙ?

Шулай итеп бөгөн  дәрестә ҡылым темаһын  да нығытырбыҙ.

Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

II. Тема өҫтөндә эш.

1.Бөгөн,беҙ, балалар төркөмдәр  менән эшләйәсәкбеҙ.   Һәр төркөм үҙенә башлыҡ һайлаһын.(Башлыҡ һайлау.Беҙҙең башлыҡ –Әлфиә, тип әттереү) Бер-берегеҙгә ярҙам итеп актив эшләрһегеҙ  тип, ышанам.

Ә хәҙер дәреслегебебеҙҙең  95-се битен асып 242-се күнегеүҙе табабыҙ. Ағиҙел йылғаһы  тураһындағы матур тексты уҡыр алдынан  һүҙлек эше эшләп алайыҡ. (4 слайд)

а)һүҙлек эше эшләү,һүҙҙәрҙе уҡыу                                                  

йүкә-липа

бөрлөгән-костяника

йәйелеп-раскинувшись

көньяҡҡа-на юг

ҡаплана-покрывается

болғап уҙалар-проходят машут(фуражками)

б)Һөйләмдәр төҙөү.Дәфтәргә бер уңышлы һөйләмде яҙып ҡуйыу.

в)Уҡыу күнекмәләре булдырыу.

тексты  уҡытыусының уҡыуы,

эстән уҡыу,

өлгөлө уҡыу.

Афарин балалар! Әхәҙер төркөмдәр менән эшләп алабыҙ.

г)төркөмдәр менән эш.

1. 1-се төркөм беренсе абзацты

2-се төркөм икенсе абзацты

3-сө төркөм өсөнсө абзацты тәржемә итәсәк

2.Бик яҡшы! Хәҙер һәр төркөм үҙе тәржемә иткән өлөш буйынса икешәр һорау һөйләм төҙөйәсәк, а ҡалғандар шул һорауға яуап бирә.

Афарин ,балалар!Бик матур һөйләмдәр төҙөнөгөҙ.

3.Артабан һеҙгә шундай эш: һәр төркөм үҙе эшләгән абзац буйынса ҡылымдарҙы табып уларҙың заманын һәм һанын билдәләй.(5-14слайд)

4.Бик яҡшы!Хәҙер һәр төркөмгә берәр ҡылым бирелә.Һеҙгә ошо ҡылымдарҙы хәҙерге заманда үҙгәртергә кәрәк. (15слайд)

1-се төркөм-үҫәргә

2-се төркөм-йөрөй башларға

3-сө төркөм-осорға ҡылымын үҙгәртә

Йөрөй башларға ҡылымын үҙгәрткәндә нимәгә иғтибар иттегеҙ?Ниндәй үҙенсәлеге бар?                                                                                                

Афарин балалар ,бик матур эшләйһегеҙ.Хәҙер ял итеп алайыҡ. (16-17 слайд)

2.физкультминутка

Диңгеҙ кеүек тулҡынып        

Йылға аға яланда

Көмөш кеүек йылтырап

Балыҡ уйнай һыуҙарҙа

Сут-сут сутылдашып

Ҡоштар һайрай урманда.

3.Ә һеҙ үҙегеҙ Ағиҙел йылғаһы тураһында нимәләр беләһегеҙ?(18-19 слайд)

а)Уҡыусының Ағиҙел тураһында  һөйләүе.                                  

Ағиҙел йылғаһы- Башҡортостандағы иң ҙур йылға.Уның оҙонлоғо 1430км.Ул Учалы районында башланып Белорет,Бөрйән,Көйөргәҙе,Краснокама райондары аша үтеп Кама йылғаһына ҡоя. Ағиҙел йылғаһы буйында Белорет, Мәләүез , Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ,Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө ҡалалары урынлашҡан.

б)Ә хәҙер кемегеҙ Ағиҙел йылғаһын картанан күрһәтергә теләй?(20 слайд)

Беҙ һеҙҙең  менән Башҡортостандың иң матур йылғаларының береһе булған Ағиҙелдең беҙҙең районда башланыуы  менән ғорурлана алабыҙ.(21-22 слайд) Хәҙерге көндә  Ағиҙел  йылғаһының  башланған урынын тәбиғәтте һаҡлаусылар яҡшылап ҡарай һәм уның баш алған  урынында таҡта таш ҡуйылған.

                                                                                                                                                                     

Шулай итеп беҙҙең Учалынан башланған кескәй йылға күп юлдар үтеп, үҙенә башҡа йылғаларҙы ҡушып киңәйгәндән-киңәйеп , Башҡортостан еренән сығып Кама йылғаһына барып ҡушыла, ә Кама йылғаһы Волгаға,ә Волга һеҙ белегеүеҙсә ҡайҙа ҡоя?

Волга йылғаһы Каспий диңгеҙенә барып ҡоя.

в)Ә тағы ла Ағиҙел йылғаһынан башҡа беҙҙең төбәктә ниндәй йылғалар , күлдәр бар икән?Һеҙ уларҙы беләһегеҙме икән? Тикшереп ҡарайыҡ әле.

Хәҙер 1-се төркөм беҙҙең Учалы  районында булған йылғаларҙы,

2-се төркөм күлдәрҙе,

3-сө төркөм ошо йылғаларҙа, күлдәрҙә  йәшәгән ҡоштарҙы яҙаһығыҙ.Һәр төркөм яҙған һүҙҙәр менән икешәр  һөйләм  уйлай.

1-се төркөм беҙҙең Учалы  районында булған йылғаларҙы әйтә.

Әй,Уй, Ағиҙел, Яйыҡ (Урал, Мейәс, Миндәк,Шартымка,ҙ. Ирәмәл, б. Ирәмәл,Ҡунаҡбай, Ҡуруҙы,Ҡурғаш)     (23слайд)

Беҙҙең районда 64 йылға иҫәпләнә.

2-се төркөм күлдәрҙе әйтә.

(Өргөн,Ҡалҡан,Ҡарағайлы,Әүешкүл,Аҡкүл, Оҙонкүл,  Учалы,Мишле, Ҡара Балыҡ,Нуралы, Өскүл)

Учалы районы Башҡортостанда күлдәренең күплеге  менән билдәле.Районда 29 һанала.  (24 слайд)

                                                                 

3-сө төркөм ошо йылғаларҙа, күлдәрҙә  йәшәгән ҡоштарҙы әйтә.

(аҡҡош,торна,аҡсарлаҡ,ҡарлуғас,ҡыр ҡаҙы, ҡыр өйрәге,селән, фламинго)

                                                                                                                            (25слайд)

Әүешкүлгә 64-се йылға тиклем фламигалар осоп килгән булған.(26 слайд)Фламинга “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡоштарҙың береһе. Әле был ҡоштарҙы Башҡортостандағы иң ҙур  күл иҫәпләнгән Асылыкүлдә генә осратырға мөмкин икән.                                                                                              

Һөйләмдәрҙе әйтеү.

 Афарин! Бик матур эшләнегеҙ.

г  )Халҡыбыҙҙа  һыу менән бәйле бик күп тыйыуҙар ҙа булған. Һеҙ үҙегеҙ ниндәй тыйыуҙарҙы беләһегеҙ? Бәлки өләсәйҙәрегеҙ әйтәлер? Әйҙәгеҙ уларҙың бер нисәһе менән генә  танышып китәйек. (27слайд)

Кис менән һыуға барырға ярамай.        (

Һыуҙы күп түгергә ярамай.

Һыуҙың өҫтөн ябып тоторға кәрәк.

Һыуға төкөрөргә ярамай.

Был тыйыуҙарҙың барыһы ла тәрбиәләү маҡсатында ҡулланылған.

д) Борондан халҡыбыҙ үҙенең ҡайғы-хәсрәтен дә, шатлығын да, теләген дә йылғаға һөйләр булған Әйҙәгеҙ ,балалар беҙ ҙәтәбиғәтебеҙгә ҡарата теләктәребеҙҙе ошо сылтырап аҡҡан йылғаға әйтеп ағыҙайыҡ.(28слайд)

(теләктәр теләү)

Тәбиғәтебеҙ бысранмаһын, йылғаларыбыҙ  кипмәһен, күлдәр бөтмәһен, матур сәскәләр үҫһен,

тәбиғәтебеҙ  матур булһын,ҡоштар, хайуандар күбәйһен,кешеләр тәбиғәткә ярҙам итһен, сүп ташламаһын, йылҙаларҙы  бысратмаһын.

Афарин балалар!Бик матур теләктәр теләнегеҙ.

Һыуҙарыбыҙ ҡоромаһын,  тәбиғәтебеҙ сәскә атһын тигән теләктә дәресебеҙҙе йомғаҡлайбыҙ.

III. Йомғаҡлау.

Бөгөн дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ?

IV.Баһалау

V.Өй эше . Өләсәйҙәрегеҙ йәшәгән төбәктәге  йылғаларҙың, шишмәләрҙең, тауҙарҙың атамаларын  яҙып  килерһегеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теленнән дәрес планы

Тема: Кушма һәм парлы сүзләр темасын гомумиләштереп кабатлау....

рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс

Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...

3 сыйныф рус группасы өчен татар теленнән календарь-тематик план.

1.      Дәреслек: Күңелле татар теле/Дүртьеллык башлангыч мәктәпнең 3нче сыйныф рус балалары өчен татар теле һәм уку дәреслеге (ике кисәктә), Р.З.Хәйдәрова, Г.М. Әхмәтҗанова, ...

2 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны...