Мин-уҡытыусы(эссе)
материал по теме

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Педагогик эссе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл pedagogik_esse_.docx16.26 КБ

Предварительный просмотр:

Мин –уҡытыусы.

(педогогик эссе)

     Ер йөҙөндә әллә күпме һөнәрҙәр бар. Кеше ошо һөнәрҙәр диңгеҙенән үҙенә оҡшағанын,күңеленә ятҡанын һайлап алырға тейеш. Әгәр ҙә ана шул үҙенеке генә булғанын тапһа - бәхетле . Кемдер яңы йорттар төҙөй,кемдер моңло көйҙәр ижад итә, кемдер йыһан киңлектәрендә гиҙә.Ә мин-уҡытыусы. Яҡтылыҡҡа, белемгә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәүсе мөғәллимә!    

    Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

     Уҡытыусы - балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

     Уҡытыусы-бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк,хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә урләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы  һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.        

     Ни өсөн ошо юлды һайланым һуң?          Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайларға нимә этәрҙе ? Ҡасандыр бит мин бөтөнләй икенсе һөнәр эйәһе булырға йыйына инем. Ниндәйҙер эске бер көсмө, аңмы, һиҙемләүме мине Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһына килтерҙе. Яҙмышымдың был осоронда

Ғ.С.Ҡунафин,М.Х.Иҙелбаев,З.Ғ.Ураҡсин,М.Ғ.Усманова кеүек күренекле шәхестәр рухи остаздарым булдылар.Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек,йылылыҡ нурҙары булып күңелемә һеңде. Был һабаҡтар миңә әле лә көс, дәрт, илһам бирә.

    Ауыр эш, хеҙмәт кешене сыныҡтыра, тиҙәр. Дөрөҫ, хаҡ һүҙҙәр. Үҙемдең һөнәри хеҙмәтемде  Бәләбәй ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә башланым. Мине дуҫ, татыу, ижади коллектив ҡаршы алды был мәктәптә. Рус мәктәбе, телдәрен әҙ-мәҙ, ҡайһылары бөтөнләй белмәгән балалар. Әле эш тәжрибәһе лә булмаған кескәй ҡыҙҙы ҡыҙыҡһынып, өмөтләнеп, шул уҡ ваҡытта һынап баштан-аяҡ күҙҙән үткәрәләр. Нисек итеп уларға башҡорт телен уҡытырға, нимәнән башларға? Шул саҡта миңә коллегаларымдың, ата-әсәләрҙең ярҙамы ҡанат ҡуйҙы, һайлаған юлымды артабан дауам итергә дәртләндерҙе. Уҡыусыларым менән берлектә ойошторған төрлө саралар, экскурсиялар, конкурстар минең педагогик эшмәкәрлегемә нигеҙ һалдылар, ә осраған ауырлыҡтар тағы ла сыныҡтырҙы, нығытты, көс-ҡеүәт бирҙе.    

   Урыҫ мәктәбендә эшләү дәүеремдә үҙем өсөн ошондай асыш яһаным:

Беренсе класҡа килгән балалар араһында, үҙҙәре лә аңламаҫтан, ни өсөндөр “Минең башҡорт телен өйрәнәһе килмәй”, тигән фекерҙәгеләре лә була. Ошо фекерҙе юҡҡа сығарыу – минең тәү бурысым. Беренсе  көндәрҙә  баланы ҡурҡытмайынса ғына башҡорт теле дәрестәренә эйәләштереү мөһим. Бының өсөн мин режиссер ҙа, сценарист та, йырсы ла, артист та булырға тейешмен. Әгәр ҡуйылған маҡсатҡа  бөгөн ирешә алмаһам, икенсе дәрестә ирешермен, тип кенә тынысланып ҡалмайым. Эҙләнәм, уйланам, табам, өйрәнәм, эшемдә ҡулланып ҡарайым. Баланы үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныдырыу өсөн, бер дәрес тә ҡабатланырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем.

     Башҡорт телен башҡорт балаларына уҡытыу һәм урыҫ телле балаларға уҡытыу методикаһы менән дә, дәрестәрҙең төҙөлөшө менән дә ныҡ айырыла.Ҡала шарттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың үҙенә генә хас спецификалары бар . Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә предметты өйрәнеүгә мотивацияның әллә ни ҙур булмауын да күрергә тура килә. Шуға күрә дәрескә әҙерләнгәндә, уҡыусыларҙың мотивацияһын арттыра алырлыҡ метод, технологиялар, алымдарҙы ҡулланам. Бигерәк тә , коммуникатив компетенцияны үҫтереү өҫтөндә ижади, инновацион эшләү отошло. Балалар үҙләштерә алырлыҡ кимәлдә уҡытырға, дәрестәрҙә тел мөхите булдырырға тырышам. Әлбиттә, метапредметлыҡты ла оноторға ярамай. Тыуған телебеҙҙе Башҡортостандың иҫ киткес тәбиғәте, тарихы, экономикаһы, сәйәсәте, арҙаҡлы шәхестәре, традициялары, йырҙары менән берлектә уҡытыуы бик оҡшай. Дәрестә эмоциональ комфорт булдырыу ҙа мөһим. Шулай уҡ, дәресте планлаштырғанда, уҡытыу һөҙөмтәһендә уҡыусыла ниндәй һыҙаттар тәрбиәләнәсәген дә күҙаллайым. Йәиһә был уҡыусы: тыуған илен, Ватанын яратҡан; йәмғиәт, ғаилә, кеше тормошоноң ҡиммәттәрен үҙ иткән, толерант; ҡыҙыҡһыныусан һәм әүҙем; үҙ аллы белем алырға ла өйрәнгән, белгәндәрен практикала ҡуллана алырлыҡ булһын тип тырышам. Был маҡсаттарға Федераль дәүләт белем биреү стандарттары системалы - эшмәкәрлекле юл аша өлгәшергә ҡуша. Был бик дөрөҫ ҡараш, тип уйлайым. Сөнки конкрет ситуация өҫтөндә эшмәкәрлек башҡорт телен өйрәнеүгә мотивацияны шаҡтай күтәрә. Төрлө яңы технологияларҙы ҡулланып тәжрибә йыйғандан һуң, кейс технологияларҙың да бик уңышлы булыуын күрҙем. Был инде төрлө конкрет практик ситуацияларҙы тасуирлап, уҡытыу методикаһының алымдарын типик ситуациялар принципында, миҫалдарҙан – ҡағиҙәгә килеүҙе күҙаллай. Икенсе төрлө әйткәндә, кейс технологиялар эшмәкәрлек аша проблемалы уҡытыуҙы булдыра. Мәҫәлән, балалар өсөн актуаль булған темаларға синквейндар төҙөү һәм башҡа алымдарҙы ҡулланырға мөмкин. Иң оҡшағаны инде  дәресте уйын формаһында үткәреү. Уҡыусылар иғтибарлы итеп теманы ла үҙләштерәләр, дәрес буйы әүҙем  ҡатнашып та ултыралар. Шулай итеп, уңышлы коммуникатив компетенция алымдарын өйрәнеү, практикала ҡулланыу, һөҙөмтәле һәм башҡорт телен өйрәнеүгә мотивацияны ла арттырыусы фактор ул. Белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи - әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе,һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Уҡыусыларымдың башҡорт телен яратып өйрәнеүҙәре, дәртләнеп сығыштар яһауҙары, предмет буйынса төрлө конкурс, олимпиадаларҙа,конференцияларҙа  ҡатнашып ,һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре  ҡыуандыра.

     Уҡыусыма үҙ ғүмерендә башҡорт теленән алған белеме бер тапҡыр кәрәк була икән, минең хеҙмәтем бушҡа түгел тимәк. Һәм мин уларҙың төрлө осраҡтарҙа ла үҙҙәрен иркен һәм ышаныслы тотоуҙарын теләйем.

     Бөгөнгө уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атлай. Уның аҙымдары ышаныслы, ул үҙе ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы булырға тейеш.

     Замана ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, киләсәккә өмөт бағлап йәшәйем һәм эшләйем, уҡытыуҙың юғары һөҙөмтәләренә ирешеү, кешелекле балалар тәрбиәләү өсөн  эҙләнәм. Үҙ өҫтөндә ижади эшләү, яңылыҡҡа ынтылыу, өмөт һәм ышаныс менән яһалған аҙымдар һөҙөмтәһеҙ ҡалмаясаҡ

     Йомғаҡлап шуны әйтәһем килә: мин бәхетле! Минең яратҡан һөнәрем, янымда һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған уҡыусыларым бар. Уҡытыусы өсөн ошо иң ҙур бәхет түгел мени!?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...

Мин - уҡытыусы (эссе)

Мин ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланым? Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ,  бурыстарым ниндәй?...

Мин –уҡытыусы! (эссе).

Мин –уҡытыусы! (эссе)....