Мин –уҡытыусы! (эссе).
материал

Зайнуллина Разиля Тимерхановна

Мин –уҡытыусы! (эссе).

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Мин –уҡытыусы! (эссе).16.27 КБ

Предварительный просмотр:

Мин –уҡытыусы! (эссе)

Ғафури районы Юлыҡ ауылы башланғыс кластар уҡытыусыһы  Зәйнуллина Рәзилә Тимерхан ҡыҙының эше.

Сәләмләйем һеҙҙе, хеҙмәттәштәр!

Тик  уңыштар ғына теләйем!

“Мин –уҡытыусы!” тигән хеҙмәтемде

Шиғри юлға һалып һөйләйем.

1970 йылда

Юлыҡ ауылында тыуғанмын.

Йәшем еткәс, тыуған мәктәбемә

Белем алырға тиеп барғанмын.

Балаларға белем биргән өсөн

Уҡытыусыма ҡарап һоҡландым.

Мин дә уҡытыусы булам, тиеп

Салауат ҡалаһына юлландым.

Диплом алғас, уҡытыусы булып,

Ауылыма ҡабат юлыҡтым.

Утыҙ йылдан ашыу белем бирәм

Матур мәктәбендә Юлыҡтың.

Уҡытыусы булыу – ҙур ғорурлыҡ,

Һөнәремде бик ныҡ яратам.

Балаларға, булған белемемде,

Мин шатланып  ихлас таратам.

Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,

Байрам кеүек миңә һәр көнөм.

Балалар һәм мәктәп – бар байлығым,

Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.

Уҡытыусы эше еңел түгел,

Күп йоҡоһоҙ үткән төндәрем.

Ниндәй шатлыҡ – кескәй балаларға

Тәүге тапҡыр хәреф өйрәтеү.

Һорарһығыҙ, ник һайланың тиеп,

Уҡытыусы булыу һөнәрен.

Сөнки беләм:

Белем алыу – бәхет,

Белем биреү - икеләтә бәхет икәнен!

     Уҡытыусы эшен еңел түгел, тиҙәр. Ана шул ауырлыҡтары, йоҡоһоҙ төндәре  менән йәнле лә, эҙләнеүҙәре, табыштары, ижад ҡыуаныстары, уҡыусыларыңдың рәхмәттәре менән йәмле лә уҡытыусы яҙмышы.

     Йылдар үткән һайын  бала сағым, бигерәк тә уҡытыусыларым биргән дәрес- һабаҡтар һағындырып иҫкә төшә. Уҡытыусыларҙы донъялағы иң бәхетле кешеләр тиеп уйлай инем. Хәҙер инде уҡытыусы иңендә бәхет кенә түгел, яуаплылыҡ та ҙур икәнен аңланым. Элек –электән иң маҡтаулы ла, яуаплы һаналған, һәм бер ҡасан да әһәмиәтен юғалтмаясаҡ   Уҡытыусы һөнәренә эйә булыуым менән бәхетлемен. Сөнки мин Башҡорт илендә башҡорт телендә башҡорт балаларына юғалыуынан да,кәмеүенән дә, бөтөүенән дә ҡурҡмай торған рухи байлыҡ  – белем бирәм.  Был һөнәр кешеләрҙә була торған иң яҡшы сифаттарҙы – аҡыл, сабырлыҡ,итәғәтлелек, башҡаларға ихтирам, ихласлыҡ, киң күңеллелек, рәхмәтле була белеү, балаларға ғына түгел, тормошҡа һөйөү, уңғанлыҡ, тырышлыҡ талап итә. Ошо сифаттарың бар икән, көндәлек эшең күңел кинәнесе, йән рәхәте бирә икән, тимәк һин – бәхетле Уҡытыусы!

    Уҡытыусының хеҙмәтенең мәртәбәһе, уҡыусыларҙың бәйге, олимпиада, конкурстарҙа еңеү яулауы ғына түгел, ә йылдар үткән һайын арта барған рәхмәт һүҙҙәре, матур иҫтәлектәр, изге теләктәр. Мин ябай уҡытыусы ғына түгел, ә башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Яратҡан эшемә башкөлләй сумып, балаларға хәреф танырға, уҡырға яҙырға ғына өйрәтеп ҡалмай, туған  телебеҙгә, тыуған  илебеҙгә, сал тарихыбыҙға ҡарата  һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләй торған изге эш башҡараусымын.

    Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Бына ошо аҡ ҡағыҙҙы нимә менән, нисек тултырыу беҙҙән  башланғыс кластар  уҡытыусыларынан тора. Үҙ теләгебеҙ менән иңдәребеҙгә йөкмәгән  бурысты дөрөҫ атҡара алһаҡ, илһөйәрҙәребеҙ ҙә, телһөйәрҙәребеҙ ҙә күп булыр, белем һәм тәрбиә биргән балаларыбыҙ тормошта үҙ урынын дөрөҫ табыр, тимәк  киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы матур булыр.

   Тормоштарында  Уҡытыусы һуҡмағынан атлаусы уҡыусыларым булыуы  ла – ҙур бәхет.Тормош девизым – йәшәүҙәрҙең ҡәҙерен аңларға, тормоштоң һәр саҡ, һәр ҡайҙа матур булыуын  күрә белергә, осраған  ауырлыҡтарға сабырлыҡ һәм  айыҡ  аҡыл менән ҡарарға өйрәтеү.... Эшемде, уҡыусыларымды яратып, улар менән көн дә аралашыуҙан  йәм табып, тыуған мәктәбемдә, татыу эшһөйәр коллективта артабан да шулай  уңышлы эшләргә яҙһын!!!