Эссе "Мин - уҡытыусы"
материал на тему

Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.docx18.49 КБ

Предварительный просмотр:

   -  Хәйерле көн, балалар! – Мөләйем генә йылмайып класс бүлмәһенә килеп ингән уҡытыусыны уҡыусылары аяғүрә баҫып ҡаршы алалар. Ул – минең ҡәҙерле әсәйем. Әсәкәйемдең йәш кенә һылыу сағы...

        - Ҡыҙым, Айгөл, уян инде!

       ...Тертләп, күҙҙәремде асам. Өнөммө, төшөммө был? Асыҡ тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡ көҙгөнө төрлө нурҙарға мансый...Уйланып, әле генә күргән төшөмдө, яҡты донъяларҙан иртә киткән мәрхүмә әсәйемде иҫкә төшөрөп, ята бирәм. Сәғәт нисә икән?  Эшем!!! Һикереп торам. Күҙем шунда тышҡа төшә. Ә унда, ҡояш, ғашиҡ булған һылыу ҡыҙҙай, ихлас йылмая, шаярып, миңә күҙ ҡыҫа. Үәт, йәнәһе, иркәбикә, минең тәүге нурҙарымда ҡойонаһы урынға наҙланыуҙан бушамай...

       Сәғәт ни бары етенсе генә икән... Яйлап, ҡабаланмай йыйынырға мөмкин.

  Күңел йырлай. Әсәкәйем минең! Берҙән-берем, ғәзизем! Минең иң беренсе Уҡытыусым, Остазым! Үҙең  һәр саҡ хикәйәт итеп һөйләй инең бит: «Ҡыҙым, һин бит мәктәптә тәпәй баҫҡан бала. Һиңә тыумыштан уҡытыусы ҡаны һеңгән!...» «Ә хәҙер инде үҙе уҡытыусы булған ҡыҙыңды ҡурсалап, бик йыш ҡына төштәремә инәһең... »

   ...Мин, әсәйемдең һәр һүҙен йотоп алырҙай булып, бөтә иғтибарымды уға йүнәлткәнмен. Ул мине, ҡурсаҡтарымды, алдыма өйөп һалып, мөйөшкә ултыртып ҡуйған, миңә апай-ағайҙарҙы уҡытырға ҡамасаулайһың, ти ул. Мин иламайым, тәтәйҙәрем менән булышып,  ултыра бирәм. Сөнки өлкән уҡыусы апай-ағайҙар мине тәмлекәстәр менән дә һыйлай, ҡәләм-ручкаларын да бирәләр, аҡбурҙы микрофон итеп тоттороп, йыр йырлаталар...  Эй күңелле ул мәктәп!...

Әле булһын, әсәйемә оҡшатып, сәстәремде шулай йөрөтөргә, килешле итеп кейенергә тырышам. Мәктәптә лә үҙемдең класс ҡыҙҙарын сәстәрен йыйып, ыҫпай йөрөргә өйрәтәм. Миңә оҡшарға тырышыуҙары һиҙелеп тора.

  ...Минең әсәй гөл ярата ине

     Матур ине уның күңеле...

   Әллә ҡайҙан бөгөн күңелгә йыр артынан йыр килә, моң урғыла. Дәрестәрем бөгөн - бер-бер артлы биш дәрес. Улар нисек үтерҙәр? Кисәнән әҙерләп ҡуйған уй-хыялдарымды уҡыусыларыма еткерә алырмынмы? Әсәйем шулай уйлағанмы икән? Хафаланған, борсолғанмы икән?!... Белергә ине лә бит...

Эйе, уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Был тәңгәлдә инде мине уратып алған мөхитттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың һәм, әлбиттә, уҡытыусы-әсәйемдең роле һанап бөткөһөҙ булды. Башҡорт халыҡ ижадын, туған телемде, әҙәбиәт донъяһын өйрәнеү теләге, урта мәктәпте тамамлағас, БДПИ-ның башҡорт  филологияһы факультетына алып килде. Институтта уҡыуымдың тәүге көндәренән үк туған телем өсөн, уны һаҡлап ҡалыр өсөн аяуһыҙ көрәш барғанын күрергә, хатта ҡатнашырға ла тура килде. Ата-бабаларыбыҙ  аманат итеп  ҡалдырған телебеҙ һағында тороу теләге көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Ф.Хисаметдинова, З. Шәрипова, Ю.Псәнчин, Ә.Аҙнабаев, Ә.Вилданов, Г.Бохарова һ.б. талантлы уҡытыусылар ҡулында һөнәр үрҙәрен яуланым. Онотолмаҫ йәшлек йылдары улар!

Юғары белем алып, ауылға ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә керештем. Бына егерме йыл инде белемле лә, йырлы-моңло ла, телле лә, әҙәпле-иманлы ла, йәне-тәне менән сәләмәт тә булған халҡым, уның шишмәләй саф теле һәм бай мираҫлы әҙәбиәте тураһында һөйләйем балаларыма. Тарих, уның бөйөк ҡаһармандары, сәсәндәре һәм аҡһаҡалдары менән кеселекле әңгәмә ҡора белергә, ҡурай моңона, халыҡ йырҙарына иғтибарҙарын йәлеп итергә тырышам. Ә бының өсөн ата-бабаларыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, үҙ-үҙен тотошон, уй-кисерештәрен аңлай белеү кәрәк. Өләсәйемдән һәм уҡытыусыларымдан алған һабаҡтарҙы ҡулланып, балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирергә тырышамын. Сөнки башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәре халҡы алдында бик яуаплы һөнәр икәненә ныҡлап төшөндөм дә инде. Ул балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам тәрбиәләргә тейеш. Шулай уҡ бөгөнгө көндөң афәттәре – моңһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡтан баланы йолоп алып ҡалыу бурысы ла тора киләсәк алдында. Әшәкелек, нәфсе, аҙғынлыҡ кеүек насар сифаттарҙан ҡурсалаусы ла - уҡытыусы. Сөнки улар бөтә күңелһеҙлектең, рухи зәғифлектең юл башы. Ә беҙҙең бурысыбыҙ – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған рухи донъябыҙҙы – телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, илебеҙҙең киләсәгенә еткереү, ихтирам, иғтибар  тәрбиәләү.

Мин меңәр йылдарға һуҙылған бай тарихы булған, бер ҡасан да теҙ сүкмәгән, башҡаларға бил бөкмәгән милләтемдең ябай бер вәкилемен. Халҡымдың күп быуаттар буйына туплаған аҡылын, тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, матурлыҡты, батырлыҡты тойоу, ғәҙеллекте аңлау ҡеүәһен, кешеләр менән аралашыу, тормошто яйға һалыу ҡанундарын, килер быуынды лайыҡлы итеп тәрбиәләй белеү алымдарын өйрәнеүҙе һәм үҙем белгәндәрҙе башҡаларға еткереүҙе үҙемдең бурысым, тип иҫәпләйем.

Тел ғалимдарының аҡыллы һүҙен, оләсәй-әсәйемдән ишеткәндәремде, үҙем күргән-белгәндәремде киләсәк быуынға еткереүсе ябай ауыл уҡытыусыһымын мин. Иле, теле, халҡы өсөн яныусы, уларҙы яҡлап-һаҡлап алып ҡала алыусы, һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә өлгәшеү – тормош маҡсатым, сөнки киләсәгебеҙ – улар ҡулында.  Балаларымды кешелекле, кеселекле, белемле итеп тәрбиәләй алам икән, киләсәгебеҙҙең яҡты, өмөтлө булыуында минең дә өлөшөм буласаҡ. Милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ педагогикаһын өйрәнеү аша балаларҙың хис-тойғоларын, эске кисерештәрен уятыу, үҙ теленә һөйөү тәрбиәләү – телсе-уҡытыусы эшенең төп йүнәлешелер , тип уйлайым. Башҡортлоҡтоң бәләкәйҙән үк тыңлаған әкиәттәр, уҡыған китаптар, ишеткән йыр-моң, мәҡәл-әйтемдәр, тылсымлы,шифалы һүҙҙәр аша балалар зиһененә яйлап ҡына һалына барыуын төшөндөрөргә тырышам, сөнки милли үҙаңды үҫтереү, баланы уйланырға мәжбүр итеү – эшемдә иң мөһимелер, тип һанайым. Туған телебеҙҙең беҙҙән алда тыуғанын, ул беҙгә Хоҙай тарафынан бирелгән иң матур бүләк икәнен аңлатам уҡыусыларыма. Халҡыбыҙҙың иң сағыу тел байлығын туплаған мәшһүр «Урал батыр» эпосын әллә нисә уҡыусым яттан һөйләй. Милли рух менән һуғарылған кластан тыш сараларҙа ихлас ҡатнашып, уңыштарын күреп, тағы ла нығыраҡ сәмләнгән баланы күрһәм, маҡсатыма ирешкәндәй булам. Уларҙың уңыштары мине тағы ла нығыраҡ дәртләндереп ебәрә, яңы үрҙәргә әйҙәй. Әлеге мәлдә ҡайһы бер уҡыусыларымдың минең юлымды һайлап, башҡорт рухын үҫтереп, эшләп йөрөүҙәре ҡанатландыра, оло бәхеткә илтә.

...Минең уйлауымса, уҡытыусы тәүҙә үҙ фәненә нисек булһа ла ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тойғоһо уятырға тейештер. Ә был инде - иң ҡыйын эш, сөнки маҡсатҡа ирешер өсөн эҙләнергә, яңы үрҙәргә ынтылырға, уҡырға, дәрес менән генә сикләнмәҫкә, төндәрен йоҡламаҫҡа ла кәрәк. Бының өсөн һәр бер уҡыусының күңелен, яйын таба белеү зарур. Туҡтап, юғалып ҡалмаҫҡа, алға ынтылырға, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә – уҡытыусы һөнәре ошолай, ҡәҙерле әсәйемдең был һүҙҙәренә йылдар үткән һайын инанам. Ә бала күңеле һәр бер аҙымды, алға китеште һиҙә. Уҡытыусы менән уҡыусы күңеле мәңгегә һиҙелмәҫлек еп менән бәйләнгән. Был юлда инде тырышлыҡ та, талапсанлыҡ та, белемгә ынтылыш та, мөхәббәт тә – бөтә изге тойғолар ҙа бар.

Үткәнебеҙ – ныҡлы тамырыбыҙ, шөкөр, әле ҡоромаған, тик уның ҡеүәтлерәк, һутлыраҡ булыуын, нәҫел ағасыбыҙҙың олондарының гөрләп йәшәреүен күреп, тойоу өсөн, бөтәбеҙ бер булып тупланып, үткәндәребеҙҙе барлап, фәһем-тәжрибә туплап, ҡабат һүнмәҫ өсөн, ҙур хыялдар менән йәшәү кәрәк. Һәр башҡорт үҙенең был ерҙә хужа икәнен аңына һеңдереп, үҙен хужаларса, лайыҡлы тоторға, үҙ хоҡуҡтарын танытырға өйрәнһен ине. Әле яңыраҡ ҡына  үткән оло мәртәбәле ҙур сараға – Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, делегат булып һайланып барып, шуға тағы бер тапҡыр инанып ҡайттым.  

Эйе, үҙемдең һәм ата-әсәйемдең хыялы тормошҡа ашты. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма ла арыу уҡ йылдар. Әсәйем, яғымлы ғына итеп йылмайып, төштәремә ингән һайын, уның юлын дауам итеүемә ҡыуанам. Ғәзиз кешемдең оло фатихаһын алғандай булып, тағы ла дәртләнеп яратҡан эшемә тотонам. Уҡыусыларымдың белем кимәле, район һәм республика олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе һәм призлы урындар яулауы – ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе, тип күрәм.  Ә һөҙөмтә булғас, балалар күңеленә үтеп инә алғанмындыр, тип уйлайым һәм ышанам...


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...