Эссе "Мин - Уҡытыусы"
статья на тему

Габбасова Расима Минихайдаровна

Эссе " Мин - Уҡытыусы"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse_ya-uchitel.docx25.32 КБ

Предварительный просмотр:

Мин - уҡытыусы

(эссе)

                                                                              ...Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙ

                                                                      Йөрәгемдең иң саф хистәрен...

                                                                      Һәр һүҙегеҙ миңә алтын булды, -

                                                                   ...Улар яныр яҡты йондоҙ булып,

                                                                      Юл күрһәтеп алға барырға.

                                                                                                    Рәми Ғарипов

   Әлеге иҫ китмәле юлдарҙан, донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат – Уҡытыусы тураһында һүҙ барғаны аңлашылып тора. Уҡытыусы... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә...Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше – ул Уҡытыусы.

Һәр бер кеше был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки әлеге бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн янып – көйгән,  киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.

“Уҡытыусы, тик уҡытыусы ғына булам!...” Ҡыҙыҡ... Әлеге хыялым минең күңелемә ҡасан инеп урынлашты икән? Эйе, Эйе... Барыһы ла хәтерҙә.  Беренсе класҡа барыуым бөгөнгөләй күҙ алдымда. Мин, матур кейенеп, ҡулыма сәскә гөлләмәләре тотоп, әсәйем менән мәктәпкә киттем. Беҙҙе, әсәйҙәребеҙҙең ҡулдарынан да ысҡынырға ҡурҡып,  бер аҙ шөрләп тә торған балаларҙы, олпат кәүҙәле ир уҙаманы, түше  орден – миҙалдар менән тулы  Ғүмәр Мәсәлим улы Байморатов ҡаршы алды.  Эстән генә: «Ҡарағыҙ, беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Еңеү яулаған ветеран уҡытасаҡ!” -тип ғорурланып та, саҡ ҡына маһайып та  тороуыбыҙ иҫемдә.  Тантаналы линейка тамамланып, беҙ ғүмеребеҙҙәге тәүге дәрескә ингәндә, осраҡлы рәүештәме, бәхетемә күрәме, мин иң алдан уҡытыусымдың йомшаҡ ҡулдарын тотоп, мәктәп ишеген астым. Ошо ҡулдарҙан күскән  уҡытыусының әйтеп аңлатмаҫлыҡ энергияһымы, уның ирҙәрсә  тыйнаҡ йылмайыуы, яғымлы һүҙҙәре, балаларға яратып һәм һөйөп ҡарауымы, күңелемдә: “ Мин дә уҡытыусы буласаҡмын!”- тигән хыялым тап ошо мәлдә тыуҙы.

Күпме ваҡыт үтте, төрлө ваҡиғалар булды! Мәктәп йылдары, дәрестәр, һуңғы ҡыңғырау, имтихандар... Күптәрҙе борсоған: “Ҡайҙа барырға, ниндәй һөнәр һайларға?” – тигән һорау миңә ҡағылманы. Минең маҡсатым асыҡ: уҡытыусы булырға!

  Аллаға шөкөр, ниндәй шатлыҡ, минең ҡулымда диплом. Мин –уҡытыусы! Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, мин балалар уҡытасаҡмын.
Беренсе дәрестәр. Тәүге үҙ аллы дәресемде айырыуса тулҡынланып көттөм. Нисек итеп класҡа инермен, аяҡтарым тыңлармы, уҡыусыларҙың һынаулы ҡарашынан ҡойолоп төшмәҫменме? Иң башлап әйтәсәк һүҙҙәремде ятлап алдым тиерлек. Шулай ҙа ҡурҡыта, ҡаушата. Был саф күңелле, донъяға ышанып, киң асылған күҙҙәр менән ҡараған балалар һинән ниндәйҙер  яңы һүҙ, яңы ғилем көтә. Ошо күҙҙәр, рентген нуры кеүек, һине үтәнән – үтә күрә, асылыңды аңлай, уйҙарыңды белеп тора кеүек. Минең күҙҙәремә лә көн һайын ышанып, өмөт менән тиҫтәләгән бала төбәлә.   Ниндәй генә һорауҙар  бирмәй улар? Көндәлек тормоштан алып, космос, киләсәк, сәйәсәт тураһында ла. Бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам.  Шуға ла мин – мәңгелек уҡыусы ла. Ысын уҡытыусы үҙен теләһә ниндәй имтиханға әҙер уҡыусы, студент итеп тойорға тейештер. Шунһыҙ ҙур тиҙлектә үҙгәргән донъяла мөмкин дә түгелдер.

Юлымда осраған беренсе ҡыйынлыҡтар тәүге күҙ йәштәремә сәбәпсе булды. Кесерәк кластар менән уртаҡ тел тиҙ тапһам, юғары класс уҡыусылары мине үҙ тиҫтерҙәре һымаҡ  ҡабул иттеләр, шикелле. Тәүге мәлдәрҙә уҡытыусы эше ауырыраҡ һымаҡ тойолһа ла, минең бер ваҡытта ла бала саҡ хыялыма хыянат итеп, ошо һөнәремде икенсегә алыштырырға тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Мин ауырлыҡтар менән көрәшергә, ҡыйынлыҡтарҙы еңергә тейешмен, тип һананым.

 Студент йылдарында бер уҡытыусымдың әйткән һүҙҙәре әле лә иҫемдә: «Һеҙгә уҡырға бәләкәй генә кеше килеп ултыра.Ул һеҙгә ышана, һеҙҙең менән һоҡлана, ғорурлана, һеҙгә оҡшарға тырыша. Әгәр һеҙ уның өмөттәрен аҡлап, уның йөрәгенә юл таба алһағыҙ, бик күп йылдар үткәс, осрашҡанда ул һеҙҙе килеп ҡосаҡлап алыр, ә инде киреһенсә булһа, һеҙҙең менән осрашмаҫ өсөн, уҡыусығыҙ юлдың икенсе яғына сығыр. Ошоно хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бәләкәй балалар ҙур үҫә “,- тигәйне ул.  

Тәжрибә үҙенекен итә. Ниһайәт, мин дә аңланым. Ысын уҡытыусы булыр өсөн белем һәм балаларҙы үҙ итеү генә етмәй икән. Уларҙың хәлдәрен аңлай, хистәрен тоя белергә кәрәк.  Улар бит тере кешеләр! Уларҙың бит һәр береһе шәхес! Һәр береһенең холҡонда тиҫкәре сифаттар булған кеүек, ыңғайҙары ла етерлек икән.

Мин бик күп уйланым. Тиҙҙән минең дәрестәремдән балалар үҙгәреп сығыуын, мин биргән белемде иркен ҡулланыуҙарын, тормошҡа үҙ ҡараштары тыуғанын күреү – минең өсөн оло бәхеткә әйләнде. Мин үҙемдең уҡыусыларымды көндән–көн нығыраҡ ярата башланым. Уларҙы белемле булғандары, яҡшы билдәләре өсөн генә түгел, ә тере, шат, ҡыҙыҡһыныусан, аралашыусан һәм башҡа бик күп сифаттары өсөн яраттым.
Шулай итеп, мин көндән – көн үҙемә һығымта яһайым: “Минең һөнәрем дөрөҫ һайланған, тик күңел биреп, тырышып эшләргә генә кәрәк.” Бөйөк педагог К.Д. Ушинскийҙың һүҙҙәрен иҫемә төшөрәм: “Әгәр ҙә һөнәрегеҙҙе дөрөҫ итеп һайлаһағыҙ һәм эшегеҙгә күңелегеҙҙе биреп башҡарһағыҙ, бәхет һеҙҙе үҙе эҙләп табыр”. Бәхет мине лә эҙләп тапты, күрәһең.
Бигерәк тә әлеге ҡатмарлы заманда, күпселек атай –әсәйҙәрҙең балаһына ваҡыты етмәгән саҡта, уҡыусыларыңа кәңәшсе, серҙәш, таяныс була алһаң, кәрәк сағында дөрөҫ юл күрһәтеп, хаталарҙан һаҡлаһаң, шунан да ҙур бәхет юҡтыр ул уҡытыусыға.

 Ауыл мәктәбендә эшләгән уҡытыусы булараҡ, мин көн буйына әллә нисә кешенең ҡарашын тойоп, энә күҙе аша үтәм. Нисек кейенеүем, атлап үтеүем, кем менән аралашыуым, һөйләшеүем – барыһы ла күҙ алдында. Уҡыусыға ғына түгел, уның ата – әсәһенә лә өлгө булырға тейеш уҡытыусы. Һәр яҡлап белемле, бар эшкә лә маһир булмаһаң, абруй яулармын  тимә. Юҡ икән, ысын тәрбиәсе була алмайһың. Ә ауылда уҡытыусы мөһим урын тота. Ул кәңәшсе лә, психолог та,  хатта ҡай саҡ полиция хеҙмәткәре ролен дә үтәй. Ауыл уҡытыусыһы – артист та, режиссер ҙа, лекция уҡыусы ла, спортсы ла. Сценарийҙар төҙөү, шиғырҙар яҙыу, йырлау, бейеү – күпме һөнәр эйәһен берләштерергә тейеш уҡытыусы.

Кемдер: «Тейеш тә тейеш», - тиһең, ә ни өсөн ошо тиклем йөктө тартырға, хеҙмәт хаҡы ла юғары түгел, әллә ниндәй юғары исемдәр ҙә биреп бармайҙар, шифаханаға барып ял итеү ҙә бик эләкмәй”, - тип әйтер. Уға ла яуабым әҙер. Уҡытыусы һөнәре матди байлыҡ, наградалар менән генә баһаланмай. Үҙемдең күңелемде, илһамымды биреп башҡарған хеҙмәтемә иң ҙур баһаны мин балалар күҙҙәрендә күрәм – һүҙһеҙ генә рәхмәт әйтә улар. Ҡолағымда Мостай Кәримдең шиғыры сыңлап киткән кеүек була:

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә.

 Минең педагогик маҡсатымдың нигеҙе - юғары һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыу, балаларҙың шәхси үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм үҫтереү, ныҡлы белемле, йәмғиәт алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе үҙ аллы  хәл итә алырлыҡ шәхес тәрбиәләү.  Был иһә тәрбиә һәм белем биреүҙең яңынан – яңы технологияларын, алымдарын, методтарын эҙләү һәм өйрәнеүгә, һәр дәресте уйлап, методик талаптарға тура килтереп ойоштороуға килтерә.

Һәр яңы дәүер кешелектең тормош – көнкүрешенә, эшенә үҙенең яңы бурыстарын йөкмәтә, яңылыҡтарын индерә. Хәҙерге заман мәктәптәренә ҡуйылған талап буйынса, уҡыусы һәр тарафта киң ҡарашлы, көслө рухлы, уҡымышлы, мәҙәниәтле булырға тейеш. Ошоларҙы иҫәпкә алып, мин телде өйрәнеүҙе лингвомәҙәни йүнәлештә алып барғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп булырына инандым.   Бына бер нисә йыл инде “Башҡорт телен өйрәнеүҙе лингвомәҙәни йүнәлештә ойоштороу” методик темаһы өҫтөндә эшләйем.    Ниндәй генә халыҡтың телен өйрәнһәк тә, беҙ уны шул халыҡтың мәҙәниәте аша тулыраҡ аңлайбыҙ. Шуның өсөн телде мәҙәниәтһеҙ өйрәнеү мөмкин түгел. Мәҙәниәт менән телдең үҙ – ара бәйләнешен, бер –береһенә йоғонтоһон өйрәнеү – лингвокультурологияның төп принцибы. Туған телде өйрәнеү – донъяны танып белеү, халыҡтың быуаттар буйына йыйылып килгән ғөрөф – ғәҙәттәрен , йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, һаҡлауға берҙән – бер асҡыс булып тора.   Дәрестәрҙә лә, дәрестән тыш сараларҙа ла уҡыусыларымды бигерәк тә халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә тәрбиәләргә тырышам.  Үткәнде һәм бөгөнгөнө, ысынбарлыҡты һәм киләсәкте, сал тарихты һәм халыҡты бәйләүсе серле бер донъя бар... Ул да булһа – халҡымдың бай ижады, уның сағыу өлгөләре.  Ошо өлкәлә эшләүем миңә үҙ емештәрен бирҙе лә инде. Иң оло уңыштарымдың береһе – Республика кимәлендә үткәрелгән “Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеһендә минең уҡыусымдың бер нисә йыл рәттән еңеү яулауы.  Уҡыусыларым Урал батыр кеүек Тыуған илен һәм ерен һаҡлаусы балалар булып үҫеүенә иманым камил.

Балаларҙың  күҙҙәре балҡып торһа, тирә – яҡҡа яҡты нур сәсһә, улар үҙ телендә сатнатып Рәми Ғариповтың “Туған теле”н һөйләһә,  “Урал батыр” эпосын сәхнәләрҙән яңғыратһа, уҡып сыҡҡас,  мәктәпкә килеп: ”Рәхмәт, апай!” –тип әйтһә, иң ҙур шатлыҡ, бәхет ошо булыр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...