Эссе "Мин уҡытыусы"
статья по теме

Зарипова Инзиля Шайгалиевна

Эссе

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse_ya_uchitel.docx14.76 КБ

Предварительный просмотр:

Мин уҡытыусы.

Ун биш йыл үтеп тә киткән...

 Әле кисә генә тулҡынланып 1 сентябрь байрамына йыйындым төҫлө. Мәктәбем ике ҡатлы, ауылдың башында уҡ урнашҡан. Йүгерә-атлай килеп тә еттем. Гөлләмәләр тотоп балалар баҫып торалар. Бына тантаналы линейка башлана. Мәктәп директорының ҡотлау һүҙҙәре яңғырай, 1 класс уҡыусылары сығыш яһай, саҡырылған ҡунаҡтарға һүҙ бирәләр...

Бына яңы ғына эшкә урнашҡан йәш уҡытыусылар менән таныштырыу башланды. Икенсе булып минең исем-фамилиямды яңғыраттылар. Йөрәгем дөп-дөп килеп тибә, күкрәгемдән хәҙер килеп сығыр төҫлө... Тулҡынланыуымды баҫып, сәхнәгә менәм. Бөтә иғтибар беҙгә, йәш уҡытыусыларға, төбәлгән.

Тап ошо моментта башымда ниндәй генә уйҙар, һорауҙар тыумай!? Уҡытыусы һөнәрен һайлап дөрөҫ эшләнемме икән? Хәҙер мин үҙ урынымдамы икән? Ә ысын уҡытыусы булып тыуалармы, әллә ул йылдар буйы эшләп килгән тәжрибә менән киләме ул? Минеңсә, күптәрҙе ошо һорауҙар борсой.

“Әллә мин ел уйнатып йөрөткән япраҡмы? Әллә кәрәкле урында шытып сыҡҡан матур гөлмө? Мин кем?” – тигән фекерҙәр бөтә йәнемде кескәй киҫәктәргә бүлгеләй. Һорауҙарыма яуап эҙләйем, тик тынлыҡ ҡына янымда.

Ауыр уйҙарымдан арынып кире мәктәпкә ҡайтам. Сәхнәлә баҫып торабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә йәш, матур. Балаларҙың беҙгә йылмайып ҡарауы бөтә ҡурҡыуҙы, ҡалтыраныуҙы еңеп сыға. Мин уҡытыусы! Булдырырмынмы икән? Уҡыусыларҙың йөҙҙәрендә балҡыған нурҙы һүндермәҫкә тырышырмын, ябылғандарын асырға ынтылырмын. “Эйе, мин булдырам,” – тигән девиз менән башлап ебәрҙем мин үҙемдең “тормош юлымды”. Уҡытыусы булыу – минең өсөн эш түгел, уҡытыусы булыу – ул минең тормошом. Көн һайын балалар менән булыу, улар менән аралашыу, уларҙы уҡытыу – бөтәһе лә күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә. “Әгәр уҡытыусы үҙендәге эшкә булған мөхәббәттен уҡыусыларға ла еткерә алһа, ул ысын уҡытыусы,” – тип яҙған Л.Н. Толстой.

Уйлап ҡараһаң, уҡытыусы булыу еңел түгел! Ысын мөғәллим булыр өсөн ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә, иң мөһиме балаларҙы яратырға һәм хөрмәт итә белергә кәрәк. Үҙ һөнәреңде яратып, хеҙмәтеңә күрә хөрмәтен дә тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бар микән.  Минеңсә, уҡытыусы алдында иген игеүсе лә, бөйөк ғалим да, ихтирамға лайыҡ  врач та баш эйергә тейеш.

Сәғәт ете... Будильник шылтырай... Бына мин торҙом да. Шәп-шәп атлап мәктәпкә барам... килеп тә еттем. Ишек төбөндә дуҫтарса йылмайып вахтер ҡаршы ала. Мин дә йылмаям... баҫҡыстан икенсе ҡатҡа йүгерәм... Ҡыңғырау сыңлауы... Биш дәрес бер тында үтеп тә китте. Уҡыусыларымдың ҙур ышаныс менән миңә ҡарап тороуын күргәс, бөтә арыуҙар юғала, һәм хеҙмәтемдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо, шатлыҡ хистәре солғап ала.  

Ошо йылдар дауамында минең бер ваҡытта ла: “Эх, ни өсөн мин был һөнәрҙе һайланым икән?” – тигән уй тыуманы. Хәҙерге ваҡытта мин үҙ тормошом менән бик ҡәнәғәт. Яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле ҡыҙыҡайым бар. Минең ғүмерем бушҡа уҙмай. Көн һайын мин булған белемем, туплаған тәжрибәм менән балалар менән уртаҡлашам. Уҡыусыларымдың тормошонда минең кескәй өлөшөм барҙыр, тип ышанам.

Уҡытыусы булыуым менән ғорурланам.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – ул ябай бер уҡытыусы ғына түгел, ә милләттең һаҡсыһы ла бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...