Урок по башкирскому языку для 8 класса
план-конспект урока (8 класс) на тему

Сайфуллина Галима Сахиулловна

Урок по башкирскому языку поо теме "Назар Наджми"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл n.nazhdmi_urok_2.docx26.62 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Назар  Нәжми ” Ҡыш” .Эйә  менән  хәбәр  араһында  һыҙыҡ. (8  класс)

Маҡсат:  Назар  Нәжми  тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү,ҡыш миҙгеле,ҡышҡы тәбиғәт тураһында һөйләргә  өйрәтеү  шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү,дөрөҫ тулы яуап бирергә өйрәтеү.Үтелгән тема буйынса белемдәрҙе  камиллаштырыу,уҡыусыларҙың телмәрен,логик фекерләүен,ижади һәләттәрен үҫтереү,һүҙлек байлығын арттырыу.Ҡышҡы тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү,матурлығын күрә белеү. 

Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: проблемалы уҡытыу алымдары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, тасуири уҡыу, ИКТ ҡулланыу.

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: ҡыш тураһында яңы һүҙҙәр, төшөнсәләрҙе үҙләштереү, системалаштырыу, ҡабатлау, башҡортса текстар төҙөргә һәм тасуири уҡырға өйрәнеү.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.

Шәхси һөҙөмтәләр: ҡыш миҙгеленең матурлығын күрә, тоя белергә өйрәнеү, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.

Предмет - ара бәйләнеш: әҙәбиәт, мәҙәниәт, һынлы сәнғәт.

Принциптар: теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек.

Ҡулланылған сығанаҡтар:

-төп: дәреслек «Башҡорт теле», 8 класс. Авторҙары: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Өфө, «Китап» - 2008.

-өҫтәлмә: презентация.

Техник  саралар:  компьютер,экран.  

  Йыһаз:интерактив таҡта,ноутбук,ҡыш темаһына һүрәттәр,презентация.

                                          Дәрес барышы

Ойоштороу  мәле

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар,

-Ултырығыҙ!

-Хәлдәрегеҙ нисек .Кәйефтәрегеҙ нисек (яҡшы).Әйҙәгеҙ бер- берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ ҙа .дәресебеҙҙе матур,күңелле итеп үткәреп  ебәрәйек. Мин...(үҙең тураһында)

Артикуляцион –фонетик күнегеү

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау-Ә,Ө,Ү,Ғ,Ҡ,Ҙ,Һ,ң,ҫ

Ҡыш  булғас,ҡар  яуғас  

Бар  ағас  яланғас.(Р.Ғарипов)

                                                           Тышта  ҡар  яуа,

  Ниндәй  саф  һауа

                                                            Әйҙә,сығайыҡ,

                                   Саңғы  шыуайыҡ.(Ҡ.Даян)    (слайд 1)

 (мин уҡығанда презентация ҡышҡы тәбиғәт, урман  күрһәтелә )

-Уҡыусылар беҙ уҡыған шиғыр нимә тураһында?(ҡыш,ҡар) бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

-Эйе бөгөн дәрестә ҡыш миҙгеле, ҡышҡы тәбиғәт тураһында  һөйләшербеҙ, һүҙлек  запасын  арттырырбыҙ  һәм  Назар Нәжми менән  танышырбыҙ.

--Тышҡа күҙ  һалайыҡ.Бөгөн тышта ниндәй көн.Һауа торошо ниндәй  (бер-ике уҡыусы һөйләй)

-Хәҙер уҡыусылар дәфтәрҙәрегеҙҙе  асып  бөгөнгө датаны,  дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.

Тема:Назар  Нәжми .Ҡыш.Эйә  менән  хәбәр  араһында  һыҙыҡ.

Бөгөн  беҙ  дәрестә  Назар Нәжмиҙең”Ҡыш” шиғыры  менән  танышырбыҙ. Ә кем  һуң  ул  Назар  Нәжми?  ( Башҡортостандың халыҡ шағиры).( презентация  ҡарау.  Н.Нәжми)

Шиғыр  өҫтөндә  эш.

-Шиғырҙы  уҡып  күрһәтеү.(Уҡытыусы   уҡый) Уҡыусыларҙың  ҡарап  барыуы.Таныш һүҙҙәрҙе билдәләп барыуҙары.Уҡып   бөткәс кем ,нимә аңланы,шиғыр нимә тураһында? (кто ,что понял.О чем стихотворение-эйе ҡыш тураһында,о

зиме.Ҡыш тураһында тураһында икәнен ниндәй һүҙҙәрҙән белдегеҙ (Ҡар яуған, ап-аҡ  ҡар  һ.б)

------Үҙ  аллы  уҡыйбыҙ . (Шиғырҙы уҡығанға тиклем һүҙлек эше)

-Хәҙер һүҙлек дәфтәрҙәрен  астыҡ, яңы һүҙҙәрҙе  яҙабыҙ

мамыҡ  юрған  --ватное  одеяло

ҡырҙар -  поля

тынғандар  - успокоились

хәл йыя--   отдыхает

йылытмай – не греет

маһайып-  зазнаваясь

һыҙғыра-  свистит            (слайд  2)

(яҙып  бөткәс, һүҙҙәрҙе  уҡыу хор  менән )

-----Сылбырлы  уҡыу ( хаталы  булһа  төҙәтеү)

.(бер нисә уҡыусынан  куплетлап  уҡытыу).

-----Физ.минутка.  Тышта  ҡар  яуа.

-----Тәржемә итеү.

Һорауҙарға  яуап  биреү.

  1. Ер  өҫтө  ниндәй?   ---------              ап-аҡ                 земля  белая-белая

Нимәләр  ҡар  аҫтында  ҡалған? -------      яландар,ҡырҙар,урмандар

  1.  Тынғандар  нимәләр?    ----- ҡырҙар

Нисек  тынғандар? ----- мамыҡ  юрғанға  төрөнөп (обернувшись  в  ватное  одеяло)

  1.  Ҡояш  ни  эшләмәй? ----- йылытмай  (не  греет)
  2.  Елдәр  ни  эшләй? ------  ыжғыра, һыҙғыра  (ветры  воют, свищут )

И  еще   пыр  туҙҙыра -----  (разносят пух-прах)

       -ә хәҙер.  уҡыусылар .һуңғы  юлдарҙы  үҙегеҙ  уҡығыҙ .

    6) Кеше  ни  эшләй?-----  уйлай (думает    о чем, о  летних  работах)

-ә хәҙер,  уҡыусылар. профессианаль  тәржемәне (профессианальный  перевод)  тыңлайыҡ  ( бер  уҡыусы  уҡый)

Тәржемә  оҡшанымы?  -Эйе.

Уҡытыусы: Беҙҙә  шулай  тәржемә  итергә  өйрәнһәк  ине.(я  хочу,чтобы  мы  тоже так красиво  научились  переводить)

Ә  хәҙер  уҡыусылар  теманы ҡабатлайыҡ .(повторим тему “тире  между  подлежашим  и  сказуемым”.)

-При  каких  случаях  ставится  тире?  (ответы  детей)  -Яҡшы,афариндар.

Парҙар  менән  эш. (алдан  балаларға  һөйләмдәр  таратыла)

Бирелгән  һөйләмдәргә  тыныш  билдәләрен  ҡуйырға.(. уҡыусыларҙан  уҡытыла.)

Һорау; Кемдә  ҡыш тураһында  шиғыр.

1.Ата улы  --- Ватан  улы.(Сын  отца –сын  Родины.)

2.Илеңде  һаҡлау – ата-әсәңде һаҡлау.(Беречь  Родину – беречь  отца  и  мать)

3.Ике  икең – дүрт.(Дважды  два – четыре)

4.Ул – ғалим, мин  - шофер.(Он -  ученый,я --  шофер)

5.Китап – ул  белем  шишмәһе.(Книга – источник  знаний) 

6.Йәй эшләгән – ҡыш ашаған. 

7.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем.

 8.Ул  -- лирик  шағир.

 9.Ҡыш --  матур  миҙгел.

 10.Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош.

 11.Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт.

12.Айға үрләгән – нурға күмелгән.

13.Уҡыу – энә  менән  ҡойо  ҡаҙыу. 

(өс  һөйләм таҡтаға  яҙыла.)

5.Китап – ул  белем  шишмәһе

8.Ул  -- лирик  шағир.

9.Ҡыш --  матур  миҙгел.

 Йомғаҡлау. Шулай  итеп, балалар, Н.Нәжмигә   лирик  шағир  тип  әйтә  алабыҙмы

 Ысынлапта  ҡыш --   матур  миҙгел.-Эйеме.

Балалар,теләк  булһа, беҙ  барыһында  башҡарып  сыға  алабыҙ Эйе ,бит.(При  желании  ко  всему  можно  добиться)

Дополнительно; бәлки  һеҙ ҙә  ҡыш  тураһында  шиғырҙар , һынамыштар беләһегеҙҙер (өс -дүрт уҡыусынан һорау)

Өйгә эш биреү:Н.Нәжми “Ҡыш”шиғырының  ике  строфаһын  ятларға ,теләүселәр   бер  бағананы.

Рефлексив анализ:-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Кемдең шиғыры менән таныштыҡ.?.  Яҡшы,Афариндар

Кроссворд.     Әйҙәгеҙ  хәҙер  белемдәрҙе  тикшерәйек .(Һүҙҙәр  табырға)

Баһалау.Хәҙер  фамилияларығыҙҙы  яҙып  үҙегеҙгә  баһаларығыҙҙы  ҡуйығыҙ.

Класта  нисә   ”5”, нисә “4”.Яҡшы  дөрөҫ  ҡуйғанһығыҙ.

Дәрес  бөттө .Һау  булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.

Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....

Конспект урока по башкирскому языку для 4 класса

Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары....

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Дәрес өлгөһө 6 класта ҡылым төркөмсәләренең 3 төрөн ҡабатлауға йүнәлтелгән. исем ҡылым, сифат ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Предмет ара бәйләнештәр:башҡорт халыҡ ижады өлгәләре- мәҡәлдәр менән бәйләү, рус те...

конспект урока по башкирскому языку по теме "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! ”Һандар” темаһын нығытыу."" в 6-ом классе

Разработка урока по башкирскому(государственному) языку в 6-ом классе...

Конспект урока по башкирскому языку для 5 класса

Конспект урока по башкирскому языку на тему  Ә.Ихсан "Яҙ".Омонимдар"...

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Асыҡ дәрес өлгөһө6 класс башҡорт теле  “Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау”Маҡсат: а) белем биреү-исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу, улар менән һөйлә...