Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 1-4 классах (ФГОС)
рабочая программа по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,  башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Скачать:


Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,  башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

           Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

            Эш программаһы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 1-4  кластарҙа база  кимәлендә өйрәнелә (1 класта 33  сәғәткә бүленгән), 34  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 1-се класта: 1- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 1- диктант;  2-се класта: 1- күсереп яҙыу, 2- диктант;  3-сө класта: 1- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 3- диктант, 1- изложение, 2- инша; 4-се класта: 1- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 2- диктант, 1- изложение, 2- инша үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: Книгоград, 2008 йыл.

- Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Башҡорт теле” (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары нигеҙендә төҙөлдө. Автор-төҙөүсе: Дәүләтшина М.С., – Өфө: Китап, 2017.

- М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр . – Өфө: Китап, 2015.

- М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-4-се кластары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр . – Өфө: Китап, 2015.  

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). – Өфө: Китап, 2011.

 - М.С. Дәүләтшина, Ф.М.Ғиниәтуллина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова  авторлығында сыҡҡан 2, 3, 4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре (уҡыу ҡулланмалары) нигеҙендә эшләнде.  – Өфө: Китап, 2016.  

- Дәреслектәр: 

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). – Өфө: Китап, 2011.

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н. -Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы) . – Өфө : Китап, 2014.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен мәктәптәрҙең 2-се йыл өйрәнеүсе 3-ө класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2015.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларынының 4-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2016.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

          Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.

2. 1-4 кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Башҡорт теленең лексикаһын, фонетикаһын, грамматикаһы буйынса төп белемде үҙләштереү.
  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

  1. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) . Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
  2. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйө белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Башҡорт теле” (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары. Автор-төҙөүсе Дәүләтшина М.С., – Өфө: Китап, 2017.
  3. М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр . – Өфө: Китап, 2015.
  4. М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-4-се кластары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2015.  
  5. Дәреслектәр:

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). – Өфө: Китап, 2011.

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н. -Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы) . – Өфө : Китап, 2014.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен мәктәптәрҙең 2-се йыл өйрәнеүсе 3-ө класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2015.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларынының 4-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2016.

  1. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик  кәңәштәр.Өфө – 2006.
  2. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
  3. Х.А. Толомбаев, Ф.М. Ғиниәтуллина. Башҡорт теленән дидактик материалдар: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластары өсөн. – Өфө: Китап, 2015. – 176 бит.
  4. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  5. М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова  Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр . – Өфө: Китап, 2015. – 176 бит
  6. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1-4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова  С. Х. -  Өфө:   Китап, 1997.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

6. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

7. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам.-Өфө: Китап, 2009.

12.Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.-Өфө: Китап, 2008.

13. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

  1. Дәреслектәр:

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). – Өфө: Китап, 2011.

- Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н. -Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы) . – Өфө : Китап, 2014.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен мәктәптәрҙең 2-се йыл өйрәнеүсе 3-ө класс уҡыусылары өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2015.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларынының 4-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2016.

2. «Башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәрҙәре, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 - се класс уҡыусылары өсөн, М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова.—Өфө: Китап, 2016.

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  • Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;
  • Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү;
  • Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү;
  • Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;
  • Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;
  • Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;
  • Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү;
  • Өйрәтеү диктанттар яҙа белеү.

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

I. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:

- донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

- үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

- телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;

- башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

II. Метапредмет һөҙөмтәләр:

- уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

- башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

III. Предмет һөҙөмтәләре:

- башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә;

- (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

 Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы

Һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы.

Тыңлап аңлауҙа:

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы.  

Уҡыуҙа:

- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау,                              -текстан кәрәкле информацияны табыу.

Яҙма телмәрҙә:

- яҙыу техникаһына эйә булыу;

- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү)

-  башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм                                        -  грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция  географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

- башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

- үҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

- Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 1-се класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Башҡортостан- минең тыуған республикам. - 1 сәғәт.

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

2. Танышыу.-4 сәғәт.

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?

Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәтеү.

3. Ғаилә. – 4 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

4. Мәктәп. – 1 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

5. Уҡыу әсбаптары. – 3 сәғәт

6. Төҫтәр.-3 сәғәт.

Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

7. Һандар. – 2 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

8. Уйын, уйынсыҡтар. – 3 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

9. Кем ни эшләй? – 2 сәғәт. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләмә? Ни эшләмәгеҙ? һоруҙарына яуаптар.

10. Тән өлөштәре. – 2 сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.

11. Кейем-һалым. – 3 сәғәт.

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Өҫ кейемдәре. Аяҡ кейемдәре. Баш кейемдәре. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

12. Йорт хайуандары һәм ҡоштары.- 2 сәғәт.

Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  

13. Ҡырағай  хайуандар һәм ҡоштар.- 3 сәғәт.

Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

14. Йомғаҡлау. – 1 сәғәт.

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 2-се класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

  1. Танышыу - 2 сәғәт.

Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, һ, ң, ҙ, ү) үҙләштереү; темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Был мин –  2 сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҡ) үҙләштереү. Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы  ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү.

  1. Минең ғаиләм – 3 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ғ, ө) үҙләштереү. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.

4.  Мин нимә яратам? – 2 сәғәт.

Үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, тураһында һөйләшеү. Башҡорт милли аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып (нимә менән?) һөйләмдәр төҙөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҫ) үҙләштереү.

5.  Минең мәктәбем– 2 сәғәт.

 Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Диалог төҙөргә өйрәнеү.

6.  Минең класым – 1  сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү.

7.  Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт. 

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү.

  1. Мин уҡыусы – 1 сәғәт. Диалог.

Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. Нисек? һорауына яуап биреү.

  1. Мин дәрестә - 2 сәғәт.

Текст. Минең дуҫым. Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү.

10.  Мин дәрестән сыҡтым– 4 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. Беҙ түңәрәккә йөрөйбөҙ. Тәнәфестә. Алинаның көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. Башҡорт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм яҙылышын  өйрәтеү.

11.  Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.

Уйынсыҡтар магазины. Сюжетлы һүрәттәр. Тиҙҙән Яңы йыл етә. Тәртип ҡағиҙәләре. Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә өҫтөндә эш. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.

12.  Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт. 

Сюжетлы һүрәттәр. Ҡышҡы уйындар. Беҙҙең катокта. Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе өҫтөндә эш. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү.

13.   Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт. 

Һүрәтле текст. Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен үҙләштереү.

14.  Мин уйнарға сыҡтым – 2 сәғәт. Картина. Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау.

15.  Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Халыҡ ижады. Текст. Тест һорауҙары. Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү.

16.   Мин ял итәм - 2 сәғәт.

Сюжетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. Был нимә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.

17.   Үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 4 сәғәт

Һүрәтле текст. Таблица. Сюжетлы һүрәттәр, картина. Тәүлекте, ваҡытты сәғәттәрҙә билдәләү. Ҡасан? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Таблица тултырыу(Үҙем Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ билдәләү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. менән алам. Өйҙә ҡалдырам.). Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә (текст-Лагерҙа көн тәртибе.).

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 3-сө класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

1. һаумы, мәктәп!

    1)Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1 сәғәт

   Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

   Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

 2. Мин танышам        

    2) һин кем?        

    3)һин ҡайҙа йәшәйһең?

     4-6) һин ҡайҙан?        

5 сәғәт

   Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.)

   Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

3. Мин белем алам         

     7—8) Был нимә? Бармы?

     9-10) Нимәһеҙ?

4 сәғәт

Мәктәптә белем алыу, класс бүлмәһе, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

4. Мин һәм минең ғаиләм

     11) Кем? Нимә эшләй?

     12-13) Нимә эшләргә тейеш?        

3 сәғәт

   Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын  телмәрҙә  ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

5. Мин һәнәр һайлайым

     14—15) Кем ҡайҙа эшләй?

2 сәғәт

   Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

   Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

6. Мин тәбиғәтте яратам

     16-17)Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?        

2 сәғәт

   Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

   Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен  практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

7. Минең яратҡан миҙгелем.

     18-20) Нимә? Нимә эшләй?

     21-22) Минең яратҡан  миҙгелем.

5 сәғәт

   Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

   Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.

8. Минең гардеробым

     23-26) Ниндәй?        

4 сәғәт

   Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

   Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.

Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

9. Минең тыуған көнөм

     27-29) Ҡасан?        

3 сәғәт

   Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

   Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

10. Мин сәйәхәтсе

     30-33) Нимә менән? Нисек?

4 сәғәт

   Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Килеш ялғауһары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

11. Ҡабатлау

34)

1 сәғәт

   Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 4-се класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

1. Көн дә мәктәпкә барам һаумы, мәктәп!

   

        5 сәғәт

1. 1) Беренсе сентябрь — Белем көнө! Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

    2) Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Һөйләм.

2. 3) Мин ниндәй дәресте яратам / яратмайым? Һөйләм

    4—5) Мин нимә уҡырға яратам? Исем.

3. 6) Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Исем

4. 7—8) Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Исем.

5.  9) Телмәр үҫтереү. Исем        

2. Мин ғаиләмде яратам

     

5 сәғәт

6. 10) Беҙгә бергәләп күңелле. Сифат         

    11—12) Мин — тәрбиәле бала. Сифат         

7. 13) Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат         

8. 14—15) Минең яратҡан шөғөлөм. Сифат        

9.  16) Мин йәшәгән бүлмә. Сифат        

10. 17) Минең кескәй дуҫтарым. Сифат

3. Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем

5 сәғәт

11. 18) Мин йәшәгән Ер. Алмаш        

      19) Мин йәшәгән йорт/район. Алмаш        

12. 20) Минең күршеләрем. Алмаш        

13. 21) Мин яратҡан урындар. Алмаш        

14. 22) Беҙҙең урам/йорт балалары. Алмаш        

15. 23—24) Беҙҙең уйындарыбыҙ. Алмаш

4. Ауылда, ҡалала йәшәйем

5 сәғәт

16. 25—26) Минең тыуған ауылым/ҡалам. һан        

      27—28) Ауыл һәм ҡала тормошо. Һан                                

17. 29) Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр, һан        

18. 30—31) Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары, һан        

19. 32—33) Тыуған ерем мөғжизәләре, һан        

20. 34) Телмәр үҫтереү, һан

5. Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ 

5 сәғәт

21. 35—36) Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Рәүеш        

22. 37—38) Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Рәүеш

       39—40) Бөжәктәр нисек йәшәй?  Рәүеш

23. 41—42) һауа торошон белеү ниңә кәрәк? Рәүеш        

24. 43—44) Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр буламы? Рәүеш

25.  Телмәр үҫтереү,  рәүеш

6. Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ 

3 сәғәт

26. 45—46) Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Ҡылым

27. 47) Мажаралар илендә. Ҡылым

  1. Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым

28. 49—50) Минең кумирҙарым. Ҡылым

      51) Телмәр үҫтереү дәресе. Ҡылым

7. Һатып алырға өйрәнәм

5 сәғәт

29. 52—53) Минең бюджет. Ҡылым        

30. 54—55) Мин кейем һатып алам. Ҡылым        

31. 56) Мин модалы кейем яратам. Ҡылым        

32. 57—58) Бүләк һайлайым. Ҡылым        

33. 59) Телмәр үҫтереү. Ҡылым                

8. Ҡабатлау

1 сәғәт

34. Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1-4-се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Белем кимәлен диагностикалау формалары:  

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1-се  класс

2-се  класс

3-ө  класс

4-се  класс

Контроль күсереп яҙыу

1

2

1

1

Һорауҙарға яуаптар

1

0

1

1

Контроль диктант

1

1

3

2

Изложение

0

0

1

1

Инша

0

0

2

2

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

3.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

          Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

Методтар

Күҙәтеү, яуап һайлау, ҡыҫҡа яуап, башҡарыу процесын баһалау, башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау, портфолио.

3.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

3.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

1. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

2. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

3. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

4. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

Башҡорт теленән тематик планлаштырыу

Бүлек, тема (сәғәт)

Класс

1

2

3

4

1. Башҡортостан- минең тыуған республикам - 1 сәғәт

1. Танышыу - 2 сәғәт.

Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорауҙарына яуап биреү.

1. һаумы, мәктәп! – 1 сәғәт

    1)Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1. Көн дә мәктәпкә барам һаумы, мәктәп! - 5 сәғәт

2. Танышыу - 4 сәғәт

2. Был мин –  2 сәғәт.

Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы  ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү.

 2. Мин танышам - 5 сәғәт        

    2) һин кем?        

    3)һин ҡайҙа йәшәйһең?

     4-6) һин ҡайҙан?        

2. Мин ғаиләмде яратам -  5 сәғәт

3. Ғаилә – 4 сәғәт.

3. Минең ғаиләм – 3 сәғәт.

Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.

3. Мин белем алам -  4 сәғәт        

     7-8) Был нимә? Бармы?

     9-10) Нимәһеҙ?

3. Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем -  5 сәғәт

4. Мәктәп – 1 сәғәт.

4. Мин нимә яратам? – 2 сәғәт.

Нимә менән? һөйләмдәр төҙөү.

4. Мин һәм минең ғаиләм - 3 сәғәт

     11) Кем? Нимә эшләй?

     12-13) Нимә эшләргә тейеш?        

4. Ауылда, ҡалала йәшәйем - 5 сәғәт

5. Уҡыу әсбаптары – 3 сәғәт.

5. Минең мәктәбем – 2 сәғәт.

Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

5. Мин һәнәр һайлайым -  2 сәғәт

     14-15) Кем ҡайҙа эшләй?

5. Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ - 5 сәғәт

6. Төҫтәр – 2 сәғәт.

6. Минең класым – 1 сәғәт.

Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү.

6. Мин тәбиғәтте яратам -  2 сәғәт

     16-17)Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?        

6. Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ - 5 сәғәт

7. Һандар - 2 сәғәт

7. Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт. 

Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү.

7. Минең яратҡан миҙгелем -  5 сәғәт

     18-20) Нимә? Нимә эшләй?

     21-22) Минең яратҡан  миҙгелем.

7. Һатып алырға өйрәнәм - 3 сәғәт

8. Уйын, уйынсыҡтар - 3 сәғәт

8. Мин уҡыусы – 1 сәғәт. 

Диалог. Нисек? һорауына яуап биреү.

8. Минең гардеробым - 4 сәғәт

     23-26) Ниндәй?        

8. Ҡабатлау - 1 сәғәт

9. Кем ни эшләй? - 2 сәғәт

9. Мин дәрестә - 2 сәғәт.

Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү.

9. Минең тыуған көнөм - 3 сәғәт

     27-29) Ҡасан?        

10. Тән өлөштәре - 2 сәғәт

10. Мин дәрестән сыҡтым – 4 сәғәт. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү.

10. Мин сәйәхәтсе – 4 сәғәт

     30-33) Нимә менән? Нисек?

11. Кейем-һалым - 3 сәғәт

11. Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.

Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү.

11. Ҡабатлау - 1 сәғәт

34)

12. Йорт хайуандары һәм ҡоштары - 2 сәғәт

12. Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт. 

Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү.

13.Ҡырағай  хайуандар һәм ҡоштар - 3 сәғәт

13. Мин уйнарға сыҡтым – 2 сәғәт. Нисәнсе? һорауына яуап биреү.

14. Ҡабатлау. Йомғаҡлау - 1 сәғәт

14. Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт.

Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү.

15. Мин ял итәм - 2 сәғәт.

Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. Был нимә? Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү.

16. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 4 сәғәт

Бөтәһе: 33 сәғәт

Бөтәһе: 34 сәғәт

Бөтәһе: 34 сәғәт

Бөтәһе: 34 сәғәт


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку для  II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 2-3 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт теленән эш програм...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 6 классе (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 – сы класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы....

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 5-7 классов

Рабочая программа составлена для 5-7 классов, состоит из пояснительной записки (общая характеристика учебного предмета, место предмета в учебном плане); личностные, метапредметные и предметные результ...


 

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар, башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.