Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 6 классе (ФГОС)
рабочая программа (6 класс) по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 – сы класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 – сы класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

           Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

            Эш программаһы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 6  класта база  кимәлендә өйрәнелә, 34  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 1- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 3- диктант, 1- изложение, 2- инша  үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: Книгоград, 2008 йыл.

- “Башҡорт теле” (5-9-сы, 5-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/төҙ. З.М. Ғәбитова – Өфө: Китап, 2015. – 52 бит. Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигкҙендә төҙөлдө.

- Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.

- Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  6-сы  класс уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы. З.М. Ғәбитова, М. Ғ. Усманова. – Өфө: Китап, 2015.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

          Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.

2. 6-сы класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, бәйләнешле телмәр үҫтереү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • 5-се класта үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу;
  • һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;
  • һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;
  • текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;
  • программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;
  • тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

  1. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) . Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
  2. “Башҡорт теле” (5-9-сы, 5-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/төҙ. З.М. Ғәбитова – Өфө: Китап, 2015. – 52 бит.  Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигкҙендә төҙөлдө.
  3. Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.
  4. - Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  6-сы  класс уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы. З.М. Ғәбитова, М. Ғ. Усманова. – Өфө: Китап, 2015.
  5. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик  кәңәштәр.Өфө – 2006.
  6. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
  7. Х.А. Толомбаев, Ф.М. Ғиниәтуллина. Башҡорт теленән дидактик материалдар: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластары өсөн. – Өфө: Китап, 2015. – 176 бит.
  8. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  9. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова.  Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу -Өфө: Китап, 2009.
  10. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1-4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова  С. Х. -  Өфө:   Китап, 1997.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

4. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

6. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

7. Интеллектуаль уйындар.

8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11. Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам.-Өфө: Китап, 2009.

12.Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.-Өфө: Китап, 2008.

13. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005

14. Интеллектуаль уйындар.

15 Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1. Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  6-сы  класс уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы. З.М. Ғәбитова, М. Ғ. Усманова. – Өфө: Китап, 2015.

2. «Башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәре, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 - сы класы уҡыусылары өсөн, М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова.—Өфө: Китап, 2016. Рабочая тетрадь к учебнику “Башкирский язык” для 6 класса русскоязычных школ -Уфа, 2015      

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  • Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
  • Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;
  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  • Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.
  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу
  • Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

I. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:

- донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

- үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

- телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;

- башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

II. Метапредмет һөҙөмтәләр:

- уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

- башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

III. Предмет һөҙөмтәләре:

- башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә;

- (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

 Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы

Һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы.

Тыңлап аңлауҙа:

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы.  

Уҡыуҙа:

- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау,                              -текстан кәрәкле информацияны табыу.

Яҙма телмәрҙә:

- яҙыу техникаһына эйә булыу;

- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү)

-  башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм                                        -  грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция  географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

- башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

- үҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

- Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай- 4  сәғәт

    1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика   буйынса 2-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап - 9 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым. Синоним. Антоним. Омоним.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел – 5  сәғәт 

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү. Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылым.

Ҡыш дауам итә–8  сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре: хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре.

Почта.Телефон.Телеграф : почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым. Хәбәр һөйкәлеше. Хәҙерге заман.

Бына тағы яҙ килде- 5  сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май, 9май  байрамдары. Һан. Һан төркөмсәләре. Ябай һәм ҡушма һандар.

Тиҙҙән йәй етә - 3  сәғәт

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Белем кимәлен диагностикалау формалары:  

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

4-се  класс

Контроль күсереп яҙыу

1

Һорауҙарға яуаптар

1

Контроль диктант

  3

Изложение

  1

Инша

  2

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

3.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

          Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

Методтар

Күҙәтеү, яуап һайлау, ҡыҫҡа яуап, башҡарыу процесын баһалау, башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау, портфолио.

3.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

3.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

1.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

2. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

3. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. Ураксин З.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

4. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

5. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 5-7 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

                            Башҡорт (дәүләт) теленән тематик планлаштырыу.

Бүлек (сәғәт)

Класс

6

Тема

Сәғәт

1

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай

4  сәғәт

2

Башҡортостан ере буйлап

9  сәғәт

3

Дуҫ ҡәҙерен бел

5  сәғәт

4

Ҡыш дауам итә

9 сәғәт

5

Яҙ килә, яҙ 

5  сәғәт

6

Йәмле йәй килә

2  сәғәт

Бөтәһе:

34  сәғәт



Предварительный просмотр:

2017-2018 уҡыу йылына

6-сы класс өсөн башҡорт теленән

календарь – тематик планлаштырыу

(йылына – 34 сәғәт, аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән)

Дә рес №

Дәрес темаһы

План

дата

Фак тик дата

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Иҫкәрмә

I триместр

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай- 4  сәғәт

1

Белем байрамы. Һүҙ- тел күрке. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

06.09

Белем алыу, уҡыу, белемле булыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, “ Белемле кеше-Ватаныбыҙ” киләсәге икәнен аңлатыу, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу.

2

Р.Ғарипов. Ямғыр яуа. Исемдең килеш менән үҙгәреше

13.09

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, исемдәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтеү, килеш һорауҙарын һәм ялғауҙарын иҫтә ҡалдырыу, һөйләм төҙөгәндә килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланыу.

3

Р. Сабитов. Белем иле. Һөйләм төрҙәре.

20.09

Мәктәпкә, класс тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, “ Мәктәп. Белем” тигән проект төҙөү. Һөйләм төрҙәрен өйрәнеү .

4

Контроль күсереп яҙыу. Мәктәбем.

27.09

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү.

Башҡортостан ере буйлап - 9 сәғәт

5

Тыуған илем- Башҡортостан. С.Юлаев. Тыуған илем. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Хаталар өҫтөндә эш.

04.10

 Башҡортостан тураһында һөйләй белеү, халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше тураһында белеү.

6

А. Филлипов. Ватан.                               А. Әхмәтова. Ҡайындар ниңә аҡ?    “ Антоним” темаһын ҡабатлау.

18.10

 Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, шиғырҙы тасуири уҡый белеү, антонимдарҙы табыу, өйрәнеү.

7

Г. Юнысова. Башҡортостан-дуҫлыҡ иле. Синоним. Омоним.

25.11

Башҡортостан, уның халҡы, уларҙың тыныс йәшәүҙәре менән ғорурланыу, башҡорттарға ҡарата ихтирам уятыу, синонимдарҙы һәм омонимдарҙы  өйрәнеү һәм телмәрҙә урынлы ҡулланыу.

8

“Башҡортостан – тыуған төйәгем” темаһы буйынса проект төҙөү.

01.11

Проект төҙөү.

9

Ф. Туғыҙбаева. Кем уңған. Ҡылым.

08.11

Әҫәрҙе тасуири уҡый белеү, “Ҡылым” темаһын өйрәнеү

10

М. Кәрим. Дим буйы. Ә.Әсәҙуллина. Хушлашыу. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы.

15.11

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү, шиғырҙы тасуири уҡый белеү, ҡылымдарҙы һөйләмдә дөрөҫ ҡулланыу.

II триместр

11

В. Сухомлинский. Потому что я - человек. Тәржемә итеү.

29.11

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү, рус теленән тәржемә итә белеү.

12

Ғ. Хөсәйенов. Оло яҙыусы һәм ғалим. Н.Нәжми. Башҡортостан.

06.12

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү.

13

Инеш диктант. Илем-Башҡортостан.

13.12

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән хатаһыҙ диктант яҙыу, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел – 5  сәғәт

14

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел. Дуҫлыҡ өсөн шул етәме? Хаталар өҫтөндә эш.

20.12

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, хатаны аңлау, ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү.

15

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала.  Д.Фәтихова. Кем дуҫ?

27.12

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында һөйләшеү, хикәйәне уҡыу. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләй белеү.

16

О. Богаевскаяның “Ҡунаҡтар (Тыуған көн)” картинаһы буйынса инша.

10.01

Иншаның тулы булыуына, теманың эҙмә – эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

17

О. Богаевскаяның “Ҡунаҡтар (Тыуған көн)” картинаһы буйынса инша.

17.01

Иншаның тулы булыуына, теманың эҙмә – эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

18

А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Ҡылым.

24.01

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, әҫәрҙең жанрын билдәләү, йөкмәткеһен үҙләштереү.

Ҡыш дауам итә–8  сәғәт

19

Ҡыш дауам итә. Д. Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре. И.Зиянчковский. Ҡышҡы тәбиғәт.

31.01

Тексты аңлап, ҡабул итеү, тасуири уҡыу, грамматик эште дөрөҫ үтәү.

20

Г.Яҡупова. Уртаҡ ҡыш. К.Шафиҡова. Ҡар яуа.

07.02

Тексты аңлап, ҡабул итеү, грамматик эште дөрөҫ үтәү.

21

Изложение. Тейен менән бүре.

14.02

Изложениеның тулы булыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

III триместр

22

Изложение. Тейен менән бүре.

28.02

Изложениеның тулы булыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

23

Хәйерле юл, дуҫым. Б. Байым. Светофор. Рәүеш.

07.03

Юл ҡағиҙәләре һәм транспортҡа ҡағылышлы һүҙҙәрҙе тәржемәләре менән белеү, тасуири уҡыу, грамматик эште дөрөҫ үтәү.

24

Н.Нәжми. Ҡыш.                                   И. Кинйәбулатов. Хәйерле иртә, донъя! Рәүеш.

14.03

 Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, һөйләмдә рәүеште күҙәтеү, уның бәйләнеп килгән һүҙҙәрен билдәләү, уға һорау ҡуйыу.

25

Контроль диктант. Ололар ни әйтә.

21.03

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

26

“Ишәк, эт, бесәй, әтәс“ әкиәте. З.Рәхмәтуллина.Телефондан һөйләшә беләһеңме?  Хаталар өҫтөндә эш.

28.03

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу. Яратҡан әкиәтеңде һөйләй белеү, хатаны аңлау, ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү.

Бына тағы яҙ килде- 5  сәғәт

27

Яҙ килә, яҙ. Р. Янбулатова. Ҡоштар ҡайта.

04.04

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, яҙ миҙгеле тураһында һөйләү, был миҙгелгә ҡағылышлы һынамыштар белеү, әҫәрҙе тасуири уҡый белеү

28

Р. Ҡужина-Латыпова. Күҙҙәреңдә, әсә-донъя… Сифат.

18.04

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, Сифат темаһын өйрәнеү,  сифаттарҙы һөйләмдә дөрөҫ ҡулланыу.

29

Инша.  Яҙ килде еремә.

25.04

Иншаның тулы булыуына, теманың эҙмә – эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

30

Ә. Саяхова. Еңеү көнө. Һан төркөмсәләре.

28.04

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, һан төркөмсәләрен күҙәтеү, уларҙы үҙ-ара сағыштырырға, һәр төркөмсәгә хас үҙенсәлекте билдәләү, һөйләмдә уларҙы айыра белеү.

31

С. Әлибай. Беҙ һанайбыҙ һандарҙы… Һан төркөмсәләре.

02.05

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, текстан һандарҙы табырға өйрәнеү, һандарҙың исем, сифат, рәүеш урынында ҡулланылған осраҡтарын дәреслек материалынан күҙәтеү.

Тиҙҙән йәй етә - 3  сәғәт

32

Йәмле йәй килә. Ғ. Фәйҙи. Йәйҙе яратам. Р. Әхмәҙиев. Июнь һәм май.

16.05

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу. Яратҡан әкиәтеңде һөйләй белеү.

33

Контроль диктант. Файҙалы үтһен ялың.

23.05

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

34

Хаталар өҫтөндә эш. Й.Солтанов. Тыуған еркәйем.

31.05

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу, йомғаҡлау, хатаны аңлау, ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 2-3 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт теленән эш програм...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 1-4 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,...