Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 3-4 классах (ФГОС)
рабочая программа на тему

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-4 – се кластары өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,  башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-4 – се кластары өсөн туған (башҡорт)  әҙәби уҡыуҙан эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,  башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Скачать:

Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

  1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 3-4-се кластары өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-4 – се кластары өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,  башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

          Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

              Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған тел булараҡ  3-4-се кластарҙа база  кимәлендә өйрәнелә, 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 3-сө класта: 2- күсереп яҙыу, 3-диктант, 1- изложение, 2- инша; 4-се класта: 1- күсереп яҙыу, 2-диктант, 1- изложение, 1- инша  үткәреү ҡарала.  

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл.

- Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт”  предметы буйынса белем биреү өлгө программалары нигеҙендә төҙөлдө. Автор-төҙөүсе: З.Ғ. Нафикова., – Өфө: Китап, 2017.

- Дәреслектәр: 

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016, 176 бит.

- "Башҡорт теле" дәреслегенә (уҡыу ҡлланмаһына) эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған  дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-4-се кластары өсөн (башҡорт) туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн. Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - Өфө : Китап, 2017.-96 бит.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреүстандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

      Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  2. 4-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Танып белеү маҡсаты

     Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

            Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

            Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

         Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ, әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
  1. Тәрбиәүи маҡсат

          Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

          Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008.

2) Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт”  предметы буйынса белем биреү өлгө программалары. Автор-төҙөүсе: З.Ғ. Нафикова., – Өфө: Китап, 2017.

3) “Башҡорт теле” теле дәреслегенә методик ҡулланма: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-4-се кластары өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн / Автор-төҙөүселәре: З.Ғ. Нафикова., Ф.Ф.Мортазина. – Өфө: Китап, 2017.

3) Дәреслектәр: 

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016, 176 бит.

4) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255 бит.

5) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре: Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.

6) Башҡорт  теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.

7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

6. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

7. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам.-Өфө: Китап, 2009.

12.Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.-Өфө: Китап, 2008.

13. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1) Дәреслектәр: 

2) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

3) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

4) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

5) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

6) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

7) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.
  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:
  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;
  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;
  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.
  1. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:
  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;
  • Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
  1. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:

I. Шәхси һөҙөмтәләр:

- башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;

- башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;

- аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;

- башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;

- төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

- текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

II.  Метапредмет һөҙөмтәләре (Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора).:

1. Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;

- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

  2. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

- анализлай һәм синтезлай белеү;

- сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

- фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

3. Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

- дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;

- һорауҙар бирә белеү.

III. Предмет һөҙөмтәләре.

-яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;

- һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;

- бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;

- әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;

- таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;

- үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;

- төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;

- мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу. 

- әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш  булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

- уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

- уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып  уҡыу;

- текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

- таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

- тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

- текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

- текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

- тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

- еройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

- телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

- уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

- уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

- асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

- проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

- нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

- уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 3-сө класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

1

Танышыу

1 сәғәт

1. 1. Таныш булығыҙ!

    2. Хәлдәр нисек?

2

Минең мәктәбем

6 сәғәт

2. 7. Белем байрамы.

    8. Мин дежур.

    10. Мәктәбем.

3. 11. Контроль күсереү.  

4. 13. Башҡорт теле дәресендә.

    14. Хәйләкәр һандар.

5. 17. Ҡайсы йырлай.

6. 20. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

7.  Инеш диктант.

3

Минең республикам

5 сәғәт

8. 22. Башҡортостан- бай яҡ.

9. 25. Дуҫлыҡ монументы.

    26. Салауат Юлаев һәйкәле.

    27. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы.

10. 30. Йәйәү йөрөү файҙалымы?

      31. Сәйәхәт ниндәй була? 

11. 34. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? 

12. 35. Контроль күсереү.  

4

Мин һәм минең ғаиләм

7 сәғәт

13. 35. Олатайым кәңәштәре.

      36. Өләсәйем кәңәштәре.

14. 39. Ғаилә байрамы.  

      40. Ҡунаҡтар килде.

15. Инша.

16.  Инша.

17. 48. Ялым күңелле үтә.

      49. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

19. 45. Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш.

5

Мин һәм минең дуҫтарым

5 сәғәт

20. 52. Үҙеңде нисек тоторға?

      53. Әҙәп ҡағиҙәләре.

21. 57. Сәләм Өфөнән.

58. Яратҡан уйынсығым.

22. 61. Дуҫым Аҡйондоҙ.

      62. Ысын дуҫ ниндәй була?

      63. Атайҙар байрамы.

23. 66. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?  Изложение.

24.  Изложение.

6

Мине уратып алған донъя

10 сәғәт

25. 67. Нимә ул  тәбиғәт?

      68. Тауҙар илендә.

26. 71. Йәшел алтын. Инша.

27. 71.  Инша.

28. 75. Ҡыр хайуандары.

29. 77. Ҡымыҙ- файҙалы эсемлек.

30. 80. Бөжәктәр файҙалымы.

      81. Ағастар- урман йәме.

31. 87. Беҙҙең яҡта ҡыш.

      88. Көн ниндәй?

32. 91. Яҙғы байрамдар.

33. 91. Контроль диктант.

34. 92. Еңеү байрамы.

95. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 4-се класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

1

Танышыу

2 сәғәт

1. 2. Яҡшы һүҙ матурлай донъяны                 

2. 4. Иғтибарлы булыу —үҙе изгелек          

2

Минең мәктәбем

          5 сәғәт

1. 6. Мәктәп — белем усағы         

    7. Белем — хазина         

2. 8. Китапханала        

    9. Мәктәп ашханаһы         

3. 10. Сәғәт нисә?        

    12. Мәктәп баҡсаһы                 

4. 16. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?  

5. Контроль күсереү.        

3

Минең республикам

9 сәғәт

1. 18. Беҙ үҙебеҙ башҡорттар

    20. Башҡорт бейеүе                

2. 24. Телең барҙа — илең бар        

    25. Йәмле Ағиҙел буйҙары  

3. 27. Асылыкүл — Башҡортостан ынйыһы         

4. 31. Ирәндек         

    32. Шихандар — тәбиғәт һәйкәлдәре         

5. 33. Янғантау — шифалы тау        

    35. «Урал батыр» эпосы

6. Инеш диктант.         

7. 36. Башҡортомдоң улы         

8. 37. Башҡортостан рәссамдары                

    39. Стәрлетамаҡ         

9. 41. Белорет — металлургтар ҡалаһы         

    42. «Минең ҡалам (ауылым)» проект эше                 

4

Мин һәм минең ғаиләм

8 сәғәт

1. 49. Һинең туғандарың кем?

    50. Шәжәрәңде беләһеңме?        

2. 51. Олатайҙар һүҙе — аҡылдың үҙе        

3. 53. Яҡшы эшкә ярыш юҡ        

4. 55. Сынығыу         100

    57. Алдашыу — насар ғәҙәт

5. 58. Минең аҙналыҡ планым                

    60. Егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә аҙ

6. 61. Яратҡан шөғөлөм        

    62. Минең буласаҡ һәнәрем        

7.  Инша. Мин һәм минең ғаиләм

8.  Инша. Мин һәм минең ғаиләм

5

Мин һәм минең дуҫтарым

6 сәғәт

1. 65. Тыуған көнөң менән!         

    67. Егет һүҙе         

2. 68. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар        

3. 69. Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә                 

4. 73. Кино яратаһыңмы?        

5. 74. Музейҙа булғаның бармы?        

    75. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

6.  Контроль диктант.

6

Мине уратып алған донъя

4 сәғәт

1. 77. Алтын көҙҙө яратам        

    79. Ҡарҙар ирей, һыу таша        

2. 82. Ямғыр, яу, яу!         Изложение. Урманда.

3. 83. Телмәр үҫтереү. Изложение. Урманда.        

4. 90—91. «Ьүҙ төркөмдәре» проект эше        

    95. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

 3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

 Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 3-4-се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

3-ө  класс

4-се  класс

Күсереп яҙыу

2

1

Контроль диктант

3

2

Изложение

1

1

Инша

2

1

       Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

3.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

3.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

3.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

          Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

2. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско - башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

3. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

4. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

Туған (башҡорт) телдән тематик планлаштырыу

Бүлек (сәғәт)

Класс

3

4

Тема

Сәғәт

Тема

Сәғәт

1

Танышыу

1 сәғәт

1

Танышыу

2 сәғәт

2

Минең мәктәбем

6 сәғәт

2

Минең мәктәбем

5 сәғәт

3

Минең республикам

5 сәғәт

3

Минең республикам

9 сәғәт

4

Мин һәм минең ғаиләм

7 сәғәт

4

Мин һәм минең ғаиләм

8 сәғәт

5

Мин һәм минең дуҫтарым

5 сәғәт

5

Мин һәм минең дуҫтарым

6 сәғәт

6

Мине уратып алған донъя

10 сәғәт

6

Мине уратып алған донъя

4 сәғәт

Бөтәһе:

34

Бөтәһе:

34

Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 3-4-се кластары өсөн туған (башҡорт) әҙәби уҡыуҙан эш программаһы.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-4 – се кластары өсөн туған (башҡорт)  әҙәби уҡыуҙан эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,  башланғыс дөйөм белем биреүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

          Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

              Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған әҙәбиәте булараҡ  3-4-се кластарҙа база  кимәлендә өйрәнелә, 34  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 3-сө класта: 1- һорауға яуап,1- инша, 4-се класта: 1- һорауға яуап, 1- инша  үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл.

- Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт”  предметы буйынса белем биреү өлгө программалары нигеҙендә төҙөлдө. Автор-төҙөүсе: З.Ғ. Нафикова., – Өфө: Китап, 2017.

- Дәреслектәр: 

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016, 176 бит.

- "Башҡорт теле" дәреслегенә (уҡыу ҡлланмаһына) эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған  дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-4-се кластары өсөн (башҡорт) туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн. Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - Өфө : Китап, 2017.-96 бит.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреүстандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

      Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  2. 4-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Танып белеү маҡсаты

     Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

            Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

            Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

         Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
  1. Тәрбиәүи маҡсат

          Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

          Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008.

2) Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт”  предметы буйынса белем биреү өлгө программалары. Автор-төҙөүсе: З.Ғ. Нафикова., – Өфө: Китап, 2017.

3) “Башҡорт теле” теле дәреслегенә методик ҡулланма: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-4-се кластары өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн / Автор-төҙөүселәре: З.Ғ. Нафикова., Ф.Ф.Мортазина. – Өфө: Китап, 2017.

3) Дәреслектәр: 

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016, 176 бит.

4) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255 бит.

5) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре: Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.

6) Башҡорт  теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.

7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

6. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

7. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам.-Өфө: Китап, 2009.

12.Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.-Өфө: Китап, 2008.

13. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1) Дәреслектәр: 

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016.

- Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек (уҡыу ҡулланмаһы). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2016, 176 бит.

2) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

3) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

4) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

5) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

6) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

7) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.
  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:
  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;
  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;
  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.
  1. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:
  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;
  • Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
  1. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:

I. Шәхси һөҙөмтәләр:

- башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;

- башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;

- аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;

- башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;

- төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

- текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

II.  Метапредмет һөҙөмтәләре (Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора).:

1. Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;

- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

  2. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

- анализлай һәм синтезлай белеү;

- сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

- фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

3. Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

- дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;

- һорауҙар бирә белеү.

III. Предмет һөҙөмтәләре.

-яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;

- һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;

- бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;

- әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;

- таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;

- үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;

- төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;

- мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу. 

- әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш  булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

- уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

- уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып  уҡыу;

- текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

- таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

- тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

- текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

- текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

- тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

- еройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

- телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

- уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

- уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

- асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

- проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

- нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

- уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 3-сө класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

1

Танышыу

2 сәғәт

1. 3.  Рәхим итегеҙ!

    4. Һиңә нисә йәш?

2. 5. Ҡайҙа йәшәйһең?

    6. Һин ҡайҙан?

2

Минең мәктәбем

4 сәғәт

3. 9. Беҙҙең класс.

4. 11. Аҙнала нисә көн?

    12. Мәктәп хәтирәләре.

5. 15. Китап- беҙҙең дуҫ.

    16. Кем физкультура ярата?

6. 18. Рәсем төшөрәбеҙ.

    19. Музыка донъяһында.

3

Минең республикам

4 сәғәт

7. 21. Башҡортостаным- илем.

8. 23. Гүзәл баш ҡалам.

    24. Өфөлә экскурсияла.

9. 28. Өфөлә транспорт төрҙәре.

    29. Өфө урамдары буйлап.

10. 32. Мәскәү-Рәсәйҙең баш ҡалаһы.

      33. Диңгеҙҙә ял итеү хыялы. 

4

Мин һәм минең ғаиләм

5 сәғәт

11. 37. Олоно оло ит,кесене кесе ит.

      38. Минең шәжәрәм.

12. 41. Әсәйемә ярҙам итәм.

      42. Атайыма ярҙам итәм.

13. 43. Минең хыялым.

      44. Йөҙ юл.

14. 45. Ниндәй китап оҡшай?

15. 46. Минең  шөғөлөм.

      47. Спорт һәм мин.

5

Мин һәм минең дуҫтарым

8 сәғәт

16. 50. Тыуған көн.

17. 51. Байрамға әҙерлек.

18. 54. Дуҫтарым менән күңелле.

19. 55. Ҡәҙерле бүләк.  Һорауҙарға яуап.

20 56. Минең дуҫтарым.

58. Яратҡан уйынсығым.

21. 59. Дуҫым компьютер.

      60. Дуҫым Аҡбай.

22. 64. Әсәйҙәр байрамы.

23. 65. Саҡырыу ҡағыҙы.

6

Мине уратып алған донъя

11 сәғәт

24. 69. Төйәгемдә йылғалар күп.

25. 70. Түңәрәк күл туғайҙа.

26. 72. Йәйге йәмле болонда.

27. 73. Дарыу үләндәре.

      74. Йәшел аптека.

28. 76. Ат- кешенең дуҫы.

29. 78. Ҡанатлы дуҫтар.

      79. Ҡап балығым ҡармаҡҡа.

30. 82. Сәскәләр нур сәсәләр.

      83. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

      84. Йәйге хәтирәләр.

31. 85. Атлай тышта көҙ. Көҙгө байлыҡ.

      86. Көҙгө байлыҡ.

32. 90. Бына яҙ ҙа етә..

33. 93. Һабантуй.

34. 94. Дүрт миҙгел. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе – 4-се класс

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

1

Танышыу

2 сәғәт

1. 1. Хәйерле көн!                 

2. 3. Татлы һүҙ — йән аҙығы                

2

Минең мәктәбем

5 сәғәт

1. 5. Мәктәпкә тәү барған көн        

2. 11. Мәктәп алды майҙансығы                

3. 13. Минең мәктәбем (инша яҙыу)

4. 13. Минең мәктәбем (инша яҙыу)                

5. 14. Ялғанлыҡ алға алып бармай         

    15. Ялҡауҙың зиһене лә тарҡау                

3

Минең республикам

            10 сәғәт

1. 17. Нимә ул Ватан?         

    19. Башҡорт йыры        

2. 21. Башҡорт балы         

3. 22. Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!        

4. 23. Моңло ҡурай, серле ҡурай                

5. 28. Талҡаҫ күле                

6. 30. Гүзәл Дим йылғаһы        

7. 34. Уралып ятҡан Уралда        

    35. «Урал батыр» эпосы                 

8. 38. Утта янмай, һыуҙа батмай                 

9. 40. Ишембай — нефтселәр ҡалаһы                 

    43. Үҙ илең — алтын бишек

10. 44. Башҡортостан буйлап сәйәхәт. Һорауҙарға яуап.        

      45. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?        

4

Мин һәм минең ғаиләм

7 сәғәт

1. 46. Үҙем тураһында        

2. 47. Исемең матур. Кем ҡушҡан?         

    48. Исем серҙәре                 

3. 52. Ниңә ниндәй сифаттар хас?        

4. 54. Тештәреңде бәләкәстән һаҡла        

5. 56. Спортты яратаһыңмы?                

6. 59. Минең ялым                 

7. 63. Яратҡан яҙыусым        

    64. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

5

Мин һәм минең дуҫтарым

2 сәғәт

1. 66. Батырҙар ниндәй була?         

2. 70. Телефондан кемгә шылтыратаһың?        

    72. Ниндәй театрҙа булдың?         

6

Мине уратып алған донъя

8 сәғәт

1. 76. Тәбиғәт — үҙ йортобоҙ                 

2. 78. Ҡар шығырлай табанда                

3. 80. Онотмаһын мине Тыуған ил!         

4. 81. Гүзәл ваҡыттар етте                

5. 84. Был ҡай саҡ була?        

    85. Ауылда һабантуй

6. 86—87-се дәрестәр. Ниндәй газета-журналдар

уҡыйһың?         

    88—89. Телевидение программаһы         

7. 92. Минең тормошта компьютер        

8. 93—94. Почтала. Поликлиникала        

    95. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 3-4-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

3-сө класс

4-се класс

Һорауҙарға яуаптар

1

1

Инша

1

1

        Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

2.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

2.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

2.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

          Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

2. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

3. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

4. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

5. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

Туған (башҡорт) әҙәби уҡыуҙан тематик планлаштырыу

Бүлек (сәғәт)

Класс

3

4

Тема

Сәғәт

Тема

Сәғәт

1

Танышыу

2 сәғәт

1

Танышыу

2 сәғәт

2

Минең мәктәбем

4 сәғәт

2

Минең мәктәбем

5 сәғәт

3

Минең республикам

4 сәғәт

3

Минең республикам

10 сәғәт

4

Мин һәм минең ғаиләм

5 сәғәт

4

Мин һәм минең ғаиләм

7 сәғәт

5

Мин һәм минең дуҫтарым

8 сәғәт

5

Мин һәм минең дуҫтарым

2 сәғәт

6

Мине уратып алған донъя

11 сәғәт

6

Мине уратып алған донъя

8 сәғәт

Бөтәһе:

34

Бөтәһе:

34

Предварительный просмотр:

2017-2018 уҡыу йылына

3-сө класс өсөн туған (башҡорт) телдән

календарь – тематик планлаштырыу

(йылына – 34 сәғәт, аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән)

Дәрес №

Планлаш тырылған дата

Фактик дата

Дәрес темаһы

Иҫкәрмә

I триместр

Танышыу-1 сәғәт

1

04.09

Таныш булығыҙ! Телмәр. Г.Ситдиҡова. Иртә торғас.

 Хәлдәр нисек? Һөйләү телмәре.

Минең мәктәбем-6 сәғәт

2

11.09

 Белем байрамы. Текст. Ф.Туғыҙбаева. Байрам бөгөн.

 Мин дежур. Текст. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Һорауҙары.

 Мәктәбем.  Һөйләм. Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.

3

18.09

Контроль күсереү. Мәктәбем.

4

25.09

Башҡорт теле дәресендә. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

Хәйләкәр һандар. Ф.Туғыҙбаева. Һандар. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Хаталар өҫтөндә эш.

5

02.10

Ҡайсы йырлай. А.Йәғәфәрова. Рәсем дәресе. Күп мәғәнәле һүҙҙәр. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.

6

16.10

Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? Н.Мусин. Мәктәптән ҡайтҡас.

7

23.10

Инеш диктант. Мәктәптән ҡайтҡас.

Минең республикам-5 сәғәт

8

30.10

Башҡортостан- бай яҡ. Тамырҙаш һүҙҙәр. К.Кинйәбулатова. Башҡортостан илемдә. Хаталар өҫтөндә эш.

9

06.11

Дуҫлыҡ монументы. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр. Р.Ниғмәти. Ватан.

 Салауат Юлаев һәйкәле. Р.Бикбаев. Салауат Юлаев һәйкәле. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

  Тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Өндәр һәм хәрефтәр.

10

13.11

Йәйәү йөрөү файҙалымы? Төп башҡорт һүҙҙәре. Ижектәр.

    Сәйәхәт ниндәй була? Үҙләштерелгән һүҙҙәр.

II триместр

11

27.11

Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

12

04.12

Контроль күсереү. Сәйәхәт.

Мин һәм минең ғаиләм-7 сәғәт

13

11.12

Олатайым кәңәштәре. [ә], [э] өндәре.

 Өләсәйем кәңәштәре. [йэ], [э] өндәре. О.Дриздан. Өләсәйем. Хаталар өҫтөндә эш.

14

18.12

Ғаилә байрамы. Ё, ю, я хәрефтәре. Г.Ситдиҡова. Гөрләп тора өйөбөҙ.

     40. Ҡунаҡтар килде. Рус халыҡ әкиәте. Төлкө менән торна. Тартынҡы өндәр.

15

25.12

Инша. Ғаилә байрамы.

16

15.01

Инша. Ғаилә байрамы.

17

22.01

Ялым күңелле үтә. В хәрефе, [в] өнө. Ф.Туғыҙбаева. «В» хәрефе.

18

29.01

Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? Икмәк. Шәжәрә. Хаталар өҫтөндә эш.

19

05.02

Контроль диктант. Шәжәрә.

Мин һәм минең дуҫтарым-5 сәғәт

20

12.02

Үҙеңде нисек тоторға? [ҡ]-[ғ], [к]-[г], [п]-[б] өндәре сиратлашыуы.

 Әҙәп ҡағиҙәләре. Иң изге һүҙ. Хаталар өҫтөндә эш.

III триместр

21

26.02

Сәләм Өфөнән. Исем. Хат яҙыу.

22

05.03

Дуҫым Аҡйондоҙ. Исемдәрҙең күплек ялғауҙары. К.Ушинский. Бесәйем.

 Ысын дуҫ ниндәй була? Ҡуш тартынҡы һәм нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙар. Л.Толстой. Урман.

 Атайҙар байрамы. Ҙ һәм т  хәрефтәренә бөткән исемдәргә ялғауҙар ҡушылыуы. Н. Иҙелбай. Атайым-игенсе.

23

12.03

Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?  Изложение. Л.Толстой тексы буйынса. Дуҫлыҡ.

24

19.03

 Изложение. Л.Толстой тексы буйынса. Дуҫлыҡ.

Мине уратып алған донъя-10 сәғәт

25

26.03

 Нимә ул  тәбиғәт? Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Төшөм килеш. М.Кәрим.Урал.

  Тауҙар илендә. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Урын-ваҡыт килеш. Ҡобайыр. Ай, Уралым. Хаталар өҫтөндә эш.

26

02.04

Йәшел алтын. К.Кинйәбулатова. Урал. Инша. Урман-йәшел алтын.  

27

16.04

Инша. Урман-йәшел алтын.  

28

23.04

Ҡыр хайуандары. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы. И. Заянчковский.Ҡоралай. Хаталар өҫтөндә эш.

29

30.04

Ҡымыҙ- файҙалы эсемлек. Ҡылымдың хәҙерге заман берлек һәм күплек  һаны.

30

07.05

Бөжәктәр файҙалымы. Ҡылымдың хәҙерге заман берлек һаны. Ҡырмыҫҡалар.

 Ағастар- урман йәме. Ҡылымдың үткән заман берлек һаны. Ҡарағай.

31

14.05

Беҙҙең яҡта ҡыш. Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе. М.Кәрим. Тәүге ҡар. С.Кудаш. Ҡар һибелә.

 Көн ниндәй? Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе. Ҡ.Әлибаев. Ямғыр.

 Ҡышҡы уйындар. Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе. З.Әхмәтова. Саңғыла шыуыу.

32

21.05

Яҙғы байрамдар. Зат алмаштары. Яҙ-байамдарға бай миҙгел.

33

28.05

Контроль диктант. Яратҡан миҙгелем.

34

30.05

Еңеү байрамы. Эйәлек алмаштары.Р.Бикбай. Сыуаҡ май.

 Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?  В.Йәнбәков. Миҙгелдәр. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Хаталар өҫтөндә эш.

Предварительный просмотр:

2017-2018 уҡыу йылына

3-сө класс өсөн туған (башҡорт) әҙәби уҡыуҙан

календарь – тематик планлаштырыу

(йылына – 34 сәғәт, аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән)

Дәрес №

Планлаш тырылған дата

Фактик дата

Дәрес темаһы

Иҫкәрмә

I триместр

Танышыу-2 сәғәт

1

08.09

 Рәхим итегеҙ! Яҙма телмәр.

 Һиңә нисә йәш? Эске телмәр. А.Йәғәфәрова. Шаярмайбыҙ.

2

15.09

Ҡайҙа йәшәйһең? Ҡайҙа? Һорауы.

 Һин ҡайҙан? К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп.

Минең мәктәбем-4 сәғәт

3

22.09

 Беҙҙең класс. Һөйләм. З.Хисмәтуллин. Ысын дуҫ ниндәй була?

4

29.09

Аҙнала нисә көн? Һөйләмдең баш киҫәктәре.

 Мәктәп хәтирәләре. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. М.Кәрим. Оло инәйем.

5

06.10

Китап- беҙҙең дуҫ. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе.

 Кем физкультура ярата? Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр.

6

20.10

 Рәсем төшөрәбеҙ. Снонимдар. Г.Юнысова. Айрат.

  Музыка донъяһында. Антонимдар.

Минең республикам-4 сәғәт

7

27.10

Башҡортостаным- илем. Омонимдар.

8

03.11

 Гүзәл баш ҡалам. Яһалма һүҙ. Ф.Туғыҙбаева. Салауат батыр.

Өфөлә экскурсияла. Ижек.

9

10.11

Өфөлә транспорт төрҙәре. Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар.

 Өфө урамдары буйлап. Һүҙҙәр. Ф.Иҫәнғолов. Сәғит һәм бабай.

10

17.11

 Мәскәү-Рәсәйҙең баш ҡалаһы. Р.Ураҡсина. Мәскәү.

 Диңгеҙҙә ял итеү хыялы. О һәм ө хәрефле ялғауҙар.

II триместр

Мин һәм минең ғаиләм-5 сәғәт

11

01.12

Олоно оло ит, кесене кесе ит. Ф.Ғөбәйҙуллина. Й.Иҫәнбаев. «Урал батыр» эпосы. Ы хәрефе.

 Минең шәжәрәм. У, ү һуҙынҡы хәрефтәре.

12

08.12

Әсәйемә ярҙам итәм. Г, ғ хәрефтәре. Ы.Исламова. Әсәйем.

 Атайыма ярҙам итәм. К, ҡ хәрефтәре. Р.Байбулатов. Атайым.

13

15.12

Минең хыялым. З, ҙ хәрефтәре.В.Исхаҡов. Кем булырға?

 Йөҙ юл. Х, һ хәрефтәре. Ф.Рәхимғолова. Капитан ағайым.

14

22.12

Ниндәй китап оҡшай? Н, ң хәрефтәре. Ә.Вахитова. Инша. Ғаилә байрамы.

15

29.12

Минең  шөғөлөм. С, ҫ хәрефтәре.

 Спорт һәм мин. У, ү хәрефтәре.

Мин һәм минең дуҫтарым-8 сәғәт

16

12.01

Тыуған көн. Й хәрефе. Ә.Вахитова. Зөлфиә.

17

19.01

Байрамға әҙерлек. [Ц], [ч], [щ] өндәре. Ә.Таһирова. Циркта.

18

26.01

Дуҫтарым менән күңелле. Башҡорт һүҙҙәрендә ъ һәм ь билдәләре.

З.Кашапова. Булат.

19

02.02

Ҡәҙерле бүләк. Һорауҙарға яуап.

20

09.02

Минең дуҫтарым. Х.Ризуанова. Уйын. «Һәпәләк» уйыны.

Яратҡан уйынсығым. Хаталар өҫтөндә эш.

21

16.02

Дуҫым компьютер. Г.Юнысова. Йылғыр тупҡайым. «Йәшерәм яулыҡ» уйыны.

 Дуҫым Аҡбай. Исемдәрҙең берлек һәм күплек һаны. Исемдәрҙең күплек ялғауҙары.  Г.Ғәлиәскәрова. Компьютер.

III триместр

22

02.03

Әсәйҙәр байрамы. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Ф.Нуруллина. Әсәйҙәр байрамы. С.Михалков. Беҙҙең әсәй.

23

09.03

Саҡырыу ҡағыҙы. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Төбәү килеш. Ҡотлау открыткаһы.

Мине уратып алған донъя-11 сәғәт

24

16.03

Төйәгемдә йылғалар күп. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Сығанаҡ килеш. Н.Сәлимов. Ағиҙел.

25

23.03

 Түңәрәк күл туғайҙа. Башҡорт халыҡ көйө. Түңәрәк күл.

26

30.03

Йәйге йәмле болонда. Күплек исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. С.Йәнтурин. Гөлйемеш.

27

06.04

 Дарыу үләндәре.-ль, -нь, -брь хәрефтәренә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙар. Меңьяпраҡ.

  Йәшел аптека. Ҡылым. Һары мәтрүшкә.

28

20.04

Ат- кешенең дуҫы. Ҡылымдың хәҙерге заман берлек һаны. З.Биишева. Ҡамыр батыр.

29

27.04

Ҡанатлы дуҫтар. Е. Кучеров. Күсмә ҡоштар.

  Ҡап балығым ҡармаҡҡа. М.Кәрим. Балыҡта.

30

04.05

Сәскәләр нур сәсәләр. З.Ҡотлогилдина. Сәскәләр теле.

  Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! Н.Мусин. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

   Йәйге хәтирәләр. С.Муллабаев. Йомарт йәй.

31

11.05

Атлай тышта көҙ. Көҙгө байлыҡ. М.Ғәли. Атлай тышта көҙ.

  Көҙгө байлыҡ. Сифат. А.Йәғәфәрова. Көҙгө байлыҡ.

32

18.05

Бына яҙ ҙа етә. Алмаш. Р.Ғарипов. Ел ҡәләме.

33

25.05

 Һабантуй. Е.Кучеров. Яҙ.

34

31.05

Дүрт миҙгел. З.Мәхмүтов. Дүрт егет. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?  Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. ФГОС 5 класс.

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 5 класс ФГОС....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 2-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:- Эш ...

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы....

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 3-4 классах + КТП (ФГОС)