Көҙ. Һуҙынҡылар.
план-конспект урока на тему

Шәйәхмәтова Рушания Вәкил ҡыҙы

Көҙ.Һуҙынҡылар темаһына арналған дәрес планы 3-сө класс уҡыусыларына тәғәйенләнә. Дәрестең маҡсаты булып уҡыусыларҙың нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар менән танышыуы, телмәрҙәрен үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тора. Уҡыусылар дәрестә көҙ билдәләрен һанап сығалар, яңы һүҙҙәр менән танышалар, картина буйынса һөйләмдәр төҙөйҙәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырырға өйрәнәләр.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon koz._huzynkylar.doc33.5 КБ

Предварительный просмотр:

 Тема: Көҙ. Һуҙынҡылар.

Маҡсат: 1. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы өйрәнеү. Яңы һүҙ, һөйләмдәр өйрәнеү. Көҙ миҙгеле менән танышыу.

                2.  Уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлектәрен, телмәрен үҫтереү.

                3. Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Һүрәттәр, схема, карточкалар.

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле:

2. Артикуляцин күнегеү:

  Өшөткөс елдәр иҫте,

  Өйрәктәр осоп китте.

3. Яңы тема өҫтөндә эш.

4. Йомаҡ сисеү.

  Үҙе илай, үҙе һыйлай.(Көҙ)

5. Йыл миҙгелдәрен сағылдырған һүрәттәр ярҙамында уларҙың билдәләрен һанап сығыу.

6. Һүҙлек эше. (дәфтәргә күсереп алыу)

 Көҙөн – осенью

     Ҡойола – опадают

     Һарғая – желтеют

                       Йылы яҡҡа – в теплые края

                Ямғыр яуа – дождь идет

         Осоп китә - улетают

7. Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү. (1 уҡыусының һөйләме таҡтаға яҙыла).

Көҙөн ағастарҙың япраҡтары ҡойола.

Япраҡтар һарғая.

Көҙ көнө ямғыр яуа, көндәр һыуыта.

Ҡоштар йылы яҡҡа китә.

8. 1-се күнегеү, 50-се бит (телдән).Уҡырға. Тәржемә итергә. Һорауҙарға яуап бирергә. Парҙар менән эш. Бер парта артында ултырған ике уҡыусы эшләй.(һорауҙарға яуап биреү).

  9. Ял минуты.

   Көҙ килеүен белдереп,

   Һалҡын елдәр итҫтеләр.

   Ағастарҙы һелкетеп,

   Япраҡтарҙы ҡойҙолар,

   Ҡоштар осто йылы яҡҡа,

   Беҙ ҡалдыҡ тыуған яҡта.  

10. Һуҙынҡыларҙы өйрәнеү.

Һуҙынҡылар.

      Нәҙек                                                                      Ҡалын

Ә, Ө, Ү, И, Э(Е)                                                 А, О, У, Ы

Парлы һуҙынҡылар.

 А-Ә, О-Ө, У-Ү.

 11.Теманы нығытыу күнегеүҙәре эшләү. (карточка)

      А. Һөйләмдәрҙе күсереп алып. Һуҙынҡыларҙың аҫтына һыҙырға.

      Көҙ килде. Тышта ямғыр яуа. Көн һыуыҡ. Япраҡтар ҡойола.

Был ваҡытта уҡытыусы индивидуаль эшләй, уҡытыусы уҡыусы ҡырына килеп ултыра, шыбырлап һөйләшеп аңлатыу алып бара.

Бер парта артында ултырған уҡыусылар бергә эшләй. Бер партала ултырған уҡыусылар икенсе партала ултырған уҡыусылар менән эштәрен алмашлап тикшерәләр.

Б. Таҡтаға яҙылған һүҙҙәргә төшөп ҡалған ҡалын һәм нәҙек хәрефтәрҙе яҙырға. Ун һүҙ. Бөтәһе лә дөрөҫ булһа – “5”, 7-8 һүҙгә «4», 5-6 һүҙ дөрөҫ булһа, «3» билдәһе ҡуйыла. Алдан бөтөүселәр һүҙбәйләнештәр төҙөй.

К.н, ҡ.ш, б.лот, ямғ.р,к.ҙ, ҡ.р, япр.ҡ, к.шер, к.беҫтә, миҙг.л.

12. Йомғаҡлау. Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?

      Ниндәй һуҙынҡылар була? Миҫалдар килтерегеҙ. Баһалау.

13. Өйгә эш. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә миҫалдар яҙып килергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Компьютер құрылғылары.

1.         Білімділігі: компьютер құрылғылары бойынша оқушылардың алған білімдерін нығайту, тиянақтау бір жүйеге келтіріп, тексере отырып, қорытындылау. 2....

Тәбиғәт ҡомартҡылары

Республикабыҙҙың төрлө райондарынан........

разработка урока һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы

Развернутый конспект по башкирскому языку в 5 классе...

Назар Нәжми "Ҡыш". Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

Назар Нәжми “Ҡыш”.  Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.1.Н.Нәжми ижады менән танышыу, аңлы, тасуири уҡырға өйрәтеү;Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙарҙың яҙылыу осраҡтарын ҡабатлау.2.Балаларҙың ижади һә...