Башкирский язык в школе
материал на тему

Лариса Гильмутдинова

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

  1. Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхси  һөҙөмтәләр

                    Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

- донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

-телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер өлгөләре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр

 - уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү;

-элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

-уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү;

- башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү

Предмет һөҙөмтәләре

  - башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

-  аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;  

уҡыуҙа:

- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен --аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса телдән күнегеүҙәр эшләй белеү;

-үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
  1. Танышыу  (4 сәғәт)

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. Һин кем? Һинең исемең нисек? Һин ҡайҙа йәшәйһең?  һорауҙарын ҡабатлау. Үҙең менән таныштыра белергә өйрәнеү

  1. Был мин (2 сәғәт)

Нимә булды? һорауын үҙләштереү. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү.  

Минең ғаиләм  (3 сәғәт)

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Ғаилә ағзаларын белдергән һүҙҙәрҙе ҡабатлау, нығытыу. Бармы? Нимә эшләй? һорауҙарын ҡулланып, ғаилә ағзаларының эштәре, шөғөлдәре тураһында һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек байлығын арттырыу. Диалог ҡороу, ғаилә, атай-әсәй тураһында мәҡәлдәр әйтеү. Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү.

  1. Мин нимә яратам (3 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.Аҙыҡ-түлек атамаларын иҫтә ҡалдырыу. Башҡорт милли аштары тураһында әңгәмә ҡороу. Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү. Нимә менән? һорауын үҙләштереү.

 Минең мәктәбем. (7 сәғәт)

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеү. Яратҡан/ яратмаған дәрестәр тураһында әңгәмәләшеү. Уҡыу әсбаптарын белдергән һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Ниндәй? Кемдеке? Нисек? Ҡайҙа? Нимә эшләйем? һорауҙарын үҙләштереү, уларға яуап бирә белергә өйрәнеү.Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар ҡуйылышын аңлау.

6)Минең уйынсыҡтарым (7 сәғәт) 

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындарҙың атамаларын башҡорт телендә әйтергә өйрәнеү. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең уйынсыҡтары, уйындары хаҡында фекер алышыуы. Нимә? Нимәләр? Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмә? һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә өйрәнеү. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе? һорауҙарын үҙләштереү.

  1.  Минең кескәй дуҫтарым (3 сәғәт)

Уҡыусылар үҙҙәренең кескәй дуҫтарын тасуирларға өйрәнә.Хайуандарҙың атамалары үҙләштерелә, улар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә белергә өйрәнә. Хайуандар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша. Ҡоштар, уларҙың тормошо тураһында әңгәмәләшеү. Ҡышлаусы, йылы яҡҡа осоусы  ҡоштарҙы айырырға өйрәнеү. Үҫемлек, бөжәктәрҙең атамалары менән танышыу. Был нимә? Ниндәй? Ни эшләй? Ҡайҙа? Ҡасан? Ҡайҙан? һорауҙары үҙләштерелә.

  1.  Мин ял итәм (5 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе белеү.Сәғәт нисә? Һорауына яуап бирергә өйрәнеү.Йәйге ял, каникулда үҙеңде тотоу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, һаулыҡты нығытыу, һаҡлау тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу.

  1. Һәр бер темаға бүленгән сәғәттәрҙе күрһәтеп,  тематик  планлаштырыу

       

п/п

Үҙләштереләсәк материал

Сәғәттәр һаны

1.

Танышыу 

4

2.

Был мин

2

3.

Минең ғаиләм  

3

4.

Мин нимә яратам

3

5.

Минең мәктәбем

7

6.

Минең уйынсыҡтарым

7

7

Минең кескәй дуҫтарым

3

8

Мин ял итәм

5

Бөтәһе

34

Календарно - тематическое планирование

 

№ п/п

Дата

Тема урока

Кол.

час

Прим.

план

факт

                                                     Танышыу (4 сәғәт)

1

05.09

Һин кем? Беҙ кем? Ә өнө һәм хәрефе, [Һһ], [Ҙҙ] өндәре

1

2

12.09

Һинең исемең нисек? [ң ] өнө һәм хәрефе

1

3

19.09

Һин ҡайҙа йәшәйһең?  [Ҙҙ] өнө һәм хәрефе.

1

4

26.09

Һиңә нисә йәш? [Үү] өнө һәм хәрефе.

1

              Был мин (2 сәғәт)

5

03.10

Тән өлөштәре. [Ҡҡ] өнө һәм хәрефе.

1

6

10.10

Р.Ураҡсина. Был мин. [Ҡ ҡ] өнө һәм хәрефе..

1

Минең ғаиләм  (3 сәғәт)

7

17.10

Минең, һинең, уның. [Ғғ] өнө һәм хәрефе.

1

8

24.10

Бармы?  һорауы.  [Ғғ] өнө һәм хәрефе

1

9

07.11

Нимә эшләй? һорауы.  [ Ғғ] өнө һәм хәрефе

1

                                            Мин нимә яратам (3 сәғәт)

10

14.11

Нимә менән? һорауы. С.Әлибай. Икмәк. [ҫ] өнө һәм хәрефе

1

11

21.11

Нимә менән? һорауы. Ф. Туғыҙбаева. Сәй эсеү.

1

12

28.11

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

                                           Минең мәктәбем (7 сәғәт)

13

05.12

Мәктәп ниндәй? һорауы. И. Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ.

1

14

12.12

Минең класым. Класс ниндәй? һорауы

1

15

19.12

Мин мәктәпкә йыйынам. Кемдеке? һорауы

1

16

26.12

Мин уҡыусы. Нисек? һорауы

1

17

16.01

Мин дәрестә.Ҡайҙа? һорауы

1

18

23.01

Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? һорауы

1

19

30.01

Көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауы

1

                                            Минең уйынсыҡтарым (7 сәғәт)

20

06.02

Нимә? Нимәләр? һорауҙары. Ҡ.Даян. Аҡ ҡуян.

1

21

13.02

Нимә эшләйбеҙ? һорауы. С.Әлибай. Яңы йыл йыры

1

22

20.02

Был ҡыҙыҡлы.

1

23

27.02

Нимә эшләмә? һорауы. Ф.Рәхимғолова. Шауламағыҙ

1

24

06.03

Нимә эшләйбеҙ? һорауы. Ҡ.Даян. Тышта ҡар яуа.

1

25

13.03

Мин уйнарға сығам. Ф.Мөхәмәтйәнов. Беҙ уйнайбыҙ.

1

26

20.03

Мин уйнарға сыҡтым. «Тау хужаһы” уйыны.

1

                                            Минең кескәй дуҫтарым (3 сәғәт)

27

03.04

Был нимә? һорауы.

1

28

10.04

Ниндәй? һорауы. А.Игебаев. Аҡтүш

1

29

17.04

Ни эшләй? һорауы. Бесәй.

1

                                               Мин ял итәм (5 сәғәт)

30

24.04

Ҡайҙа? һорауы. А.Насретдинов. Терпе.

1

31

08.05

Ҡайҙан? һорауы. “Эт нисек үҙенә хужа тапҡан?” әкиәте.

1

32

15.05

Был нимә? һорауы. З. Әхмәтйәнова. Өҫтәл янында

1

33

22.05

Нимәгә? һорауы. К. Ушинский. Бөтәһе лә кәрәк. Йомғаҡлау

1

34

29.05

Ҡабатлау. Уҡыу өсөн материалдар

1



Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

1.Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  1. уҡыу эшмәкәрлегенә ыңғай ҡараш, белем алыуҙың шәхсән мәғәнәле булыуы;
  2.  уҡыуҙың һөҙөмтәләре һәм үҙенең ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, үҙаллылыҡ
  3. донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;
  4. башҡа халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә, икенсе кеше фекеренә  ихтирамлы ҡараш;
  5. матурлыҡ тойғоһо- тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
  6. үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  7. мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ғәфү үтенә, ояла белеү.

М е т а п р е д м е т   һ өҙ ө м т ә л әр:

Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  1. төрлө формала  бирелгән мәғлүмәтте таба белеү;
  2. текстағы мәғлүмәттең бөтә төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
  3. тексты анализлай һәм синтезлай белеү;
  4. текстарҙы үҙләштереүҙә уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу;
  5. һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү;
  6. теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, презентация эшләй белеү;
  7. мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү.

Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)уҡыу маҡсаттарына  ярашлы танып белеү эшмәкәлегенең башланғыс формаларын үҙләштереү, эште планлаштырырға, контролләргә, баһаларға өйрәнеү;

2) дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү;

3) уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

4)ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙенең эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерә белеү;

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  1. төрлө телмәр ситуацияларына телдән һәм яҙма телмәр өлгөләре төҙөй белеү;
  2. үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп әйтеү һәм уны яҡлай белеү;
  3. телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
  4. фекерҙе нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
  5. башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды үҙгәртә алыу;
  6. дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар  ҡабул итә белеү.

П р е д м е т   һ ө ҙ ө м т ә л ә р е:

  1. Коммуникатив компетенция өлкәһендә

һ ө й л ә ү  һәм  һ ө й л ә ш е ү

а) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ҡора белеү;

б) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү;

в) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

г) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе һөйләй белеү.

        т ы ң л а п  а ң л а у:

а) уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, өйрәнелгән тел материалы ингән аудиотекстарҙың йөкмәткеһен ишетеп аңлау;

б) дәрестә аралашыу барышында уҡытыусының, иптәштәренең уҡыу һәм уйын ситуациялары менән бәйле күрһәтмәләрен, үтенестәрен аңлау;

в) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу.

        у ҡ ы у:

а) логик баҫымдарҙы, һүҙ баҫымын дөрөҫ ҡуйып, тексты шыма, аңлы, дөрөҫ уҡыу;

б) таныш тел материалдарына ҡоролған ябай һәм ҙур булмаған текстарҙы аңлап уҡыу;

в) уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы ҡыҫҡа текстарҙың төп йөкмәткеһен эстән уҡып аңлау;

г) текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

д) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияны һайлау;

е) таныш булмаған тестан тулы мәғлүмәт алыу өсөн эстән уҡыу техникаһына эйә булыу.

        

        т е л   к о м п е т е н ц и я һ ы:

а) башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү;

б) өйрәнелгән орфоэпик һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе белеү;

в) телмәрҙә өйрәнелгән лексик һәм грамматик берәмектәрҙе таныу һәм ҡулланыу.

        с о ц и о м ә ҙ ә н и    к о м п е т е н ц и я:

а) башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, этикет ҡағиҙәләрен белеү;

б) географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәре персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен белеү;

в) тойғо-кисерештәрҙе сағылдырыу өсөн башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

г) балалар фольклоры, текст һәм төрлө мәғлүмәт аша башҡорт халҡының рухи ҡиммәтәрен үҙләштереү.

2. Танып белеү өлкәһендә:

а) башҡорт һәм рус телдәрендәге тел күренештәрен сағыштыра белеү;

б) телде һиҙемләп аңлау нигеҙендә һүҙҙәрҙең мәғәнәһен таныу;

в) белешмә материал, һүҙлектәр, компьютер һүҙлектәре менән файҙалана белеү;

г) рус теле дәрестәрендә текст менән эшләү тәжрибәһен башҡорт теле дәрестәрендә файҙалана белеү.

2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе (35 сәғәт)

1.Көн дә мәктәпкә барам  (6 сәғәт)

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам - 1 сентябрь, уҡыу, йәйге  каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында  һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Ниндәй предметты ярата/яратмай? һорауына яуап биреү.

2. Мин ғаиләмде яратам  (5 сәғәт)

«Ғаилә» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу. Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте.  Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер  эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

3. Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем (6 сәғәт)

Тема буйынса һүҙ байлығын арттырыу. Ер шары, Тыуған ил, тыуған төйәк тураһында һөйләшеү, фекер алышыу. Буш ваҡытты, ял көндәрен файҙалы үткәреү тураһында әңгәмә ҡороу. Тыуған төйәккә һөйөү, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.

4. Ауылда/ ҡалала йәшәйем  (5 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш-шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте.Ҡала һәм ауыл тормошо, улар араһындағы айырманы тасуирлау. Күмертау, Стәрлетамаҡ  ҡалалары тураһында текстар уҡыу, һорауҙарға яуап биреү. Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтары тураһында һөйләшеү.

5. Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ (4 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға, һауа торошон тасуирларға өйрәнеү. Һауа торошон белеү кәрәклеге, метеорологтарҙың эше тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Һынамыштарҙы  өйрәнеү.

6. Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ (4 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү. Хыял булыуы ғына етмәй, был хыялға ирешеү өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәклеге тураһынад әңгәмә ҡороу. Төрлө өлкәлә ҙур уңыштар яулаған билдәле шәхестәр менән танышыу, улар тураһында мәғлүмәт йыйыу.

7. Һатып алырға өйрәнәм (4 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.Бюджет, ғаилә бюджеты, аҡса һәм бәхет төшөнсәләре менән танышыу, уларҙың айышына төшөнөү. Кейем атамаларын өйрәнеү. Модалы  кейемдең матур ғына түгел, уңайлы, заманса, килешле булыуына төшөнөү.

Һәр бер темаға бүленгән сәғәттәрҙе күрһәтеп,  тематик  планлаштырыу

 

Бүлек

Сәғәттәр һаны

1

Көн дә мәктәпкә барам  

6

2

Мин ғаиләмде яратам 

5

3

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем

6

4

Ауылда/ ҡалала йәшәйем 

5

5

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ

4

6

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ

4

7

Һатып алырға өйрәнәм

4

+1 (резерв)

Бөтәһе

35

Календарно - тематическое планирование. 

№ п/п

Дата

Тема урока

Кол.

час

Прим.

план

факт

                                                      Көн дә мәктәпкә барам (6 сәғәт)

1

1 сентябрь- Белем көнө! Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1 сентября – День знаний. Повторение.

1

2

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Һөйләм.

Почему я хожу в школу. Предложение.

1

3

Мин ниндәй дәресте яратам/яратмайым? Һөйләм.

1

4

Мин нимә уҡырға яратам? Исем.

Что я люблю читать? Имя существительное.

1

5

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Исем.

 

1

6

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ?Исем.

О чем мы разговариваем в школе?

Имя существительное.

1

Мин ғаиләмде яратам (5 сәғәт)

7

Беҙгә бергәләп күңелле. Сифат.

Нам вместе весело. Имя прилагательное.

1

8

Мин-тәрбиәле бала. Минең өйҙәге бурыстарым.Сифат.

 

1

9

Мин йәшәгән бүлмә. Минең яратҡан шөғөлөм.Сифат.

 

1

10

 Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.

1

11

Әкиәт. Төлкөгә ҡойроҡ ниңә кәрәк?

1

                                        Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем (6 сәғәт)

12

Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

1

13

Балтас  районындағы иҫтәлекле урындар менән танышыу. Алмаш.

1

14

Мин йәшәгән йорт/район. Минең күршеләрем. Алмаш.

1

15

Мин яратҡан урындар. Беҙҙең урам/ йорт балалары. Алмаш.

1

16

Беҙҙең уйындарыбыҙ.

Наши игры. Местоимение.

1

17

Минең тыуған ауылым/ҡалам.

1

                                              Ауылда/ ҡалала йәшәйем (5 сәғәт)

18

Ауыл һәм ҡала тормошо. Һан.

1

19

Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр.

 

1

20

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары.

Города и села нашей республики.

1

21

Тыуған ерем мөғжизәләре.

1

22

“Башҡортостанды беләһеңме?” темаһы  буйынса һорауҙарға яуаптар. 

1

                      Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ(4 сәғәт)

23

Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә?

1

24

Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме?

1

25

Бөжәктәр нисек йәшәй? Һауа торошон белеү ниңә кәрәк?

1

26

Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр булырмы?

1

                                            Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ(4 сәғәт)

27

Башҡортостандағы күренекле шәхестәр менән танышыу.

1

28

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр.

1

29

Мажаралар иле. Минең иң ҙур хыялым.

Страна чудес.

1

30

Минең кумирҙарым.

Мои кумиры.

1

                                                   Һатып алырға өйрәнәм?( 4 сәғәт)

31

Минең бюджет.

Мой бюджет

1

32

 Мин кейем һатып алам. Мин модалы кейем яратам.

1

33

Бүләк һайлайым.

Выбираю подарок.

1

34

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау.

Повторение пройденного

1

35

Резерв

1



Предварительный просмотр:

                                              Дәрес – аукцион.

Тема: Үтелгәнде ҡабатлау.

Маҡсат: 1. Балаларҙың белемен системаға һалыу, нығытыу.

                  2. Бәйләнешле телмәр, яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

                  3. Берҙәмлек, тырышлыҡ сифаттары тәрбиәләү.

Йыһаздар: Гонг (камертон), бүләктәр, карточкалар.

                                     

                                     Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

                 Кемдәр белемгә ынтыла.

                 Туған телдә дөрөҫ һөйләшә.

                 Шулар бөгөн был дәрестә

                 Ҙур еңеүгә өлгәшә.

        Бөгөнгө дәрес аукцион рәүешендә алып барыласаҡ. Аукцион — әйбер һатыу тамашаһы. Кем күберәк хаҡ бирә, шул һатып ала. Бөгөн аукционда ғәжәп тауарҙар һатыласаҡ. Уларҙы үҙегеҙҙең белемгә ала алаһығыҙ.

2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1-с е   тауар.   «Һөйләмдең  баш  һәм  эйәрсән киҫәктәре»  

а). Эйәһен тап: ... оса, ... үҫә, ... аға, .. . бешә.

б). Һөйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табырға, аҫтарына һыҙырға:

   Ярҙағы бөҙрә талдар әкрен елгә талғын ғына сайҡала.

Был баһадир өйәңке йыл һайын яҙғы ташҡындағы боҙҙар менән алыша.

2-с е тауар. «Һүҙҙең өлөштәре» (һүҙ составы).

 Синыфташтар    

 тыуған          

 көноҙаҡ

б).   Аш һәм ҡул  һүҙҙәренән яңы һүҙҙәр төҙө.

          ашъяулыҡ            ҡултамға

          ашамлыҡ             ҡулъяулыҡ

          ашлыҡ                  ҡулланма    

          ашлама                ҡултыҡ

          ашау                      аяҡ-ҡул

          аш-һыу

3-с ө  тауар.      «Ҡушма     һүҙҙәр»

а). Бер минутта кем күберәк ҡушма һүҙ яҙыр.

б). Һүҙлек диктанты.

 Аҡъегет, түрьяҡ, шәльяулыҡ, Ҡыҙылъяр, Таштуғай, Аҡтүш, ҡыҙылтүш, гөлйемеш, бирьяҡ, ҡарабойҙай, сүмесбаш, билбау, терегөмөш, хужабикә, меңьяпраҡ, өсмөйөш, һабантуй, юлбаҫар.

                           һүҙҙәрҙең яҙылышын аңлатыу.

4-с е тауар. «Һүҙ төркөмдәре» (Телдән яуаптар алына; открытка «һатыла».) морфологик анализ

Шуға күрә ерҙәге һары сәтләүектәрҙе сүпләйем

     Һары – ниндәй?, сифат

1). б.ф. – һары

2). төп сифат

3). тамыр сифат

4). төп дәрәжә

5). Аныҡлаусы

Улар өсөнсө рәттә ултыра ине.

 Өсөнсө – нисәнсе?, һан

1). б.ф. – өс

2). ябай һан

3).рәт һаны

4). аныҡлаусы

а). «Тартып алышлы» уйыны, (Ике конверт әҙерләнгән: «Миңә исемдәр кәрәк», «Миңә сифаттар кәрәк». «Миңә ҡылымдар кәрәк» Өс уҡыусы карточкаларҙы һайлап, үҙ конвертына һала бара.)

2).  «Яңылышма» Төп һәм шартлы сифаттарҙы  айырып ике бағанаға яҙырға.

                 Төп сифаттар                          Шартлы сифаттар

                     Күк сәскә                                      Уралдағы ҡала

                     Түңәрәк өҫтәл                             ҡышҡы көн

                     Серек ағас                                    йәйге эш

                     Алсаҡ кеше                                   айлы төн

- Аукционды дауам итәбеҙ.

5- се тауар. «Исем» 

а). Карточкаларҙағы  юлдарҙы уҡырға, билдәләнгән исемдәрҙең ниндәй килештә тороуын асыҡларға.

Йылғаның үҙәне киңәйгән.  (эйәлек килеш)

Ул урманға китте.  (төбәү килеш)

Алдаҡсының теле бер ҡолас. (эйәлек килеш)

Атты ҡамсы йүгертә. (төшөм килеш)

Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыр табылмаҫ. ( урын – ваҡыт килеш)

Урмандан болан килеп сыҡты. (сығанаҡ килеш)

б).  Бәйләнешле телмәр үҫтереү өсөн күнегеү.

 - Һөйләмдәрҙе кәрәкле һүҙҙәр өҫтәп, тулыландырып яҙырға.

        Көн ысынлап та _____,   _____, _____.  Ҡояш ныҡ ҡына _____, ______, _______ .  Тирә - яҡтағы  ______, ______, ________  ҡарҙан асылып бөтөп киләләр. Юл бөтөнләй тип әйтерлек ______, ________, ________.    Ҡайһы урындарҙа _______, ______   ярып төшкән.   Илдар ҡулына  ________, _______   таяҡ тотҡан килеш атлай….

  6 сы тауар. Ҡарай (бар, күр) ҡылымын зат һәм һан менән үҙгәртергә

                           Берлектә                     күплектә

    1 зат      мин ҡарайым                         беҙ ҡарайбыҙ

    2 зат     һин ҡарайһың                   һеҙ ҡарайһығыҙ

    3 зат     ул ҡарай                            улар ҡарайҙар

7-се тауар.  Бирелгән һүҙгә фонетик анализ яһағыҙ

 Урман

8 –се тауар.Синоним, антоним, омоним

 3. Йомғаҡлау.

  - Бөгөн беҙ дәрестә нимә эшләнек?

  -Үтелгәндәрҙе ҡабатланыҡ.

 - Балалар. Бөгөн дәрестә бөтәгеҙ ҙә һәйбәт уҡынығыҙ, тырышып яҙҙығыҙ. Молодцы!



Предварительный просмотр:

 Өйөрмәләр өйөрөлөп,

   Өй тәҙрәһен ҡаҡтылар,

  Өйәңкеләрҙе эйелтеп,

                                     Өтәләнеп саптылар.

     Үтекләп ҡуям һәр ваҡыт

Үҙемдең күлдәгемде.

          Үҙемә тейгән һәр эште

  Үтәй беләм шул инде.

Әлфиә әлморон йыя,

     Әлморон ул — витамин.

                                     Әсәһе Әлфиәгә гел

   Әҙерләй  емеш һутын.

         Камил менән Камиланың

Кәйефтәре самалы.

       Көсөктәре алып ҡасҡан

   Камил еккән сананы.

            Ҡыҙҙар мәктәп баҡсаһында

 Ҡыярға һыу һиптеләр.

            Ҡырау һуғып ҡуймаһын, тип,

      Ҡалпаҡ ҡаплап киттеләр.

  Ң хәрефе яйманыраҡ -

                                    Ашыҡмайса ҡуҙғала.

       Шуға башҡа хәрефтәрҙән

Артҡараҡ тороп ҡала.

        Башҡа хәрефтәр артынан

                                    Ҫ хәрефе йүгерә.

      Юл башлап йөрөмәһә лә,

                                    һүҙҙәргә ул төҫ бирә.

       Гөлгөл онотмай һыу һибә

 Гөлдәренә һәр көндө.

        Гөр-гөр килә күк күгәрсен

      Гел мактай ул Гөлгөлдө.

Ғәлиҙең  атаһы Ғимай

  Ғалим булып танылған.

   Ғәлиҙәргә ҡунаҡ килгән

                                     Ғәрәбстан яғынан.

          Ҙур һауытҡа аш һалһам да,

Ҙураймайсы көсөгөм.

    Ҙурайһа, ҙураймаһа ла,

   Ҙур һымаҡ күрәм үҙен.

       Зәңгәр генә сәскәләрҙән

Заһира үрҙе бер таж.

         Зәңгәр тажды кейеп алғас.

                                    Заһиҙа гөлгә оҡшаш.

    Хәлил иншаны күсергән

   Хатип менән Сәйҙәнән.

                                    Хисам ағай  икеленең

                                    Харап ҙурын сәпәгән.

                                    Өйрәндек беҙ «һ» өнөн,

                                    Төҙөнөк һүҙҙәр бөгөн:

                                     Һыйыр, һарыҡ, һеләүһен –

                                     Балалар уҡый белһен.

  1.   Башта   таш   баҫҡыс   башына   баҫ,

         Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.

2.     Үҙ  һүҙле  Үзбәк  үҙәндәге  үләндә

         Үсегеп   үкһей,

         Үсләшмә,   үсекмә,   үпкәләмә,

         Үзбәк,   үкһемә.

3.   Шакирҙың  шары   шарт-шорт  шартланы,

      Шакир   шуға   шаңкып,

      Шып-шым   ғына   шаҡ   ҡатты.

4.   Ҡалын   ҡарҙа   ҡара   ҡарға

      Ҡарҡылдап   китеп   бара.

5.   Көрмәлеләр   көртмәлене

      Килтереп   өлгөртмәне.

6.   Ҡолаҡ   ыуып,

       Билде   быуып,

       Ултырыу   менән

       Бөтмәй   һыуыҡ.



Предварительный просмотр:

       

          Башҡорт теле миллиондан ашыу башҡорт халҡының аңлашыу һәм аралашыу сараһы булып хеҙмәт итә. Был тел Башҡортостан территорияһында йәшәүсе халыҡтар араһында ғына түгел, бәлки Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләрендә һәм Көнбайыш Ҡаҙаҡстандың бер нисә ауылында таралған.

         Тел кешелек йәмғиәтендә аралашыу, фекер алышыу һәм кешеләрҙең бер - береһе менән аңлашыу хеҙмәтен үтәй. Кешелек йәмғиәте үҫешенең бөтә осоронда ла тел ижтимағи бер күренеш һанала, сөнки тел йәмғиәттә йәшәгән бөтә кешеләр өсөн дә аралашыу, фекер алышыу хеҙмәтен бер тигеҙ үтәй һәм кешеләргә ысынбарлыҡтағы күренештәрҙе аңларға, ул күренештәрҙең асылын төшөнөргә ярҙам итә.

            Милли тел – аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә иҫ киткес ғәжәп бер ижад емеше. Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иң даһи асыш – кешенең теле. Донъяла нисәмә төрлө тел бар, шуларҙың һәр береһе үҙ ысулы, үҙ сараһы менән бер үк маҡсатты, кешенең фекерен сағылдырыу маҡсатын, бойомға ашыра. Шуға күрә тел ғөмүмән бер мөғжизә булһа, һәр тел - үҙенә башҡа бер мөғжизә, үҙенә башҡа бер ижад емеше. Үҙенә башҡа ижад емеше булған өсөн ғалимдар хәҙерге телдәрҙе генә түгел, әллә ҡасан юҡ булған, бөгөнгө көндә бер генә халыҡ та һөйләшмәгән боронғо телдәрҙе өйрәнә. Улар ҙа ҡыҙыҡ. Шулай булғас, үҙеңдең туған телең нисек ҡыҙыҡ булмаҫҡа, ҡәҙерле булмаҫҡа мөмкин! Телдең бер генә өнө лә, бер генә грамматик формаһы ла буштан түгел, һәр береһе, меңәр - меңәр йыллыҡ юл үтеп, хәҙерге мәғәнәһен ала, һәм шуларҙың ойошоуынан телдең бөтә эске ҡоролошо төҙөк бер көйгә оҡшап ҡала. Йырҙың көйө булған кеүек, телдең дә үҙ көйө бар. Шул көйҙө күңел ҡылдарың менән ишетеп, үҙең теләгәнсә сыңлатырға өйрәнмәйенсә, һис кенә лә телде беләм, белеп бөттөм тип әйтеп булмай. Шуға күрә лә халыҡ мәҡәлендә лә : “Телдең тәрәнлеге - төпһөҙ, аҡылы -  сикһеҙ” тип юҡҡа ғына әйтелмәгән.

       Тел халыҡтың үҙе менән бергә яралып, үҙе менән бергә үҫә. Шуның өсөн ул халыҡтың бөтә яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра. Милләттең эске тәбиғәтен күрһәткән билгеләрҙән, әлбиттә тел иң беренсе урынды алып тора. Тел милләттең этник булмышын билдәләй,  мәҙәниәтен кәүҙәләндерә. Шуның өсөн милләтте ғәҙәттә теле буйынса атап йөрөтәләр һәм теленә ҡарап, кешенең милләтен беләләр. Халыҡ үҙе хатта тыуған еренә, мәҙәниәтенә ҡарағанда ла телен алға ҡуя. Тел уның рухи донъяһын, милли тойғоһо менән милли ғорурлығын, ата – бабаһы менән балалары алдындағы тарихи бурысын тотош үҙ эсенә ала. Оҙон ғүмер юлында үҙ иркенән мәхрүм ителгән халыҡтарҙың милли күрһәткестәре һаҡланырға йәки юғалырға мөмкин, әммә теле иҫән булһа, халыҡ үҙе лә иҫән була, теле үлһә, үҙе лә бергә үлә.



Предварительный просмотр:

                                   Башҡортостан Республикаһы

Балтас районы муниципаль районы Хакимиәтенең мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы Түбән Һикияҙ дөйөм белем биреү мәктәбе

                                            Дәрес  сәйәхәт

(Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинарында үткәрелгән асыҡ дәрес   эшкәртмәһе)

                                                                       Үткәрҙе:башҡорт теле

                                                                       һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                       Ғилметдинова Л.Н.

                                                          Түбән Һикияҙ -2007 йыл

Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.

Маҡсат: - уҡыусыларҙың тема буйынса алған белемдәрен

                 ҡыҫҡаса ҡабатлау,системаға килтереү;

                -һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу;

                -туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Дәрестең төрө: сәйәхәт.

Йыһазландырыу: йыһан,ракета һүрәттәре,һәр планетала

                                     үтәләсәк биремдәр менән карточкалар.

                                   Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле.

   -Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар!

Бөгөн минең һеҙҙең өсөн бер серем бар. Мин һеҙҙе мөғжизә-

ле белем донъяһына сәйәхәткә илтмәксемен.

        Беҙҙән бик алыҫта серҙәр менән уратылған,нурҙар менән яҡтыртылған «мөғжизәле белем донъяһы» бар. Унда тик белем-

ле, таһыллы, зирәк балалар ғына барып етә. Әле ракеталар,

самолеттар булмағанда ла халҡыбыҙ был йыһанды ҡәҙерләгән,

хөрмәтләгән.

                       (Таҡтаға йыһан һүрәтен элеү)

- Ә беҙ бөгөн йыһанға нимә менән сәйәхәткә сығырбыҙ икән?

+Ракетала.

-Дөрөҫ.

   

                       (Таҡтаға ракета һүрәтен элеү)

2. Артикуляцион күнегеү.

               

-Балалар, ракета беҙҙе тәүге планетаға алып килде. Уҡыйыҡ әле.

+ «Тел биҫтәһе» планетаһы.

-Планетала беҙҙе ниндәй эштәр көтөүен карточканан беләбеҙ.

       1-се бирем. Тиҙәйткесте тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә.

  Бисара бесәй бысраҡ баҫҡыс аҫтына боҫҡан.

-Биремде бик яҡшы үтәнегеҙ. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

3. Ҡабатлау,нығытыу өсөн күнегеүҙәр.

   -Беҙ туҡталасаҡ икенсе планетаның исеме  «Алфавит» тип атала.Бында һеҙгә бирелгән һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.

а). Башҡорт алфавитында нисә хәреф?   (42 хәреф)

б). Бөтә хәрефтәр ҙә өндө белдерәме?    (юҡ;ъ,ь)

в). Ниндәй хәрефтәр ике өндө белдерә?  (е,ё,ю,я)

г). Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы өн бар?  (27)

д). Ниндәй һуҙынҡы өндәр иренләшкән?   (о,ө,у,ү)

е). Йомаҡтарҙың яуабын әйтегеҙ.

                          Аҡ ер, ҡара орлоҡ.    (хәрефтәр)

                          Тауҙа бар, өйҙә юҡ,

                           Һыуҙа бар, ерҙә юҡ.  (у хәрефе)

                          Атта бар, ҡолонда юҡ. (а хәрефе)

2-се бирем.

    -Ниндәй өндәр аҙашҡан икән? Ҡайһығыҙ әйтә ала.

   

             а). Минең һеңлем Нәсимә

                  Баҫма таҡҡан сәсенә.

             б). Яр буйында малайҙар

                  Һыуға бармаҡ һалалар.

             в). Бесәй биткәйен йыуа,

                  Ҡыйығын һыйпап ҡуя.

   

              г).  Әсәй эштән ҡайтҡансы

                   Аш бешерә һалғайным,

                   Тик ашыҡтым шикелле,

                   Боҙон артыҡ һалғанмын.

               д). Таҙа күлдәген кейеп

                     Баҡа мәктәпкә килгән.

               е). Ниндәй саф һауа

                    Күктән ҡаҡ яуа.

               ж). Балыҡтарын майға һалып,

                     Ҡабала ҡыҙҙыралар.

  3-сө бирем. «Яңы һүҙҙәр».

 -Афарин,  балалар. Тәүге хәрефтәрҙе алмаштырып шат һүҙенән ниндәй һүҙҙәр яһап була.

         Шат – ҡат, һат, зат,  …

  -Дөрөҫ балалавр.Беҙ барып етәсәк өсөнсө планета «Уйлап тап» планетаһы. Түбәндә «йыһан» телендә һүҙҙәр яҙылған. Хәрефтәрҙең урындарын алмаштырып «ер» теленә тәржемә итегеҙ.

           Т ә к м ә п                  (мәктәп)

            М ә л ҡ ә                   (ҡәләм)

            Р е д ә с                    (дәрес)

            Ф ә т р д ә                 (дәфтәр)

            Ф ы н и с                   (синыф)

            У ы с ҡ ы у                (уҡыусы)

  -Беҙ туҡталасаҡ дүртенсе планета «Ребус» планетаһы. Һеҙгә балалар бирелгән ребустарҙы сисергә кәрәк.

                               (Ребустарҙы күрһәтеү)

  -Бик яҡшы, балалар.Беҙҙең алда «Һүҙ табыу» планетаһы. Логорифтарҙы сисегеҙ.

       а). «Ш» менән төрлө төҫтә еңел ҡыуыҡ,

             «Ҡ» менән мамыҡ кеүек, үҙе һыуыҡ.     (шар – ҡар)

       б).  «Д» менән мин көслө ел,

             «Д» һыҙ ҡалһам, торған ер.    (дауыл – ауыл)

       в).  Минең менән һәр нәмәнең

             Буйын үлсәй алаһың.

             «Ө» өҫтәһәң, ер аҫтынан

             Поезд менән бараһың.          (метр – метро)

       г). «Ҡ» менән ул һыуҙа йөҙә,ҡойона

            «Ҡ» һыҙ ҡалһа, етмәҫ һымаҡ тойола.     (ҡаҙ – аҙ)

        д).  Йәгеҙ әле «күңелһеҙ» ҙең

              Антонимы нисек булла?

              Бер хәрефен алһаң әгәр,

              Уны тотоп егеп була.              (шат – ат)

-Афарин, балалар. Ә хәҙер ял итеп алабыҙ. Беҙҙең алда «Ял минуты» планетаһы.

                               Һыу буйында баҡалар

                               Баталар ҙа ҡалҡалар.

                               Ҡояш сыҡҡас барыһы ла

                               Һикерешеп алалар.

                              Ҡулдарын алға һуҙып

                              Сәпәкәйләп алалар.

                              Уңға һулға боролошоп

                              Тыпырҙап та ҡуялар.

  -Инде ял да итеп алдыҡ. Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең алда «Кроссворд» планетаһы.

  1). Хәрефтәрҙең айырым бер тәртиптә бирелеүе. (алфавит)

  2). Ишетеү ағзаһы. (ҡолаҡ)

  3). Һүҙҙәрҙәге иң бәләкәй берәмек. (өн)

  4). Өндәрҙең тамғаһы.  (хәреф)

  5). Өндәрҙең бер төрө.(тартынҡы)

  6). Бер һуҙынҡы булған һүҙ өлөшө. (ижек)

  7). Һулыш алыу ағзаһы. (үпкә)

  8). Һуҙынҡыларҙың айырым көс менән әйтелеүе.  (баҫым)

а

л

ф

а

в

и

т

ҡ

о

л

а

ҡ

ө

н

х

ә

р

е

ф

т

а

р

т

ы

н

ҡ

ы

и

ж

е

к

ү

п

к

ә

б

а

ҫ

ы

м

   -Ә хәҙер,балалар, ҡалын һыҙылған вертикаль шаҡмаҡтарҙа яҙылған телмәр өндәренең үҙгәреүен өйрәнеүсе фәнде атағыҙ.

+ Фонетика.

 -Дөрөҫ, балалар. «Фонетика иле» - икһеҙ-сикһеҙ. Бер генә сәйәхәттә лә уны тулыһынса өйрәнеп булмай. Иңләп-буйлап сығыу өсөн беҙ ғүмер буйы һүҙҙәр донъяһында сәйәхәттәбеҙ.

   Дәресебеҙҙе,сәйәхәтебеҙҙе К.Бакировтың һүҙҙәре менән тамамлайһым килә.

                     Һөйләшегеҙ туған телдә,

                     Туйғансы һөйләшегеҙ!

                     Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы

                     Кешегә өләшегеҙ!

      Ғ.Туҡайҙың «Туған тел» йырын бергәләп йырлау.

4. Дәресте йомғаҡлау. Баһалар ҡуйыу.

                             


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.

Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 7класс

Рабочая программа составлена для 7 класса по учебнику "Башкирский язык и литература" (авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов), Уфа - 2010.Прилагается календарно-тема...

Использование игровой технологии в преподавании башкирского языка в русскоязычной школе.

Использование игровой технологии в преподавании башкирского языка в русскоязычной школе....

План работы ШМО учителей родного (чувашского) языка и литературы, родного (башкирского) языка, башкирского языка (государственного), истории и культуры Башкортостана МОБУ СОШ с.Ефремкино

Задачи ШМО:1. Повышения качества знаний по родному языку и литературе (чувашскому), башкирскому языку и истории и культуре Башкортостана.2.      Выработать орфоэпические, инто...

презентации к урокам по башкирскому языку в русских школах

Презентации к теме "Зима" на уроках башкирского языка...