Асыҡ дәрес "Аҡтырнаҡ"
план-конспект

Фазылова Разиля Мираловна

4 синыф өсөн

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл aktyrnak.docx15.52 КБ
Файл asyk_dres_aktyrnak.pptx1.44 МБ

Предварительный просмотр:

   Тема: Н. Игеҙйәнова “Аҡтырнаҡ” (4-се класс)

   Маҡсат: балаларға яҙыусы Н. Игеҙйәнова ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҫәргә ҡарата үҙ фекереңде әйтә белергә, яуаптарҙы дәллиләргә күнектереү, иғтибар һәм күҙәтеүсәнлеке үҫтереү, тылсымлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға өйрәтеү, халыҡ ижадына ихтирам, әҙәби уҡыуға һөйөү тәрбиәләү.

   Геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү. Хайуандарға кешелекле, рәхимле булырға өйрәтеү.

Һүҙлек эше:

Вәғәҙә – һүҙ бирә

Шыпырына – маҡтана

Ғәйепле – һинең арҡала (вина, поступок)

   

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты

   Дәресте үҙебеҙ яратҡан уйын менән башлап ебәрәйек.

“Мәҙәниле мөғәлимә итеү минуты”

Һәр уҡыусы – бер ҡағиҙә әйтә.

  • Мин дә һеҙгә тик уңыштар , яҡшы баһалар теләйем.
  • Бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлар өсөн беҙгә нимә тураһында һөйлйшйсәгебеҙҙҙе белер өсөн беҙгә бер шиғыр ярҙамға килер.

Ошо шиғырҙа бер һүҙ юғалған. Шул һүҙҙе тапһаҡ, тимәк нимә тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе асыҡларбыҙ. (1-се слайд)

    Бер көн урамда барғанда,

    Тап булды миңә көсөк

    Шундай бәләкәй генә ул

    Яңғыҙы ҡалған нисек. (2-се слайд)

Тимәк нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән?

  • Көсөккә ҡарайыҡ. (3-сө слайд)
  • Ошо көсөккә ҡарап ниндәй хис-тойғолар уянды?
  • Бөгөн уҡыясаҡ әҫәребеҙ  ҙә “Аҡтырнаҡ” тип атала.
  • Китаптың 116 –сы битен асайыҡта хикәйәнең авторын уҡыйыҡ.
  • Н. Игеҙйәнова. (4-се слайд)
  • Авторы танышмы?
  • Дәфтәрҙәрҙе астыҡ: число, авторҙың исемен яҙып ҡуяйыҡ.

Төркөмдәрҙә эш. 1-се төркөм – ҡайҙа тыуғанын ҡысҡырып уҡый.

2-се төркөм – ниндәй редакцияларҙа эшләй.

3- сө төркөм – ниндәй китаптары донъя күрә.

Һүрәт буйынса эш.

Уҡыусылар, әҫәрҙә – вәғәҙә, шапырынма, ғәйепле тигән һүҙҙәр осраясаҡ. Уларҙың мәғәнәһен асыҡлар өсөн һүҙлек китабынан ошо һүҙҙәрҙе табып ҡысҡырып уҡып китәйек. Ҡоштар һымаҡ тупландыҡ.

             1 – се төркөм.

             Вәғәҙә –

             Шыпырынма

             Ғәйепле (5-се слайд)

Һүҙлек дәфтәрен астыҡ та, ошо һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын яҙып үтәйек.

Телмәребеҙҙә был һүҙҙәрҙе ҡулланырбыҙ.

Әҫәр өҫтөндә эш.

  • Хәҙер әҫәрҙе мин уҡыйым. Ә һеҙ һорауҙарға яуап бирергә әҙер ултырығыҙ.
  • Кем тураһында һүҙ бара?
  • Ә ниндәй хис тойғолар уянды?
  • Ә хәҙер күҙ йүгертеп уҡып сығығыҙ.
  • Әбей этте кемгә бирергә уйлай?
  • Изгелек , яҡшылыҡ эштәгән балаға.
  • Гөлфиә илаҡ бит ул, Айбулат ялҡау малай, ҡарай алмаҫтар ул.
  • Кем һүҙҙәре? (Азаттың һүҙҙәрен табып уҡыу)
  • Геройҙың ҡылыҡ фиғеленә баһа бирәйек.
  • Көсөккә һөт килтерәйем. Әсәйем күршеләрҙән алып ингәйне. Мин яҡшылыҡ эшләргә яратам.
  • Кем һүҙҙәре? (Айбулат)
  •  Геройҙың ҡылыҡ фиғеленә баһа бирәйек.
  • Аҡтырнаҡтың тәпәйҙәре өшөмәһен өсөн башалтайҙар бәйләп ултырҙым.

(6-сы слайд)

  • Изгелек эшләүҙе нисек аңлайһығыҙ?

Өйгә эш.  Көсөк тураһында шиғыр яҙып ҡарарға.

Бына мин уҡытҡан, хәҙер улар ағай-апайҙар төрлө шиғырҙар яҙа торғайнылар. Уларҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерәйем.

(7-се слайд)

 


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Бер көн урамда барғанда , Тап булды миңә..... . Шундай бәләкәй генә ул, Яңғыҙы ҡалған нисек!

Слайд 2

Бер көн урамда барғанда , Тап булды миңә көсөк . Шундай бәләкәй генә ул, Яңғыҙы ҡалған нисек!

Слайд 5

Вәғәҙә – Шапырынмай ғына - Ғәйепле -

Слайд 6

Вәғәҙә- нимәнелер эшләргә,үтәргә ышандырып әйтелгән һүҙ. Шапырынмай ғына – үҙ-үҙеңде шәп итеп күрһәтеү,маҡтаныу. Ғәйепле – насар, ярамаған эш ҡылған.