Шәжәрә байрамы
план-конспект
Предварительный просмотр:
Шәжәрә байрамы
1-се алып барыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле ил ағалары – Аҡһаҡалдар, ил инәләре – аҡ әбейҙәр, апайҙар, хөрмәтле ҡунаҡтар!
2-се алып барыусы: Һаумыһығыҙ өлкәндәр һәм балалар!
1-се алып барыусы: Бөгөн беҙ быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытған, нәҫел тармаҡтарын барлаған шәжәрә байрамына йыйылдыҡ.
Шәжәрә – ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғаҙаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.
2-се алып барыусы: Шәжәрә – ул йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырыш буйлап аҡҡан ал ҡан,
Бороңғо ла, йәш тә, хәзерге.
1-се алып барыусы: Шәжәрә – ул бөйөк, изге йортоң
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һине туғаныңа Ер ҙә,
Йән дә, Ҡан да тейеш тартырға.
2-се алып барыусы: Ырыу ағасым һин, әй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә, әле йәшәргә!
1-се алып барыусы: Республика Министрҙар кабинетының шәжәрә байрамын үткәреү кәрәклеге тураһындағы ҡарары халыҡтың үҙенән, уның рухынан күтәрелгән тормош талабы менән бергә тура килде.
Шәжәрә – билдәле бер нәҫел – ырыуҙың килеп сығышын, уларҙың нисек тармаҡланыуы, таралышы хаҡында яҙыу.
Ғәрәп телендә ул “ағас” тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған.
Шул уҡ ваҡытта халыҡтың торошон да сағылдырған.
Тамыры – үткәнебез, атай олатайҙарыбыҙ; олоно – бөгөнгөбөҙ; тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары – киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ.
Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ ти, халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырыбыҙҙан – тарихыбыҙҙан һут ала.
Тарихыбыҙ ни тиклем тәрән, данлы – шул хәтлем беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо һәм ышаныс нығыраҡ була.
2-се алып барыусы: 2007 йылда беҙҙең районда флаг менән герб барлыҡҡа килде.
Герб зәңгәр-йәшел төҫтә. Ҡатмарлы йәшел менән ҙәңгәр төҫтәр – һауа менән ерҙең берҙәмлеген белдереп, көндәлек тормоштоң шатлығын, киләсәккә ышанысын, таҙалығын, йәшәйештең яңырып тороуын аңлата.
Уның үҙәк өлөшөндә – аҡ бүре. Аҡ бүре – төрөк халҡының табына торған йәнлеге. Ул көстө, түҙемлекте, батырлыҡты, ҡыйыулыҡты, тоғролоҡто белдерә.
Бороңғо ырыуҙарҙың тамғалары ла унда урын тапҡан.
Тамғалар быуындан-быуынға күсеп килгән, улар нәҫелдең туғанлыҡ билдәһе. Алтын төҫ – ҡояш, байлыҡ, бөйөклөк һәм дөрөҫлөк.
Х – Борай нәҫеле, Йәлдәк ырыуы тамғаһы
– Йылан ырыуы тамғаһы
– Танып ырыуы тамғаһы
Υ – Ҡырғыҙ ырыуы тамғаһы
– Эске Йылан ырыуы тамғаһы
1-се алып барыусы: Һәр ғаилә нәҡ шундай уйҙарға сумған ваҡытта илебеҙ хөкүмәте тарафынан ғаилә йылы һәм ғаиләгә социаль ярҙам йылы иғлан ителде.
Һәр ғаиләгә бәхет үзе килеп керҙе! Һин бәхетле кешем! Йылмай әле! Йылмай һәм уңға ҡара! Һулға ҡара! Унда һинең туғандарың!
Миң бәхетле, сөнки туғандарым
Тиҫтә-тиҫтә, йөҙләп бар минең
Туғандарҙың бергә йыйылыуы –
Иң ҡәҙерле байрам ул беҙҙең.
Йәшәйек һәр саҡ туғандар,
Терәк булып бер-беребеҙгә.
Хоҙай биргән туғанлыҡты,
Юғалтмайыҡ, булайыҡ бергә.
2-се алып барыусы: Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе бөгөнгө “шәжәрә” байрамы менән мәктәп директоро И.Р. Искәндәров ҡотлай.
Вәлиәхмәтова Айгөл йырлай.
2-се алып барыусы: Шәжәрә – нәҫел ағасы тигән һүҙ! Ғәҙи генә бер һүҙ һымаҡ. Ә уның аҫылына төшөнһәң, ни ҡәҙәр мөғжизә. Ете быуынын белгән кеше элек-электән ысын кеше тип иҫәпләнгән. Был һис тә юҡҡа түгел. Бөтә халыҡ та өйрәнә үҙенең шәжәрәһен. Ҡытайҙарҙың 30 быуынға тиклем нәҫелен белеүе билдәле. Ғаиләлә шәжәрә ир кеше яғынан төҙөлгәне борондан уҡ билгеле. Шуға күрә лә, шәжәрәгә ҡатын-ҡыҙ яғы инергә тейеш түгел тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә. Әсәй туғандары ла бик тә яҡын бит! Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар? Был турала һөйләү өсөн һүҙҙе Мусиндар ғаиләһенә бирәбеҙ.
Мусиндар ғаиләһе үҙ шәжәрәләре тураһында һөйләй
1-се алып барыусы: Эйе, шәжәрә ул – нәҫел. Ә нәҫел – пирамида. Иң юғары осо – һинең урын. Бер ҡат түбәнерәк – атайың менән әсәйең, уларҙан түбәнерәк – дүртәү: ике олатайың һәм ике өләсәйең. Ә алға таба 8…32 баҫҡыҫҡа түбәнерәк төшһәң, туғанлыҡ, ҡан ҡәрҙәшлек бәйләнеше тағы ла киңәйә.
Былар бөтәһе лә һинең туранан-тура нәҫелдәшең. Әйҙәгеҙ, Фәүзи ағай Низамовтың да нәҫел ағасы менән танышайыҡ.
Низамовтар ғаиләһе үҙ шәжәрәләре тураһында һөйләй
1-се алып барыусы: Туғандарҙың татыулығы
Иң ҙур байлыҡ, тиҙәр.
Туғандарҙы яҡын күреп
Хәлдәрен белеш, тиҙәр.
Туғандарҙың ҡәҙерен белһәң
Ҡәҙерле булырһың, тиҙәр.
Боронғо ғөрөф-ғәҙәтте
Һаҡлауың матур, тиҙәр.
Ете ырыуыңды бел
Шул булыр зарур, тиҙәр.
Туғандарыңды танып бел
Шәжәрәңде өйрән тиҙәр .
Һүҙҙе Килметовтар ғаиләһенә бирәбеҙ.
Килметовтар ғаиләһе үҙ шәжәрәләре тураһында һөйләй
Дәүләтханова Гүзәл башҡорт бейеүен бейей
2-се алып барыусы: Ата-бабам эҙен юллап сумам тарихтарға
Ырыу ҡаны тарта мине төрлө тарафтарҙан.
Һәр исеме телле, түлле, ерле шәжәрәмдең,
Ғаҙап, хафа, ҡомар, оран ҡайнай ҡараштарҙа – тип үҙ шәжәрәһен төҙөгән Әхмәтдиновтар ғаиләһе.
Әйҙәгеҙ, һүҙҙе уларға бирәйек.
Әхмәтдиновтар ғаиләһе үҙ шәжәрәләре тураһында һөйләй
1-се алып барыусы: Кешелә шундай саҡтар була, эҙләгәнен таба ла, ни хәл булды әле был тип, яңынан өйрәнә башлай. Ҡүңеле лә ышанһын өсөн тағы бер иҫбатлай. Бына шулай, беҙ кемдән кәм әле тигән кеүек, ап-аҡ төҫтәге көнсөллөк хисе йөрәктәргә тынғы бирмәйенсә Янгировтар ғаиләһе лә үҙ нәҫел ағастарын булдырғандар.
Уйҙарыбыҙ беҙҙең бергә,
Юлдарыбыҙ беҙҙең бергә.
Бәхетебеҙ беркетелгән
Башҡортостан тигән ергә.
Татып үҫкән кешеләр беҙ
Ер-ананың күкрәк һөтөн.
Айырылмабыҙ, бүленмәбеҙ
Беҙ туғанбыҙ! Беҙ бер бөтөн! – тиҙәр улар.
Һүҙ һеҙгә, хөрмәтле Йәнгировтар.
Йәнгировтар ғаиләһе үҙ шәжәрәләре тураһында һөйләй
1-се алып барыусы: Уларҙың да нәҫелдәре бик бай тормошло. Бына ошондай ҙур эш башҡарғандар улар. Үҙҙәренең нәҫелдәре менән ғорурланып бөгөнгө көндә матур итеп йәшәп яталар.
Закирова Эльвира йырлай.
2-се алып барыусы: Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә.
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк: бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!
1-се алып барыусы: Шәжәрәмдә – сал тарихы бабаларҙың,
Бөгөнгөмдә – киләсәгем, балаларым.
Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ
Шәжәрәһе башҡортомдоң ал ҡанында.
2-е алып барыусы: Беҙҙең быуын атай-олатайҙарҙың оло мираҫын, изге аманатын ҡабул итеп, өйрәнеп, ҡәзерләп, һаҡлап, килер быуындарға тапшырыр, тип ышанабыҙ.
Киләсәк көндәребеҙ имен булһын, балаларыбыҙ игелекле, сабыйҙарыбыҙ иманлы булып тыуһын! Бөтәгеҙгә лә бәхет, сәләмәтлек, уңыштар насип итһен, Хоҙай.
1-се алып барыусы: Ҡәҙерле ҡунаҡтар, байрамыбыҙҙың хужалары! Ошо байрамға килеүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Шундай бай тарихлы ғаиләләр булыуына, беҙҙе хөрмәтләп килеүегеҙгә беҙ бик шатбыҙ.
Был шәжәрә байрамының иҫтәлеге булып бына ошо сертификаттар ҡалһын.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Сөмбөлә байрамы!
Праздник урожая...

Әлифба байрамы
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...
Әсәйҙәр байрамы
Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...



