"Урал" йыры. Яңғыҙлыҡ исемдәр
методическая разработка (7 класс)

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

асыҡ дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7_klass.docx22.31 КБ

Предварительный просмотр:

Яңғыҙлыҡ исемдәр. “Урал” йыры

Маҡсат: 1. «Урал» тарихи йырының идея-тематик йөкмәткеһе менән таныштырыу.

2 Урал тауҙары, тыуған Башҡортостан тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.

3  Тыуған илгә ҡарата һөйөү, хөрмәт, тыуған төйәгебеҙ менән ғорурланыу хистәре, , эстетик тәрбиә биреү,

4 яңыҙлыҡ исемдәр менән танышыу.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.                           

- Урал йырын тасуири уҡырға өйрәнеү.

- Йырҙа Урал образының бирелешен, уның башҡорт халҡы өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлау.

- Шиғырҙа ҡулланылған  һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролен асыҡлау.  

- Урал тураһында коллектив диалогта ҡатнашыу.

Йыһазландырыу:

Слайдта Урал тәбиғәтен сағылдырған картиналар, уҡыусыларҙың Урал төбиғәте төшөрөлгән иллюстрациялары, «Боронғо Урал» көйө. Башҡортостан картаһы, Рәсәй картаһы.

Дәрес барышы

Һәр бер юлдан артыҡ һүҙҙе табығыҙ.Ни өсөн уларҙы артыҡ тип иҫәпләйһегеҙ?

1-се слайд

Өҫтәл, тау, һауа,Өфө

Гәзит, журнал, “Игенсе”, китап

Ҡыҙ, егет, Гүзәл, малай

Тау, урман, йылға, Урал

Был ниндәй һүҙҙәр? (Яңғыҙлыҡ һүҙҙәр)

Теманы, датаны дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.

“Урал” һүҙе менән беҙҙең ысынбарлыҡ, беҙҙең тормош нисек бәйләнгән? (Башҡортостан Уралда урынлашҡан)

Рәсәй картаһынан Урал тауы күрһәтелә.

Башҡорттар Уралда борон-борондан йәшәгән, шул Уралды яҡлап ҡорбан булғандар, йырҙар-шиғырҙар ижад иткәндәр.Хәҙер беҙ һеҙҙең менән “Урал” тигән йыр менән танышып үтәрбеҙ. Был йыр Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының гимны булып та тора.

- «Урал» йырының ете варианты бар. Ошо «Урал» йырының бер вариантын тыңлап ҡарайыҡ:.

-аудиотаҫманан йыр тыңлана.

Китаптан уҡыла. Башта уҡытыусы уҡый, унан уҡыусылар.

Һүҙлек эше: һөйләмдәр яҙылған, ҡара менән бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен конткстан аңлап әйтергә кәрәк:

2-се слайд

Ҡаты һуғышта ҡорбан булды

Һуғышта һалдаттарҙың ҡаны түгелде

Ҡыҙҙың әйткән һүҙҙәре егеттең йәнен яраланы

Һинең өсөн ғүмерем дә йәл түгел

3-сө слайд

             ҡорбан булған-погиб

                Ҡан-кровь

                Йән-душа

               Йәл- жаль

Ниндәй терәк һүҙҙәр бар?

Слайд  Урал тауы, төйәге, ҡорбан булған, батыр, ир-егет, ете ырыу, ата -олатай.

Был йыр менән халыҡ нимә әйтке килә?

                      Ирек яулап үлгән иркәйҙәрҙең

                      Шунда ята изге һөйәге.

- Аҙаҡҡы ике юлды нисек аңлайһығыҙ? Тыуған ил, ер өсөн ҡорбан булыу - ул изге эш, бөйөк эш. Ни өсөн? (Сөнки ҡол булып йәшәгәнсе, көрәшеп үлгәнең артыҡ. Ир-егеттең үлгәне – илен дошман алғаны)

Төп фекерҙе табып уҡығыҙ.

Ләкин үкенескә ҡаршы ,бөгөн Тыуған ил, ер өсөн генә һәләк буламы башҡорт егеттәре? (Чечня, Афған ваҡиғалары тураһында әңгәмә).

- Аҙаҡҡы строфала нимә тураһында һүҙ бара?

- Уҡ-һаҙағын ҡулына алып, халҡым йән аямай көрәшкән, ғүмерен биргән – Уралын бирмәгән.

- «Урал» йыры башҡорт халҡының гимны тип йөрөтөлә. Ни өсөн? (милли гимн тураһында әңгәмә)

- Сөнки йырҙа башҡорт халҡының тарихы, героик үткәне, бөтә тормошо сағыла.

Китаптан” Беләһегеҙме”? рубрикаһы уҡыла.

Һеҙ ниндәй башҡорт ырыуҙары беләһегеҙ?

-Элек башҡорт халҡы ырыу- ырыу булып йәшәгән 1554 йылдарҙа Уралды төйәк, Ирәндекте йәйләү итеү өсөн бер ырыу икенсе ырыуға яу асып, бер-береһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән. Шунан аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш иткәндәр. Ошо яулашыу, даулашыуҙы туҡтатырға кәрәк, - тигән улар. Шулай һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап торор, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа, Мәскәүбатшаһына барып ҡарайыҡ, - тип һүҙ ҡуйышҡандар. Шунан  аҡһаҡалдарҙы йыйып һөйләшеп, ете ырыуҙан — ете абруйлы кешене Мәскәүгә ебәргәндәр, - ти.

Иван Грозный уларҙы яҡшы ҡаршы алған. Ошо дауҙы, яуҙы бөтөрөргә, ерҙәрен билдәләп бирергә ярҙам итергә, үҙенең һанаттарын, ярҙамсыларын ебәрергә вәғәҙә иткән.

Башҡорт илселәре ҡайтып етеүгә, батшаның кешеләре лә килеп еткән. шул саҡ ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, ете ырыу халҡын йыйып, ҙур байрам яһағандар, ти. Сәсәндәр ҡобайыр әйткән, йырсылар йырлағандар, ҡурайсылар ҙа ошо ваҡиғаның иҫтәлеге итеп, бөтә башҡорт ырыуҙарын бер урынға туплаған Уралды маҡтап, ошо йырҙы сығарғандар, ти.

4-се слайд  Ырыу атамалары

Был ете ырыуҙы  символик рәүештә ҡайҙа күргәнегеҙ бар? (Гимнда, гербта бар)

5-се слайд: герб

6-сы слайд: флаг

Ете ырыу атамаларын дәфтәргә яҙырға.

Ни өсөн “Урал” йырын 7 ырыу йыры тип тә атайҙар?

Беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ырыуҙар йәшәгән ? ( йәлдәк, йылан ырыуҙары йәшәгән.)

Карточкалар менән эш-группаларҙа эш.

 Урал ,  Айгөл, Ағиҙел , Айнур, Ирәмәл, Көнһылыу, Ҡариҙел,Кәрим,   Ямантау,  Хәбиров, Әй, Гөлнур, Нөгөш,  Айһылыу, Ялтау,  Кеүәш, Сәйет тауы, Сәрмәсән,

1-се рәт-тау исемдәрен яҙа

2-се рәт-йылға исемдәре

3-сө рәт-кеше исемдәре.

Һығымта эшләнә

Китаптан күнегеү эшләү.

5-се күнегеү.

Башҡортостан картаһынан күрһәтелгән шифаханаларҙы табырға.

Өй эше. 2 строфаны ятл.

Йомғаҡлау. Беҙ бөгөн дәрестә  нимә белдек.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Г.Тукай. "Исемдә калганнар" автобиографик әсәре

5 нче сыйныфлар өчен Габдулла Тукайның "Исемдә калганнар" автобиографик әсәрен өйрәнгәндә куллану өчен төзелде....

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең  дөрөҫ яһылышы"...

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы".

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы"....

"Исемдәр донъяһында" (тикшеренеү эш)

Башланғыс кластарҙа фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерлек...

Ағас исемдәрен беләһеңме?

http://LearningApps.org/watch?v=pe1x2d92316...

Исемдәр .

http://LearningApps.org/watch?v=p2eh6k7hc16...

Көн исемдәре

http://LearningApps.org/watch?v=pemnam3jc16...