Ҡарға бутҡаһы (кластан тыш сара)
методическая разработка

Ғиндуллина Гөлназ Ғәзнәүи ҡыҙы

«Ҡарға бутҡаһы» фольклор байрамы Башҡортостанда «Ҡарға бутҡаһы» киң танылған байрамдарҙың береһе. Ул тәбиғәт уянған ваҡытта үткәрелә. «Ҡарға туйын, — СИ. Руденко яҙыуын¬са, — яҙ башында, ҡар иреп, йәш үлән сыҡҡас, ҡарғалар ҡайтҡас байрам иткәндәр». Ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлау, уларға ямғыр һорап мөрәжәғәт итеү, изгелек теләү үҙенсәлекле художество¬лы күренешкә, ҡатын-ҡыҙ сәнғәтенең сағыу тамашаһына әйләнә. Байрамда бөтә йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, 12-13 йәшкә тиклемге ма¬лайҙар ҡатнаша. Уның өлөштәре булып тары ярмаһы йыйыу, байрам ашам¬лыҡтары әҙерләү, ағастарҙы биҙәү, бутҡа бешереү, бергәләп һыйланыу, уйын, йыр-бейеү, ҡарғаларҙы ашатыу, изгелектәр теләү тора. Ағас суҡлау мәжүсилек менән бәйләнгән, уның суҡ, сәскә атыусан бу¬лыуын теләүҙе аңлата. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң өлкәне махсус кейем кейеп байрамдың юлбашсыһы була. Ул 2-3 киленгә бутҡа бешерергә ҡуша. Бутҡа ҙур ҡаҙанда һөттә бешә. Килендәр уны көйҙөрмәй, йомшаҡ һәм тәмле итеп бешереү өсөн тырышалар. Был ваҡытта башҡа ҡыҙҙар ағастарҙы биҙәй. Уларға ҡорамалар, мәрйендәр, шәлдәр, яулыҡтар, тәңкәләр эләләр. Биҙәлгән ағастар аҫтына балаҫтар, ашъ¬яулыҡтар йәйеп, уларға май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һәм башҡа аҙыҡ ҡуйыла. Бутҡаны ағас ҡа¬шыҡтар менән ашыҡмай, майға манып ашағандар. Һыйланыу байлыҡ, муллыҡ, именлек, бәхет теләү маҡсатында баш¬ҡарылған. Артабан ағастарҙың олонда¬рына, ботаҡтарына бутҡа буяғандар, ҡаҙанды ҡалған бутҡаһы менән түңкә¬реп, ҙур уңыш теләгәндәр. Байрамда ваҡыт-ваҡыт оран башҡа¬рыла, уны ҡыҙҙар байрам башлығы ҡушыуы буйынса йырлай. Бөтә уйын¬дар ҙа тиерлек йыр-таҡмаҡ, шиғыр, тиҙәйткестәр менән алып барыла. Бай¬рамға ҡурайсылар саҡырыла. Байрамдың инсценировкаһы. Малайҙар, ҡыҙҙар «Ҡарға бутҡаһы, ҡарға бутҡаһы, ҡарға бутҡаһынан ҡал¬мағыҙ! Ҡарр, ҡарр, ҡарр»,—тип саҡыралар. Малай: Ҡарр, ҡарр, ҡарр, Ҡарғатуйға бар, бар. Ҡарғатуйға бармағандың Күделе булыр тарр, тарр, Ҡарғатуйға бар, бар. 1-се бала. Һөлгө йыям, күрегеҙ, Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ. Аллы-гөллө һөлгө тағып Ҡарғатуйға килегеҙ. (Ҡыҙҙар ҡолғаға һөлгө бәйләйҙәр.) Әбей: Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам. (Малайҙарға бал, май ҡаптыра.) 1-се еңгә. Һоп, һоп, балын ҡап, бал артынан майын ҡап. 2-се еңгә. Май һуңынан ҡорот ҡап, ҡорот ҡап та тороп сап. 3-сө еңгә. Туҡта, еңгә, тороп тор, Ебәрмәйсә тотоп тор. Ҡымыҙ һалып бирәйем, Эсереп ебәрәйем. (Ҡымыҙ эсерә.) Малай. Эх ҡымыҙы, ҡымыҙы, хәҙер инде ҡап ҡыҙҙы, хәҙер инде була са¬бырға, туйлыҡ бутҡа табырға. Балалар. Ҡарр, ҡарр, ҡарр, Ҡарғатуйға барр, барр. Әбей. Бына һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар. Шулай, шулай. 2-се әбей. Инде яуҙар булмай, имен-аман ғүмер итергә яҙһын. 3-се әбей. Бала-сағаның көсөн күреү бәхетенә ирешәйек. Бөтәһе бергә. Шулай, шулай. (Ҡатын -ҡыҙҙар ағас ботаҡтарына таҫмалар, тәңкәләр тағалар.) 1-се ҡатын. Сылтырашып торһондар, Елберҙэшеп торһондар. Беҙҙе иҫләп торһондар Ҡотто һаҡлап торһондар. 2-се ҡатын. Яман күҙҙән һаҡланһындар, Татыулыҡты маҡтаһындар, Ғәҙеллекте яҡлаһындар. Именлек теләһендәр. Алып барыусы. Әйҙәгеҙ бутҡа бешкән¬се тәнде яҙып, ҡанды ҡыҙҙырып алайыҡ. Бөтәһе бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. (Бер ҡыҙ бейей башлай, ҡалғандары таҡмаҡ әйтеп ҡул саба.) 3-сө бала. «Аҡ тирәк — күк тирәк»те уйнап алайыҡ әле. 1-се төркөм. Аҡ тирәк — күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк? 2-се төркөм. Беҙгә Гөлшат кәрәк. (Ҡыҙ тоташҡан ҡулдарҙы өҙә алмай.) 1-се төркөм. Был ҡыҙға ниндәй яза? 2-се төркөм. Йомаҡ әйтһен. (Уйын барышында бейейҙәр, йырлайҙар.) Алып барыусы. Әйҙә ҡумыҙҙа уйна ла, Әйҙә моңланып йырла. Үҙ телендең ҡөҙрәтен бел, Һис тә оялып торма. (Ҡумыҙҙа уйнайҙар.) Әбей. Бутҡа бешкәндер инде. Ҡыҙ бала. Тәмле микән бутҡаһы, Ауыҙ итәйек әле. Матур яҙҙы ҡаршылап, Байрам итәйек әле. Балалар. Һалҡын ағай, кит-кит, Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ. Һөтлө һыйыр яланда Майлы бутҡа ҡаҙанда, Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа. Алып барыусы. «Ҡарға бутҡаһы»н йырлайыҡ әле. Лыбыр-лыбыр бутҡаһы ла, Етмеш йәшәр ҡортҡаһы. Бутҡаһының майы юҡ, Ашамаға яйы юҡ. Ашамағыҙ бутҡаһын Тапамағыҙ бутҡаһын. Бутҡаһы бешкән дан булып, Хурламағыҙ ҡортҡаһын. (Бутҡа ашай башлайҙар. Ашап бөткәс, төрлө ергә бутҡа һалғандай булалар. Һамаҡлайҙар.) 1-се ҡыҙ. Малайҙар, ҡыҙҙар, кемдә бутҡа бар? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр. Алып барыусы. Бутҡа ҡарға аҙығы, Бутҡа ҡарға аҙығы. Шул бутҡаны хурлаһаң, Башыңа төшөр яҙығы. Ал, ризыҡты, ал, Аша, ҡарғам, аша! Бөтәһе бергә. Бер бөртөккә - ун бөртөк, Ун бөртөккә - мең бөртөк. Ал ризыҡты, ал, Аша ҡарғам, аша. Алып барыусы. Ҡара ҡарға ашамаһа, Ала ҡарға ашаһын. Ала ҡарға ашамаһа, Ҡара ҡарға ашаһын. Ҡарға килмәй - ҡар китмәй, Ҡарға килмәй - яҙ етмәй. Ҡабул итеп йыйынды, Ҡабул итеп һыйымды, Беҙгә ямғыр яуҙырһын, Яу-яу, ямғырым, Яу-яу, ямғырым! Ямғыр бөтә кешеләргә лә бәхет алып кил. Уҡыуҙа, тормошта ла уңыштар булһын. Алып барыусы. Бейегеҙ әле, малайҙар, Бейегеҙ әле, ҡыҙҙар. Үҙебеҙсә, саф башҡортса Йырлайыҡ әле йырҙар. («Әйҙәр генәйем, вәйҙәр генәйем», «Шәл бәйләнем», «Тирәк» йырҙары башҡарыла.) Ҡыҙҙар. «Арҡан тартыу» уйынын уйнайыҡ әле. (Уйнайҙар.) Алып барыусы. Кәмәләре сәңгелдәк, Арбалары ҡалтырсаҡ. Ҡарға туйы булды тамам, Инде килде ҡайтыр саҡ. Кеше тәбиғәттең бөтә дүрт миҙгелен йола байрамы үткәреп бил¬дәләгән. Был тәбиғәт көстәренә табы¬ныу кешеләрҙә бала саҡтан уҡ үҫем¬лектәргә һәм хайуандарға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләгән. Был матур традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе кешеләр быуындан-быуынға тапшырып килгән, беҙ ҙә тәбиғәтте һаҡларға, уны киләсәк быуындарға бай, матур көйө ҡалдырырға бурыслыбыҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Ҡарға бутҡаһы40.5 КБ

Предварительный просмотр:

«Ҡарға бутҡаһы»

фольклор байрамы

        Башҡортостанда «Ҡарға бутҡаһы» киң танылған байрамдарҙың береһе. Ул тәбиғәт уянған ваҡытта үткәрелә. «Ҡарға туйын, — СИ. Руденко яҙыуынса, — яҙ башында, ҡар иреп, йәш үлән сыҡҡас, ҡарғалар ҡайтҡас байрам иткәндәр».

   Ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлау, уларға ямғыр һорап мөрәжәғәт итеү, изгелек теләү үҙенсәлекле художестволы күренешкә, ҡатын-ҡыҙ сәнғәтенең сағыу тамашаһына әйләнә.

   Байрамда бөтә йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, 12-13 йәшкә тиклемге малайҙар ҡатнаша. Уның өлөштәре булып тары ярмаһы йыйыу, байрам ашамлыҡтары әҙерләү, ағастарҙы биҙәү, бутҡа бешереү, бергәләп һыйланыу, уйын, йыр-бейеү, ҡарғаларҙы ашатыу, изгелектәр теләү тора.

  Ағас суҡлау мәжүсилек менән бәйләнгән, уның суҡ, сәскә атыусан булыуын теләүҙе аңлата.

      Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң өлкәне махсус кейем кейеп байрамдың юлбашсыһы була. Ул 2-3 киленгә бутҡа бешерергә ҡуша. Бутҡа ҙур ҡаҙанда һөттә бешә. Килендәр уны көйҙөрмәй, йомшаҡ һәм тәмле итеп бешереү өсөн тырышалар. Был ваҡытта башҡа ҡыҙҙар ағастарҙы биҙәй. Уларға ҡорамалар, мәрйендәр, шәлдәр, яулыҡтар, тәңкәләр эләләр. Биҙәлгән ағастар аҫтына балаҫтар, ашъяулыҡтар йәйеп, уларға май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һәм башҡа аҙыҡ ҡуйыла. Бутҡаны ағас ҡашыҡтар менән ашыҡмай, майға манып ашағандар. Һыйланыу байлыҡ, муллыҡ, именлек, бәхет теләү маҡсатында башҡарылған. Артабан ағастарҙың олондарына, ботаҡтарына бутҡа буяғандар, ҡаҙанды ҡалған бутҡаһы менән түңкәреп, ҙур уңыш теләгәндәр.

  Байрамда ваҡыт-ваҡыт оран башҡарыла, уны ҡыҙҙар байрам башлығы ҡушыуы буйынса йырлай. Бөтә уйындар ҙа тиерлек йыр-таҡмаҡ, шиғыр, тиҙәйткестәр менән алып барыла. Байрамға ҡурайсылар саҡырыла.

Байрамдың инсценировкаһы. 

    Малайҙар, ҡыҙҙар «Ҡарға бутҡаһы, ҡарға бутҡаһы, ҡарға бутҡаһынан ҡалмағыҙ!   Ҡарр,   ҡарр,   ҡарр»,—тип саҡыралар.

Малай:  Ҡарр, ҡарр, ҡарр,

Ҡарғатуйға бар, бар.

Ҡарғатуйға бармағандың

Күделе булыр тарр, тарр,

Ҡарғатуйға бар, бар.

1-се бала.

Һөлгө йыям, күрегеҙ,

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып

Ҡарғатуйға килегеҙ. (Ҡыҙҙар ҡолғаға һөлгө бәйләйҙәр.)

Әбей: Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам. (Малайҙарға бал, май ҡаптыра.)

1-се еңгә. Һоп, һоп, балын ҡап, бал артынан майын ҡап.

2-се еңгә. Май һуңынан ҡорот ҡап, ҡорот ҡап та тороп сап.

3-сө еңгә.

Туҡта, еңгә, тороп тор,

Ебәрмәйсә тотоп тор.

Ҡымыҙ һалып бирәйем,

Эсереп ебәрәйем.

(Ҡымыҙ эсерә.)

 Малай. Эх ҡымыҙы, ҡымыҙы, хәҙер инде ҡап ҡыҙҙы, хәҙер инде була сабырға, туйлыҡ бутҡа табырға.

    Балалар.

Ҡарр, ҡарр, ҡарр,

Ҡарғатуйға барр, барр.

 Әбей. Бына һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар. Шулай, шулай. 2-се әбей. Инде яуҙар булмай, имен-аман ғүмер итергә яҙһын.

3-се әбей. Бала-сағаның көсөн күреү бәхетенә ирешәйек.

Бөтәһе бергә. Шулай, шулай. (Ҡатын -ҡыҙҙар ағас ботаҡтарына таҫмалар, тәңкәләр тағалар.)

1-се ҡатын.

Сылтырашып торһондар,

Елберҙэшеп торһондар.

Беҙҙе иҫләп торһондар

Ҡотто һаҡлап торһондар. 2-се ҡатын.

Яман күҙҙән һаҡланһындар,

Татыулыҡты маҡтаһындар,

Ғәҙеллекте яҡлаһындар.

Именлек теләһендәр.

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ бутҡа бешкәнсе тәнде яҙып, ҡанды ҡыҙҙырып алайыҡ. Бөтәһе бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. (Бер ҡыҙ бейей башлай, ҡалғандары таҡмаҡ әйтеп ҡул саба.)

3-сө бала. «Аҡ тирәк — күк тирәк»те уйнап алайыҡ әле.

1-се төркөм. Аҡ тирәк — күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

2-се төркөм. Беҙгә Гөлшат кәрәк. (Ҡыҙ тоташҡан ҡулдарҙы өҙә алмай.)

1-се төркөм. Был ҡыҙға ниндәй яза?

2-се төркөм. Йомаҡ әйтһен. (Уйын барышында бейейҙәр, йырлайҙар.)

Алып барыусы.

Әйҙә ҡумыҙҙа уйна ла,

Әйҙә моңланып йырла.

Үҙ телендең ҡөҙрәтен бел,

Һис тә оялып торма.

(Ҡумыҙҙа уйнайҙар.)

Әбей. Бутҡа бешкәндер инде.

Ҡыҙ бала.

Тәмле микән бутҡаһы,

Ауыҙ итәйек әле.

Матур яҙҙы ҡаршылап,

Байрам итәйек әле. Балалар.

Һалҡын ағай, кит-кит,

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.

Һөтлө һыйыр яланда

Майлы бутҡа ҡаҙанда,

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа.

Алып барыусы. «Ҡарға бутҡаһы»н йырлайыҡ әле.

Лыбыр-лыбыр бутҡаһы ла,

Етмеш йәшәр ҡортҡаһы.

Бутҡаһының майы юҡ,

Ашамаға яйы юҡ.

Ашамағыҙ бутҡаһын

Тапамағыҙ бутҡаһын.

Бутҡаһы бешкән дан булып,

Хурламағыҙ ҡортҡаһын.

(Бутҡа ашай башлайҙар. Ашап бөткәс, төрлө ергә бутҡа һалғандай булалар. Һамаҡлайҙар.)

1-се ҡыҙ. Малайҙар, ҡыҙҙар, кемдә бутҡа бар? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

Алып барыусы. Бутҡа ҡарға аҙығы, Бутҡа ҡарға аҙығы. Шул бутҡаны хурлаһаң, Башыңа төшөр яҙығы. Ал, ризыҡты, ал, Аша, ҡарғам, аша!

 Бөтәһе бергә. Бер бөртөккә - ун бөртөк, Ун бөртөккә - мең бөртөк. Ал ризыҡты, ал, Аша ҡарғам, аша.

Алып барыусы. Ҡара ҡарға ашамаһа, Ала ҡарға ашаһын. Ала ҡарға ашамаһа, Ҡара ҡарға ашаһын. Ҡарға килмәй - ҡар китмәй, Ҡарға килмәй - яҙ етмәй. Ҡабул итеп йыйынды, Ҡабул итеп һыйымды, Беҙгә ямғыр яуҙырһын, Яу-яу, ямғырым, Яу-яу, ямғырым!  Ямғыр бөтә кешеләргә лә бәхет алып кил. Уҡыуҙа, тормошта ла уңыштар булһын.

 Алып барыусы. Бейегеҙ әле, малайҙар, Бейегеҙ әле, ҡыҙҙар. Үҙебеҙсә, саф башҡортса Йырлайыҡ әле йырҙар. («Әйҙәр генәйем, вәйҙәр генәйем», «Шәл бәйләнем», «Тирәк» йырҙары башҡарыла.)

Ҡыҙҙар. «Арҡан тартыу» уйынын уйнайыҡ әле. (Уйнайҙар.)

Алып барыусы. Кәмәләре сәңгелдәк, Арбалары ҡалтырсаҡ. Ҡарға туйы булды тамам, Инде килде ҡайтыр саҡ.

                             Кеше тәбиғәттең бөтә дүрт миҙгелен йола байрамы үткәреп билдәләгән. Был тәбиғәт көстәренә табыныу кешеләрҙә бала саҡтан уҡ үҫемлектәргә һәм хайуандарға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләгән.

Был матур традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе кешеләр быуындан-быуынға тапшырып килгән, беҙ ҙә тәбиғәтте һаҡларға, уны киләсәк быуындарға бай, матур көйө ҡалдырырға бурыслыбыҙ.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Кластан тыш сара "Яугир шағирҙар"

Шиғриәт көнөнә,  Әҙәбиәт йылына һәм Еңеүҙең 70 йыллығына арналған   шиғыр һөйләү конкурсы...