Рабочая программа по башкирскому языку
рабочая программа

Хамидуллина Оля Магдановна

Рабочая программа 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5-9_kl.bash_.yaz_.docx54.07 КБ

Предварительный просмотр:

                                 Муниципальное  бюджетное  общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Тузлукушево

муниципального района Чекмагушевский район РБ

Рассмотрено

Руководитель ШМО

______Рахманова Р.Ф..

протокол № 1  29.08.2021от

Согласовано

Заместитель директора школы по УВР

_____________ А.Р.Зарипова

«____»____________ г.

Утверждаю

Ио директора школы:

________Ф.Р.Багманова

Приказ №  49  от 01.09.2021г.

                                      Рабочая программа 

по башкирскому языку

для 5-9  классов

                    срок реализации на 5лет

                                                                             

 

                      Составлено  учителем башкирского языка  Хамидуллиной О.М.

             Рассмотрено на заседании  педсовета, протокол №  1 от 18.08.2021г.

Аңлатма яҙыу

     Эш программаһы 5-9 кластарҙа башҡорт теле уҡытыу өсөн Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Cаҡмағош районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Туҙлыҡыуыш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.Ҡулланылған уҡытыу технологиялары: "Үҫтереүсе" уҡытыу методикаһы, һаулыҡ һаҡлау технологияһы, проект методы. Белем кимәлен тикшереүҙең төрө: яҙма (диктант, изложение, инша, тест, һорауҙарға яуаптар), телдән тикшереү.

Башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһытүбәндәге норматив-хоҡуҡи документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012  йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының  Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифминистрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Ғ.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

- Дәреслек:  Ғәбитова, З.М.,Усманова ,М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек/ З.М. Ғәбитова, М.Ғ .Усманова. – Өфө: Китап, 2017.

-Дәреслек: Ғәбитова,З.М.,Усманова ,М.Ғ. Башҡорт теле:Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт (дәүләт )  телен өйрәнеү өсөн 6-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы  / З.М. Ғәбитова, М.Ғ .Усманова. – Өфө: Китап, 2020.

-Дәреслек: . Ғәбитова, З.М .,Усманова, М.Ғ. Башҡорт  теле : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы(башҡорт телен дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүселәр өсөн)/.- З.М .Ғәбитова , М.Ғ. Усманова.- Өфө: Китап, 2020

- Дәреслек:  Ғәбитова, З.М.,Усманова ,М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен (дәүләт телен ) өйрәнеү өсөн 8-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы  / З.М. Ғәбитова, М.Ғ .Усманова. – Өфө: Китап, 2020.

- Дәреслек:  Ғәбитова, З.М.,Усманова ,М.Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы  / З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. – Өфө: Китап, 2020

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

  башҡот теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиләү, башҡорт теленең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ- этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;

  көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт теленең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ- ара аңлашыу һәм үҙ- ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.);

    тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхсән  һөҙөмтәләр:

башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль- этик сифаттарын үҫтереүҙә телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡаратаихтирам , уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

 аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һэм фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

          Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең, метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудированиеһәм уҡыу:

телдән hәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват -ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтге һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен -ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай ук электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү hәм яҙыу:

алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең, (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план. һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың, берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың, берләшеүен) үҙләштереү;

ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралшыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы -ҡулланыу;

уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү: грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; уҙ тексыңды  камиллаштыра белеү;

үҙ тиңдәштәрең аудиторияһындаҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яhay; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәргә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни  нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленән башҡорт халҡының милли теле, Башкортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; фукциональ- мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

башҡорт теленең лексиксикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең тел нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

тел- һүртләү саралары һәм уларҙы телмәрендә ҡулланыу

телдең эстетик функцияһын таныу, тексты анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

5 класс

Һаумы, мәктәп!  

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре(4 сәғ.)Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме?

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Аҙыҡ-түлек.  Шәхси гигиена.

Яҙ етте Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. 

Яҙғы эштәр  Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре, баҫыу эштәре тураһында һөйләү, әңгәмәлә ҡатнашыу. “Яҙғы көн йылды туйҙыра” тигән мәҡәлдең асылын аңлау, экскурсияларға йөрөү. Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында белеү. Һан һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә биреү

6 класс

1.Беҙҙең мәктәп.

1 сентябрь –Белем көнө темаһы Көҙ темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүҙәре тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыу. Был темаға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөү, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңыларын үҙләштереү. Яңы текстар уҡыу. Диалог, монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөүҙе дауам итеү.

Мәктәп, белем алыу, китап тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, тексты мәғлүмәтиэшкәртеүҙе тормошҡа ашырыу, уның йөкмәткеһен план ( ябай, ҡатмарлы, тезис), конспект, аннотация, схема, таблица һ.б. биреү. Бәйләнешле текст төҙөү талаптарын иҫкә алып, үҙ тексыңды төҙөү һәм мөхәррирләү.

2.Башҡортостан ере буйлап.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне һәм хәҙергеһе тураһында әңгәмә үткәреү. Өфө ҡалаһы буйлап телдән сәйәхәт.Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү. проект эше башҡарыу.Башҡортостан, уның байлығы, халҡы, батырҙары, сәнғәте хаҡында уҡыу, әңгәмәләр ойоштороу. Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү. Аралашыу мәҙәниәтенең кеше тормошонда ролен аңлау; телдән һәм яҙма телмәрҙең үҙенсәлектәрен белеү. Коммуникатив маҡсат һәм һөйләүсенең мотивын характерлау. Диалог һәм монологтарҙы сағыштырыу, тасуири уҡыу.Телдән һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау; уларҙы маҡсат, ситуация һәм аралашыу шарттары менән тиңләштереү

3.Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

Башҡортостан Республикаһында төрлө милләттәр дуҫ йәшәүе, халыҡтар дуҫлығы тураһында текстар уҡыу. Әңгәмә ойоштороу. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү тураһында һөйләшеү. Бөйөк шәхестәр тормошонан, көндәлек тормоштан алынған күренештәр менән бәйләп алып барыу. Башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын ҡулланыу. Иң төп темаларҙың береһе- берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһындағы һөйләшеү менән бергә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш.Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлыап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу. Һандың дөйөм категориаль мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.Һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Алмаштарҙы һөйләмдәрҙе, текст өлөштәрен бәйләүҙә, телдәге этик нормаларға ярашлы телмәрҙәҡулланыу.

4.Ҡыш дауам итә.

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Фекерҙе, хисте, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең ролен аңлау; үҙ лексиконыңды киңәйтеү; һүҙҙе телдең башҡа берәмектәренән айырыу; башҡорт теленең һүҙлек запасын классификациялау принциптарын белеү. Лексик сараларҙы һайлауҙы тормошҡа ашырыу сфераһына ярашлы ҡулланыу. Теүәл, булдыҡлы һәм урынлы һүҙҙе ҡулланыу күҙлегенән сығып, үҙ һәм сит телмәрҙе баһалау.

5.Яҙ килә, яҙ!

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән(аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ.б. һүҙлектәрҙән) кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу һәм төрлө эшмәкәрлек төрҙәрендә уларҙыҡулланыу.

6.Йәмле йәй килә.

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән(аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ.б. һүҙлектәрҙән) кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу һәм төрлө эшмәкәрлек төрҙәрендә уларҙы ҡулланыу.

                                           7класс

I. Яңынан мәктәпкә

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:6-сы кластаүтелгәндәрҙеҡабатлау.

II. Ауыл тормошо

Ауылтормошо, ауылкешеләренеңкөнкүреше, хеҙмәт, игенсехеҙмәтетураһындаәңгәмәләрүткәреү. Игенсеэшенеңнескәлектәренһөйләү. Ауылтормошоноңҡалатормошонанайырмалыяҡтарытураһындааңлатыу. Ауылеренәнсыҡҡанкүренеклешәхестәрҙеңтормош юлы менәнтаныштырыу, осрашыуҙаройоштороу. Был тема буйынсаяҙылғанәҫәрҙәруҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләмтөҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт

Башҡортостантураһында 1-6 кластарҙаүтелгәндәрҙеҡабатлап, белгәнфактикматериалдыэҙмә-эҙлеклеитепһөйләргәөйрәнеү. Был тема буйынсауҡыусыларғаяңымәғлүмәтбиреү. Тыуғанеребеҙҙең сал тарихыбарлығын, Башҡортостантураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғыйылдарҙағытарихиБашҡортостанерендәүткәрелгәнфәнниэкспедициялармәғлүмәттәременәнтаныштырыпкитеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғоҡалалар, алтын әйберҙәртабыуһ.б. тураһында), быныңөсөнһуңғыйылдарҙасыҡҡанматбуғатбаҫмаларынамөрәжәғәтитеү. Был тема буйынсатәҡдимителгәнәҫәрҙәрменәнтанышыу, уҡыусыларҙыңяҙыуһәмһөйләүтелмәренүҫтереүөҫтөндәэшалыпбарыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡисемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары

Кешегәсәләмәтбулыуөсөн спорт менәншөғөлләнергәкәрәкикәнлегенаңлатыуһәм был туралауҡыусыларменәнһөйләшеү, әңгәмәойоштороу. Уҡыусыларүҙҙәре спорт менәнҡыҙыҡһыныуҙары, күренеклеспортсмендартураһындаһөйләргәөйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдарыбуйынсаһөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендәданлыҡлыкешеләр.

Грамматика:

Башҡорттеленеңүҙенсәлеклехәреф, өндәре, һөйләмтөрҙәре.

V. Мин һәмбеҙҙеңғаилә

Уҡыусыүҙенеңғаиләһетураһындатулыһәмиркенһөйләйбелергәтейеш. Сөнки был тема йылдан-йылҡабатлана. Ғаиләағзаларындөрөҫатау, уларғаихтирамлы, иғтибарлыбулырғаөйрәтеүТелмәрүҫтереүгәайырымиғтибарбирелә. Был бүлектәбилдәлерәссамдарҙыңәҫәрҙәрекүпкенәурыналған. Картинаныҡарай, аңлайһәмуныңйөкмәткеһенһөйләргәөйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙыңзаман, зат, һанменәнүҙгәреше.

VI. Әсәй,әсәкәйем… Әсә тураһындаяҙылғанәҫәрҙәруҡыу, уларҙыаңлыҡабулитергәөйрәтеү, һөйләүкүнекмәләренүҫтереү. Уҡылғанәҫәрҙәрбуйынса план төҙөргәөйрәтеү, план буйынсаһөйләү.

Грамматика:

Теркәүестәр.

VII .Сәнғәт оҫталары.

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡуйған? Исемдәрҙә - ил тарихы

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда...

Башҡортхалыҡижадытемаһынкиңәйтеү, уҡыусыларҙыңбелгәндәрентулыландырыу, һүҙбайлығын, һөйләүтелмәренүҫтереүмаҡсатбулып тора. Күберәкиғтибарҙы тексты аңлыҡабулитеүһәмйөкмәткеһенһөйләйбелеүгәйүнәлтеү. Бындабашҡортхалыҡәкиәттәренәнбашҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабанниңәуйнарғасыҡманы?» әкиәтеләурыналған. Уларҙыңайырмаһынбилдәләпүтеүкәрәк.

Грамматика:

Киҫәксәтураһындатөшөнсә.Киҫәксәләрҙеңбүленеше. Киҫәксәләрҙеңдөрөҫяҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ  

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләрараһындағыдуҫлыҡтураһындағынаһөйләшеүбармаясаҡ, ә халыҡ-ара булғанмөнәсәбәттәрҙәиғтибарүҙәгендәторорғатейеш. Был тема буйынсауҡыусыларҙыаңлапфекерйөрөтөргә  һәм  һөйләйбелергәөйрәтеү. Уҡылған  әҫәрҙәрҙеңйөкмәткеһебуйынсафекералышыу, әңгәмәойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәтһүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙыңдөрөҫяҙылышы

ХI. Йәмле йәй

Йәймиҙгеленеңүҙенсәлектәренбилдәләү. Уҡыусыларҙыңһүҙбайлығынарттырыу, һөйләүһәмяҙыутелмәренүҫтереү. Тәбиғәттекүҙәтеү, алғантәьҫораттарбуйынсафекералышыу. Был айҙарҙауҙғарылған Милли байрамдар

менәнтаныштырыу, улар тураһындабелгәндәренһөйләү. Балаларҙыңйәйге ялы, хеҙмәте, ололарғаярҙамытураһындаәҫәрҙәруҡыуһәмәңгәмәләрүткәреү.

Грамматика:7-се кластаүткәндәрҙеҡабатлау, дөйөмләштереү.

8 класс

         Алтын көҙ етте

5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында  мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары      тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек  эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Ап-аҡ ҡыш етте

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

        Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Аныҡлаусы.Тултырыусы.

 Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

 Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.  Данлыҡлы кешеләр менәнкисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнекмәләре үткәреү.

        Ай Уралым, Уралым...

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү.

9 класс

Һаумы, мәктәп!  Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Башҡортостан тәбиғәте

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй?

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Атамалар бик күп.

 Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Башҡортостан мәҙәниәте

Республикабыҙҙың театрҙары, уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һөйләү, Башҡортостан театры Рәсәй кимәлендә үҙ урынын билдәләүе хаҡында, данлыҡлы театр оҫталары, театр артистары менән танышыу, уларҙы таный һәм улар ижады тураһында һөйләй белергә өйрәтеү, улар хаҡында яҙылғандарҙы уҡыу, видеояҙмалар ҡарау

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы

Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ ижады, уның жанрҙары менән таныштырыу. Халыҡ ижады кеше тормошонда мөһим роль уйнағанын аңлатыу. Тема буйынса халыҡ ижадының төрлө жанрҙарынан тәҡдим ителгән текстар менән танышыу, улар буйынса әңгәмә ойоштороу, фекер алышыу. Тема буйынса уҡыусылар менән эҙләнеү-тикшереү эштәре ойоштороу. Видеяҙмалар ҡарау, аудиояҙмалар тыңлау. Уҡылған, ишеткәндәр буйынса  уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен әйтә алыуҙары, фекер алышыуҙа иркен ҡатнаша алыуҙары һәм бер-береһен тыңларға, ихтирам итергә өйрәтеү.

Грамматика буйынса һөйләм төрҙәрен  ҡабатлау.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ

 Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәрен дөрөҫ билдәләү, үтелгәндәрҙе системаға килтереү, яңы мәғлүмәт менән уҡыусыларҙы тәьмин итеү . Тәҡдим ителгән материал буйынса эш төрҙәре башҡарыу, уҡыусыларҙың телмәрен, һүҙлек байлығын үҫтереү. Грамматика буйынса “Өндәш һүҙҙәр” темаһы үҙләштерелә.

Менгән атым-уң ҡанатым

Аттар, уларҙың кеше тормошондағы биләгән урыны. Аттар тоҡомо, башҡорт аттары, уларҙы йәш, төҫ менән билдәләү үҙенсәлектәренә төшөндөрөү. Тема буйынса уҡыусыларҙы яңы мәғлүмәт менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Тәҡдим ителгән материал буйынса эш төрҙәре башҡарыу, уҡыусыларҙың телмәрен, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эш даими алып барыу.

Грамматика буйынса “Өндәш һүҙҙәр”, “Сифат“ темаларын ҡабатлау.

Тәбиғәт йәшеллеккә төрөнә

 Уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре буйынса булған белемдәрен киңәйтеү. Бирелгән һүҙҙәр йыйылмаһынан, текстарҙың йөкмәткеһенә ҡарап, яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен башҡорт телендә дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белеү, һәр миҙгел буйынса уҡыусыларҙың иркен һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланып, проект эше ҡора белеү. Үҙ аллы, индивидуаль, төркөм, парҙарҙа дөрөҫ итеп эшмәкәрлекте ойоштороу. Тәҡдим ителгән текстарҙа күтәрелгән проблемаларҙы табыу, уны хәл итеү буйынса уртаҡ фекергә килеү, үҙ фекереңде дәлилләй белеү.

Грамматика буйынса ябай һөйләм төрҙәре темаһын ҡабатлау

Йәмле йәй айҙары

 Уҡыусыларҙың йәй айҙары, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында белгәндәрен ҡабатлау, системалаштырыу. Тәбиғәт үҙгәрешен күҙәтеү, кешеләрҙең хеҙмәтен, ялдарын ойоштороу тураһында һөйләшеү. Алынған тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү. Уҡыусыларҙың йәй көндәрендә үҙҙәренең ялдарын нисек ойоштороуҙары тураһында һөйләтеү, тәҡдим ителгән текстарҙы уҡыуҙарын тикшереү, уларҙың йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәрен ойоштороу.

“Йәмле йәй айҙары” темаһы буйынса уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү буйынса эш дауам итә.

3.Уҡыу- тематик план

                                                           5 класс 

Бүлек  исемлеге

Сәғәттәр

Һаны

Иҫкәрмә

1

Һаумы, мәктәп!

5

2

Үҙем тураһында

7

3

Йыл миҙгелдәре

4

4

Башҡортостанды беләһеңме?

4

5

Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Аҙыҡ-түлек.

6

6

Яҙ етте

5

7

Яҙғы эштәр.

3

Бөтәһе

34

6 класс

Бүлек  исемлеге

Сәғәттәр

Һаны

Иҫкәрмә

1

Беҙҙең мәктәп

4

2

Башҡортостан ере буйлап

6

3

Дуҫлыҡҡәҙерен бел

5

4

Ҡыш дауам итә

5

5

Яҙ  килә, яҙ!

7

6

Йәмле йәй килә  

7

Бөтәһе

34

7 класс

Бүлек  исемлеге

Сәғәттәр

Һаны

Иҫкәрмә

1

Яңынанмәктәпкә

4

2

Ауыл тормошо

3

3

Башкортостан буйлапсәйәхәт

3

4

Спорт. Спорт кәрәк-ярактары

4

5

Мин һәмбеҙҙеңғаилә

5

6

Әсәй,әсәкәйем…

2

7

Сәнғәтоҫталары.

4

8

Исемеңматур, кемдәрҡушҡан?

Исемдәрҙә - ил тарихы

1

9

Борон-борон заманда

3

10

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

2

11

Йәмле йәй

3

8класс

Бүлек  исемлеге

Сәғәттәр

Һаны

Иҫкәрмә

1

Алтын көҙ етте

4

2

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы

6

3

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

6

4

Ап-аҡ ҡыш етте

4

5

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине

6

6

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

4

7

Ай Уралым, Уралым…

4

Бөтәһе

34

                                                      9 класс

1

Һаумы, мәктәп!  

4

Иҫкәрмә

2

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  

5

3

Атамалар ни һөйләй?  

3

4

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.  

4

5

Башҡортостан театрҙары.

1

6

Башҡорт халыҡ ижады

4

7

Башҡорт аты.  

4

8

Башҡорт халыҡ милли аштары.  

2

9

Күңелле яҙ килә.  

6

Бөтәһе

33

Эш программаһында һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн уҡыу предметын еңелләштерелгән формала өйрәнеү ҡарала. Дәрес пландарында индивидуаль эш төрҙәре сағыла. Контроль эш формаларында күсереп яҙыу мөмкинлеге бар, ҡалған эш төрҙәре еңелләштерелеп бирелә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса(родной)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...