Диалекттар төрлөлөгө. Дәрес өлгөһө
план-конспект урока (9 класс)

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Башҡортостанда диалекттар төрлөлөгө темаһына дәрес өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sovremennyy_urok_bashkirskogo_yazyka.docx18.98 КБ

Предварительный просмотр:

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Башҡортостан республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы

Башҡорт телендә һөйләшәм

(дәрес-осрашыу)


Тема: Башҡорт телендә һөйләшәм. Диалекттар төрлөлөгө
Маҡсат:

-Уҡыусыларҙы ерле һөйләш менән таныштырыу.
- Диалекттарҙың төрлөлөгөн аңлатыу.
- Көнбайыш диалект тураһында тәүге төшөнсәләрҙе еткереү.
- Белемдәрен үҫтереү.
-  Әҙәби телгә һөйөү тәрбиәһе биреү.
- Ерле һөйләшкә ихтирам уятыу.
- Һөйләшеү күнекмәһе өҫтөндә эшләү.
Дәрес төрө: Дәрес-осрашыу
Дәресте йыһазландырыу:1. Башҡортостан картаһы;
2. Башҡортостандың диалект картаһын төҙөү өсөн райондар сиге генә күрһәтелгән карта.
3.Рәсәй картаһында элек башҡорттар йәшәгән ергә йәшел сигналдар ҡуйылған тамғалы карта
4.Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре ( башҡорттар иҫәбе)
Дәрес барышы:

I.Ойоштороу
Дәрес йыр тыңлауҙан башлана:
Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә,
Минең йәшәү тамырҙарым башҡорт ерендә.
У. Балалар әле генә тыңлаған йыр нимә тураһында һөйләй?
Я. Башҡорт теле тураһында һүҙ бара.
У. Ни өсөн ошо йырҙы тыңлаттым икән?
Я. Беҙ туған телебеҙ тураһында һөйләшербеҙ, тип уйлайым.
У. Беҙҙең дәрестә оҙаҡ ваҡыттар башҡорт теле уҡытҡан, Башҡортостандың атҡаҙанға уҡытыусыһы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева ҡунаҡта
Тимәк ниндәй дәрес буласаҡ?
Я.Дәрес осрашыу буласаҡ.
У. Эйе, уҡыусылар был ябай осрашыу һәм ябай дәрес түгел. Беҙ әҙ генә тарихҡа ла, телебеҙҙәге һөйләштең төрлөлөгөнә лә һәм милләтебеҙҙең иҫәбе тураһында ла иҫкә алырбыҙ.

II. Яңы теманы асыҡлау
        Хәҙер һеҙ алдығыҙҙағы ҡағыҙға минең телмәр хаталарымды яҙып алығыҙ!

 Мине тыңлайбыҙ:
1.Мин бөгөн Таулыҡай ауылында ҡыҙлар, малайлар менән менән танышып алдым.
2.Икенсе Этҡол ауылында барлыҡ көҙгө эште эштәп бөткәндәр.
3.Урманта бултығыҙмы?
4. Исәнмесез, арыу ғына килеп еттегезме?
5. Ҫыу буйына ҫуған сәстем.(ике тапҡыр ҡабатлана)
У. Ә хәҙер, уҡыусылар, хаталы һүҙҙәрҙе таҡтала әҙәби телдә яҙып ҡарағыҙ әле. (Берәмләп яҙалар)
(Уҡытыусы был һүҙҙәрҙең хаталымы түгелме икәнен аңлатыу өсөн һүҙҙе ҡунаҡҡа бирә)
Ҡ. Уҡыусылар, һеҙ уҡытыусығыҙ уҡыған һөйләмдәрҙән хаталы һүҙҙәрҙе табып, дөрөҫөн, йәғни, әҙәби телдә яҙып та ҡуйҙығыҙ. Афарин! Тик мин был хаталы һүҙҙәрҙе лә дөрөҫ тип әйтмәксемен. Мәҫәлән, Таулыҡай ауылында диалект буйынса шулай һөйләшәләр.Икенсе Этҡол да ла шулай һөйләшәләр. Ә бына өсөнсө һөйләм Ғафури районы һөйләше була. Дүртенсеһендә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош, Кушнаренко һәм шул райондарға яҡын райондар шулай һөйләшә. Ләкин улар татар түгел, ә көнбайыш башҡорттары. Бына мин картағыҙ буйынса күрһәтеп сыҡтым.
У. Рәхмәт! Бына хәҙер мин картанан сик үткәрәм тура һыҙып ҡуйҙым. Тимәк, нисә төрлө һөйләш бар? (диалект)
Я. Төп өс төрлө диалект булып сыға.
У. Беҙҙең районда нисә диалект иҫәпләнә?
Я. Ике төрлө диалект бар. Ул баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Мерәҫ ауылдары аша бүлеп үтә.
у. Тағы ла һүҙебеҙҙе ҡунағыбыҙға бирәйек.
Ҡ. ( Ул Рәсәй картаһы буйынса элек башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе, һәм хәҙер йәшәгән ерҙәрҙе күрһәтеп һөйләй)
У. Хәҙер мин слайдта күрһәткән һүҙҙәрҙән беҙҙең райондағы ике диалектҡа ҡарағанын асыҡларға кәрәк. 1-се вариант һаҡмар һөйләше, тимәк, Ниғәмәттән түбән яғын, 2-се вариант Ниғәмәттән үрьяғын таба.( слайдта 20- ләп һүҙ яҙып күрәһәтергә.Хәтерҙә ҡалдырғандарын яҙып ҡуялар.(Яуаптарын әйтәләр)
У. Уҡыусылар, ни өсөн диалектты өйрәнергә кәрәк?
Я. Диалектта элекке һүҙҙәр ҙә була, ә ул тел тарихын өйрәнергә ярҙам итә.
Я. Икенсе телдән ингән һүҙҙәр ҙә була. Ул да халыҡтарҙың кемдәр менән аралашҡанын өйрәнеүгә ярҙам итә.
Я. Диалекттағы һүҙҙәр ҡыҙыҡ та. Беҙ белмәгән һүҙҙәр ҙә осрай. Мин яңыраҡ телевизор ҡарағанда бер инәй мейес утын болғай, күмер алыусы нәмәләрҙе, таба тотҡаларын күрһәтеп мин ишетмәгән һүҙҙәрҙе әйтте. Әсәйем тәртешкә тип әйтә, ә ул инәй йәмкә тине.
Я. Диалектта һөйләшһәң еңел дә ул.
У. Дөрөҫ, мин һинең һүҙеңде кире ҡаға алмайым.Кеше ниндәй мөхиттә үҫһә, шул мөхит теле менән теле асыла. Бына һеҙ бөтөгеҙ ҙә башҡорттар йәшәгән ерҙә йәшәйһегеҙ. Тимәк шул мөхит һүҙе һеҙҙе туған телегеҙ булырға тейеш. Һорауҙарығыҙ бармы?
Я. Әҙәби телдә ул диалекттарҙы ҡулланалармы?
У. Әлбиттә, ҡуланырға тейештәр, тип әйтмәйем, тик ҡулланалар. Беренсенән, образды асыу өсөн, уның йәшәгән урынын, ваҡиғаларҙың ҡайһы төбәктә барғанын белеү өсөн кәрәк.Тағы һорауҙар бармы.
Я. Әгәр беҙ инша яҙғанда шулай үҙебеҙ һөйләшкәнсә яҙһаҡ, хата тип иҫәпләр инегеҙме?

 У.Башҡа уҡытыусылар өсөн яуап бирә алмайым. Мин иҫәпләмәҫ инем. Беҙ уҡығанда бер уҡыусы гел генә һәҙер тип әйтә ине. Дөрөҫө хәҙер була. Уҡытыусы уны төҙөтә, ә бына яҙма эштәрҙә уны хатаға иҫәпләмәне. Мин дә иҫәпләмәҫ инем. Ул шулай өйрәнгән, тик әҙәби телде белергә тейеш, тип иҫәпләйем.


III. Йомғаҡлау:
У.Бөгөн дәрестә беҙ нимәләр менән таныштыҡ? Миҫалдар килтерегеҙ әле.
Я. Диалекттар тураһында белдек. Башҡортостан өс дилектҡа төркөмләнгән.
Я. Беҙҙең районда ике төрлө диалект йәшәй. Диалекттарҙы әҙәби телдә яҙыусылар образ, герой йәшәгән мөхитте асыр өсөн дә ҡуллана. Диалектта һөйләшеү хатаға иҫәпләнмәй.
Я. Шулай ҙа дөрөҫ һөйләү нормаларын үтәргә тырышырға кәрәк, тип уйлайым.
У. Хәҙер ярышыр һәр вариант бер үк һүҙҙең ике һөйләшен таҡтаға яҙа. Өсөнсөгөҙ уларҙың миҫалы өҫтөнә йә һыҙыҡ аша ҡайһыһы әҙәби телгә тап килеүен билдәләй.
У. Бына был тексты әҙәби телгә телдән әйләндереп ҡарайбыҙ. Хор менән мин төрткән һүҙе әйтеп барығыҙ!
Текст:
Исәнмесез! Именлектә генә тордоғозмо.?Чирләү кевек яфалар борчомадымы? Туғаннарығыз саулыҡта ғынамы?
2 .Мескен печәй күзләрен дә жоммый эткә баҡҡан, ә унсы ырылдарға әзер тора.
Слайдта саф әҙәби телдәгене уҡыйбыҙ. Бөтәгеҙгә лә аңлашылдымы?
У. Таҡталағы эштәрҙе тикшерәбеҙ Хаталар бармы? Рәхмәт урындарығыҙға ултырығыҙ.
Шулай итеп беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә диалекттар тураһында һөйләштек.

Хәҙер мин Халыҡ иҫәбен алыу буйынса һандарҙы күрһәтәм.

1979             1989              2002              2010       (йылдар)

1, 29 млн       1,35 млн      1,67 млн       1,58 млн     (кеше һаны)

Ҡайһы йылда иң күп башҡорттар булған?
Я. ...
У. Дөрөҫ. 2010 йылда улар кәмегән? Ни өсөн ?
Өйгә эш. “Ни өсөн?” Был һеҙҙең өйгә эшегеҙ булыр.

 Икенсе һорау ҡасан халыҡ иҫәбен алыу буласаҡ. Был турала ҡайҙан белдең?
Дәрес өсөн барығыҙға ла рәхмәт! Ҡунағыбыҙға рәхмәт әйтәйек. Һау булығыҙ!

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

  • Н. Х. Максютова. Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). — М., 1976
  • Т. Г. Баишев. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. — М., 1955
  • С. Ф. Миржанова. Южный диалект башкирского языка. — М., 1979
  • С. Ф. Миржанова. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа, 1991
  • Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. — Өфө: «Китап», 2000.