Ир ҡанаты - ат була. Дәрес өлгөһө
план-конспект урока (5 класс)

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Дәрес өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ir_kanaty_at_bula_dres.docx18.16 КБ

Предварительный просмотр:

Танып белеү эшмәкәрлеге

Квест-уйын

Тема: Ир ҡанаты – ат була.

Маҡсат: уйын аша аттар доньяһына сәйәхәт итеү

Белем биреү:

     - аттар тураһында дөйөм төшөнсә биреү;

  • аттарҙың төҫтәре, атты егеү өсөн сбруй тураһында белешмә биреү

Үҫтереүсе:

  • балаларҙың һүҙлек запасын байытыу;
  • телмәрен үҫтереү;
  • белем кимәлен, хәтерен, ижади һәләттәрен, үҙ аллылығын үҫтереү

Тәрбиәүи:

- аттар донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- аттарға ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү;

Интеграция: Телмәр үҫтереү, художестволы-эстетик.

Интеграцион бурыстар: һүҙлек байлығын үҫтереү, ижади һәләттәрен үҫтереү.

Йыһаҙ: карточкалар, темаға ярашлы һүрәттәр, ватман, краска, ҡырҡылған һүрәттәр, аудиояҙма.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу

Балалар залға сыға, түңәрәккә тора, сәләмләй.

Һаумы, бар донъя

Һаумы, дуҫтарым!

Елеп килдем атҡайымда

Түҙмәй килдем баҡсабыҙға

Сәләмләргә һеҙҙе лә.

Беҙ иртән иртүк машина менән елеп килеп етәбеҙ үҙебеҙҙең баҡсабыҙға. Ә машиналарҙы башҡортса, ябай телдә нисек йөрөтәләр әле?

Яуап: тимер ат

Эйе, тимер аттарыбыҙ ул беҙҙең машиналарыбыҙ. Элек, машиналар булмаған саҡта, кешеләр ат менән йөрөгәндәр. Хәҙерге заман аттарҙы тулыһынса машиналар менән алмаштырҙы. Ә шулай ҙа ауыл ерендә аттар әле кешегә хеҙмәт итәләр.

        Бушҡа ғына машиналарҙы ла ат көсө менән сағыштырып әйтмәйҙәрҙер.

Мәҫәлән бер машинаның һөйрәү көсө – биш аттың көсө менән тиңләшә.

Беҙ һеҙҙең менән бөгөн аттар донъяһына сәйәхәт итәйек әле.

  1. Яңы теманы асаҡлау – уйын.

Ат тауышы ишетелә.

Ана ат тауышы ла ишетелә. Ул беҙгә ниҙер әйтергә теләй. Әйҙәгеҙ шул яҡҡа йүнәләйек әле.

Арбаға егелгән ат тора.

Бәй, бында егелгән ат тора. Әйҙәгеҙ уны туғарып тибенлеккә ебәрәйек.

Ә нимә ул тибенлек?

Ул ҡышын йылҡы малдарын ҡырға сығарып ашата торған урын – ялан, баҫыу, асыҡ иркен ер. Малдар шунда ҡарҙы тояҡтары менән тибеп асып үлән йолҡоп ашайҙар.

Ә нимә ул сбруй?

Сбруй ул атты арбаға егә торған бөтә кәрәк-яраҡтар: дуға, дилбәгә, ҡамыт, арҡалыҡ, ыңғырсаҡ.

Тик был атты туғарыр өсөн беҙгә һәр бер сбруй кәрәк-ярағын белеп сисер кәрәк бит инде. Ә беҙ уны әлегә белмәйбеҙ бит инде. Шуға ла беҙгә бирелгән уйын этаптарын үтер кәрәк буласаҡ. Шунда ғына беҙ был атты туғара алабыҙ.

Тәүге һүрәт – сана, арба.

Быларҙы атҡа егеп кешеләр элек эш эшләгәндәр, йөк ташығандар: утын, тиреҫ, ҡом, таш, бесән.

Бына хәҙер яҙ, нимәһен атҡа егәләр?

Яуап: арба.

Ҡышын – сана, яҙ, көҙ, йәй – арба

Был атты дөрөҫ еккәндәрме атыу.

Яуап: әле тышта яҙ, ҡар ирей, юлдар асылды, атҡа арба егәләр.

Арба һүрәте артында – дилбәгә һүрәте.

Ошо һүрәтте беҙгә ошонда табырға кәрәк.

Шкафтың ишегенә  йәбештерелгән. Шкаф эсендә киләһе эш әҙерләнгән.

Төрлө төҫтәге аттар һүрәте. Ошо һүрәттәге аттарҙың төҫтәрен әйтегеҙ.

Яуаптар: Һоро ат, ала ат, сыбар ат, ҡара ат, аҡ ат.

Башҡа  аттар ошо төҫтәрҙән таралған да инде. Күкһел аҡ, буҙ ат, асыҡ һоро ат, сөм ҡара ат һәм башҡалар. Һәр бер төҫтәге аттың үҙенең исемдәре бар.

Мәҫәлән, маңлайында аҡ тап булған ат – ҡашҡа ат тип атала.

Ҡарараҡ аҡ атты – кук ат тиҙәр, йәки буҙ ат, аҡбуҙ

Һүҙлек эше: күк ат, ҡашҡа, аҡбуҙ

Ҡара ат – туры

Һоро ат – ерән

Ҡара яллы ат

Аҡ яллы ат

Беҙ дилбәгәне сисергә өйрәндек.        

Аҡбуҙ аттың һүрәте артында – дуға һүрәте.

Ә дуғаны беҙгә ҡайҙан эҙләр кәрәк икән? Бер ниндәй ярҙам булмаҫмы икән? Шкаф ишегенең эске яғында йоҡо булмәһенең һүрәте тора. Йоҡо бүлмәһенә юл алабыҙ. Карауатта дуға һүрәте. Дуға һүрәте артында – Аҡбуҙат.

Аҡ буҙ аттан – аҡбуҙат килеп сыҡҡан. Дуға беҙҙе аҡбуҙат менән таныштыра.

Ә ниндәй ат  ул аҡбуҙат?

Яуап: ул ҡанатлы аҡ ат.

Аҡбуҙатты беҙ боронғо легенда, риүәйәт, эпостарҙа осратабыҙ. Ул мифик герой. Мифтарҙа, әкиәттәрҙә йәшәй. Тимәк ысынында  ундай ҡанатлы ат юҡ. Бына иң боронғо эпостарҙың береһе “Урал батыр” эпосы геройы Уралдың ҡанатлы дуҫы – Аҡбуҙат булған. (һүрәт)

Аҡбуҙат һеҙгә ошондай һынау әҙерләгән: минең һүрәтемде өлөштәрҙән төҙө, ти. Бирелгән һүрәтте һеҙ  1ҙән алып 10ға тиклем һандарҙы дөрөҫ теҙә алһағыҙ ғына төҙөй аласаҡһығыҙ. Һүрәтте төҙөү – аҡбуҙат килеп сыҡты. Ул беҙҙе ҡайҙа ебәрә икән?

Дуғаны сисергә өйрәндек.

Аҡбуҙат һүрәте артында – ҡамыт һүрәте.

Ҡамытты беҙ ҡайҙан эҙләйек икән. Берәй ярҙам юҡмы икән беҙгә. Карауат ситенә уйын бүлмәһе төшөрөлгән һүрәт тора.

Уйын бүлмәһенә ашҡыныу.

Өҫтәлдә ҡамыт һүрәте ята. Ҡамыт беҙгә ял минуты әҙерләгән.

Балалар менән йыйылдыҡ

Бер һыҙыҡҡа теҙелдек

Шәп атты беҙ атландыҡ

Алға саптыҡ та саптыҡ

Шунан саптыҡ беҙ уңға

Аҙаҡ боролдоҡ һулға

Ҡайҙа барғанды оноттоҡ

Арыныҡ та, аҙаштыҡ

Кире саптыҡ беҙ артҡа.

Ҡамытты сисергә өйрәндек. Ҡамыт беҙҙе ҡайҙа ебәрә икән? Ҡабул итеү бүлмәһенә.

Унда беҙҙе йүгән көтә. Йүгән һүрәтенең артында һорауҙар.

Йүгәнде сисеү өсөн һорауҙарға яуап бирер кәрәк.

Һорауҙар

Аттың балаһы? Ҡолон

Атты нимә менә ҡыуалар?   Сыбыртҡы

Бәләкәй атты нисек атайҙар?   Пони

Ниндәй ярыштарҙа аттар ҡатнаша?   Ат сабышы

Бейәнең һөтө нисек атала?  Ҡымыҙ

Аттарҙың кешегә ниндәй файҙалы яҡтары бар?   Һөтө, ите һаулыҡ өсөн файҙалы. Бик күп эштәрен эшләй кеше ат ярҙамында.

Ат алыҫҡа сабып ҡасып китмәһен өсөн?   Уның тояғын бәйләйҙәр тышау менән.

Мәҡәлде дауам итегеҙ.   Ир ҡанаты -  ......   (ат була)

 Беҙ ҡамытты ла сисергә өйрәндек. Ҡамыт менән бергә арҡалыҡ һәм ыңғырсаҡтар сиселә.

  1. Йомғаҡлау.

Атыбыҙҙы туғарайыҡ. Атты туғарыу.

Уны тибенлеккә ебәрәйек. Тик ун янында башҡа аттар етмәй. Ә уларҙы беҙ, әйҙәгеҙ, эшләйек. Ватманда традицион булмаған метод менән аттарҙы эшләү.

Атыбыҙҙы тибенлектә ҡалдырайыҡ, ә үҙебеҙ артабан атлайыҡ.

Һорауҙар

Ә беҙ ҡайҙарҙа булып ҡайттыҡ?

Нимәгә өйрәндек?

Нимәләр белдек?

Аттар донъяһына сәйәхәт ҡылып, аттарҙың төҫтәрен белдек, атты нисек арбаға егәләр икәнен өйрәндек, аттарға ҡағылышлы яңы белешмәләр белдек.

Атыбыҙ менән хушлашайыҡ.

Һау булығыҙ!

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Чын дуслар нинди була?" 7нче сыйныфта ачык дәрес үрнәге

Открытый урок  в 7 классе был проведен в рамках конкурса "Учитель года -2009"...

Чын дуслар нинди була?(урок в 7 классе)

Открытый урок в 7 классе, в рамках конкурса "Учитель года-2009"...

3 сыйныфта уку дәресе. Әдәпле булу җиңелме?

конспект урока на тему "Әдәпле булу җиңелме?"...

Леонардо да Винчи - анатом

Презентация к уроку ИЗО 6 класс по теме "Построение фигуры человека"...

"Һөнәрһеҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош". "Әминбәк" әкиәте буйынса дәрес.

quot;Һөнәрһеҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош". Әминбәк әкиәте буйынса дәрес....

Развлечение для детей 4-5 лет с участием родителей «Буль-Буль», посвящённый Дню Защитника Отечества.

Данный сценарий предназначен для детей  средней группы с целью создать радостное настроение у детей от общения с близкими людьми и сверстниками, воспитывать любовь и уважение к защитникам Отечест...