Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған, Беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған. (Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” романынан “Туйгилдене яндырыу” бүлеге һәм Мәрйәм Бураҡаеваның “Киҫәкбикә” хикәйәһе буйынса).
методическая разработка (11 класс)

Исламова Тансулпан Муллахметовна

“Халыҡ тарихы –ул уның автобиографияһы. Кеше үҙенең автобиографияһын нисек белгән шикелле,туған халҡының автобиографияһын да белергә тейеш” –тип яҙа Ғайса Хөсәйенов “Тормош” парсалар китабында. Мин үҙемдең тәҡдим иткән дәрес өлгөһөндә ошо һүҙҙәрҙе маҡсат итеп ҡуйып, уҡыусыларымды башҡорт халҡының ҡатмарлы, аяуһыҙ 1755 йылдар даръяһының кескәй генә бер өлөшөнә байҡау яһатам.Ике әҫәрҙе, ундағы төп геройҙар Туйгилде менән Киҫәкбикәнең яҙмыштарын сағыштырыу юлы аша уйланырға,һығымталар яһарға өйрәтәм. Был дәрес өлгөһөн, тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндән һуң йомғаҡлау дәресе итеп, өлкән класс уҡыусыларына тәҡдим итәм.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл дәрес өлгөһө54.64 КБ

Предварительный просмотр:

                                               

Тема: Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған,беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған. (Ғ.Хөсәйеновтың ,,Ҡанлы илле биш ,. романынан ,,Туйгилдене яндырыу,.бүлеге һәм М.Бураҡаеваның ,,Киҫәкбикә,, хикәйәһе буйынса).

Уҡыу-методик комплект: Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. Хрестоматия.Урта мәктәптең 11-се класы өсөн; Ғ.Хөсәйенов.Батырша.Тарихи-биографик китап; М.Бураҡаева.Көҙгө ысыҡ:хикәйәләр; Ғ.Хөсәйенов. Ҡанлы илле биш: роман.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға өйрәтеү; тарих менән ҡыҙыҡһыныу,илһөйәрлек,арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу тойғоһо,уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: уҡыу процесында күҙәтергә,сағыштырырға,анализларға һәм һығымта яһарға өйрәтеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: Ғ.Хөсәйеновтың ,,Ҡанлы илле биш,, романына күҙәтеү яһау;М.Бураҡаеваның ,,Киҫәкбикә,, хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү. Ике әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы сағыштырыу юлы аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.

Йыһазландырыу: слайдтар,китаптар күргәҙмәһе,ноутбуктар.

                                              Дәрес барышы

          Уҡытыусы эшмәкәрлеге

           Уҡыусы эшмәкәрлеге

                                I.Психологик комфорт булдырыу

1.Дәресте Г.Салә көйөнә, Р.Аҡъярова һүҙҙәренә яҙылған “Әссәләмәғәлейкүм! “ йырын тыңлау,ҡушылып йырлау менән башлау:

Таң ата ла ҡояш сыға,

Ҡояшты сәләмләй көн.

Һаумы, ҡояш !Һүнмәҫ усаҡ!

Әссәләмәғәлейкүм!

Тел асҡысы. иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм

Әссәләмәғәләйкүм!

2.Хәйерле иртә,уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар.Әйҙәгеҙ ,улар менән иҫәнләшәйек!

3.Шулай уҡ һәр берегеҙ күршегеҙгә уңыштар теләп,күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ!

Экрандағы йыр һүҙҙәренә таянып йырлау.

 

-Хәйерле иртә!

Уҡыусылар парта артындағы күршеһенең усына һуғып, уңыш теләй ала.

                                II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

1.Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ситуация тыуҙырыу:

Уҡыусылар,һеҙҙең фекерегеҙсә,дәрестә уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн нимәләр кәрәк?

Һеҙҙең кеүек  уҡыусыларҙа ҡыйыулыҡ та,тырышлыҡ та етерлек!

Ә бына дәрестең темаһын бергәләп уйларға кәрәк буласаҡ.

Экранға иғтибар! Ҡараған өҙөктән сығып,теманы билдәләгеҙ.

(“Һөйәнтөҙ “ фильмынан өҙөк тәҡдим итеү).

Нимәләр күрҙегеҙ?

Яуаптарығыҙҙы бер генә һүҙ менән әйтеп бирегеҙ.

Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы нимә менән бәйле буласаҡ?

Эпиграф һайлау өсөн Ғ.Хөсәйеновтың парсалар китабын тәҡдим итәм.

«Тарих « бүлеген асып, эпиграф һайлағыҙ!

Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ?

Уҡыусылар,алдағы дәрестәрҙә тарих менән бәйле ниндәй әҫәрҙәр үттек?

Һеҙ иҫәпләп киткән әҫәрҙәрҙең ҡайһыларында уртаҡ образдар,оҡшаш эпизодтар бар?

Уларҙы уҡығанда нимәләр аңлашылманы? Нимәләрҙе асыҡларға теләр инегеҙ?

Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләү -  бөгөнгө дәресебеҙҙең бурыстары булып торор.

Теманы,маҡсатты,бурыстарҙы билдәләнек,артабанғы эште нисек күҙҙаллайһығыҙ?

Афарин,уҡыусылар! Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып,бөгөнгө дәрестең темаһын яҙығыҙ. Артабанғы эш барышында үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барырһығыҙ.

Ихтыяр көсө туплау,иғтибарҙы эшкә йүнәлтеү.

-Девиз,эпиграф... -- -----

-Ҡыйыулыҡ,берҙәмлек кеүек сифаттар...

  • Фильмдан өҙөк ҡарау,уҡыу мәсьәләһен формалаштырып әйтеү.

Был фильм 1736 йылда Тәфтиләү етәкселегендә каратель отрядтары тарафынан яндырылған Һөйәнтөҙ ауылы фажиғәһе тураһында.Унда меңдән артыҡ кеше үлтерелә,шуларҙан

105 кеше һарайға бикләп тереләй яндырыла.Иң аяныслыһышунда – араларында балалар ҙа,ҡарт-ҡоролар ҙа була...

Тарих.

1735-1740 йылдарҙа барған тарихи ваҡиғалар менән.

“Халыҡ тарихы – ул уның автобиографияһы.Кеше үҙенең автобиографияһын нисек белгән шикелле,туған халҡының автобиографияһын да белергә тейеш.” Ғ.Хөсәйенов.

1.Халҡыбыҙҙың тарихы менән танышыуҙы дауам итеү

2.Һөйләү телмәрен үҫтереү

3.Тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә булған арҙаҡлы шәхестәр тураһында һөйләшеү...

“Өйөрмә”,”Мәңгелек урман”,”Ҡанлы илле

биш”,”Киҫәкбикә”...

Ғ.Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш”романы менән М.Бураҡаеваның “Киҫәкбикә” хикәйәһе.

Ни өсөн Туйгилде икенсе дингә күсә? Киҫәкбикә ни өсөн кире тотҡонлоҡҡа бара? Уларҙың нәҫелдәренең артабанғы яҙмышы нисек була?..

Ике әҫәр булғас, моғайын,ике төркөмгә бүленеп,Туйгилде менән Киҫәкбикәнең аяныслы яҙмыштары тураһында

һөйләшһәк яҡшы булыр.

 

Теманы яҙып алыу.                         . -                                

                                  V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

 

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙ аллы ,микротөркөмдәрҙә, төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә.

1.Фишбоун:

-Ике әҫәр өсөн дә төп проблеманы билдәләү;

-төп геройҙың тормоштағы маҡсатын билдәләү;

-уның маҡсатҡа ирешеү өсөн нимәләр эшләгәнен асыҡлау;

2.Перекрестная дискуссия (бәхәс):

-һәр уҡыусы геройҙарҙы яҡлап,өс-дүрт аргумент яҙа;

-аргументтар микрогруппаларҙа берләштерелә.Һәр микрогруппа (һайлап алып)ике геройға ла ҡарата бишәр аргументтан торған исемлек тәҡдим итә;

-аргументтарҙың дөйөм исемлеге төҙөлә;

-класс ике төркөмгә бүленә:

I төркөм Туйгилдене яҡлай;

II төркөм Киҫәкбикәне яҡлай;

Сиратлап берәр аргумент килтерелә һәм шунда уҡ ҡаршы төркөм менән кире ҡағыла.

Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң,берҙәм,позитив фекергә килтертеү.Дәреслектән миҫалдар таптырып уҡытыу.

1.Төп проблема: көсләп суҡындырыу.

2.Туйгилденең тормошон ике өлөшкә бүлеп ҡарайыҡ:суҡындырылғанға тиклемге һәм унан һуңғы.

Суҡындырылғанға тиклемге маҡсаты: ил-йорт проблемаларынан ситтә ҡалып,боҫоп йәшәү,...

Суҡындырылғандан һуңғы маҡсаты: ни күрһә лә халыҡ,ил-йорт менән бергә күреү,йән тыныслығын кире ҡайтарыу...

3.Беренсе осраҡта маҡсатына ирешеү өсөн тегеләйтеп-былайтып яу-ялҡындан ситтә ҡала...

Икенсе осраҡта – үҙ диненә кире ҡайта...

2.Киҫәкбикәнең маҡсаты:

Суҡындырылғанға тиклемге маҡсаты:

(әҫәрҙә яҙылмаған), моғайын,балаларын үҫтереп,ирекле тормошта йәшәргә,бәхетле ғаиләлә ғүмер кисерергә теләгәндер...

Суҡындырылғандан һуң маҡсаты:

Кесе улының яҙмышын,унан аша башҡаларының яҙмышын белеү...

3.Беренсе осраҡта маҡсатҡа ирешеү өсөн Байрасовтар нәҫеле Ҡараһаҡал етәкселегендәге азатлыҡ өсөн яуға ҡушыла...

Икенсе осраҡта-ҡоллоҡтан өс тапҡыр ҡаса...

2.Туйгилде:

- үҙ хатаһын аңлай;

 -кире үҙ диненә ҡайта;

-ҡасырға ынтылыш яһай;

--                            

Киҫәкбикә:

-ҡасып ҡайта;

-ҡыйыу

-улын йәшерә;

Мәҫәлән, 1-се аргумент:Туйгилде үҙ хатаһын аңлай.

Кире ҡағыу:үҙ хатаһын аңлағанға тиклем, ни өсөн ҡурҡып,икенсе дингә күсергә тиҙ генә ризалаша...

Аргумент:Киҫәкбикә ҡасып ҡайта.

Кире ҡағыу:ул ҡасып ҡайтып,иҫән ҡалған улының яҙмышын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя...

Позитив фекер: ике геройҙы ла аңларға була: улар нимә генә эшләһәләр ҙә – барыһы ла балалар хаҡына..

Дәреслектән өҙөк:”Нитмәк кәрәк,фани донъя үҙ рәхимһеҙ ҡанундары менән йәшәй шул.Тәғәйене,Рәсәйҙә мәрхәмәтһеҙ батша закондары менән.”. -                        

                                                 VI. Ял минут

Уҡыусыларҙың күҙҙәре өсөн гимнастика эшләтергә мөмкин.

Ике әҫәр ҙә быуаттар төпкөлөндә булған хәл- ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә ҡарамаҫтан,бөгөнгө көн өсөн актуаль булған проблемаларҙы күтәрә.

Уҡыусылар,һәр төркөмдә әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып,бөгөнгө көн өсөн актуаль булған проблемалы һорау әҙерләгеҙ.

Һорауҙарға яуаптарҙы тыңлау,фекер алышыу.

Ул арала һәр төркөмдән берәр уҡыусы таҡтаға сығып,кластер төҙөй.

Эш: әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килгән асҡыс һүҙҙәрҙе һайлап,кластер төҙөргә.

I төркөм:”Туйгилдене яндырыу”

II төркөм:”Киҫәкбикә”

Төркөмдәрҙә эшләйҙәр.

1.Бөгөнгө көндә үҙҙәре теләп,икенсе дингә күскән кешеләргә нисек ҡарайһығыҙ?

2.Бөгөн ерҙәребеҙҙең ситтәр ҡулына күсеүен нисек туҡтатырға була?

Кластер төҙөү,аудитория алдында аңлатыу.Хаталар булһа төҙәтеү.

Һайлап алыу өсөн асҡыс һүҙҙәр:

Трофим Юркиньев сын, Катерина,Яҡшығол,Биксәтәй,”Йән-тән тартһа ла,ир тип кем иманын һатһын инде”,”Ир һөймәгәнде ил һөймәҫ; мир ҡаҡҡанды, ил ҡағыр”,”Инә ҡорт ниндәй – күсе лә шундай”,”Ғаиләң өсөн ҡалҡан бул,балаларыңды ишәйт”,”Әгәр бурыслымын тиһәң,улың алдында ғына”,Ир-ат икән,эйәр өҫтөндә булырға тейеш”,”Йәнегеҙҙе,иманығыҙҙы һатмағыҙ”,,Ни күрһәге ҙә халыҡ,ил-йорт менән бергә күрегеҙ”,Уны улы,туғандары,ауылдаштары ғына борсоно”,”кешенеке итәктә,үҙеңдеке үҙәктә”,Уның ҡарашында ҡара көйгән ер һыҙланыуын күрҙе".

                               VIII.Рефлексив анализ.

Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты.

Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ

Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?

Тарих һүҙен ҡулланып,бергәләп синквейн төҙөйөк..

Уҡыусылар,алдығыҙҙа ятҡан төҫлө карточкалар ярҙамында тарихты сағылдырығыҙ һәм аңлатығыҙ:

Батыршалар заманында...

Бөгөнгө көндә...

Киләсәктә...

Рефлексия:

1.Нимә белә инем...

2.Ниндәй яңылыҡ белдем...

3.Нимә белергә теләйем...

4.Дәрестә алған белемем киләсәктә кәрәк буласаҡмы?

Бер уҡыусы эпиграфты уҡый.

Тарих менән бәйле...

Синквейн:

Тарих

Шанлы,һабаҡлы

Һиҫкәндерә,уйландыра,ғорурландыра

Тарих ташҡа уйып яҙылған

Ҡомартҡы

                                            IX.Өйгә эш биреү

Өс кимәлдәге өйгә эш буйынса аңлатма биреү:

1.Тарихи шәхес Исмәғил Тасимов тураһында презентация эшләргә.

2.Инша “Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған,беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған”.

3.Йыл дауамында үткән тарихи әҫәрҙәргә нигеҙләнеп,” Тарихи шәхестәр” темаһына проект эшләргә.

Уҡытыусының аңлатҡанын иғтибар менән тыңлау,яҙып алыу.

                               X.Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау

Баланы үҙ эшен баһалауҙы ойоштороу.

Уҡытыусы дәрестә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.

Эш дәфтәренә шкала,диаграмма.смайлдар һ. б. ҡулланып, эшеңә баһа ҡуйыуҙы ойоштороп була.

                                               XI.Йомғаҡлау

Уҡыусылар, ысынлап та беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған,беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған! Бөгөнгө булған һөйләшеүҙәр һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә уйылып ҡалыр.тигән өмөттә мен.Башҡортмон тип күкрәк киреп,үҙ ерҙәребеҙгә хужа булып,милләтебеҙҙе алға әйҙәп йәшәйек! Шуны онотмағыҙ: тарихты дауам итеүселәр,яҙыусылар – ул һеҙ!

Дәресебеҙҙе Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Башҡорт улына” йыры менән тамамлайыҡ.

Йөҙөңә бысраҡ ташлап,йөрәгең ярылһа.

Онотма,тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин,онотма!

Милләтеңде алға әйҙә,саҡыр һин көрәшкә,

Онотма үҙ тарихыңды,юғалтмаһин һаҡла

Заман афәттәренә ,башҡортом,бирешмә!

Көс-ғәйрәт,түҙемлек бир аллам!

Башҡортмон тип,күкрәгемде ҡағам!

Үткәнеңә күҙ ташла – ярһыймы йөрәгең?

Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең.

Тартып алдылар күпме һорамай ерҙәрең.

Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла!

Һынып ҡалма бер ниҙән,башҡорт илен данла!

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин,онотма!

Көс-ғәйрәт,түҙемлек бир аллам,

Башҡортмон тип,күкрәгемде ҡағам!...


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

"Гаилә җылысы кем кулында?"

Өлкәннәр һәм югары сыйныф укучылары арасында гаилә, әхлак проблемалы буенча диспут....

ЭТНОГРАФИЗМ БУЛАРАК ХАЛЫК УЕНЫ АТРИБУТИКАСЫ (“12 таяк” уены мисалында).

Кеше  бәләкәй чактан ук  төрле хәрәкәтле, сүзле, җырлы, биюле уеннар белән тыгыз бәйләнештә яши. Алар күңел ачу, ял итү, танышу-кавышу кебек функцияләрне үтәү максатыннан уйналырга мөмкин. У...

Тема: Яҙмыштарҙа – ил тарихы (Ғәлим Хисамовтың “Өн һәм һан” романынан “Алдар менән Тәфтиләү” бүлеге буйынса инеш дәрес)

Дәрес өлгөһө 9-сы класс уҡыусылары өсөн тәҡдим ителә.Маҡсат: Тарих менән ҡыҙыҡһыныу,илһөйәрлек,арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу,уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү , ә иленә,халҡына хыянат иткәндәр...

Ғайса Хөсәйеновтың “Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы буйынса йомғаҡлау дәресе.

Дәрес барышында әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларға хәҙерге осор күҙлегенән байҡау яһатыу урынлы. Айырыуса  “Уңыш” һүҙенең мәғәнәһенә нығыраҡ иғтибар иттереү мөһим. Мәҫәлән: "...

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың тарих биттәре” буйынса мәктәп кисәһе өсөн сценарий.

В эти дни наша республика отмечает свой 100-летний юбилей со дня образования. И мы приглашаем Вас на прогулку по страницам истории Башкортостана....