Синонимдар. Ф.Туғыҙбаеваның "Яңы күлдәк" хикәйәһен өйрәнеү
план-конспект урока

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

Синонимдар. Ф.Туғыҙбаеваның “Яңы күлдәк” хикәйәһен өйрәнеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл f.tugyzbaeva.yany_kuldk.sinonimdar.docx23.78 КБ

Предварительный просмотр:

Синонимдар. Ф.Туғыҙбаеваның “Яңы күлдәк” хикәйәһен өйрәнеү.

 

Маҡсат. Синонимдар менән таныштырыу.Әҫәрҙең идея – тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Дөрөҫ әйтеү, оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙ байлығын арттырыу.Матурлыҡты күрә һәм һаҡлай белергә өйрәтеү.

Йыһазландырыу. Магазин, кейем – һалым һүрәттәре, терәк сигналдар, карточкалар,презентация.

                                               Дәрес барышы

1.Фонетик күнекмә.

Һаумыһығыҙ!

Һаумы ҡояш! Йоҡо, йоҡо, ҡас,

Бәхетлегә юлың ас!

Тәмле һыу, һалҡын һыу,

Битемде йыу, күҙемде йыу,

Ҡолағымды йыу,ҡулымды йыу һ.б.

2.Теманы, маҡсатты билдәләү.

Уҡытыусы. Бөгөн беҙ дәрестә Ф.Туғыҙбаеваның “Яңы күлдәк” хикәйәһен уҡырбыҙ һәм синонимдар тураһында белербеҙ.

    Ә хәҙер магазинға барып киләйек.(Һүрәт күрһәтеү.)  Был ниндәй магазин? Кемдең унда булғаны бар? Магазинға инеү өсөн (слайд)  нимәнән күтәрелергә кәрәк? Ә баҫҡыстар ябай түгел, эштәр менән.

1-се баҫҡыс.Икмәк,быйма, ит, банан, пальто, күлдәк, тоҙ, шәкәр, эшләпә, яулыҡ, сыр, ҡаймаҡ, һәт, бүрек, ҡатыҡ, ойоҡ, ҡалас, бирсәткә, май, итек, алъяпҡыс, һуған, салбар һүрәттәре төшөрөлгән карточкаларҙан аҙыҡ – түлек һәм кейем атамаларын айырыу. Дөрөҫ яуап өсөн жетон бирелә.

2 –се баҫҡыс.Терәк сигналдар менән эшләү.

           Синонимдар

Һүҙ          Мәғәнә          Һүҙ

а) терәк сигналдар буйынса теманы таҡтала аңлатыу;

б) дәреслек буйынса нығытыу;

в) дәфтәрҙә эшләү, миҫалдар яҙыу.

3 – сө баҫҡыс. Уҡыу кимәлен тикшереү.

                                                   Баты

Смелый                                ҡыйыу

радоваться                  шатланыу

                                       ҡыуаныу

продукты                    аҙыҡ

                                      ризыҡ

большой                      ҙур

                                       оло

экзамен                       имтихан

                                       һынау

маленький                   бәләкәй

                                        кескәй

а) һүҙҙәрҙе уҡыу;

б) оптималь уҡытыу (уҡытыусы һүҙҙәрҙе уҡый, уҡыусылар башҡортсаға тәржемә итә, синонимын әйтә);

в) синонимдарҙы ҡулланып, һәйләмдәр төҙөү.

Балалар донъяһы - ...магазин.Автобуста ...кешегә урын бирергә кәрәк.

Сәп- сәп- сәпәкәй, минең ҡустым...   .

Бесәй, бесәй, бесәй шул, бесәй әле ...  шул  һ.б.

4- се баҫҡысҡа күтәрелеү.  (Магазин, кейем – һалым һүрәттәре күрһәтелә. “Магазин”ға  милли кейемдәр элеү бигерәк тә яҡшы.)

Уҡытыусы.Был ниндәй магазин? Унда нимәләр һатыла?  (Кейем – һалым магазинында өҫ кейемдәре һатыла.)

Һәр уҡыусы кейем ала. Балаға кейем һайлау барышында диалог алып барыла.Һеҙҙе ниндәй әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра? Костю кейеп ҡара. Костюмыңды сис һ.б.

Уҡытыусы. Яңы кейем кейҙек. Көҙгө алдында ҡыуанабыҙ, шатланабыҙ. Хәҙер ял итеп алайыҡ.

Ял минуттары.

                             Йырлап алайыҡ әле лә,

                             Бейеп алайыҡ әле.

                             Матур –матур кейемдәрҙе

                             Һайлап алайыҡ әле.

5-се баҫҡыс.”Милли кейем” темаһына ситуатив картиналар менән эш (ҡыҙҙарға – башҡорт ҡыҙҙары, малайҙарға башҡорт ир-егеттәре кейеме төшөрөлгән һүрәттәр тәҡдим ителә).

3.Лексик материал өҫтөндә эш.

 Һүҙлек эше. Бүлеге, һайлашты, тап-таман, матурлыҡты таный, һаҡлап кей, һатырмын. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү, һүҙлеккә яҙыу, өндәрҙең сиратлашыуына миҫалдар табыу:бүлек-бүлеге,күлдәк- күлдәге һ.б.

4.Ф.Туғыҙбаеваның “Яңы күлдәк” тексы өҫтөндә эш.

Уҡытыусы.Мин уҡығанды иғтибар менән тыңлағыҙ һәм уйлағыҙ: Гөлниса ниндәй күлдәк алды икән?

а) тексты тасуири уҡыу;

б) тәржемә итеү;

в) һорауҙарға яуап биреү.Гөлниса ҡайҙа бара? Магазинға кем менән барҙы? Ул унда нимәләр алды? Һатыусы апай ни эшләне? Гөлнисаның күлдәге ниндәй? Гөлниса кемгә оҡшарға теләй?

г) ине уҡыусы өҙөктө сәхнәләштерергә әҙерләнә, ә ҡалғандар “матур” һүҙенә синоним табып, һүҙбәйләнештәр төҙөй;

ғ) алғыш әйтеү.Күлдәгең бигерәк матур, ҡотло булһын! Йылы тәнеңдә туҙһын, иҫән- һау кей!

5.Йомғаҡлау. Һорауҙарға яуап биреү.

6. Өй эше.”Минең кейем шкафы” темаһына һүрәттәр йәбештереп, диалог әҙерләргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Әҙәби – музыкаль композиция «Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы».

Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның ижады, тормош юлы  менән таныштырыу.Уҡыусыларҙа Факиһа Туғыҙбаева тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү...

Синонимдар. 4 класс

Төрлө уйын күнегеүҙәр аша синоним төшөнсәһен аңлатыу...

Синонимдар темаһына слайдтар. 4 класс

Уйын-күнегеүҙәр менән синоним темаһын аүлатыу....