Эш программалары
творческая работа учащихся (7 класс)

Аккужина Зульфия Рауфовна

Башҡорт (дәүләт) теле дәрестәренә дәүләт стандарттары буйынса эш программалары һәм календарь-тематик пландар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_tele_7_klass_1_variant.docx37.51 КБ

Предварительный просмотр:

АҢЛАТМА ЯҘЫУ

        Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Учалы коррекцион мәктәп-интернатының 1-се вариант буйынса 7   класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

        Эш программаһы  70  сәғәткә бүленгән (аҙнаға  2 сәғәт).

        Төҙөүсе: юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы Аҡҡужина Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы

         Дәреслек:  Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3- сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2015.

         Программа кимәле: базис.

         Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Китап, 2008.

         Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Дәүләтшина М.С. «Башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһына методик ҡулланма: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класс уҡыусылары өсөн  (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / М.С. Дәүләтшина? Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. –Өфө: Китап, 2015.

         Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

 Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөнУчалы коррекцион мәктәп-интернатының  «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

        Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, аҡылға еңел (1-се вариант)  7  класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү маҡсаттары үҙ-ара бәйле бер-нисә аспекттан тора: үҫтереү, тәрбиәләү, белем биреү, ә иң мөһиме тормош компетенцияларына  өйрәтеү. Башҡорт теленә өйрәтеү  процесында  уҡыусыларҙа телмәр компетентлығын  булдырыу  үҙәктә  тора.ядәрестәрҙә,  кластан тыш сараларҙа, көндәлек тормошта  уҡыусылар , башҡорт телен  аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланып, тыңлап, һөйләй,  мөмкинлеге булһа  уҡый  һәм яҙа белергә тейеш.Коррекцион мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен  үҫтереү  - уҡытыусының иң мөһим  бурысы. Телмәрге өйрәтеү – ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу  һәм телмәр саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу.

        Телде өйрәнеү өсөн күргәҙмә материалды дөрөҫ һайлап алырға һәм дәресте методик яҡтан дөрөҫ  ойошторорға кәрәк. Уҡыу-уҡытыу комплектының маҡсаттары:

  • уҡыусыларҙы тел һәм телмәр, аралашыу компетенциялырын формалаштырыу һәм үҫтереү;
  • һөйләгәнде, уҡығанды тыңлау һәм  аңлау һәләттәрен үҫтереү;
  • уҡыусыларҙа элементар  яҙыу күнекмәләрен булдырыу  һәм үҫтереү;
  • башҡорт телен өйрәнеү  барышында уҡыусыларҙы башҡорт халҡының  рухи байлығы  менән таныштырыу.

Был маҡсаттарға ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә кәрәк:

  • башҡортса телмәрҙе  тыңлап  аңларға күнектереү;
  • тәҡдим ителгән ситуация буйынса диалогик  телмәр төҙөргә өйрәтеү;
  • дәрескә әҙерләнеү: билдәле тема буйынса һүрәттәр һайлау, уйынсыҡтар әҙерләү;
  • төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара аңлашып, татыу  йәшәуенә ынтылыш тәрбиәләү;
  • башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте, балалар әҙәбиәте, халыҡ йолалары, ауыҙ-тел ижады менән тәрәнерәк таныштырыуға, башҡорт халҡына һәм уның теленә ихтирам  тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала.

Уҡытыу процесын ойоштороуҙа түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

  • уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә дөрөҫ талаптар ҡуя белергә;
  • уҡыусыларҙың  индивидуаль үҙенсәлектәрен белеп эш итергә;
  • уҡыусы шәхесенә ихтирам менән ҡарарға һәм талапсанлыҡты ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа;

Ата-әсәләр менән эшлекле бәйләнеш ойоштороға:

  • башҡорт теле дәресендә баланың ниндәй яңылыҡ белеүе менән ҡыҙыҡһыныу;
  • башҡорт теленең үҙенселекле өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында, уҡыусылар    

менән бергә телерадиотапшырыуҙар ҡарау,тынлау,тиҙәйткестәр, йырҙар өйренеү  бергәләп газета-журналдар уҡыу.

 

1.АҢЛАТМА ЯҘЫУ

        Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.

        Эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2002 йылдың 10 апрелендә №29/2005 бойороғо менән раҫланған һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы менән килешелгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән  (интеллекты үҫешмәгән) балалар өсөн коррекцион белем биреү учреждениеларының базис уҡыу планына (I вариант), Башҡортостан Республикаһы Учалы коррекцион мәктәп-интернаты дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2018-2019 уҡыу йылының “Уҡыу планы”на тура килтереп төҙөлдө.

        Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы;29.12.2012й.,№273-ФЗ;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы;
  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы
  • Федераль дәүләт белем биреү стандарттары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (интеллекты үҫешмәгән) балалар өсөн приказ № 1599 19 декабрҙән  2014 й.;
  • ФДББС-на  таянып эшкәртелгән Учалы коррекцион-мәктәп интернаты адаптив төп белем биреү программаһына;
  • ДБДББУ Учалы КМИ-ның  Уставы;
  • 2017-2018 уҡыу йылына  йыллыҡ эш календаренә таянып төҙөлдө.
  • Дәреслек:  Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 - сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2015.
  • Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Китап, 2008.
  •  Уҡытыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Дәүләтшина М.С. «Башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһына методик ҡулланма: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-4 класс уҡыусылары өсөн  (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / М.С. Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. –Өфө: Китап, 2017.

        

2. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСЕНӘ ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА

        Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән  7  класс (1 вариант) уҡыусылары өсөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү маҡсаттары үҙ-ара бәйле ике юҫыҡтан тора:академик һәм  иң мөһиме, тормош компетенцияларына  өйрәтеү. Башҡорт теленә өйрәтеү  процесында  уҡыусыларҙа телмәр компетентлығын  булдырыу  үҙәктә  тора. Дәрестәрҙә,  кластан һәм дәрестән   тыш сараларҙа, көндәлек тормошта  уҡыусылар , башҡорт телен  аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланып, тыңлап, һөйләй,  мөмкинлеге булһа  уҡый  һәм яҙа белергә тейеш. Коррекцион мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен  үҫтереү  - уҡытыусының иң мөһим  бурысы. Телмәргә  өйрәтеү – ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу  һәм телмәр саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу.

        Телде өйрәнеү өсөн күргәҙмә материалды дөрөҫ һайлап алырға һәм дәресте методик яҡтан дөрөҫ  ойошторорға кәрәк. Уҡыу-уҡытыу комплектының маҡсаттары:

  • уҡыусыларҙы тел һәм телмәр, аралашыу (коммуникатив), тормош компетенциялырын формалаштырыу һәм үҫтереү;
  • һөйләгәнде, уҡығанды тыңлау һәм  аңлау һәләттәрен үҫтереү;
  • уҡыусыларҙа элементар  яҙыу күнекмәләрен булдырыу  һәм үҫтереү;
  • башҡорт телен өйрәнеү  барышында уҡыусыларҙы башҡорт халҡының  рухи байлығы  менән таныштырыу.

        Был маҡсаттарға ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә кәрәк:

  • башҡортса телмәрҙе  тыңлап  аңларға күнектереү;
  • тәҡдим ителгән ситуация буйынса диалогик  телмәр төҙөргә өйрәтеү;
  • дәрескә әҙерләнеү: билдәле тема буйынса һүрәттәр һайлау;
  • төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара аңлашып, татыу  йәшәүенә ынтылыш тәрбиәләү;
  • башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте, балалар әҙәбиәте, халыҡ йолалары, ауыҙ-тел ижады менән тәрәнерәк таныштырыуға, башҡорт халҡына һәм уның теленә ихтирам  тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала.

Уҡытыу процесын ойоштороуҙа  

  • уҡыусыларҙың аҡылға зәғифлектәрен, интеллектуаль үҫешмәгәнлектәрен иҫәпкә алып, уҡыу эшмәкәрлегенә дөрөҫ талаптар ҡуя белергә;
  • уҡыусыларҙың  индивидуаль һәм дифферинциаль үҙенсәлектәрен белеп эш итергә;
  • уҡыусы шәхесенә ихтирам менән ҡарарға һәм талапсанлыҡты ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа;

3.УҠЫУ ПЛАНЫНДА ПРЕДМЕТТЫҢ УРЫНЫ

        Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (интеллектуаль үҫешмәгәнлек) Учалы коррекцион мәктәп-интернатының  

7  класс уҡыусылары өсөн  (I вариант)  башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙе аҙнаһына 2 сәғәттән, 40-ар минутлыҡ дәрестән, 2018-19  уҡыу йылына 70 сәғәттән  торған  программа  Базис уҡыу планына  таянып ҡоролдо. 

4.УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘӘ ПЛАНЛАШТЫРЫУ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ 

        Аҡылға зәғиф, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙы башҡорт  телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү (диагноздарын, физик һәм психик үҙенсәлектәрен, үҫеш тотҡарлығын иҫәпкә алып), телмәр үҫтереү, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү  процессында социаль тәжрибә (тормош компетенцияларын) туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

        Хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы уҡыусы Башҡорт теле дәрестәрендә белем алыу, телмәр үҫтереү менән бер рәттән йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

        Уҡыусыларҙың шәхсән һөҙөмтәләрен үҙләштереүҙә Учалы коррекцион мәктәп-интернаты төҙөгән адаптив төп дөйөм белем биреү программаһына таянып, индивидуаль-шәхси сифаттарын һәм социаль (тормош компетенцияларын) яраҡлаҡлаштырыу  инә.

                Шәхсән һөҙөмтәләргә инә:

  • Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гражданины итеп үҙен тойоу,үҙенең иле, республикаһы, районы, ҡалаһы, ауылы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон формалаштырыу (уятыу);
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләрен (гимн, герб, флаг) нығытыу, һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләү;
  • күп милләте  Республикабыҙҙың мәҙәниәте менән танышыу һәм уларға ҡарата шәфҡәтле , иғтибарлы булыу;
  • көндәлек тормошта социаль-көнкүреш  белемдәрен ҡуллана белеү;
  • кешене анлай белеү, әгәр кәрәк булһа, ярҙам итеү, ҡыйын саҡта яҡындарын, йәштәштәрен йәлләү,ауырыу кешегә иғтибарлы булыу теләге тыуҙырыу;
  • үҙ теләге  менән һаулыҡ һорашырға, хушлашырға, өлкәндәргә, йәштәштәренә рәхмәтле булыу теләге тыуҙырыу, «һаумыһығыҙ», «хәйерле иртә», «осрашҡанға тиклем», «һау булығыҙ»,  «рәхмәт», «рәхим итегеҙ» кеүек  төрлө өндәшеү ысулдарын ҡулланыу;
  • үҙенең бөтә мөмкинселектәрен ҡулланып, үҙ файҙаһына ирешеү маҡсатында бүтән балалар һәм өлкәндәр менән аралашырға, төрлө яҡлы баҫымдарғаҡаршы торорға өйрәнеү;
  • ыңғай һәм кире тойғоларын асыҡ күрһәтә белеү;
  • үҙ-аллы тормошҡа әҙерлекте формалаштырыу;
  • хәүефһеҙ  һәм  сәләмәт тормош алып барыу, хеҙмәткә (ҡул  эштәренә) ҡыҙыҡһыныу уятыу, эш һөҙөмтәһен күреү, рухи һәм материаль байлыҡтарға һаҡсыллыҡ  булдырыу;
  • кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.

        Предмет һөҙөмтәләренә  Башҡорт теле дәрестәрендә алған белемдәре һәм оҫталыҡтары инә. Минималь (минимальный) һәм етәрлек (достаточный)  кимәлдә (уровень)  билдәләнә. Предмет һөҙөмтәләренең  етәрлек кимәле  ҡайһы бер ауыр аҡыллы һәм рус милләтле  уҡыусылар  өсөн  үҙләштереү  мотлаҡ түгел.

        Күпселек үҡыусылар өсөн минималь кимәл  мотлаҡ булып тора. Минималь кимәлде үҙләштерә алмаусылар өсөн (диагноздарын  иҫәпкә алып), мәктәп  консилиумы (ПМПк) тәкдиме менән уҡыу индивидуаль план буйынса ойошторола.

        2018-19  уҡыу йылы аҙағына 7  класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштереүҙә предмет һөҙөмтәләре:

Минималь  кимәл

Етәрлек кимәл

  • башҡортса иҫәнләшеү һәм хушлашыу;
  • башҡорт хәрефтәрен танып, дөрөҫ яҙа белеү;
  • башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү;
  • 1-10 тиклем һанай белеү;
  • төп төҫтәрҙе белеү;
  • ғаилә ағзаларын белеү;
  • кешенең тән өлөштерен белеү;
  • уҡыу әсбаптарының атамаларын дөрөҫ әйтә белеү;
  •   элементар һорауҙарҙың мәғәнәһен  аңлау, уларға элементар яуап биреү;
  • дәреслектән текстарҙы күсереп яҙа белеү;
  • кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, баш кейемдәренең атамаларын белеү;
  • йыл миҙгеленә тура килтереп кейенеүҙәре, балаларҙың уйындары, кешеләрҙең эштәре тураһында ҡыҫҡаҡ яуап биреү;
  • йыл миҙгелдәренең атамаларын, һауа торошон, яуым төшөмдө карточкалар ярҙамында һөйләү;
  • йорт, ҡырағай хайуандарының  уларҙың балалары тормошо , туҡланыуҙары тураһында һөйләү;
  • уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу;
  • тексты тыңлау, йөкмәткеһен һорауҙар (уҡытыусы) ярҙамында һөйләй белеү;
  • текст буйынса  уҡытыусыға (иптәштәренә) һорау биреү;
  • 4-5 шиғырҙы (дүртюллыҡтарҙы) яттан белеү;
  • ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
  • сюжетлы һүрәттәр, ҡаралған фильмдар һәм телетапшырыуҙар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;
  • ваҡиға, персонажға мөнәсәбәтен белдерә белеү;
  • башҡорт теленән рус теленә, һәм киреһенсә, тәржемә итә белеү;
  • тексты шыма, һүҙҙәрҙе тотош, дөрөҫ уҡыү;
  • тейешле интонация менән уҡый белеү;
  • текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;
  • текстан һорауҙарға яуап табыу;
  • картиналар ҡарау, уға исем биреү;
  • хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу;
  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;
  • һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙең предметты, уның эшен хәрәкәтен, һанын һәм  сифатын белдереүсе һүҙҙәрҙе таба белеү;
  • сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр (уҡытыусы) ярҙамында ҡыҫҡаҡ ҡына хикәйә, әкиәт ижад итергә.

5.УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ (70  СӘҒӘТ) 

Һаумы, мәктәп! (1 сәғәт) Башҡортостан тураһында мәғлүмәт биреү. Мәктәп, уҡытыусы, класташтар менән танышыу. Әңгәмәләшеү. Темаға ярашлы дәреслектә бирелгән сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Мин танышам (6 сәғәт) Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һин ҡайҙан? Һинең туғандарың бармы? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү. (Сәнғәтле һөйләшеү).  Хат яҙыу. Һаулыҡ һорашырға, хәл белешергә һәм хушлашырға өйрәтеү. “Урал – батыр”эпосы, төрлө милләттәр, сәләмләүҙәр, Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уҡыу.

Мин белем алам (5 сәғәт)  Белем алыу, мәктәп тураһында әңгәмә. Был нимә? Бармы? Нимәһеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Мәктәп, уҡыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уҡыу. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға бирелгән кәңәштәрҙе уҡыу. Шатланырға, аптырарға өйрәнеү. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Мин һәм минең ғаиләм (5 сәғәт) Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Нимә эшләргә тейеш? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Мин һөнәр һайлайым (3 сәғәт) Кешеләрҙең һөнәрҙәре, эштәре, шөғөлдәре тураһында һөйләргә өйрәнеү.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өйрәнеү.Уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр., текстар уҡыу. Булып эшләй һүҙбәйләнешен практик ҡулланыу.

Мин тәбиғәтте яратам (10 сәғәт) Башҡортостанда ,үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш,яҙ,йәй Миҙгелдәре, уларҙың билдәләре тураһында һөйләргә өйрәнеү. Тәбиғәттең төрлө күренештәрен аңлата белеү.Миҙгелдәргә бәйле ололар эштәрен атау. Балалар уйындары тураһында һөйләшеү., һынамыштар менән танышыу.

Минең яратҡан миҙгелем. (12 сәғәт) Миҙгелдәр тураһында белемдәрен арттырыу. Яратҡан миҙгеле тураһында һөйләргә өйрәнеү. Яҙ көнөнә,  көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу., телмәр үҫтереү. Һөйләм төрҙәрен өйрәнеү. Телмәрҙә тасуирлау элементтарын ҡулланыу.

Минең гардеробым. (6 сәғәт) Кейем-һалым исемдәрен өйрәнеү,уларҙы бөхтә тоторға өйрәнеү.Зат ялғауҙарын ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү.Һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәнеү

Минең тыуған көнөм.(3 сәғәт) Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Бүләк һайлау, биреү, алыу этикеты тураһында әңгәмә ойоштороу.

Мин –сәйәхәтсе (7 сәғәт) Сәйәхәт өсөн транспорт төрҙәрен ҡабатлау. Юлда йөрөүселәр өсөн кәрәкле әйберҙәр исемлеген яҙыу. Юл ҡағиҙәлерен иҫкә төшөрөү. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса әңгәмә ҡороу.Сюжетлы һүрәттәр буйынса план төҙөү, план буйынса һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.           Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (10 сәғәт)

6. КАЛЕНДАРЬ-ТЕМАТИК ПЛАН

Дәрестәр  темаһы

сәғәттәр  һаны

Үткә-

реү  ва-

ҡыты

     Өйгә  эш

Иҫкәрмә

Һаумы, мәктәп!

1

1.

Үтелгәндерҙе ҡабатлау

1

4.09.

1.Алфавитты ятларға

2.Э.Д.: 4-се күн. 4-се бит

Мин танышам.

6

2

Һин кем? Иҫәнләшеү. Тылсымлы һүҙҙәр.

1

5.09.

1.Этикет һүҙҙәрен ятл.

2.«Хәлдерен беләм» шиғ.уҡ

3.

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Башҡортостан.

1

11.09.

1.Этикет һүҙҙәрен ятл.

2.3-сө күнегеү 8-се бит

4.

5.

6.

7.

Һин ҡайҙан? Хат яҙыу.

4

12.09.

18.09.

19.09.

25.09.

1.Этикет һүҙҙәрен ятл.

2.3-сө күнегеү 10-сы бит.

3.Башҡортостан символикаларын ятларға

Мин белем алам.

5

8.

9.

Был нимә? Бармы? парта.

Был нимә? Бармы?Полиглот.

2

26.09.

 2.10.

1.Этикет һүҙҙәрен ятл.

2.Э.Д.: 2-се күн. 17-се бит

3.Ребустарҙы сисергә

10.

11.

12.

Нимәһеҙ? Ялҡау Зилә.

«Өсөнсөләр» С. Әлибаев.

Телмәр үҫтереү.

3

3.10.

9.10.

10.10.

1.Этикет һүҙҙәрен ятл.

2.Э.Д.: 4-се күн. 19-сы бит

3.Һөйләмдәр төҙөргә.

Мин һәм минең ғаиләм

5

13.

Кем? Нимә эшләй? Йәшәмеш үҫә.

1

16.10.

1.Мәҡәлде ятл.

2.Э.Д.: 3-сө күн  25-се бит

14.

15.

16.

17.

Нимә эшләргә тейеш? Әсә рәхмәте.

Нимә эшләргә тейеш?Өләсәйем.

Нимә эшләргә тейеш?Әсәйемә.

4

17.10.

23.10.

24.11.

6.11.

1.Э.Д.:күн.1\56-сы бит

2. «Әсә рәхмәте» уҡырға

3. Этикет һүҙҙәрен ятл.

4. 1 шиғ. ятл.

Мин һөнәр һайлайым

3

18.

19.

20.

Кем ҡайҙа эшләй? Р. Миңнуллин. Малайҙар.

Һөнәр төрҙәре.

Әсәйҙәр һөнәре

3

7.11.

13.11.

14.11.

1.39-сы биттәге һүҙлекте ятларға:

2. Э.Д.:3-сө күн 34-се бит;

3. Э.Д.:3-сө күн 38-се бит;

4.Мәҡәлдәрҙе ятларға.

Мин тәбиғәтте яратам

10

21.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Шүлгән-таш мәмерйәһе.

1

20.11.

1.Д.: 3-сө күн 46-сы бит диалогты уҡырға;

2. Э.Д.:3-сө күн 40-сы бит

22.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Ағастар.

1

21.11.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Э.Д: ребусты сис.

23.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Сәскәләр

1

27.11.

1.Э.Д.: 3-сө күн 43-сө бит

24.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

«Ун ике ай» (әкиәттән өҙөк)

1

28.11.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

25.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Дарыу үләндәре

1

4.12.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Э.Д.: 4-се күн 46-сы бит.

26.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Бөжәктәр.

1

5.12.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Шиғырҙы ятларға.

27.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Бал ҡорто.

1

11.12.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Һүрәт төшөр 50-се бит.

28.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Ҡоштар

1

12.12.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

29.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Ҡышлаусы ҡоштар.

1

18.12.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Д.:3-сө күн 64-се бит

30.

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Телмәр үҫтереү

1

19.12.

Һүрәт буынса һөйләргә әҙерлән.

Минең яратҡан миҙгелем

12

31.

Нимә? Нимә эшләй?

Йыл миҙгелдәре.

1

25.12.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Э.Д.:2,4-се күн 56-сы бит

32.

Нимә? Нимә эшләй? Миҙгел буяҙары

1

26.12.

Ҡ.Даян «Шыршы» шиғ ятл.

33.

Нимә? Нимә эшләй? Һәр миҙгелдең үҙ эше.

1

15.01.

Диалогты уҡырға

34.

Нимә? Нимә эшләй? Яҙ килә.

1

16.01.

1.Д.: 4-се күн 74-се бит уҡырға

35.

Нимә? Нимә эшләй? Һауа торошо.

1

22.01.

«Шундай йәмле йәй» шиғ. тасуири уҡ.

36.

Нимә? Нимә эшләй? Баҡса емештәре

1

23.01.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

2.Э.Д.: 61-се бит скинвейнды сис.

37.

Нимә? Нимә эшләй? Еләктәр.

1

29.01.

Ф.Туғыҙбаева «Еләктәр» ят.

38.

Нимә? Нимә эшләй? Көҙ. Тәбиғәттәге үҙгәрештәр.

1

30.01.

81-се бит тексты уҡырға

39.

Нимә? Нимә эшләй? Йәшелсәләр.

1

5.02.

Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

40.

Нимә? Нимә эшләй? Һынамыштар.

1

6.02.

Яңы һүҙҙәрҙе ятл.

84-се битттәге әкиәтте уҡырға

41.

Телмәр үҫтереү дересе.Һүрәттәр буйынса эш: «Минең яратҡан миҙгелем»

1

12.02.

Һүрәт төшөрөргә

Буям буярға

42

Телмәр үҫтереү дересе.Һүрәттәр буйынса эш: «Минең яратҡан миҙгелем»

1

13.02.

Һүрәт төшөрөргә

Буям буярға

Минең гардеробым

6

43.

Ниндәй? Әйбер ҡотлау йолаһы

1

19.02.

Д.:90-сы бит 1-се күн уҡырға

44.

Ниндәй? «Күлдәк» (әкиәт)

1

20.02.

Иптәшең м\н диалог әҙер.

45.

Ниндәй? Ф. Туғыҙбаева «Минеке!»

1

26.02.

Э.Д.: 1-се күн 73 –сө бит

46.

Ниндәй? В.Исхаҡов «Бер һүҙ»

1

27.02.

Д.: уҡырға 96-97-се биттәр

47.

Ниндәй? Ф.Туғыҙбаева «Яңы күлдәк»

1

5.03.

Һүрәт төшөрөргә

48.

Ниндәй? «Тере эшләпә» Н.Носовтан

1

6.03.

Н.Носов «Тере эшләпә» һөйләргә

Минең тыуған көнөм

3

49.

Ҡасан? Тыуған көн байрамы.

1

12.03.

Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

Тыуған көн байрамына меню төҙөргә

50.

Ҡасан? Тыуған көн – күңелле байрам.

1

13.03.

Э.Д.: 1-се күн 81-се бит

51.

Ҡасан?Тыуған көн бүләге.

1

19.03.

Ҡотлау открыткаһын тултыр

Мин сәйәхәтсе

7

52.

Нимә менән? Нисек? Транспорт төрҙәре.

1

20.03.

Д.: 1-се күн 110-сы бит һорауҙарға яуаптар

53.

Нимә менән? Нисек? Тәбиғәттә үҙеңде лөрөҫ тот!

1

2.03.

Э.Д.: 2-се күн 87-се бит

54.

Нимә менән? Нисек? Башҡортостан шифаханалары.

1

3.04.

Э.Д.:кроссвордты сисергә

55.

Нимә менән? Нисек? Өфө урамында.

1

9.04.

Д.: 4-се күн 115-се бит диалог төҙөргә

56.

Нимә менән? Нисек? Хәрәкәттә – бәрәкәт»

1

10.04.

Дәреслек менән эшләргә

57.

Нимә менән? Нисек? Юл билдәлере.

1

16.04.

Эш дәфтәрендә эш

58.

Нимә менән? Нисек? Телмәр үҫтереү.

1

17.04.

 Үтелгәндерҙе ҡабатлау.

10

59.

Башҡорт халыҡ  ижады

1сәғ.

23.04.

«Аҡбуҙат», «Аманат» журн уҡ.

60.

Әкиәттәр.

1 сәғ.

24.04.

«Аҡбуҙат», «Аманат» журн уҡ.

61.

Йырҙар.

1 сәғ

30.04.

БХИ.Йомаҡтар яҙ.

62.

Йомаҡтар.

1сәғ.

7.05.

2-3 әйтешмәк ятл.

63.

Балалар  фольклоры.

1сәғ.

8.05.

«Аҡбуҙат», «Аманат» журн уҡ.

64.

Башҡорт халыҡ уйындары

1сәғ

14.05.

«Аҡбуҙат», «Аманат» журн уҡ.

65.

Милли байрамда ҡатнашыу

1сәғ.

15.05.

66.

Үтелгәндерҙе ҡабатлау.

1

21.05.

67.

Үтелгәндерҙе ҡабатлау.

1

22.05.

68.

Үтелгәндерҙе ҡабатлау.

1

28.05.

69.

Үтелгәндерҙе ҡабатлау.

1

29.05.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теленнән эш программалары (1,3,4- сыйныфлар өчен, рус төркеме)

Здесь можно познакомиться с рабочей программой для детей русскояз.обучением. По учебникам Р..З.Хайдаровой и Ф.Сафиуллиной...

6 нчы сыйныфның рус төркеменә татар теле һәм әдәбиятыннан Р.Хәйдарова дәреслеге буенча төзелгән эш программалары

Татар теле һәм әдәбиятын аерып укыту сәбәпле, татар теле һәм татар әдәбиятына эш программасын аерым төзедем. Һәр программа титул битеннән, аңлатма язуыннан, календарь-тематик планнан тора. Планла...

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары

Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...

Әдәбияттан эш программалары

А.Яхин методикасы белән укытучылар өчен...

Татар теленнэн эш программалары

А.Яхин методикасы буенча эшләүче мөгаллимнәргә...